Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тарих ҡуҙҙарын ҡабыҙыусы
Тарих ҡуҙҙарын ҡабыҙыусы Мирас Хәмзә улы Иҙелбаев Баймаҡ районының Ишбирҙе ауылында донъяға килгән. Әҙәбиәтебеҙҙә ул прозаик-яҙыусы булараҡ танылыу алды, әҙәбиәт ғилеме һәм фольклор буйынса төплө белгес, филология фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт университеты профессоры, педагог. Мәктәптәр һәм юғары уҡыу йорттары өсөн тиҫтәләгән дәреслектәр, уҡыу-уҡытыу әсбаптары, ике йөҙҙән ашыу ғилми хеҙмәт авторы.


“Һынау”, “Юлдаштар”, “Юлай улы Салауат” (башҡорт һәм рус телдә­рендә), “Ҡыҙыл ҡарҙар”, “Иҙел йорт” исемле проза китаптары, “Тарихи дәүерҙәр һәм ауыҙ-тел әҙәбиәте”, “Башҡорт ауыҙ-тел әҙәбиәте”, “Боронғонан аманат”, “Башкирская литература ХVIII века и творчество Салавата Юлаева” тигән монографиялары донъя күрҙе. Алты томлыҡ “Башҡорт әҙәбиәте тарихы”н яҙыуҙа, “Салауат Юлаев” энциклопедияһын төҙөп нәшер итеүҙә ҡатнашты. СССР һәм Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙан­ған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре, Рәми Ғарипов исемендәге әҙәби премия лауреаты.
Күреүегеҙсә, Мирас Иҙелбаев – оҫта ҡәләмле прозаик-яҙыусы ла, әҙәбиәт ғилеме өлкәһендә ең һыҙғанып эшләгән, ҙур уңыштарға ирешкән фән эшмәкәре лә. Өфөләге 1-се мәктәп-интернатты (хәҙерге Рәми Ғарипов исемендәге башҡорт республика гимназияһы) тамам­лағас, әҙәбиәт донъяһына илткән тәүге һуҡмағында ул шиғырҙар яҙҙы. БДУ-ның “Шоңҡар” әҙәби ижад берекмәһендә беҙ бергә шөғөл­ләндек. 1964 йылда Салауат районына фольклор экспедицияһына барҙыҡ, йырлы Йүрүҙәндең текә ҡаялы ярындағы Салауат мәмер­йәһенә (“Яҡташ өйө”) икәүләп ингәнебеҙ әле лә онотолмай...
Уҙған быуаттың 60-сы йылдарында тороп ҡалған ауан студент саҡтың тәүге һуҡмағы батыр Салауаттың утлы эҙҙәренән үтеүҙән башланып китеүе үҙе генә лә бер символик мәғәнә һыйҙырғандай. Гүйә, беҙ шул мәмерйә ҡараң­ғыһынан тарихтың һүнмәй ятҡан ҡуҙҙарынан ҡабыҙып, яҙмыш шәмдәребеҙҙе алып сыҡҡанбыҙ! Тарих һәм заман, яҙмыш һәм уңмыш. Бер-береһенә бәйлеме улар, әллә осраҡлы тап килеүеме? Мәгәр Мирас Хәмзә улының фәндә лә, әҙәби ижадта ла тарихи теманы үҙәккә ҡуйыуы, ғөмүмән, тарихилыҡ принцибын нигеҙ итеп алыуы, минеңсә, һис тә осраҡлы хәл түгел.
Әҙип һәм ғалим Мирас Иҙел­баевтың З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә 2013 йылда баҫылып сыҡҡан “Иҙел йорт” романының “Үҫмер егет менән ат башы” исемле беренсе китабы уҡыусылар һәм әҙәби йәмәғәтселек тарафынан йылы ҡабул ителде. Автор был тарихи романға тотон­ғанса ҙур әҙерлек, эҙләнеүҙәргә бай ижад юлы үтте. Уның милли ба­тырыбыҙ һәм шағирға ҡағылышлы халыҡ ижады өлгөләрен оҙаҡ йылдар йыйып туплауы, өйрәнеүе нигеҙендә Салауат батыр тура­һында роман яҙыуы (1995 йыл) үҙ мәлендә ҙур ваҡиға булғайны.
Мирас Иҙелбаевтың тарихи шәхестәребеҙ менән ҡыҙыҡһыныуы уның артабанғы әҙәби ижадында асыҡ сағылды: В.И. Лениндың Ҡазан дәүләт университеты буйынса һабаҡташы һәм көрәштәше, Баймаҡ районының Хәсән ауылында тыуып үҫкән Мирсаяф Бейешев тураһында “Декабрь йондоҙҙары” әҫәрен, шул уҡ Ирәндек төбәгендәге Байым ауылынан сыҡҡан күренекле башҡорт зыялыһы – әҙип, ғалим, йәмәғәт эшмәкәре Мөхтәр Байымов хаҡында тарихи-документаль “Ҡы­ҙыл ҡарҙар” повесын яҙҙы.
Тарихи нигеҙҙәге был өс әҫәр яҙыусының ижад даръяһын тулыландырып ҡына ҡалманы, бәлки уға яңы көс-ҡеүәт өҫтәүсе, илһам-хис менән йәнен һуғарыусы хеҙмәтен дә үтәне.
“Иҙел йорт” романында ХV–XVI быуаттарҙа Башҡортостан биләмә­һендә Нуғай ханлығы иҙеүе аҫтында йәшәгән башҡорт ырыуҙары тормошо тасуирлана. Төп һүрәтләү урыны – мең башҡорттары билә­мәһе булған йәмле Дим буйҙары. Ырыу башлығы Баязит түрә өйҙә тик кенә ятмай, күрше-тирә менән аралаша, уларға бик иғтибарлы, донъя яңылыҡтары менән хәбәрҙар, ғилемле кеше, аҡылы һәм тормош тәжрибәһе тап килгән оҫта етәксе, ил ағаһы. Уға бәйле хәл-ваҡиғалар төрлө урында бара: үҫәргәндәр биләмәһе Эйек, Һүрәм, Һаҡмар буйҙарында ла, түңгәүер ерҙәрендә лә.
Айҙа Болон тигән аулаҡ урында уҙғарылған оло йыйынды һүрәтләүе – авторҙың ҙур уңышы. Ә йыйында ҡатнашыусыларҙың Айҙа Болонға килеү­ҙәренең сәбәбе ғәйәт яуаплы миссиянан ғибәрәт: башҡорт ырыу­ҙарын берләштереү, ил башлығын һайлау һәм баш ҡалаһын билдәләү. Бик мөһим ижтимағи-сәйәси мәсьә­ләләрҙе беренсе булып Баязиттың күтәреүе ышандырғыс алымдар, төрлө хәл-ваҡиғалар, художестволы дөйөмләштереүҙәр аша бирелә. Билдәле, Нуғай ханлығы иҙеүенә айырым-айырым ҡаршы тороу еңел түгел. Һәм Баязит бейҙең күрше ырыуҙар менән мөнәсә­бәттәрҙе көйләргә тырышыуы, әйтергә кәрәк, күҙ асҡыһыҙ буранда юлһыҙ алға барыу менән бер. Был осор ха­ҡында тарихи мәғлүмәттәр (шәжә­рәләр, йылъяҙмалар һәм башҡалар) аҙ, булғандарында ла факттар бик һаран. Ошо ҡараңғы, болғансыҡ осорҙағы тарҡау башҡорт ырыу­ҙарының хәлен, тормош-көнкүрешен һүрәтләп, Баязит түрә һәм уның улы Ҡобағоштоң фиҙакәрлеге аша берҙәмлеккә, ойошоп йәшәргә ынтылыуҙарын тормошсан картина­ларҙа кәүҙәләндереп, яҙыусы ҙур эш башҡарған.
Атаһы Баязит бей күп көс түгеп, яфа-йәберҙәр кисереп тә тормошҡа ашыра алмағанды – ырыуҙарҙы берләштереү идеяһын – аҙаҡ Ҡобағош сәсән үҙе атҡара. Был хаҡта беҙ романдың икенсе китабынан беләбеҙ. Был тәңгәлдә автор, үҙе шул дәүерҙәрҙең ауыҙ-тел әҙәбиәтен өйрәнгән ғалим булараҡ, бына нимә ти: “Аҡмырҙа сәсән менән Ҡобағоштоң әйтеше, ғәмәлдә, илдә килеп тыуған хәлде, ил зарын, сәсән вазифаһын, яугир егет бурысын, “мин-минлекле” хан һәм уның көйөнә бейергә әҙер торған бейҙең кемлеген халыҡҡа бергәләп, бер-береһен өҫтәп, тулыландырып асып биреүгә ҡоролған. Йыйында сығыш яһаған ике сәсән – ике “актер” – үҙ рол­дәрен ифрат уңышлы башҡара, уларҙы тыңлаған һәр төркөм сәсәндәр һүҙен үҙенә кәрәгенсә ҡабул итә. Аҡмырҙаның төп фекере ғәйәт оҫта йәшеренгән, эргәһендә торған Бикбау бей һәм уның яҡлылар Үҫәргән сәсәнен үҙҙәренсә (йәбешкәктәгесә) аңларға мөмкиндәр. “Театрҙағы” “роль” буйынса тап шулай кәрәк тә. Иң мөһиме – халыҡ дөрөҫ аңлаһын. Ә уның өсөн борсолаһы юҡ, сөнки Аҡмырҙа Ҡобағоштоң дөрөҫ яуабына иҫәп тота. Яуап һәммәһенә, шул иҫәптән үҫәргәндәргә һәм Бикбау бейгә лә, тәғәйенләнгән. Аҡмырҙа менән Ҡобағоштоң әйтешенән һуң ырыуҙар араһында бығаса йәшәп килгән көсөргәнешлек һүрелеү яғына табан ыңғайлай. Бының иң тәүге билдәһе – Бикбау менән Ҡобағоштоң улдарының ҡулында­ғы хәнйәрҙәрҙең ҡындарға тығы­лыуы. Аҙаҡ Ҡобағош, Бикбау бейгә яҡын килеп, артабан да яманлығын ҡалдырмаһа, “хандан күңелен уймаһа”, көрәштең дауам итә­сәген киҫәтә:
Толпарға менгән улдарым
Атанан күргән юлдарын
Ташлап ситкә тайшанмаҫ,
Һыныңа ҡарап аңшаймаҫ,
Сергеһенән ҡан кисмәй,
Арыҫландай айҡап ҡан эсмәй,
Аттан эйәр алмаҫтар, ау,
Ҡынға ҡылыс һалмаҫтар.
Башҡорт ырыуҙарын бер-бере­һенә ҡаршы ҡотортоусы көс – хан (уның йөҙөндә – Ҡараҡо­ломбәт) икәнлеге артабанғы ваҡиғаларҙа тағы ла асығыраҡ күренә. Халыҡ Ҡобағош яғына “ыҡлағас”, Ҡараҡо­ломбәт “түҙмәгән, ҡасҡан”. Шунан һуң, Бикбау “Ҡобағошҡа буй бир­гән”, аҙаҡ бүтән бейҙәр менән бер­гә Аҡ батша янына һөйләшергә барған. Тимәк, ике сәсән әйтеше ил эсендәге алдағы ыңғай үҙгәреш­тәргә юл асып ебәргән түгелме?” (М. Иҙелбаев. Боронғонан аманат, 257-се бит).
Беҙҙең фекер ебе үҙенән-үҙе юбилярыбыҙҙың икенсе ижад һәлә­тенә – ғилми эшмәкәрлегенә килеп ялғанды.
Мирас Иҙелбаевтың төп ғилми хеҙмәттәре менән уҡыусыларыбыҙ таныш. Бер мәҡәләлә генә уларҙың барыһы хаҡында ла һөйләп бөтөү мөмкин булмаҫ. Шуға күрә лә мин бында ҡәләмдәшемдең фольклор һәм әҙәбиәт ғилеменә индергән үҙенсәлекле фекерҙәренең ҡайһы берҙәре тураһында ғына һүҙ йөрөтмәксемен.
Беренсенән. Халыҡ ижадында авторлыҡ мәсьәләһе. Ғәҙәттә, беҙ һүҙ сәнғәте өлгөләрен дөйөм халыҡ сығарған, ул – коллектив ижад емеше, тип уйларға һәм әйтергә күнек­кәнбеҙ. Асылда теге йәки был һүҙ ҡомартҡыһын тәү башлап кемдер берәү (сәсән кеше) әйткән йә башҡарған. Бына шул тәү башлап әйткән (башҡарған, яҙған) кеше ул ижад үрнәгенең авторы булып һаналырға хаҡлы һәм тейеш. Ошо эҙләнеүҙәрендә Мирас Иҙелбаев һүҙ сәнғәте әҫәрҙәренең дөйөм халыҡ ижады хазинаһы булып китерҙән алда ауыҙ-тел әҙәбиәте (әҫәре) булыуын билдәләй, фекерен күп дәлилдәр менән нығыта. “Башҡорт әҙәбиәте ғилемендә һәм фольклористикаһында объектив шарттар арҡаһында үҙ ваҡытында өйрәнелмәү сәбәпле ауыҙ-тел әҙәбиәте халыҡ ижады менән бутап йөрөтөлдө”, – тип яҙа ғалим “Боронғонан аманат” китабында.
М. Иҙелбаев рухи донъябыҙҙа ауыҙ-тел әҙәбиәтенең асылы, авторлыҡ мәсьәләләрен күтәреп, боронғо осорҙарҙағы баҡсылар, йырауҙар, сәсәндәр һәм абыздар төшөнсәләренә яңыса ҡараш ташлай, әҙәбиәт ғилемендә һәм башҡорт фольклористикаһында совет осоронан алып ҡанунлашҡан ҡалыптарға ҡаршы сыға.
Икенсенән. Ғалимдың был хеҙмә­тендә яҙма ҡомартҡыларҙың ауыҙ-тел әҙәбиәтенә мөнәсәбәте, йоғонтоһо хаҡында ла ҡыҙыҡлы күҙәтеүҙәре урын алған. Эпитафиялар (ҡәбер таштарындағы иҫтә­лекле яҙыуҙар), Орхон менән Енисей буйҙарындағы ташъяҙмалағы ҡомартҡылар (Көлтәгин бейгә ба­ғыш­ланған Ҙур һәм Бәләкәй ташъяҙмалар), “әҙәбиәт менән фольклор әҫәре араһында торған үҙенсәлекле яҙма ҡомартҡы” (Ф. Нә­ҙершина) “Һуңғы Һартай” дас­таны, шиғри формалағы шәжә­рәләр (Үҫәргән, Әйле һәм Ҡара Табын ырыуҙарының) һәм баш­ҡалар ентекле тикшерелеп, ғилми анализлана. Бай фактик материал­дарҙы туплап, үткән осорҙарҙағы фекер­ҙәргә тәнҡитле ҡараш менән өй­рәнеү – автор эҙләнеүҙәрендәге уңышлы алымдарҙың береһе.
“Боронғо төрки руна яҙмаһының сәскә атыуы VII–IX быуаттарға тап килә, – тип билдәләй М.Иҙелбаев, – ә Енисейҙа, Алтай­ҙа, Урта Азияның төньяҡ-көнсығы­шында ул Х–ХI быуаттарға тиклем һаҡлана. Орхон тексы шул ваҡыт эсендә, һис һүҙһеҙ, арта­банғы яҙма ҡомартҡыларға, фольк­лорға йоғонто яһап өлгөргәндер. Башҡорт ғалимдары – тарихсылар, телселәр, әҙәбиәт­селәр, фольклорсылар, атап әйткәндә, Р. Кузеев, Ж. Кейекбаев, М. Әхмә­тов, Ғ. Хөсәйенов, З. Шәри­пова, С. Галин һәм башҡалар – Орхон-Енисей яҙмаларының башҡорт­тарға мөнәсәбәте хаҡында төрлө аспекттан ҡарап һүҙ йөрөтә. Орхон ҡомартҡыһында башҡорт­тарҙың табын (татабы), түң­гәүер ырыуҙарының исеме, “Урал батыр” эпосындағы Һомай, Аҡбуҙат кеүек образ­дарҙың телгә алыныуы ғына ла был мөнәсә­бәттең яҡынлығына ишаралай”. (“Боронғонан аманат”, 134-се бит). Ошо фекерҙәргә бәйле бер уй килә: боронғо төрки руна яҙмаларының (хәрефтәренең) башҡорт ырыуҙа­рының тамғала­рына оҡшашлығы, тап килеүе улар араһында туранан-тура тарихи уртаҡлыҡ, бәйлә­неш, яҡынлыҡ (туғанлыҡ) барлығын һөйләмәйме ни?! Башҡорт ырыу тамғаларын өйрәнеүсе тарихсы Д. Соколов әле ХХ быуат башында уҡ беҙҙең ырыу тамғала­рының Орхон һәм Енисей ташъяҙыуҙа­рындағы билдәләргә (хәрефтәргә) оҡшаш булыуын хәбәр иткән бит. Тимәк, башҡорт халҡы (йә иһә ҡайһы бер ырыуҙары) борондан руна яҙма ҡомартҡылары менән таныш булған, тип уйларға ҡала.
Ә инде артабан фекер йөрөт­кәндә, мәғлүм булыуынса, ғәрәп графикаһындағы яҙма Башҡорт­останға Ислам дине менән бергә IX–X быуаттар араһында килеп инә. “Уның беҙҙә сағыштырмаса тиҙ һәм ҡаршылыҡһыҙ таралып китеүе урындағы халыҡтың бығаса яҙма менән эш итеүе, уның ҡәҙерен белеүе арҡаһында түгелме? Яҙыу таныған, яҙа белгән кешеләр, әлбиттә, башҡаларҙан бер башҡа айырылып торған, уларҙы халыҡ аҡыл эйәләреләй күреп хөрмәт иткән”, – тигән һығымтаға килә М. Иҙелбаев (шунда уҡ, 110-сы бит).
Эйе, уларҙы халыҡ, ысынлап та, аҡыл эйәләрендәй күреп хөрмәт тә иткәндер. Әммә ошо урында бөгөнгө аяныслы үкенестәребеҙҙең (“ауыҙ-тел һүҙ сәнғәте сығанаҡтарын йыйыуҙы, барлауҙы, өйрәнеүҙе беҙ күрше төрки халыҡтарынан күпкә һуңғараҡ ҡалып башланыҡ”) сәбәптәре нимәлә һуң? Ә бит ХХ быуаттың 20-се йылдарында уҡ башланған ярайһы ғына уңышлы аҙымдар бигерәк оҙаҡҡа – 70-се йылдарғаса ниңә туҡтап ҡалды? Был һуңлауҙың һәм башланған эштәрҙең туҡтап ҡалыуының шул дәүергә бәйле объектив һәм субъектив сәбәптәре бар: юғары даирәлә ултырыусы­ларҙың башҡорт халҡын үҙаллы милләт булараҡ танырға теләмәүҙәрендә.
Тап шул арҡала түгелме ни, ҡәләмдәш, һин телгә алған 1978 йылда Өфөлә төрки халыҡтарҙың әҙәбиәте тарихын системалы өйрәнеүгә арналған Бөтә Союз ғилми конференцияһында башҡорт ғалимдары тарафынан ауыҙ-тел әҙәбиәтенә ҡағылышлы бер генә докладтың да яһалмауы?! Ул осорға башҡорт ауыҙ-тел әҙәбиәте ҡомарт­ҡылары билдәле була тороп та (“Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу”, “Алдар менән Зөһрә”, “Күҫәк бей”, “Һуңғы Һартай”, шиғри шәжәрә­ләребеҙ һәм башҡалар), ойоштороу эштәренә яуаплы юғары етәкселек тарафынан уларға күҙ йомола, танылмай һәм махсус рәүештә инҡар ителә! Был хаҡта хәҙер иҫкә алыу нисек кенә аяныс булмаһын, әммә бөгөн быларҙы йәш быуын ғалимдарыбыҙ белергә тейеш.

* * *

Милли батырыбыҙ һәм сәсән шағир Салауат Юлай улының тормош юлын, сәсәнлек ижадын иң төплө өйрәнгән ғалим – ул Мирас Хәмзә улы Иҙелбаев. ХVIII быуат башҡорт әҙәбиәтенә Салауаттың электән билдәле булған шиғыр­ҙарын туплау менән генә сикләнмәй, архивтарҙан, ҡулъяҙма сығанаҡ­тарҙан, халыҡ араһынан милли батырыбыҙҙың фармандарын, өндәмәләрен, үҙ ҡулы менән яҙған хаттарын, эш ҡағыҙҙарын, яңы шиғырҙарын эҙләп табып, уларҙы өйрәнеп, ғилми ҡулланылышҡа индерҙе, ижады буйынса байтаҡ яңы китаптар әҙерләп нәшер итте. Шулай уҡ “Салауат Юлаев. Энциклопедия” тигән фундаменталь хеҙмәтте әҙерләүҙә һәм сығарыуҙа ла Мирас Хәмзә улы яҡындан ҡатнашты, күп көс түкте.
Шәкерттең һәләтенә ҡарап, остаздың кемлеген баһала тигән­дәй, бөгөн Мирас Хәмзә улының уңыштарына ҡыуанып, уның уҡытыусыларының да кемлеген билдәләп була түгелме? Уҡытыусы юл күрһәтеүсе булһа, уҡыусы – артабанғы юлды ярыусы һәм эште башҡарыусы ғына түгел, остазының хеҙмәтен яңы осорҙа яңы кимәлдә, яңы бейеклектә һәм яңы сифатта дауам итеүсе лә.
“Донъя халыҡтарындағы кеүек үк, башҡорт һүҙ сәнғәтендә лә борондан уҡ авторлыҡҡа дәғүә иткән ауыҙ-тел әҙәбиәтенең сағыу күренеше булғанлығын, әҙәбиәт тарихында уның лайыҡлы урын алырға тейешлеген уҙған быуаттың 70-се йылдарында беренсе булып Ғайса Хөсәйенов ҡуҙғатты”, – тип яҙа профессор М. Иҙелбаев. Тын­ғыһыҙ хеҙмәттә үткән ике тиҫтә йылдан аҙаҡ, тау ҡәҙәрле рухи хазина туплау, ҡаҙы­ныу, өйрәнеү, ойоштороу эштәре башҡарылғандың һөҙөмтәһе күрен­де – профессор Ғайса Хөсәйенов етәксе­легендә 1990–1996 йылдарҙа алты томлыҡ “Башҡорт әҙәбиәте та­рихы” донъя күрҙе. Академик Ғ. Хө­сәйеновтың мәктәбендә тәрбиә алған бер төркөм йәш ғалимдар – В. Әхмәҙиев, Р. Бикбаев, И. Бүләков, Ғ. Ҡунафин, М. Иҙелбаев, З. Шә­рипова, Ә. Вилданов, Б. Байымов, М. Нәҙерғоловтар – әҙәбиәт тари­хының I – II томдарына индерелгән башҡорт ауыҙ-тел һүҙ сәнғәтенә яңыса ҡараш һәм яңы баҫҡыстан тороп эҙләнеүҙәр методикаһын артабан да дауам итте.
Мирас Иҙелбаев үҙе лә инде аҡһаҡал йәшендә, әллә күпме аспиранттарға етәксе булды, йәш быуын ғалимдарын әҙәбиәт ғиле­менә, мәғрифәт серҙәренә, мәҙәниәт донъяһына әйҙәне. Һәм был юлда ул әле лә арыу-талыуһыҙ хеҙмәт итә, яңы идеялар, яңы асыштар менән ҡайнап йәшәй.
Алдағы йылдарҙа ла юлдарың оҙон, сәфәрҙәрең уңышлы, эҙләнеүҙәрең табышлы булһын, Мирас Хәмзә улы!

Ҡәҙим АРАЛБАЙ,
Башҡортостандың
халыҡ шағиры.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 330

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519