Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Шундай бөтмөр танышым бар...
Шундай бөтмөр танышым бар...Мораҡ һылыуы Зилә Исхаҡованы бала сағынан беләм – быға тиклем уның мөмкинлектәрендә бер тапҡыр ҙа шикләнгәнем булманы.
Буйға әллә ни ҙур булмаған, көләкәс, ихлас ҡыҙҙа тормошто яратыу тойғоһо, донъяны танып белеү теләге шундай ҙур – һәр ҡайҙа өлгөрөргә, ҡыҙыҡһыныуын ҡандырырға тырыша ул. Тап ана шул үҙенсәлеге бынан бер нисә йыл элек Күгәрсен районындағы тыуған ауылында белем алып йөрөгән Зиләне Ҡ. Дәүләткилдеев исемендәге республика һынлы сәнғәт гимназияһына алып килгән. Уҡыу йортон яҡшы билдәләргә генә тамамлаған ҡыҙҙың артабан ҡайҙа барырға тигән тынғыһыҙ осоронда аралашырға тура килгәйне – Зилә, бар шик-шөбһәһен ситкә ҡуйып, Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһының туризм һәм коммуникациялар факультетына документтарын тапшырҙы (инглиз телен яҡшы белгән ҡыҙҙың сит телдәрҙе төплөрәк өйрәнергә лә теләге бар ине). Заман бәләһенә әүерелгән "танышлыҡ-ҡоҙалыҡ" тигән төшөнсәләр менән мәшәҡәтләнеп торманы: үҙ көсө-белеме менән студент булып китте. Әйткәндәй, уҡырға инеү кеүек ҡатмарлы осорҙа бәғзе йәштәштәрен ата-әсәләре етәкләп тигәндәй йөрөтһә, Зилә бар һынауҙарҙы бер үҙе йырып сыҡты, һорашты-белеште, кәрәк урында ныҡышмаллыҡ күрһәтте һәм... ниәтенә өлгәште.
Уңған ҡыҙҙың ҡолас ташлап яңы белем үрҙәрен яулаясағына ла инандыҡ – Зилә, ысынлап та, юғары уҡыу йортонда алдынғылар рәтенән төшмәй, ижтимағи тормошта ла әүҙем ҡатнаша. Әммә һүҙ был хаҡта түгел. Башта уҡ ошо ҡыҙҙың иҫ киткес тормошсанлығы хаҡында әйтеп үткәйнек – бының нимәлә сағылғанын бәйән итәйек.
Беренсе курстың башында уҡ Зилә эшкә урынлашырға булды – студент кешенән аҡса бер ваҡытта ла артмай. "Мин ауылда үҫкән кеше, эштән ҡурҡмайым", – тип, ул билдәле сауҙа селтәрҙәренең береһендә йыйыштырыусы булып хеҙмәт юлын башланы. Уңайлы: иртән лекцияларға йүгерә, кисен – магазинға. Шуныһын да әйтергә кәрәк: ҡыҙҙы бала-саға тип тормағандар, рәсми хеҙмәт кенәгәһе асҡандар, эш хаҡын тейешле ваҡытында банк картаһына күсереп барғандар. "Иң ҙур ҡыуанысым – тәүге эш хаҡынан әсәйемә ҙур бүләк алдым. Нисек ҡыуанғанын күрһәгеҙ! Тәүге сессия яҡынлашҡас, хәүеф солғап алды – эш тип уҡыуға зыян килтереп ҡуйһам? Ҡыҫҡаһы, шөғөлдән баш тартырға тура килде, әммә ҡул ҡаушырып ултырырға ла йыйынманым", – ти Зилә. Бер ваҡыт факультет кафедраһы стажировкалау буйынса конференция ойоштора, унда студенттарҙы сит илгә эшкә ебәреү менән шөғөлләнгән компания белгестәре лә була. Улар Германия хаҡында бик мауыҡтырғыс итеп һөйләй, йәштәрҙе сит тарафта тәжрибә туплап, аҡса эшләп ҡайтырға өндәй. Зиләнең күңеле елкенеп ҡуя – ә ниңә тәүәккәлләмәҫкә? Ике әхирәте менән ул теге ойошмаға бара. Көтмәгәндә уларға бөтөнләй икенсе тәҡдим яһайҙар: ҡыҙҙарҙың, бәлки, йәй айҙарында Финляндияға эшкә барырға теләге барҙыр? Фермер хужалыҡтарында баҡса еләге, ҡара көртмәле йыйырға тура киләсәк. Аҡса ла эшләйәсәктәр, ер-һыу күреп тә ҡайтасаҡтар... Сығымдарҙы барлағандан һуң ҡыҙҙар тәүәккәлләргә ҡарар итә, уларға тағы бер Өфө ҡыҙы ҡушыла...
Ҡыҫҡаһы, үткән йәйҙе Зилә фин ерендә үткәрҙе. Уның һөйләгәндәренән: "Санкт-Петербургка поезд менән барып еткәндән һуң, артабан беҙҙе автобуста алып киттеләр. 7-8 сәғәттән – Хельсинкиға, унан һуң тейешле ауылға килеп төштөк. Хәйер, Финляндияла ауыл төшөнсәһе юҡ, фермерҙар шәхси хужалыҡтарында утар булып айырым йәшәй. Ерҙең һәр квадрат метрының хужаһы бар, улар тулыһынса файҙаланыла. Сәсеүлектәр күп, бәғзеләр еләк үҫтерә, кемдер – йәшелсә, борсаҡ... Һыу ятҡылыҡтары, урмандар ҙа – шәхси ҡулда. Мүк еләген, мәҫәлән, беҙ ялланған фермерҙың биләмәһенән генә йыйҙыҡ. Мал-тыуарҙың ялан гиҙеп йөрөгәнен бөтөнләй күрмәнек. Ағас араһында һыйыр мөңрәшкән тауыштар ишетелһә лә, мал көткәндәрен дә шәйләмәнек. Ҡыҙыҡһынғас, аңлаттылар: баҡһаң, уларҙы махсус кәртәләнгән биләмәлә "электр көтөүселәре" көтә икән. Йәғни, һыйыр билдәләнгән сикте сығам тиһә, махсус ҡорамал тауыш бирә һәм мал, ҡурҡып, кире сигенә. Фермер хужалыҡтары араһында кәртә-маҙар юҡ, иллә-мәгәр һәр кем үҙ милкенең сиген яҡшы белә. Тәбиғәт Башҡортостандың ҡарағай-шыршы урмандары үҫкән яғына оҡшаш, шундай уҡ еләк-емеш үҫә. Шуныһы ғәжәп тойолдо – болоттар бик түбән йөҙә. Урманда ла, асыҡ ерҙә лә кеше дәүмәлеләй ҙур-ҙур таштарҙың йыш осрауына аптыраныҡ – боронғо замандан, донъя боҙ менән ҡапланған осорҙан ҡалған иҫтәлек, тинеләр. Утарҙар араһында, ғөмүмән, ил буйынса, иҫ киткес тигеҙ, киң юлдар һалынған, ундай юлдарҙы, валлаһи, тыуған яғымда күргәнем юҡ. Шулай уҡ, һәр ерҙә спорт майҙансыҡтары, стадиондар осраттыҡ – шөғөлләнеү өсөн бөтә мөмкинлектәр бар. Финдар – бик тыныс халыҡ. Тел белмәгәс, бик ҡыйын булыр, тип хәүефләнеүем бушҡа булды. Баҡһаң, Финляндияла сит телдәрҙе өйрәнеүгә ҙур иғтибар бирелә икән. Был система хатта донъяла иң һөҙөмтәле тип табылған. Атап әйткәндә, балалар III — IV кластарҙа туған фин теленә өҫтәп инглиз телен өйрәнә башлай, VII кластан швед теле инә (был – Финляндияның икенсе рәсми теле), юғары кластарҙа иһә теләк буйынса француз йәки немец телен өйрәтәләр.
Беҙҙе ыҡсым ғына йорттарға урынлаштырҙылар. Арабыҙҙа яҡташтарыбыҙ, шулай уҡ Украина граждандары күп булып сыҡты. Һуңғылары Финляндияла дүрт-биш йыл рәттән эшләй имеш, таныш-тоноштарын, яҡындарын да йәлеп иткәндәр. Эш хаҡынан һәм тормоштан бик ҡәнәғәттәр. Баҡса еләге йыйырға баҫыуға иртәнге 7-нән сығабыҙ, өс килограмм еләк һыйышлы кәрзин тотторалар. Бер тулы кәрзин өсөн 2 евро түләнә (беҙҙеңсә 80 һум самаһы). Көнөнә 20 — 30 кәрзин тултырырға мөмкин. Аҙнаһына бер ял көнөн иҫәпкә алғанда, ай эсендә байтаҡ аҡса эшләйбеҙ һымаҡ, әммә торлаҡ һәм туҡланыу өсөн түләү үҙебеҙҙән икәнлеген, ҡайһы саҡта еләк бешеп өлгөрмәгәнлеген иҫәпкә алғанда, сумма күпкә түбәнәйә, әлбиттә. Әммә һис үкенерлек түгел – донъя күреп, ял итеп, үҙемә етерлек аҡса эшләп ҡайтыуымды ҙур уңыш тип иҫәпләйем".
Ике ай эшләгәндән һуң ҡыҙҙар Европа буйлап аҙна самаһылай сәйәхәт итеп ҡайтырға ниәтләгән. Финляндияның Турку ҡалаһынан Балтика диңгеҙе буйлап паромда Швецияға йүнәлгәндәр. Баҡһаң, Шенген визаһы булһа, Европаны урап сығыу бер ни түгел икән! Юл хаҡы сағыштырмаса арзан, бер илдә сәйәхәт ҡылыу өсөн билеттарҙы икенсеһендә үк алып ҡуйырға мөмкин, йөрөү бик уңайлы.
Зиләне Швецияның баш ҡалаһы Стокгольм хайран ҡалдырған. Таҙалыҡ, зауыҡ, тәртип – донъяның иң ҡиммәтле ҡалаларының береһе тип танылған Стокгольмды ошо өс һүҙ менән һүрәтләргә була. Ҡыҙҙар, ҡуртымға велосипед алып, ҡала ҡыҙырған, Нобель премияһын тапшырған урында булған, һанһыҙ утрауҙарҙы барлаған (ҡала утрауҙарҙа урынлашҡан һәм йөҙҙәрсә күпер менән тоташҡан). Әйткәндәй, велосипед – бында төп транспорт төрҙәренең береһе, һәр кварталда тиерлек электрон һаҡ ҡуйылған туҡталҡалар бар икән. Сәйәхәтселәр артабан да паромда Латвияның баш ҡалаһы Ригаға, аҙаҡ – Мәскәүгә, унан Өфөгә ҡайтҡан. Зиләнең мауыҡтырғыс йәйен йөҙҙәрсә сағыу фото, уларҙан бәхетле йылмайған ҡыҙҙар иҫкә төшөрөп тора...
Икенсе курста уҡыған Зилә әле лә тик ултырмай – баш ҡала кафеларының береһендә официант булып эшләй. Был эшкә бәйле төрлө кире стереотиптар йәшәп килһә лә, Зилә быларҙың барыһына ла йылмайып ҡарай. "Һәр эште еренә еткереп башҡарырға кәрәк. Кешеләрҙе хеҙмәтләндерә белеү (әйткәндәй, һайлаған һөнәрем дә ошоға бәйле), итәғәтле итеп аралашыу өсөн – оҫталыҡ, бер нисә сәғәт аяҡ өҫтө эшләү өсөн түҙемлек, сабырлыҡ кәрәк, – ти ул. – Хәләл көсөм менән тапҡан аҡса миңә үҙаллылыҡ өҫтәй, хеҙмәти тәжрибәм төрлө яҡлы шәхес булараҡ үҫешеүгә лә булышлыҡ итә".
Бына шундай уңған, аҡыллы, бөтмөр танышым бар минең. 20 йәшен саҡ тултырған ҡыҙҙы олораҡтарға ла өлгө итеп ҡуйырлыҡ!
– Киләһе йәйҙе, бәлки, ауылда, яҡындарың эргәһендә ял итеп үткәрерһең? – тигән кинәйәле һорауыма Зилә:
– Ю-уҡ! Ваҡытты бушҡа сарыф итергә ярамай. Факультетта тәүге практиканы сит илдә үтергә тәҡдим итәләр... Бәлки, диңгеҙ буйы курорттарының береһенә гид булып эшкә барырмын, – тип яуап ҡайтарҙы.
Ҡыҙыҡһыныусан, тырыш кешеләрҙең ҡараштары даирәһе киң, маҡсаттары юғары була. Зиләне шундайҙар иҫәбенә индерәм.
Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 096

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 894

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 436

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 514

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 338

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523