Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йәнтөйәкте һағынып ҡайттылар
Йәнтөйәкте һағынып ҡайттылар Хәйбулла районындағы Айыулы картала юҡ. Ә бит ул — боронғо ауылдарҙың береһе. Архив мәғлүмәттәре буйынса, Айыулы 1840 – 1850 йылдарҙа барлыҡҡа килгән.

Һаҡмар үҫәргәндәренең Бишәй түбә­һенә ҡараған Үрге Fәле ауылынан Рә­сембәт тигән кеше Таулыҡай, Байсура һәм Салауат исемле уландары менән ошо ергә күсенә. Шунда төпләнгән нәҫел­дән Таулыҡаев, Байсурин, Салауатов фамилиялары барлыҡҡа килә. Һуңыраҡ уларға Ҡояшбаев, Fөбәйҙуллин, Йәтимов һәм Рәсембәтовтар ҡушыла.
Таулыҡайҙан дүрт ул — Fәбделъяп­пар, Fәбделғафар, Нурбулат һәм Fәбдел­мөьмин — тыуа. Ауыл бик күп йылдар Fәбделмөьмин исемен йөрөтә.
1850 йылда бында 22 йорт-хужалыҡта 143 кеше иҫәпләнгән. 1859 йылда 45 йорт­та 287 кеше йәшәүе теркәлгән. 1917 йылда иһә — 88 хужалыҡта 418 кеше. Октябрь инҡилабына тиклем ауыл ҙурая барһа, артабан кешеләр һәм йорттар кәмей башлаған. 1940 йылда Айыу­лыла 21 йорт-хужалыҡ иҫәпләнгән һәм был һан 1954 йылғаса һаҡланып килгән, хатта ҡайһы бер осорҙа халыҡ бер ни тиклем арта төшкән.
Айыулыла заманында һигеҙ ауылды һәм «Ҡыҙылтау», «Яңы таң», «Һабансы», «Эльдорадо» колхоздарын берләштергән Юлбарыҫ ауыл Советы, ете йыллыҡ мәк­тәп, клуб, фельдшер пункты урынлашҡан була. Тик ҡалдау һәм сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштереү осоронда ул яйлап тарҡала башлай. Халыҡ ситкә күсенә торғас, 1962 йылда Айыулыла тормош һүнә.
Йәнтөйәкте һағынып ҡайттыларБыл ауылдан БАССР-ҙа танылған уҡытыусылар Мәрғиә Йәтимова, Әлмира Fәйнуллина, Fәйзулла Мортаев, билдәле юрист Мөхәмәтғәле Мортаев, Бөйөк Ва­тан һуғышы ветерандары Фәтхулла Йә­тимов, Өмөтбай Йәтимов, Ҡасим Тау­лыҡаев, республиканың элекке сауҙа министры, «Башҡортостан» сауҙа үҙәге директоры булып оҙаҡ йылдар эшләгән Фуат Таулыҡаев, партком секретары Венера Ҡояшбаева, Башҡортостандың ат­ҡаҙанған артисы, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисткаһы Зәйтүнә Таулыҡаева-Fәзизова кеүек арҙаҡлы кешеләр сыҡҡан.
Заман һынауҙары арҡаһында тирә-яҡҡа һибелергә мәжбүр ителгән халҡы күңелендә Айыулы үкенесле һағыныу хисе булып әле лә йәшәй. Ҡасандыр был ерҙә йәшәп киткәндәрҙе яңыраҡ бөткән ауыл биләмәһендә Бөйөк Еңеүҙең 70 йыл­лығына арнап урынлаштырылған һәйкәлде асыу тантанаһы, «Хәтер мәңге­лек» тип аталған митинг осраштырҙы. Көн бер аҙ боҙолоп тороуға ҡарамаҫтан, байрам кәйефе шәп булды.
Йыйылған ҡунаҡтарҙы йола буйынса икмәк, тоҙ, ҡымыҙ менән ҡаршы алдылар. Артабан бар халыҡ һәйкәл асылған урын­ға йыйылды. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандарҙың портреттарын тотоп, «үлемһеҙ полк» сәхнә янынан уҙҙы. Мәр­хүмдәр рухына Ҡөрьән аяттары бағыш­ланды. Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына, һуғышта ятып ҡалған һәм еңеү менән ҡайтҡан Айыулы яугирҙәренә бағыш­ланған митингтан һуң байрам концерты башланды. Таулыҡаевтар, Мортаевтар, ошо ауылдан сыҡҡан башҡа нәҫелдәр иҫтәлеккә йыйылышып фотоға төштө, хис-тойғолары менән бүлеште.
Тантанала Хәйбулла районы хаки­миә­те башлығы Раил Ибраһимов, Баш­ҡорт­остандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡо­ролтай депутаты, «Бүребай» тау-байыҡ­тырыу комбинатының генераль директоры Рөс­тәм Аблаев, Һамар ауылы Советы хакимиәте башлығы Вәкил Фәйзуллин, Быҙаулыҡ ауылының ветерандар советы рәйесе Камил Fәйнуллин ҡатнашты.
Йәнтөйәкте һағынып ҡайттылар– Хәйбулла районындағы бөткән ауыл­дарҙың икенсеһендә һәйкәл асыуыбыҙ. Тәүгеһе Подольск биләмәһе эргәһендәге Суҡраҡ исемле ерҙә булғайны. Бөгөн беҙ Айыулыны иҫкә алыу өсөн йыйылдыҡ. Сараға килгән ҡунаҡтар, ауылдаштар тыуған ерҙәренә хөрмәт күрһәтте, был үҙ сиратында йәш быуынға үрнәк, тәрбиә булып тора. Тыуған яғыбыҙ тарихын үҫтереүгә тағы ла бер ҙур аҙым яһалды, — тине сығышында Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Раил Ибраһимов.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бында тыуып үҫкәндәр бармаҡ менән генә һанарлыҡ ҡалған. Шулай ҙа ауылдаштар байрамына уларҙың балалары күпләп йыйылды. Өфө, Силәбе, Ырымбур, хатта Ҡаҙағстан ерҙәренән, алыҫ араларҙы яҡынайтып, килгәндәр ҙә байтаҡ ине. Шуларҙың бер нисәүһе уй-фекерҙәре менән уртаҡлашты.
Камил Fәйнуллин:
– Тыуған ауылыбыҙҙа таҡтаташ асыу тураһында күптән хыяллана инек. Килә­сәк быуынға иҫтәлек ҡалдырырға уйла­ныҡ. Аллаға шөкөр, үҙ районыбыҙҙа бер йыл эсендә ике таҡтаташ асып ҡуйҙыҡ. Был изге эштәрҙе атҡарып сығыуҙа «Бүребай» тау-байыҡтырыу комбинаты ҙур ярҙам күрһәтте. Ҡеүәтле предприятие етәкселеге 270 мең һум аҡса бүлһә, был эштән халыҡ та ситтә ҡалманы, бөтәһе 80 мең һум тирәһе йыйып тапшырҙы. Fилминур Ишкилова, Рамаҙан Теүәлбаев, Таңһылыу Байғужина байрамда халыҡты һыйлауға һарыҡ бирҙе. Йәштәр ҙә беҙҙең юлды, тарихты онотмай, артабан дауам итһен ине, тигән теләктәмен. Үҙ сиратымда район хакимиәте етәкселегенә, ауыл биләмәләренә, халыҡҡа ҙур рәхмәтемде еткерәм.
Гөлшат Ҡоромбаева:
— Атай нигеҙен күрергә ҡустым Ҡор­манғәле менән Ҡаҙағстандан килдек. Беҙҙең өсөн оло байрам. Ваҡытында Айыулы бик матур ауыл булды. Ата­йы­быҙ күп йылдар ошонда мәктәп директоры булып эшләне. Ҡустым Айыулыла тыуҙы. Бөткән ауылда һәйкәл асыу Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандарҙың иҫтәлеген яңыртты. Ауылдаштар менән осрашыуға бик шатбыҙ.
Зәйтүнә Fәзизова-Таулы­ҡае­ва:
— Кистәрен, тиҫтерҙәрем сыр-сыу ки­леп уйнағанда, мин ҡапҡа төбөндә иләҫ­ләнеп аръяҡ урамдан ишетелгән ҡурай моңон тыңларға ярата инем. Таулыҡаев тигән фамилиялы бабай төрлө көйҙәр һыҙҙырыр ине. Үҙебеҙҙең йортта ла төр­лө уйын ҡоралдарының моңо өҙөлмәне. Рәфҡәт ағайым скрипкала уйнаһа, Сажиҙә апайым мандолинаны булдыра алғансы сиртеп, беҙҙе лә өйрәтә ине. Һуғыш башланғас, мине апайым Аҡъярға уҡырға күсереп алды. 5-се кластан һуң Өфөләге мәктәп-интернатҡа бирҙеләр. Артабан сәнғәт училищеһында, Свердловск консерваторияһында белем ал­дым. Һуңынан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында эш башланым. 32 йыл­да бик күп образға индем, башҡорт, татар, урыҫ, ҡаҙаҡ, итальян классик әҫәрҙәрендә төп ролдәрҙе уйнау бәхете тейҙе.
1966 йылда хаҡлы ялға сыҡтым. Театрҙа эшләгән саҡта Әсхәт Вәли улы менән танышып, ғаилә ҡорҙоҡ. Улыбыҙ Марат мәктәпте — алтын миҙалға, Баш­ҡорт дәүләт университетының тарих факультетын ҡыҙыл дипломға бөтөрөп, Төркиәләге Яҡын Көнсығыш техник университетында белемен камиллаштырҙы, ғилми эшен инглиз телендә яҙҙы. Әлеге көндә ул — Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары. Нәҫел-нәсәбем менән бик ғорурланам һәм уларға тик изгелектәр теләйем. Үҙем инде 60 йылдан ашыу Өфөлә йәшәйем, баҡса тотам, илһам килгәндә шиғырҙар яҙам. Тыуған еремдән алыҫта торһам да, Айыулы ауы­лы гелән күңелем түрендә. Һирәк булһа ла ҡайтып йөрөргә тырышам, тыуған ерем менән бәйләнеште өҙмәйем. Йыйын ойоштороусыларға, бигерәк тә ошо идея­ны күтәреп сыҡҡан Камил Насырйән улы Fәйнуллинға ҙур рәхмәтемде белдерәм.
Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ҡасим Таулыҡаев:
— Мин 1925 йылда Айыулы ауылында тыуғанмын. 1943 йылда армияға, артабан фронтҡа алындым. Һуғыш ваҡытында ике тапҡыр ауыр йәрәхәтләнеп, госпиталдә яттым. Радист булып хеҙмәт иттем. Тиҫтерҙәремдең барыһы ла ете класс белем алып, юғары уҡыу йортона инде. Мин урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булһам да, үҙ һөнәрем буйынса эшләргә насип итмәне. Бөйөк Ватан һуғышынан һуң күп ерҙәрҙә хеҙмәт юлы үттем: райком секретары булып 16 йыл эшләнем, мәҙәниәт бүлеген етәкләнем, комсомол, инвалидтар йәмғиәттәре рәйесе булдым. 1947 йылдан алып бөгөнгә ҡәҙәр Аҡъяр ауылында йәшәйем. Бөгөнгө осрашыуҙан һуң атай нигеҙенә, бала саҡҡа, йәшле­гемә әйләнеп ҡайтҡандай булдым.
Айыулы Ер йөҙөнән юйылһа ла, унда тыуып үҫкәндәр бөгөн иҫән. Улар ауылдарын, атай йортон иҫләй, төбәктән сыҡҡан билдәле шәхестәре менән ғорурлана. Иң мөһиме: улар яуҙа баштарын һалған, һуғыштан иҫән ҡайтып ошо ерлектә гөр­ләтеп донъя көткән яугирҙәрҙе онотмаҫ өсөн бергәләп һәйкәл асты. Тимәк, тарих тере, айыулылар батырҙарын, ауылдаштарын хәтерҙән сығармай.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 095

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 894

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 435

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 337

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523