Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Атай берәү генә!
Атай берәү генә! …Мәктәптән ҡайтҡан Уралдың дәфтәрен асып ҡарағас, атаһы аптырап китә: бер биттә ҙур “а” хәрефе тора. Билдәле, уҡытыусыһы малайға ошо хәрефте күп итеп яҙырға ҡушҡан. Ә уҡыусы ҡушылғанды аңламаған. Хәйер, уның яуабынан барыһы ла асыҡлана:
– Атай берәү генә. Шуға мин ошо һүҙҙең тәүге хәрефе булған “а”-ны ла бер тапҡыр ғына яҙҙым, – ти ул. Ябай ғына яуапта ниндәй тәрән мәғәнә ята бит!

Урал – яҙыусы, журналист һәм педагог Салауат Кәримовтың күптән түгел донъя күргән “Тәүге дәрес” китабында урын алған бер хикәйәнең геройы. Әйткән­дәй, китаптың исеме лә нәҡ шул әҫәрҙән сығып нарыҡ­ланған. Уйландырырлыҡ ҡылығын Урал беренсе дә­рестә башҡара. Тәүге һа­баҡтан күп нәмә тора шул.
Балаларға арналған был китаптың ниндәй генә әҫә­ренә юлыҡма, һәммәһенә лә өлкәндәрҙе лә уйланды­рырлыҡ мәғәнә һалынған. Ҡурҡаҡты – тәүәккәллеккә, яман уйлыны изгелеккә өйрәтә баҫма. Оҙаҡ йылдар йәш быуынға белем биргән, әле республика педагог­та­рының эшендә айырыл­ғы­һыҙ ярҙамсы булған “Баш­ҡортостан уҡытыусыһы” журналына етәкселек иткән Салауат Ғайса улының ҙур тәжрибәһе сағыла унда.
Китаптың исем туйын да үҙенсәлекле итеп ойошторҙо автор. Ишембай ҡалаһының Ә. Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатында үткән осрашыу ҙур майҙан йыйҙы. Был уҡыу йорто республикала киң билдәле. Уҡыусыларының күбеһе – өлгәш алдынғы­лары, бихисап конкурс, олимпиада еңеүселәре. Бында эшләп килгән түңәрәктәр генә лә алты тиҫтәнән ашыу! Ана бит, балалар Салауат ағайҙары яҙған хикәйәләрҙе нисек тасуири итеп һөйләй, оҫта сәхнәләштерә!
– Салауат Кәримовтың әҫәрҙәрендә көслө педагогика, методика һәм халыҡсан тел сағыла, – тип билдәләне Башҡортостандың Мәғариф­ты үҫтереү институты профессоры Зәкиә Ғәбитова.
– Талант йәнәшәһендә һәр саҡ тырышлыҡ йөрөй. Салауат иһә был сифат­тарҙың икеһенә лә эйә, – тине яҙыусының ижадташ дуҫы Тимер Ниәтшин.
М. Аҡмулла исемендәге БДПУ доценты Зәки Әлибаев иһә Тимер ағайҙың фекерен әҙиптең тыуған төйәгенә бәйләне.
Әйтелгәндәргә өҫтәп, яҙыусының ижади һәләте яҡташтарына ла бәйле, тиергә ҡалалыр: бындағы кешеләрҙең һүҙгә маһир­лығы, сәсән теллелеге, һөйләш үҙенсәлектәре хайран итә. Салауат Ғайса улының тыуған ауылы Ғү­мәрҙән генә лә йәнә ике яҙыусы – Вафа Әхмәҙиев менән Рауил Ниғмәтуллин – сыҡҡан бит.
Атай һүҙе үҙе һымаҡ бер, әммә берәгәй була. Уның абруйы ла, яҡынлығы ла шунда. Салауат Кәримов был хәҡиҡәтте әҫәрҙәрендә даими дәлилләй бара. Тормошта ла шуны иҫбатлап йәшәй.
Кәримовтарҙың нәҫелен уҡытыусылар шәжәрәһе булараҡ ҡабул итеү кәрәктер. Мәғлүм булыуынса, Ғайса Көнәфиә улы ла тормошон мөғәллимлеккә бағышлаған. Бөгөн йыш ҡына дәресте ҡыҙыҡлы итеп үткәреү хаҡында бәхәс ҡорабыҙ, ғалимдарыбыҙ яңы методик алымдарҙы эҙләй... Ә Ғайса Көнәфиә улы был йүнәлеште үҙ заманында уҡ эшендә төп нигеҙ итеп ҡулланған. Дә­рестәрен мауыҡтырғыс илгә сәйәхәт кеүек ойошторған ул. Балалар күңелендә әҙә­биәтебеҙгә, телебеҙгә, тыу­ған төйәгебеҙгә ҙур һөйөү тәрбиәләгән. Аҡыллы кәңәш­тәре күпме балаға ҡанат ҡуйған!
Ғайса Көнәфиә улына 90 йәш тулған булыр ине. Үҙе йыраҡта булһа ла, халҡы күңелендә рухы мәңгелек. Балалары ғына түгел, бар­лыҡ уҡыусылары уны, ата­һылай күреп, ҡәҙерләп иҫкә ала. Район педагогтары араһында остаздың исе­мендәге премияны булдырыу үҙе үк ҙур мәғәнәгә эйә.
Сараның икенсе өлөшө нәҡ ошо шәхескә арналды. Исем туйлаған китапта уның өлөшө тос бит. Сараға йы­йылған халыҡ уҡытыусыны йылы итеп иҫкә алды. Уның рухына бағышланған рәсем конкурсының еңеүселәре тәбрикләнде, сәхнәгә премия лауреаттары ла күтәрелде. Кәримовтар ғына түгел, тамашаға килгән һәр кем ҙур тулҡынланыу, ғорурланыу кисерҙе. Иманым камил, һәммәбеҙҙең күҙ алдына үҙ атайыбыҙҙың йөҙө килеп баҫты был мәлдә. Ул берәү генә…
– Атай күрһәткән хаҡ юлдан барабыҙ, буғай, – тине Кәримовтар исеменән Салауат Ғайса улы. – Уҡы­тыусылыҡ нәҫеле дауам итә. Дәрестәребеҙҙә, баҫмалар аша йәш быуынды тәр­биәләйбеҙ. Ошонан да ҙур бәхет, хаҡлыҡ бармы?!







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 647

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 434

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 332

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521