Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һыу буйы ҡағыҙ тултырыуҙан сирле йүнәлеп китәме?
Һыу буйы ҡағыҙ тултырыуҙан сирле йүнәлеп китәме? Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге проблемаларҙы йыш ишетергә тура килә. Кемдер табиптарҙың иғтибарлы булмауына зарланһа, икенселәр уларға күренеү өсөн сиратта тороуҙы өнәп етмәй. Олораҡ бер апайҙың шылтыратып: “Йәште һорайҙар ҙа, пенсияла икәнде белһәләр, “Ашығыс ярҙам” машинаһы йә килә, йә бөтөнләй килмәй”, — тип зарланғаны әле лә хәтеремдә. Ауырыу хәлен һау белмәй, үҙ башына төшмәйсә, ти халыҡ мәҡәле. Бына ошо проблемаларҙы шәхсән үҙемә татырға тура килде әле.

Йыл башынан ни өсөндөр һаулыҡ­ҡа мандып булмай: бар кеше рәхәтләнеп Яңы йыл байрамдарында ял иткәндә, миңә юғары температура менән ятырға тура килде. Байрам осоро булғас, табиптарға ла мөрәжәғәт итмәнем, үҙемсә дауа­ланыр­ға тырыштым. Һаулығым ҡаҡшағанын нығыраҡ һиҙҙертә башлағас, ғинуар урталарында участка терапевына киттем.
Оло йәштәге ханым ни өсөндөр ризаһыҙ ғына, ниңә килдең, тигәндәй ҡаршы алды. Янына ултырыуым булды, күтәрелеп тә ҡарамай, карточкама нимәлер тултыра башланы. Мин үҙемсә, хәҙер тыңлап ҡарар, дауаланыу өсөн уколдар яҙып бирер, тип көтәм. Яҙып бөткәс, карточкамды эргәһендәге шәфҡәт туташына һоноп, миңә коридорҙа көтөргә ҡушты. Аптырап китеп: “Тыңлап ҡарамай­һығыҙмы?” тигән һорауыма: “Үҙем беләм, ышанмағас, ниңә табипҡа килдең?” — тип әрләп ташланы. Күп тә үтмәй, аптеканан һатып алыу өсөн дарыуҙар теҙмәһен ҡулыма тот­торҙолар. Шул уҡ ҡаттағы дарыухананан ике меңлек һатып алдым, әммә уларҙың файҙаһы булманы.
Икенсе тапҡыр ҙа һалҡын ҡаршыланы ул. Тағы ла карточкамды асып, нимәлер яҙырға тотонғас, тән температураһының даими юғары булыуын, бер нисек тә төшөрә алмауымды аңғартып, икенсе табипҡа күренергә теләк белдерҙем. Шунда ғына башын ҡалҡытты табибым, ҡайҙа эшләгәнемде күреп ҡалды һәм, әйтерһең дә, бер мәлдә уны ал­маш­тырҙылармы ни! Тыңланы, анализдар тапшырырға ҡушты, хатта рентген үтергә ебәрҙе. Асыҡлан­ыуынса, үпкәлә пневмония башлан­ған, дауаханаға яттым. Хәйер, был хәл онотолдо ла кеүек. Әммә тағы ла шул уҡ проблема менән ҡайтанан осраштым...
Тағы ла тамағым шешеп, юғары температура менән табипҡа күренер­гә тура килде. Бәхетемә күрә, участка терапевы башҡа белгес ине, был хәлгә хатта бер аҙ ҡыуанып та ҡуйҙым. Әммә хәл тағы ҡабатланды. Кабинетына кереү менән йәнә карточкаға һыу буйы яҙыу, сирлегә күтәрелеп ҡарау түгел, хатта уны яҡшылап тыңларға ла ваҡыттың бүленмәүе йәнә аптыратты. Был юлы табиптан рентген үтеү өсөн талон биреүен һораным, ә ул мине флюорографияға ебәрҙе. Үҙемдең хәлде бер аҙ һиҙгәнгә күрә, ныҡышһам да, теләгәнсә килеп сыҡманы.
Хәлдең яҡшырмауын аңлағас, икенсе табипҡа киттем. Ҡараны, рентгенға ебәрҙе, дауаханала ятырға урын тапты. Хатта Баймаҡ ҡалаһына компьютер томографияһына, аҙаҡ Өфөгә тикшеренеүҙәр үтергә, абруйлы бер профессорға йүнәлтте.
Быларҙы ни өсөн яҙам һуң? Ике төрлө табип, сирлегә ҡарата ике төрлө ҡараш. Тәүгеһенә — һинең һаулығың бер тин, икенсеһе кеше сәләмәтлегенә шул тиклем иғтибар­лы. Гиппократ антына тоғролар тап шундай булалыр, күрәһең. Һәр хәлдә мин табиптарға йөрөргә яратмайым, бигерәк тә дауахана күңелемдә ҡайғылы хәтирәләр һаҡлай: бынан бер нисә йыл элек ошонда иң яҡын кешеләремде юғалттым. Ағайымды, хатта райондан тип ҡабул итмәй, әллә күпме сәғәт интектерҙеләр. Бәлки, тап шул минуттар уның ғүмере өсөн һанаулы булғандыр ҙа.
Уйлап ҡараһаң, һәр беребеҙҙең эш хаҡынан һалым тотоп ҡалына, шул һумдар һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә лә бүленә. Табиптар эш хаҡы ла ала, йыл һайын әллә күпме йәштәр эшкә килә, тип яҙабыҙ, әммә үҙгәрештәр әкрен бара. Интернет аша алдан яҙылыу булһа ла, тәғәйен сәғәт күрһәтелгән талонды ҡулға тотһаң да, барыбер табип ишеге янында һыу буйы сират теҙелә. Ваҡытым етте, тиеү менән талаш-иреш башлана. Кемдер иртә килеп сират алған, икенсеһенә тик эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын тултырыу ғына кәрәк, өсөнсөһө — табиптың танышы.
Ҡыҙыҡ булдымы, әллә ҡыҙғаныс­мы, тәғәйен диагноз ҡуйылғас, участка терапевына ҡайтанан барып, ауырыуым хаҡында белгертеп киттем. Минән бындай аҙымды көтмәгән, күрәһең, аптырап ҡалды. Аптырарлыҡ та шул: нисек итеп унан үтеп, сит табипҡа күрен дә, етмәһә, был хаҡта килеп күҙенә ҡарап әйтеп кит. Әлбиттә, мин нимәлер иҫбат итеү өсөн түгел, ә сирлегә бер аҙ иғтибар бүлеү кәрәклеге хаҡында уйланһын, тип барҙым уға. Аҡыллыға ишара булырмы....
Әлбиттә, бөтә табиптарҙы ла бер ҡалыпҡа һалып булмай: араларында үҙ эшенең ысын фанаттары ла етерлек. Шулай уҡ ҡаланың “Ашығыс ярҙам” күрһәтеү бүлегенә ҙур рәхмәт. Ваҡыттың ниндәй мәле булыуына ҡарамаҫтан, нисәмә тапҡыр саҡыр­һам да, улар һәр саҡ тиҙ килеп етә, тейешле ярҙам күрһәтә.
“Ҡулайлаштырыу”, “ҡыҫҡартыу” тигән һүҙҙәргә күптән күнегеп бөттөк, буғай, табиптарҙың һыу буйы ҡағыҙ тултырып, ауырыуҙы йүнләп ҡабул итмәүенә лә яйлап өйрәнелер. Хәйер, уның өсөн түләүле медицина клиникалары ла күп, һаулығың ҡәҙерле булһа, юҡ аҡсаңды бар итеп, уларҙың ишеген дә шаҡырға тура килә. Әммә әлегә беҙ бушлай ярҙам алырға хоҡуҡлы түгелме һуң? Ни өсөн сирле табиптың эш хаҡы, премияһы юғары булһын өсөн уның һыу буйы ҡағыҙ тултырыуын көтөп ултырырға тейеш әле? Ҡасан улар ауырыуға иғтибарлы булып, уны ҡарау өсөн тейешле ваҡыт бүлер? Ни өсөн табиптың көнөнә күпме кешене ҡабул иткәненә отчет талап ителә, ә һауығып киткәндәренең иҫәбе алынмай? Ул саҡта, табиптың сирле кешегә ҡара­шы ҡырҡа үҙгәрер ине, ауырыуҙарға иғтибар ҙа бермә-бер артыр ине лә... Әлегә бер генә сара ҡала: ул да булһа, сирләмәҫкә, табиптарға күренмәҫкә. Ул сағында башың да ауыртмай, нервың да ҡаҡшамай. Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, гәзит уҡыусылар?








Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 095

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 435

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 336

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521