Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Яҙмышты хәл итер ҡор
Яҙмышты хәл итер ҡор IV Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына әҙерлек уңайынан Сибайҙа ҡала башҡорттарының ҡоролтайы үтте. Уның эшендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ағзалары — Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы депутаты, Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы рәйесе Зөһрә Рәхмәтуллина, Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты директоры Зиннур Йәрмөхәмәтов, Сибай ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Ирек Бикмәтов һәм башҡалар — ҡатнашты.


Сибай башҡорттары ҡоролтайы төбәктә халҡыбыҙҙың үҙаңын нығытыу, телде, мәҙәниәтте, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү буйынса ғәйәт ҙур эш башҡара. “Башҡортостан халыҡтары телдәре тураһында”ғы Законды бойомға ашырыу йәһәтенән ҡала хакимиәте ҡарамағында ойошторолған комиссия эшендә лә ҡоролтай ағзалары әүҙем ҡатнаша. Ойошмаларҙың, магазиндарҙың алтаҡтаһын башҡортса яҙыуға, яңы барлыҡҡа килгән урам, биҫтәләргә арҙаҡлы шәхестәребеҙҙең исемен биреүҙе юллауҙа уларҙың тырышлығы баһалап бөткөһөҙ ҙур. Тап ҡоролтайҙың хәстәрлеге менән ҡала биләмәһенә ҡараған Төйәләҫ ауылы “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ыңғай һөҙөмтәгә өлгәште.
— 2011 йылда, был вазифаны үтәй башлағанда, ауылда эшһеҙлек, эскелек хөкөм һөрә, ни бары өс-дүрт кеше үҙ эшен асҡан ине. Хәҙер уларҙың һаны утыҙҙан ашты, халыҡ сәләмәт тормошҡа яңынан йөҙ борҙо, эскелектең ни тиклем яман эҙемтәләргә килтереүен аңланы. Бында аҡһаҡалдар ҡорон ойошторҙоҡ, ветерандар советының эше йәнләнде. Бигерәк тә мәктәп директоры Фуат Бикбаевтың, имам, йәш быуынды сәләмәт тормошҡа йәлеп итеүсе физкультура уҡытыусыһы, үҙидара рәйесе Ислам Исламбаевтың тырышлығын билдәләмәү мөмкин түгел, — тине башҡарма комитет рәйесе Ирек Бикмәтов.
Республикала тәүгеләрҙән булып Сибайҙа башҡорт йәштәре ҡоролтайы ойошторолғайны. Уларға ла бар яҡлап ярҙам итте өлкән ҡоролтай ағзалары. Әйткәндәй, йәштәр ойошмаһының етәксеһе итеп был юлы БДУ-ның Сибай институтында декан урынбаҫары вазифаһында эшләгән Алик Алтыншин һайланды.
Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы депутаты Зөһрә Рәхмәтуллина ҡаланың ағинәйҙәр ҡоро әүҙем эшләүен билдәләп үтте, улар тарафынан ойошторолған мөнәжәтселәр конкурсын республика кимәлендә лә үткәреү кәрәклеген билдәләне. Зөһрә Йыһанур ҡыҙы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының “Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалын Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Илгиз Хәйруллинға, ҡала башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзаһы Зифа Сөләймәноваға тапшырҙы. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының маҡтау ҡағыҙы менән “Оптима-С” төҙөлөш ойошмаһы директоры Урал Йәнғазин, “РемСтрой-Центр” төҙөлөш ойошмаһы директоры Рафаил Исмәғилев, Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай драма театрының художество етәксеһе Дамир Ғәлимов һәм башҡалар бүләкләнде.
Сығыштарҙан һуң ҡунаҡтар халыҡты ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе. Мәҫәлән, Алтын ҡасабаһында мәктәптең булмауы, Төйәләҫтә юлдарҙың насарлығы, ҡайһы бер мәктәптәрҙә башҡорт кластары асылмауы һәм башҡа көнүҙәк мәсьәләләр күтәрелде.
Йыйындағы телмәрҙәрҙе, фекерҙәрҙе, тәҡдимдәрҙе иҫәпкә алып, заманында башҡорт милли үҙәгенең тырышлығы менән ойошторолған “Йәншишмә”не ҡайтанан үҙаллы гәзит итеүҙе һорап, республика етәксеһе Рөстәм Хәмитовҡа мөрәжәғәт ҡабул ителде. Шулай уҡ төбәктә берҙән-бер юғары уҡыу йорто булған Сибай институтына иғтибарҙы көсәйтергә, тарих, музыка, башҡорт теле, сит телдәр буйынса белгестәр әҙерләүҙе республика ҡаҙнаһы һәм башҡа фондтар аша финанслауҙы һорарға тигән тәҡдимдәр ҙә булды.
Халҡыбыҙ элек-электән хәл ителер мәсьәләләрҙе бергә туплап, ҙур йыйын үткәрер булған. Тап ошо ҡорҙа милләтебеҙ яҙмышы, халҡыбыҙҙың бөгөнгө көнитмеше, киләсәгебеҙ хәл ителгән. Ҡоролтайҙа ҡатнашыусылар тиҙҙән Өфөлә үтәсәк IV Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы эшенә ҙур өмөттәр бағлап, делегаттар һайланы.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 434

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 336

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521