Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Үҙебеҙҙең йырыбыҙҙы йырлап, тарих арбаһында барасаҡбыҙ!
Үҙебеҙҙең йырыбыҙҙы йырлап,  тарих арбаһында барасаҡбыҙ! Үткән шәмбелә Өфөнөң иң абруйлы һарайында – Конгресс-холда башҡорт халҡының донъяның төрлө төбәктәренән килгән вәкилдәре Оло ҡоролтайға йыйылды. Һуңғы егерме йыл эсендә дүртенсе тапҡыр үткәрелгән был сара алдағыларынан ни яғы менән айырыла? Маҡсаттар үҙгәрҙеме, әллә шул уҡмы? Ҡабул ителгән ҡарарҙарҙың үтәлешенә йоғонто яһау һәләте көсәйҙеме, әллә кәменеме?

Һорауҙар күп. Һәр хәлдә был йыйынға барғанда милләт яҙмышы тураһында уйланмай булдыра алмайһың. Уның бөгөнгөһөнә төрлө кеше төрлөсә баһа бирә, киләсәген дә һәр кем үҙенсә юрай. Ҡоролтайҙың эшмәкәрлеге тураһында ла ниндәй генә фекерҙәр ишетмәйһең: “Ҡоролтай эшләмәй, Башҡарма комитет ҡарарҙарҙың үтәлешен контролдә тотмай, һүҙ һөйләүҙән ары китмәй”, “Ул нимә эшләй алһын – һис ниндәй ресурстары юҡ, кемдәрҙе ултыртһаң да, шулай буласаҡ”, “Ҡоролтай – йәмәғәт ойошмаһы, уға дәүләт органы итеп ҡарарға ярамай, уның ҡарарҙарын үтәү – бөтә халыҡ эше, бына һин үҙең башҡорт халҡы өсөн нимә эшләнең?”
Үҙебеҙҙең йырыбыҙҙы йырлап,  тарих арбаһында барасаҡбыҙ!Сираттағы Ҡоролтайҙың элеккеләренән айырмаһы шунда уҡ күҙгә салынды. 1995 йылда уҙғарылғаны, хәтерләйһегеҙҙер, нигеҙҙә әллә нисә көн дауам иткән тамашаларҙан, ҡунаҡ һыйлауҙан торҙо, Өфөнән һуң делегаттар район һабантуйҙары буйлап таралышты. Ә IV съездың бер көнлөк программаһы эшлекле һөйләшеүгә генә ҡоролғайны. Йыйын барышында ла элекке кеүек тойғоларға артыҡ бирелеү булманы, нигеҙләнгән фекерҙәр һәм тәғәйен тәҡдимдәр өҫтөнлөк итте. Күпселек телмәрҙәрҙең башҡортса яңғырауы, ҡалғандарының да инеш өлөшө туған телдә әйтелеүе беҙҙең халыҡтың үҙ-үҙенә ихтирамы артыуын күрһәтеп тора. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың тәбрикләү телмәренең дә тәүге өлөшө башҡортса булды.
– Беҙҙең эшләйһе эштәр күп әле, – тине Рөстәм Зәки улы. – Төрлө яҡлап үҫергә кәрәк. Иң беренсе бурысыбыҙ – яңы эш урындары асыу, белем, медицина, фән өлкәһендә үҫештәргә өлгәшеү. Шулай уҡ ҡала һәм ауылдарҙа йәшәү сифатын бөтә яҡлап күтәрергә тырышырға кәрәк. Туған телде, мәҙәниәтте һаҡларға. Йәштәрҙе дөрөҫ өйрәтеү, республикабыҙ өсөн кәрәкле кешеләр итеп тәрбиәләү мөһим. Йәштәр дөрөҫ юлда булһын өсөн уңайлы шарттар булдырырға, ваҡыттарын һәм көстәрен кәрәкле эшкә йүнәлтергә тейешбеҙ.
Башҡарма комитет рәйесе Румил Аҙнабаевтың сығышы башлыса алдағы Ҡоролтай ҡабул иткән ҡарарҙарҙың үтәлешенә арналды.
– Башҡортостан – башҡорттарҙың тарихи Ватаны, ул ошо халыҡты милләт булараҡ туплаусы берҙән-бер урын, шуның өсөн дәүләт башҡорттарҙың социаль һәм мәҙәни үҫешенә бөтә яҡтан ярҙам итергә тейеш, – тине ул. – Башҡарма комитет күп сараларҙа ҡатнашты, байтаҡ мөһим ҡарарҙар ҡабул итте, ләкин ниндәй генә эшлекле документтар төҙөлмәһен, уларҙың үтәлеше район һәм ҡала ҡоролтайҙарының үҙ бурысына нисек ҡарауына бәйле. Беҙҙең таяныс – илем, халҡым, телем тип янып йөрөгән шәхестәр.
Үткәрелгән саралар аҙ түгелдер, моғайын. Ләкин иң ғәжәбе шул: беҙ уларҙы күрмәйбеҙ. Эшләнгән эште күрһәтә белмәүҙе хәҙерге донъя глобалистикаһы баҫымына ҡаршы торорға һәләтле заманса сифат тип булмай. “Башҡарма комитет нимә менән шөғөлләнә ул?” тип һораған милләттәштәр йыш осрай. Сәбәбе ябай – мәғлүмәт юҡ дәрәжәһендә. Әлеге оло йыйында ла киң мәғлүмәт саралары вәкилдәрен көтмәгәндәр, ахырыһы, тигән тәьҫир ҡалды. Ҡоролтайҙың эше халыҡҡа киң мәғлүмәт саралары аша барып етергә тейеш түгелме ни? Әлегә барып етә алмай: мәҫәлән, Румил Тәлғәт улының сығышы менән халыҡ ҡайҙа таныша ала? Ҡоролтайҙың интернеттағы рәсми сайтында ул беҙ ошо мәҡәләне баҫырға әҙерләгәндә, йәғни 23 ноябрь иртән, юҡ ине әле. Ҡоролтайҙан һуң ике көн уҙған... Ваҡиға онотолғас ҡуйыуҙан ни фәтүә? Беҙ быларҙы Ҡоролтайҙың эшен түбәнһетергә уйлап түгел, ә киләсәктәге сараларҙа иҫәпкә алыныр тигән өмөттән әйтәбеҙ.
Ҡоролтайҙың резолюцияһы нигеҙҙә раҫланды, йыйылған өҫтөмә тәҡдимдәрҙе лә индереп, тулы йөкмәткеһен 1 декабргә саҡлы әҙерләп бөтөргә ҡарар иттеләр. Ул Башҡарма комитетҡа йөкләмәләрҙән, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға, республика Хөкүмәтенә, муниципаль органдарға тәҡдимдәрҙән тора.
Йыйын аҙағында делегаттар Ҡоролтайҙың 60 кешенән торған Башҡарма комитеты составын раҫланы, ә ул үҙенең тәүге ултырышында рәйес итеп Башҡортостандың Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге директоры, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Әмир Ишемғоловты һайланы. Был оло йыйындың ҡарарҙары йылдамыраҡ һәм йоғонтолораҡ үтәлер тип ышанғы килә – ни тиһәң дә, заманы башҡараҡ, кешеләр хәҙер үҙ хоҡуҡтарын күпкә яҡшыраҡ белә, гражданлыҡ йәмғиәте лә үҫешә төштө. Ләкин шулай ҙа мәҡәләне Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры, филология фәндәре докторы, профессор Фирҙәүес Хисамитдинованың һүҙҙәре менән тамамлағы килә. Делегаттарҙың нигеҙҙә 50 – 70 йәшлек булыуын күҙ уңында тотоп, ул үҙ сығышында шулай тине:
– Закондар булыр ул, һәр төрлө программалар ҙа ҡабул ителер, ләкин барыбер төп эш үҙегеҙҙән тора – балаларығыҙҙы туған телгә өйрәтеү инде һуң икән, ейәндәрегеҙ өсөн был мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмағыҙ! Шул саҡта ғына телебеҙ, тимәк, милләтебеҙ ҙә һаҡланып ҡаласаҡ һәм үҫәсәк.



Зөлфирә ИТАЛМАСОВА, Сорғот башҡорттары ҡоролтайы вәкиле, эшҡыуар:
– Сығышым менән Сибайҙанмын. Үҙ аҡсама Сорғотта “Шатлыҡ” фольклор ансамблен ойошторҙом, костюмдар алыуға ғына ла 1 миллион 200 мең һум сығым китте. Башҡорт телен уҡытыу буйынса йәкшәмбе мәктәбе эшләп килә ине, мин уға ай һайын түләп торҙом, аҙнаһына ике тапҡыр уҡытыу ойошторолдо. Ләкин уҡытыусыбыҙ декрет ялына киткәс, бүтән кеше таба алмайбыҙ. Сорғотта башҡорттар күп, хатта бик күп тип тә әйтер инем. Ләкин шуныһы аңлашылмай: Сорғот ҡалаһынан ни өсөндөр бер делегат һайларға ла рөхсәт ителмәне, ниңә икәнен һорашып та белә алманым. Саҡырылған ҡунаҡтар иҫәбенә инеп, Ҡоролтай ултырышына саҡ эләгә алдым.

Руслан, Ҡытай ҡунағы:
– Ляньюньган ҡалаһының атом электр станцияһында тәржемәсе булып эшләйем. Башҡорттарҙан бер үҙем, шуға күрә миңә бында, Өфөлә, барыһы ла танһыҡ. Туған республикамда минең хеҙмәтемде баһалаған, мине ихтирам иткән коллектив булһа, кире ҡайтыр инем. Эш хаҡының күпме булыуы мөһим түгел, сөнки мин үҙемә етерлек аҡса эшләп тупланым, әле туғандарыма ярҙам итәм.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Айҙар
    Айҙар от 24.11.2015, 22:04
    Делегаттарҙың, нигеҙҙә, 50 - 70 йәшлектәр булыуы оло быуындың йәштәргә юл бирергә теләмәүенәндер, моғайын. Һәр Ҡоролтайҙа бер үк кешеләр ҡатнаша! Ҡоролтай эшенән халыҡ ҡәнәғәт түгел икән, тимәк, шул делегаттар эшләмәй, ә съезға барып, ҡунаҡ булып ҡына йөрөй. Ҡоролтайҙа төшөрөлгән фотоларға ҡарағыҙ: һәр Ҡоролтайҙа гел бер үк кешеләр! Улар алышынмай икән, эш стиле лә үҙгәрмәйәсәк.






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 095

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 435

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 336

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521