Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Интернет һәм әҙәби тел
Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Владимир Путиндың һуңғы осорҙа матбуғатта донъя күргән мәҡәләләренең бөтөн халыҡ иғтибары үҙәгендә булыуы аңлашыла, әлбиттә. Улар көнүҙәк мәсьәләләргә арналған булыуы менән бер рәттән үҙҙәренең илебеҙҙең үткәненә, бөгөнгөһөнә һәм киләсәгенә бәйле концептуаль характерҙағы проблемаларҙы күтәреүе менән дә тәрән ҡыҙыҡһыныу уята. Был йәһәттән, беҙҙеңсә, “Рәсәй: милли мәсьәлә” мәҡәләһе үтә фәһемле. Унда авторҙың фекер ағышы йыш ҡына милли тел, милли йола һәм милли мәҙәниәт мәсьәләләренә әйләнеп ҡайта. Бының нигеҙендә уның Рәсәйҙе күп милләтле ил итеп күҙаллауы ята. Шунан сығып автор уның үткәне, бөгөнгөһө һәм киләсәге хаҡында күп яҡлы һығымта яһай.
Беҙҙең өсөн ошо йәһәттән мәҡәләләге “Рәсәй күп милләтле дәүләт булараҡ барлыҡҡа килде һәм быуаттар һуҙымында шул сифатында үҫте” тигән юлдар айырыуса ҡиммәт. Автор ошо оҙайлы һәм оҙон дәүерҙә халыҡтар араһында төрлө кимәлдә — ғаилә, дуҫлыҡ, эш кимәлендә — бер өҙлөкһөҙ үҙ-ара аралашыу, бер-береңә өйрәнеү, ҡатнашып йәшәү процесы барҙы, тип раҫлауы менән, һис шикһеҙ, хаҡлы. Ә инде уның “Йөҙәрләгән этностар үҙ ерендә урыҫтар менән ҡатнашып йәшәй” тигән һүҙҙәре туранан-тура боронғо Башҡортостан тупрағына ла ҡағыла икәнлеге аңлашыла, әлбиттә. Башҡорт этносының да үҙ ерендә урыҫтар менән бергә йәшәү тарихы бишенсе йөҙ йыллығын ҡыуа. Ул бөгөн үҙенең Рәсәйҙең күп милләтле дәүләт булараҡ барлыҡҡа килеүенә нигеҙ һалыусыларҙың иң беренселәрҙән булыуы менән ғорурлана ала. Ошо юлда Рәсәйҙең федератив дәүләт булараҡ формалашыуына эске импульс биреүселәрҙең дә беренсеһе ул булды. Бөгөнгө Башҡортостан Республикаһы — башҡорт этносының үҙ ерендә урыҫтар менән быуаттар һуҙымында бергә йәшәү дәүерендә өлгәшкән ҡаҙаныштарҙың иң олоһо ул. Был тарихи факт башҡорт халҡы киләсәгенең Рәсәй киләсәгенән айырылғыһыҙ икәнлеген иҫбатланы. Ошо тормош тәжрибәһе унда үҙенең күп милләтле дәүләтенә ҡарата үҙ Ватанының гражданы итеп тойоу аңын көсәйтте, уның именлеге хаҡына һәр саҡ әҙер торорға өйрәтте.
Владимир Путиндың мәҡәләһендә Рәсәйҙең күп милләтле дәүләт булыуын таныу, һис шикһеҙ, киләсәктә лә уның шул юлда үҫеүенә ҙур һәм ныҡлы ышаныс уята. Был урында: “Беҙҙең илдә йәшәгән берәү ҙә үҙенең дине һәм этник сығышы хаҡында оноторға тейеш түгел”, — тигән һүҙҙәрен айырым күрһәтеп үтке килә. Ул быны милли сәйәсәт стратегияһының үҙәгендә торорға тейешле ҡараш тип иҫәпләй. Автор шуның менән бергә Рәсәйҙең күп конфессиялы һәм күп милләтле дәүләт булараҡ уны бер бөтөн итеүсе һәм нығытып тороусы мөһим бер ҡеүәтле рухи көс барлығын да иҫкә төшөрә. Ул — үҙеңде Рәсәйҙең гражданы итеп тотоу хисе һәм шуның менән ғорурланыу аң-зиһене.
Милли тел, милли йола һәм милли мәҙәниәт мәсьәләләренә мәҡәлә авторы нигеҙҙә тарихи күҙлектән яҡын килә. Бары уҡыусының уның тел төбөнә иғтибарлыраҡ булыуы, уны тәрәндәнерәк байҡауы кәрәк. Сөнки ул бөгөнгө Рәсәйҙәге күп теллелек фактын боронғо урыҫ дәүләтенең күп милләтле булыу фактын раҫлау аша бик отошло итеп килтереп ҡуя. Күп милләтле дәүләттә милли йолаларға һәм милли мәҙәниәткә мөнәсәбәттә лә шундай уҡ алымды ҡуллана, шуның менән бер үк ваҡытта ул дәүләт һәм мәҙәниәт төҙөлөшөндә уларҙың урынын билдәләй, тейешле баһа бирә. Авторҙың тарихи әҙәбиәттән килтергән, һәр кем үҙенсә доға ҡылһын, үҙенсә көн күрһен, (йәғни үҙ ғөрөф-ғәҙәтен, йолаһын тотһон) тигән цитатаны урынлы файҙаланыуы уның был мәсьәләгә ҡарашының асылын тағы ла аныҡлай төшә.
Рәсәй Хөкүмәте Рәйесенең күп милләтле илдең йәмғиәт үҫешенең хәҙергеһенә бәйле күҙәтеүҙәре лә бик фәһемле. Уның илдә бөтә милләттәргә лә хас булған цивилизациялы дөйөм беришлектең (идентичность) ил тормошондағы фактҡа әүерелеүе хаҡындағы концептуаль характерҙағы ҡарашы, һис шикһеҙ, яңы һүҙ итеп ҡабул итеүгә хаҡлы. Бында Рәсәйҙең күп милләтле һәм күп мәҙәниәтле дәүләт рәүешендә ойошоп йәшәп килеүе, шулай уҡ урыҫ мәҙәниәтенең һәм урыҫ теленең хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ.
Һис һүҙһеҙ, башҡорт этносы ла Рәсәйҙең бөтә милләттәре өсөн хас булған цивилизациялы беришлектең формалашыуы юлында оло мәктәп үтте. Бында Ватан тарихының уртаҡлығы һымаҡ уҡ урыҫ теле менән тығыҙ бәйләнешкә инеү мөһим урын тотто. Был башҡорт телен яңы төшөнсәләр менән байытты, уның донъяны танып белеү офоҡтарын киңәйтте. Ғәмәлдә иһә башҡорт теленең урыҫ теле менән тығыҙ хеҙмәттәшлеге уның этносының цивилизациялы беришлектең формалашыуының төп юлында ята. Әммә был бер башҡорт этносы өсөн генә хас күренеш түгел. Ул — күп милләтле Рәсәйҙәге һәр этнос өсөн уртаҡ тормош факты. Владимир Путин мәҡәләһендә Рәсәй халҡының ошо цивилизациялы дөйөм беришлегенең һуңғы йылдарҙа етди һынауҙарға дусар ителеүе, уны тарҡатыу, емереү ынтылыштары булыуы һәм әле лә бының туҡтамауы хаҡында күрһәтә. Шуға бәйле уны артабан үҫтереү, нығытыу һәм һаҡлау мәсьәләһенең мөһимлеген иғтибар үҙәгенә ҡуя.
Авторҙың фекер ағышынан аңлашылыуынса, һәм был шулай ҙа, күп милләтле Рәсәй халҡын һәр йәһәттән бер бөтөн иткән ошо цивилизациялы беришлектең киләсәктә лә уға шундай уҡ эске импульс биреүсе көс-ҡеүәт булып ҡалыуы күп йәһәттән уның һәр шәхесенең гражданлыҡ бурысына бәйле. Был үҙ нәүбәтендә белем биреү процесында тарихи аң тәрбиәләүҙе алғы планға сығара. Ошо күҙлектән мәҡәлә авторы гуманитар белем цивилизациялы беришлекте үҫтереүҙең, нығытыуҙың һәм һаҡлауҙың юл башында ята тип иҫәпләй. Ә иһә урыҫ теле был тәңгәлдә айырым урын тота. Ул — Ватан тарихы һымаҡ уҡ Рәсәй халҡы өсөн уртаҡ ҡиммәт, һәр милләттең туған теле уның милли беришлеген дәлилләгән һымаҡ уҡ, урыҫ теле лә — күп милләтле Рәсәй халҡының цивилизациялы беришлегенең тормош факты.
Әлбиттә, бөтә милләттәр өсөн уртаҡ булған цивилизациялы дөйөм беришлектең һәр милләт эсендәге милли беришлектән айырмалы йәмғиәт үҫешенең билдәле бер баҫҡысында ғына өлгөрөп етеүе мөмкин. Владимир Путин концептуаль характерҙағы был проблема хаҡында ошолай тарихи күҙлектән сығып һүҙ йөрөтә. Һәр милләт өсөн милли беришлектең үҙ үлсәүе булған һымаҡ цивилизациялы идентичностың да үҙ критерийы булырға тейештер. Путин Рәсәйҙең күп конфессиялы һәм күп милләтле дәүләт булыуын алға ҡуйыу менән бергә уларҙы бер бөтөн итеүсе йәнә бер мөһим төшөнсә барлығын иҫкә төшөрә. Ул, әйтелгәненсә, үҙеңде ошо цивилизация донъяһы Рәсәйҙең гражданы итеп таныу һәм шунан тыуған ватансылыҡ тойғоһо, шуның менән ғорурланыу.
Рәсәй халҡының цивилизациялы беришлек юлындағы үҫешендә айырым алғанда, һүҙ булғанса, урыҫ теленең хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Башҡорт теленең тормош тәжрибәһе шуны раҫлай. Уның ил кисергән тәрән үҙгәрештәр осоронда үҙенең милли дәүләтенең урыҫ теле менән бер дәрәжәләге дәүләт теле итеп танылыуы ошо юлда хәл иткес аҙым булды. Шул көндән алып ул урыҫ теле менән ҡулға-ҡул тотошоп, йәш республиканың дәүләт төҙөлөшөн нығытыуҙы һәм үҫтереүҙе уңышлы башҡарып сыҡты. Ул үҙ туған телендәге яҙыуын булдырыуҙа һәм шуның менән үҙенең дәүләт теле сифатында реаль фактҡа әүерелә алыуында ла урыҫ теленең булышлығына таянды. Бөгөн урыҫ теле этнос өсөн үҙ туған теле кеүек яҡын һәм дәүләт теле булараҡ милли тормоштоң һәр өлкәһендә киң ҡулланылыу тапты. Ә иһә милли тормош быға оҙон юл үтеп килде. Был юл үҙенең башын Рәсәйҙең 1917 йылдың ғауғалы көндәрен кисергән осорҙан ала. Ошо үҙе генә лә башҡорт этносының урыҫ теленә булған мөнәсәбәтенең шундай болғаныш дәүерендә лә үҙгәрмәүен раҫлай.
Билдәле булыуынса, 1917 йылдың 20 — 27 июлендә уҙған I Бөтә Башҡортостан ҡоролтайының мәғариф эшенә арналған ҡарарында балаларҙы үҙ туған телендә уҡытыуҙы юлға һалыу менән бер рәттән башланғыс мәктәптә урыҫ телен уҡытыуҙы айырым предмет итеп индереү мәсьәләһе лә үҙаллы пункт рәүешендә ҡуйыла. Белеүебеҙсә, был ваҡытта әле милли автономия мәсьәләһе көн тәртибенә баҫмаған һәм уның дәүләт теле мәсьәләһе лә ҡуҙғатылмаған бер мәл була. Шулай булһа ла, асыласаҡ башҡорт мәктәптәрендә урыҫ телен уҡытыу мотлаҡ бурыстарҙың береһе рәүешендә ҡарала. Бында йәнә шуны өҫтәп әйтеп китеү ҙә артыҡ булмаҫтыр. Был осор башҡорт теленең әле үҙ туған телендәге яҙыуы булмаған дәүер ине. Әлегә мәсьәлә бүтән көнүҙәк бурыстарҙың ышығында ҡалып килә ине, сөнки башҡорт теле нисә быуаттар инде икенсе телдәрҙең яҙыуын ҡулланған хәлдә лә үҙ милләтенең ихтыяжын ҡәнәғәтләндереп килә алды һәм әле лә шулай ине.
Шуға күрә башҡорт телен туған тел булараҡ башҡорт мәктәбендә уҡытыу мәсьәләһе тәү тапҡыр ҡуйылған шундай абруйлы тарихи документта урыҫ телен уҡытыуҙың үҙенә лайыҡлы урын таба алыуы, һис шикһеҙ, милли тормош факты булып ҡала. Бөгөн башҡорт этносы Рәсәйҙәге күп һанлы этностар араһында тиңдәргә тиң булып һанала алыуы менән урыҫ теленә бурыслы. Ул уны заман цивилизацияһы юғарылығына алып сыҡты, цивилизациялы этностар рәтенә баҫтырҙы. Бөгөн башҡорт кешеһенә ошо цивилизациялы донъяның бүтән этностары менән үҙ-ара аралашыуҙа кәртә юҡ, уның бөтәһе өсөн дә уртаҡ телендә икһеҙ-сикһеҙ Рәсәйҙең теләгән бер мөйөшөндә йәшәүселәр менән бәйләнешкә инә ала. Ул бөгөн алға киткән коммуникациялар, яңы технологиялар дәүерендә үҙенең дә улар юғарылығында тороуы, улар менән һин дә мин була алыуы менән ғорурланырға хаҡлы. Цивилизациялы беришлектең бер кәүҙәләнеше булараҡ ул — үҙ заманының ябай һәм шул уҡ ваҡытта ХХI быуат ҡаҙаныштарын үҙ иткән үҙ этносының бер вәкиле. Уның туған телендәге яҙыуы менән бер алфавитҡа нигеҙләнгән Интернет телендә бөтә ил менән аралаша алыу — уның өсөн шундай ҡаҙаныштарҙың иң мөһимдәренең береһе. Уға ҡасандыр бүтән телдәр менән үҙ-ара аралашыу өсөн уртаҡ тел вазифаһын башҡарған ниндәйҙер бер телде, айырым алғанда, ғәрәп, фарсы, сығатай төркие һымаҡ телдәрҙе махсус өйрәнергә мәжбүр булған һымаҡ, Интернет теленә ундай ихтыяж булманы. Шуға күрә Интернет эпохаһы тип йөрөтөлә башлаған заман да уға үҙ заманы.
Башҡорт теле донъяһына бөгөн Интернет селтәренең йоғонтоһон күҙаллау ауыр түгел. Һәм был аңлашыла ла. Уның этносының Интернет телендә иркен аралаша алыуы уға милли тормошҡа киң юл аса. Был йәһәттән йәш республиканың тәүге йылдарын, айырыуса 1920—1930 йылдарҙы, иҫкә төшөрөп үтеү артыҡ булмаҫтыр. Ул бер үк дәрәжәләге дәүләт телдәре булараҡ, башҡорт һәм урыҫ телдәре өсөн бер үк дәрәжәлә тиерлек еңелдән үк булмаған осор булды. Ул дәүләт аппараты менән кешеләр араһындағы үҙ-ара аралашыуға ҡайтып ҡала ине. Ике яҡтың үҙ-ара иркен аралаша алмауы кешеләрҙе — власть органдарына, власты кешеләргә яҡынайтыуҙа дәүләт төҙөлөшөндә етди мәсьәләгә әүерелде. Совет власы үткәргән милли сәйәсәткә ярашлы милли республикаларҙа дәүләт аппараты хеҙмәткәрҙәренең урындағы телде өйрәнергә мәжбүр ителеүе лә тейешле һөҙөмтә бирмәне. Ул бары мәктәп аша, унда урыҫ теленең милли тел менән бер дәрәжәлә уҡытыуы аша ғына еңеп сығылды.
Интернеттың көндәлек тормошҡа килеп инеүе шул дәүерҙән йәшәп килгән дәүләт органдары менән халыҡ араһындағы үҙ-ара бәйләнеш мәсьәләһенә яңыса ҡараштың өҫтөнлөк алыуында мөһим роль уйнаны. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов: “Власть кешеләр өсөн. Граждандар власть үткәргән сәйәсәтте формалаштырыуҙа ҡатнашырға тейеш”, — тип асыҡланы быны. Шуға күрә уның вазифаһына ингәндең тәүге көндәренән Интернетты үҙ итеүе тәбиғи ине. Президент Интернетҡа мөнәсәбәтен: “Был кешеләр менән аралашыу элементтарының береһе”, — тип аңлатты.
Башҡортостан Президенты өсөн властың халыҡ менән бәйләнешенең яңы йүнәлеш алыуы һәм яңы форматта ғәмәлгә ашырылыуы иң юғары кимәлдә генә бәйләнеш тотоуға ҡайтып ҡалманы. Ул был хаҡта матбуғатта бер әңгәмәһендә: “Блогка ниндәйҙер район, ҡала хаҡында яҙалар икән, урындағы власть шунда уҡ эш итә башлай, сөнки минең хәлде тикшерергә, яуапҡа тарттырырға ҡушасағымды белеп торалар”, — тип бының бөтә идара итеү системаһына ҡағылғанлығын билдәләне. Президент шулай уҡ власты кешеләргә яҡынайтыу юлында электрон Хөкүмәттең дә мөһим урын тотҡанлығын иҫкә төшөрҙө.
Аңлашылыуынса, быларҙың барыһы ла Интернет бәйләнешенең дөйөм ҡулланылышта йөрөүгә һәләтле уртаҡ уҡыу-яҙыу теленә нигеҙләнгән булыуына бәйле. Башҡорт теленең Интернет яҙыуы менән бер үк алфавитты — кириллицаны ҡулланыуы уға был йәһәттән күп еңеллек килтерә. Был уға үҙ нәүбәтендә ошо яҙыу теле аша, ҡасандыр бүтән телдәрҙе ҡулланып, Көнсығыш донъяһы менән аралаша алғаны кеүек, ХХI быуат башында шуға өҫтәп Көнбайыш донъяһы менән дә бәйләнешкә сығыу мөмкинлеге бирә. Ошо хәл башҡорт теленең Интернет дәүеренә ҡәҙәр урыҫ теле менән тығыҙ хеҙмәттәшлектә үткән юлының әһәмиәте ҡиммәтен тағы ла тәрәнерәк асыҡлай төшә. Ул бөгөн урыҫ яҙыуын үҙ итеүе һәм шул яҙыу аша уның телендә эш итә алыуы менән үҙ этносының Интернетҡа мөнәсәбәттә үҙен тиңдәр араһында тиң итеп тоя алыуына өлгәште.
Беҙҙеңсә, Рәсәй Президенты вазифаһына кандидат Владимир Путин алда һүҙ булған мәҡәләһендә Рәсәйҙең күп милләтле йәмғиәт булараҡ үҫешендә күҙәтелгән мөһим бер тенденция хаҡында һүҙ алып барғанда бөгөнгө цивилизация юғарылығындағы ошондай тиңлекте, беришлекте лә күҙ уңында тоталыр, тип уйланыла. Ул ошо цивилизациялы беришлекте үҫтереү, нығытыу һәм һаҡлауҙа гуманитар белем биреү бурысын беренсе урында ҡуйыуы менән бергә, унда урыҫ теленең ролен айырым билдәләй. Башҡорт теленең үҙ ерендә урыҫ теле менән хеҙмәттәшлегенең күп быуатлыҡ тормош тәжрибәһе уның этносының цивилизациялы беришлек юлында формалашыуында ышаныслы гарант булып тора.
Зиннур НУРҒӘЛИН,
филология фәндәре докторы,
тарих фәндәре кандидаты,
Башҡортостан Фәндәр академияһының
почетлы академигы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Айдар
    Айдар от 02.03.2012, 13:37
    Википедияның башкорт булегендә күп кенә башкортса материалдар йыйлған. Башкорт Википедияһы менән гәзит уҡыусыларҙы таныштырһығыҙ шәп булыр ине.






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 434

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 332

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521