Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Кәрзин эсендәге һары себеш
Кәрзин эсендәге  һары себеш Төнө буйы һаташып сыҡты Сайра әбей. Йоҡоға китеүе була, оло кәрзин аҫтында ҡалған себеш ҡысҡырып, йүгергеләп, иреккә сығырға ынтыла. Ул уны сығарырға тырышып, кәрзинде күтәрергә ынтылыуы була, уянып китә. Тағы ла йоҡоға талғандай була. Күҙ алдында — шул уҡ төш. Себеш сипелдәп-сипелдәп кәрзин тирәләй йүгерә…

Башҡаса йоҡлай алмаясағын аңлап, Сайра әбей тороп ултырҙы. Иртәнге намаҙға ҡәҙәр байтаҡ ваҡыт бар икән әле. Уйҙары тағы ла төшөнә әйләнеп ҡайтты. Юрарға керешеп китте лә хайран ҡалды. Һуң, Сафуаны бит был! Сыға алмай маташҡан себеш — Сафуаны. Йә, Хоҙай! Тереләй генә күмелгән бала­ҡайым, тип Сайра әбей ашығып кейенә һалды. Йыуынып алғас, иртәнге намаҙын уҡыны ла өйҙәгеләрҙең уяныуын көттө. Уйҙары бынан бер аҙна элек кенә булған хәлдәрҙе барланы…
Көн шундай йонсоу ине. Быҫҡаҡлап яуған ямғыр бөтә тәбиғәтте күпшендереп, аяҡ аҫтын боламыҡҡа әйләндереп бөттө. Кирза итектәре менән батҡаҡҡа бата-бата Сафуан эшкә ашыҡты. Тау башындараҡ, бейеклектә урынлашҡан машина-трактор паркында әлегә кеше күренмәй. Иртәрәк шул әле. Көн дә йонсоу булғас, механиза­торҙар бик ашығып бармай. Бындай ямғырлы көндә эштәр туҡталып тора колхозда.
Сафуан тракторы янына килеп, ремонт кәрәк-яраҡтарын ҡараштырҙы ла, тимерсыбыҡ эҙләп, электр бағанаһы төбөнә өйөлгән сымдар өйөмөнә йүнәлде.
Бағана буйлап өҫтән аҡҡан һыуҙың тап ошо өйөмгә йүнә­леүен күҙәтә-күҙәтә, ир өҫкә сығып торған тимерсыбыҡҡа үрелде. Барып тотоноуы булды, бөтә тәнен ҡалтыратып, яндырып көслө электр тогы уны ергә ырғытты.
Сафуан, нимә булғанын да аңлап өлгөрмәйенсә, һуштан яҙҙы. Ашығып эшкә килгән Гәрәй ағай уның нисектер сәйер итеп ергә ауыуын, ҡалтыраныуын кү­реп ярҙамға ашыҡты. Кейем­дәренән эләктереп алып, ситкә ырғытты. Сафуан ҡулындағы тимерсыбыҡ, бағана төбөндә һерәйеп ҡалды.
Тиҙ арала йыйылып киткән механизаторҙар хәлде тиҙ аңла­ны. “Ток һуҡҡан Сафуанды”. Бағана төбөндәге тимер-томор өйөмөндә электр тогы йөрөүен тиҙ асыҡланылар. Әлегә бинаға алып керергә ярамай, ток зарядтары китеп бөткәнсе ерҙә ятып торһон, бәлки, иҫәндер, тигән өмөт менән фельдшерға йүгер­ҙеләр. Туғандарына хәбәр итте­ләр.
Тиҙ арала халыҡ йыйылып китте. Ауылда мәңге булмаған хәл, оло фажиғә ине был. Беренселәрҙән булып Сайра әбей килеп етте. Улы алдына теҙләнеп, уҡынып та алды. “Сафуан, балаҡайым, тор, нишләп ятаһың ерҙә”, — тип һамаҡлай-һамаҡлай күҙ йәштәренә төйөлдө.
Юҡ, торманы Сафуаны. Кү­рәһең, бик көслө булғандыр электр тогы. Уның кәүҙәһен полуторка әрйәһенә һалып, машинаны тракторға тағып, район үҙәгенә алып киттеләр. Улы янына менеп ултырған Сайра әбей, балаһынан күҙен алмайынса, юл буйына уҡынып барҙы. Ҡулдарын улының ҡулынан алманы.
Машина таҡҡан трактор ҡал­тырана-ҡалтырана ғына барып етте районға. Дежур врач ҡарағас та, Сафуандың үлеүен раҫлап, уны ярырға алып барырға бо­йорҙо, үҙе дауаханаға инеп юғалды.
Сайра әбей ышанманы улы­ның үлеменә. Носилка тотоп килгән санитарҙарҙы кире борҙо.
— Юҡ, ул үлмәгән. Ул тере. Оҙаҡламай уянасаҡ. Юҡ, юҡ, ярҙырмайым улымды! — тип, Сафуанын кәүҙәһе менән ҡаплап, янына береһен дә ебәрмәне.
Аптырашта ҡалған санитарҙар, уларҙың артынан килгән врач та әбейҙе күндерә алманы. Юлаусылар кире ҡайтырға сыҡты.
Трактор, тағылған машинаны һөйрәй-һөйрәй, батҡаҡ йырып көс-хәл менән алға бара. Әрйәлә килгән кешеләр, һәр береһе үҙ уйҙарына сумып, Сафуандың терелеүенә өмөтләнеп, бәүелә-бәүелә килә. Үҙ-ара һөйләшеү ҙә юҡ. Әйтерһең дә, бөтә донъяны тынлыҡ ҡаплаған да, кешеләрҙе һарып алып, өндәрен баҫҡан. Ҡот осҡос фажиғәнең шаһиты алдарында ятыуы, ҡыбырҙап та ҡарамауы өмөттәрен кәметә. Бөтә күҙҙәр Сафуандың кәүҙәһенә ҡарап мөғжизә көтә.
Тик мөғжизә булманы. Өйҙәренә алып ҡайтҡас та, бер-ике көн көтәйек, ундай хәлдәр булғанда, кешеләр мәрткә китеү­сән, тереләй күмеп ҡуймайыҡ, тип туҡтатыусылар булды. Сабыр итергә, көтөргә ҡарар иттеләр. Бигерәк тә Сайра әбей балаҡайы янынан китмәне.
Бөтә балалары араһынан ни өсөндөр айырыуса яратты ул Саф­уанын. Матур кейендерергә, тәмле ашатырға тырышты. Үҙе лә бигерәк алсаҡ, яғымлы булды. Инәкәйем, тип өҙөлөп торҙо. Улының ошолай өнһөҙ һуҙылып ятыуы әсәнең үҙәктәрен өҙә. Хәҙер үҙ йәнен бирер хәлгә еткән Сайра әбей улы янынан кит­мәйенсә уҡынды. Юҡ, доғалар ҙа ярҙам итә алманы шул. Бер аҙна үтеүгә, Сафуанды ерлә­неләр. Ҡәҙерлеләрҙән-ҡәҙерле улын юғалтҡан әсә толҡа тапмай, зыярат юлынан ҡайтманы. Сафуаны уянып киткәндер ҙә, ярҙам һорап, ҡысҡырып яталыр кеүек тойолдо әсәгә. Ҡәбере янында оҙаҡ баҫып тороп, улының тауыш биреүен көттө ул…
– Һәм бына бөгөнгө төш! Тиккә генә үренмәгәндер ул бахырҡай һары себеш. Өйөрөлөп-өйөрөлөп кәрзин эсендә йүгерә меҫкенең, үҙе йәлләткес итеп сипелдәп-сипелдәп ала. Тимәк, Сафуаны уянып киткән, терелгән, мәрт йоҡоһонан арынған.
Шундай һығымтаға килде Сайра әбей төшөн юрай-юрай. Ейәне Рифатты саҡыртып алып, уның иптәш малайын эйәртеп, көрәктәр менән зыяратҡа юлланды улар. Хатта төйөнсөккә төрөп, бала­ҡайының кейемдәрен дә алды Сайра әбей, кәфененән бушат­ҡас, кейендереп алып ҡайтырмын тип. Өмөтө, юҡ, юҡ, өмөтө түгел, ышанысы ҙур ине әсәнең. Ундай төш тиккә генә кермәне! Тиҙерәк, тиҙерәк барып ҡотҡарырға кәрәк Сафуанымды! Сайра әбей, малайҙарҙы ашыҡтырып, зыярат ҡапҡаһын асты.
Ҡәбер тиҙ арала яңынан со­ҡолдо, төбөнә лә килеп еттеләр. Ләхет терәп ҡуйылған ағас киҫәген, ала алмай ыҙаланғас, бысҡы килтереп, киҫтеләр. Сайра әбей, ҡәбер эсенә төшөп, ҡул­дарын балаһына һуҙҙы: “Сафуан, балаҡайым! Тор! Тор, бала­ҡайым! Һине алырға килдек бит, тор, зинһар”. Әсәнең үҙәк өҙгөс тауышы зыярат өҫтөндә оҙаҡ яңғырап торҙо.
Малайҙар өнһөҙ генә әбейҙе күҙәтте. Улы алдына тубыҡланып, ярһып илаған әсәне нисек йыуатырға белмәй, Сафуан ағаһының төйөнсөккә төрөлгән кейемдәрен ҡосаҡлап тотҡан Рифат өнһөҙ генә илай ине. Ул бит ышанып, ағаһын алып ҡайтабыҙ, тип килгәйне. Ҡәберҙе асҡанда ла бер ниндәй ҡурҡыу тойманы. Киреһенсә, ағаһын тиҙерәк ҡот­ҡарам, тип тырышҡайны бит. Өләсәһе хатта өйҙәгеләргә аш һалып, табын әҙерләп торорға ҡушып киткәйне. Ниңә Сафуан ағаһы ҡыбырҙамай ҙа, өндәшмәй ҙә?
Йәй башы булһа ла, ҡәберҙән һалҡынлыҡ, йән өшөткөс һал­ҡынлыҡ бәрә. Рифат өләсәһенән күҙен алмай. Күпме шулай баҫып торғандарҙыр иптәше менән, Сайра әбейҙең: “Һуңланыҡ буғай, балалар”, – тигән моңһоу, әрнеү­ле тауышы ғына уларҙы ысын­барлыҡҡа ҡайтарҙы. Көткән мөғжизә юҡ булып сыҡты.
Улар әйләнеп ҡайтҡанда, ҡапҡа төбөнә халыҡ йыйылып өлгөргәйне. Иңбаштарына көрәк­тәрен һалып килгән малайҙарҙы, балаҡайының кейемдәрен күкрәгенә ҡыҫып, әкрен генә атлап килгән Сайра әбейҙе күреп, өнһөҙ генә таралыштылар. Уның ҡыйыулығына аптырап, ауыл халҡы был хәлде оҙаҡ онота алманы. Тирә-яҡта булмаған хәл — әсә кеше үҙ белдеге менән, бер кем менән кәңәшләшмәй, рөхсәт, ярҙам һорамай барып, ҡәбер астырһын әле! Бик ҡыйыу, сая ҡатын ине шул Сайра инәй. Иң беренсе сиратта ул әсә, үҙ балаһын өҙөлөп яратҡан әсә ине. Балаһын ҡотҡарыу, терелтеү, кире ҡайтарыу, уның мәңгелеккә китеүенә ышанмау, оло өмөт этәрҙе әсәне был аҙымға. Тик төшө генә бушҡа булып сыҡты. Ә бит күпме өмөт, ышаныс, ҡыуаныс уятҡайны күңелендә кәрзин эсендәге һары себешкәй…







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 096

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 894

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 436

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 337

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523