Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Яңғыҙ ҡарға яҙ килтермәй
Яңғыҙ ҡарға яҙ килтермәй 8 Март байрамы. Ҡыҙҙар, кәләштәр, ҡатындар, әсәйҙәр, өләсәйҙәр – барыһы ла ҡояштай шат. Матур һүҙҙәр, айырым иғтибар, сағыу гөлләмәләр, ҡиммәтле бүләктәр... Улар бәхетле!

Яҙ килә, ниндәйҙер үҙгәреш көтә тип ҡыуанһа ла, бөгөндән ҡатын-ҡыҙҙың тормошо ҡәҙимге ағышына төштө. Йәнә шул көндәлек мәшәҡәттәр, күҙенә ҡарап торған балалары, аҡса килтергән эше... Бәлки, өҫтәп уҫал ҡәйнә, тынғыһыҙ күршеләр һәм ниндәйҙер сәбәп табып һүҙ менән кәмһеткән, хатта ҡул күтәргән ире.
Статистика мәғлүмәттәренә күҙ һалһаң, беҙҙең илдә ҡатын-ҡыҙҙың 80 проценты бер тапҡыр булһа ла ғаиләлә йәбер-золомға дусар ителгән. Шуларҙың яртыһы һүҙ менән кәмһетелгән, сирегенә йоҙроҡ көсөн татырға тура килгән. Ҡыйырһытылғандарҙың 12 проценты ярҙам һорап хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итһә, енәйәт эштәренең өс проценты ғына судҡа барып етә. “Российская газета” билдәләүенсә, көн һайын 36 мең тирәһе гүзәл зат туҡмала, йылына инде 12-14 меңе ҡорбан була, йәғни 40 минут һайын бер ҡатындың ғүмере ҡыйыла. Сағыштырыу өсөн: Афғанстанда ун йыл эсендә һуғышта 13 мең тирәһе совет һалдаты һәләк булғайны.
Ниңә бындай вәхшилеккә түҙәме ҡатын-ҡыҙ? Сөнки ҡурҡа, ояла, эше йә барыр ере юҡ. Хәйер, был оло мәсьәләне тикшереүҙе ошо урында туҡтатып торайыҡ. Хәҙер һүҙҙе ир-егеттәргә күсерәйек.
Йыш ҡына нескә заттан: “Ҡатын-ҡыҙ булыуы – шундай ауыр һәм ҡәҙерһеҙ хеҙмәт”, – тигәнде ишетергә тура килә. Ысынлап та, эшлә лә, йорт мәшәҡәттәре менән дә бул, бала ла тәрбиәлә, ирҙе лә хәстәрлә... Ҡыҙыҡ, ир-егет ауыҙынан бер ҡасан да ауыр яҙмышына зарланғанын ишетмәҫһең. Ә бит уларға күпкә ҡыйыныраҡ! Хатта ҡатын-ҡыҙға ҡарағанда ла. Уның әлеге лә баяғы ғаиләләге йәбер-золомға дусар ителеүе тураһында йәмғиәттә даими саң ҡағып, ғәйепле ир-егеттең тетмәһен тетәләр. Әммә ирҙең үҙенең ниндәй йәберләүҙәргә һынау үткәнен берәү ҙә иҫәпкә алмай. Күрәһең, көслө зат иламаҫҡа, саҡматаштай ныҡ булырға тейеш һәм вәссәләм!
Ир-ат булыуы еңелме, ауырмы? Ғаиләлә ул нисек йәшәй? Дөрөҫөн әйткәндә, бының хаҡта берәү ҙә уйланмай. Гүзәл зат күҙлегенән ҡарағанда, ул аҡса табырға ла, балаға иғтибар бүлергә лә, ҡатынын ихтирам итергә лә, бүләктәр биреп торорға ла, унан ауыр эш эшләтмәҫкә лә бурыслы. Кис ҡайтҡас, көнө буйына күңелеңде төшөргән күренештәрҙе тәфсирләп тасуирлағаныңа, ҡайһы бер ваҡ-төйәкте ҡабартып һүрәтләгәнеңә, кейергә күлдәгең дә юҡлыҡҡа зарланыуыңа һәм башҡа дәғүә-талаптарға ла түҙергә тейеш әле ул. Саҡ ҡына иғтибарын кәметтеме, һин мине яратмайһың... хыянат итәһеңдер әле... һиңә кейәүгә сығып сәскәләй ғүмеремде әрәм иттем... Хатта 23 февралгә бүләккә ойоҡ алһа ла, 8 Мартҡа уға алтын-көмөш бирергә тейеш. Ҡыҫҡаһы, ир кеше тейеш... тейеш... тейеш!
Ә саҡ ҡына хоҡуғын даулаһа, мәҫәлән, кейеме йыуып үтекләнелмәгән, ваҡытында ашарға өлгөртөлмәгән йә тәмһеҙ бешерелгән, йоҡлап алырға мөмкинлек юҡ – оло ғауға сыға. Йәнәһе, һин бит ир, көслө зат. Уның да шул уҡ иғтибарға, наҙға, аңлауға мохтаж кеше икәнлеге онотола, артҡы планға күсә.
Һөҙөмтәлә ир йә абруй, дәрәжәһен һаҡлап алып ҡалам тип, ике арала аңлашмаусанлыҡ стенаһын күтәреп ҡуя, хатта ҡайһы берҙә эш айырылышыуға барып етә, йә меҫкен, бахыр хәленә ҡалып түҙеп, баҫылып йәшәй бирә. Ундайҙар, ғәҙәттә, ғаилә йылыһын ситтә, араҡы шешәһендә таба, тормош баҫҡысынан түбән тәгәрәй. Ошонда ирҙе ир иткән дә, хур иткән дә – ҡатын тигән әйтем­дең дөрөҫлөгө ярылып ята ла инде.
Элек тормош ауыр булған, әммә ир-атҡа еңелерәк ине. Сөнки ул ғаиләһендә баш, һүҙе закон булған, ҡатынын һәм балаларын тулыһынса тәьмин иткән. Тимәк, абруйы ла лайыҡлы баһаланған. Бөгөн иһә ҡатын бөтәһен дә үҙе башҡарыу мөмкинлегенә эйә: юғары вазифалар биләп, яҡшы хеҙмәт хаҡы ала, атайһыҙ ҙа бала табып үҫтерә, йорт-хужалыҡ эштәренә оҫта яллай. Шулай булғас, эргәңдә ир нимәгә? Шул ихтыяж кәмегәнде белгән кеүек, ирҙәр һаны ла йылдан-йыл аҙая бара. Кәрәге бөткән нәмә берәй ҡасан юҡҡа сыға бит һуң. Әле илдә ирҙәр ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарағанда 10 миллионға кәмерәк.
Үҙ-үҙен һаҡлау маҡсатынанмы, хәҙер уларҙың күбеһе өйләнеүҙе лә хуп күрмәй. Борондан һалынған аңы азатлыҡ, ирек талап итә шул. Ғаилә ҡормағас, нәҫел дауам итмәй, милләт үлә, ил юҡҡа сыға... Ярай әле 8 Март байрамы бар уларҙың. Эйе-эйе, уларҙың. Тап ошо көндә көслө зат үҙен кәрәк итеп, ир итеп тоя. Ә тормош ике енестең бер-береһенән башҡа дауам итмәй Ерҙә...





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 647

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 434

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 332

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521