Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Ҡысҡырҙы Ватан яу оранын, шул оранды ҡабатланы Уралым…”
Федоровка районында урынлашҡан 90 өйлөк Оло Сытырман ауылынан Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында 67 кеше әрмегә алынған, шуларҙың яртыһы яуҙа башын һалған. Араларынан берәү – Ғәбит Абдулла улы Әхмәров һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған.

Ғәбит 1941 йылдың декабрендә үҙе теләп һуғышҡа китә. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына алынып, пулеметсы, артиллерист һөнәрҙәрен үҙләштерә, писарь булып та хеҙмәт итә. Бигерәк тә 1943 йылдың февралендә фашистарҙың тылына ойошторған рейдта ҡамауҙан сыҡҡанда батырлыҡтар күрһәтә. Дошман Демченко исемендәге совхозды алырға маташҡанында, ул ҡул пулеметы менән утыҙға яҡын фашисты юҡ итә, икенсе урында яу яланынан яраланған 14 һалдатты алып сығыуға өлгәшә. Яраланһа ла, үҙенең посын ташлап китмәй.
Билдәле булыуынса, 23 февраль төнөндә дивизия ҡамауҙан сыға, әммә бик күптәр, шул иҫәптән дивизия командиры генерал-майор М. Шайморатов һәләк була. Ғәбит Әхмәров иҫән ҡала, һәм рейд ваҡытында күрһәткән ҡаһарманлығы “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән билдәләнә.
1943 йылдың сентябрендә Ғәбит Чернигов ҡалаһы өсөн барған яуҙарҙа, Днепрҙы кискәндә үҙен ҡыйыу артиллерист итеп таныта. Мәҫәлән, 1943 йылдың 21 сентябрендә 1 Май совхозы өсөн барған һуғышта пушканан фашистарҙың бер танкыһын, бер бронемашинаһын, бер автомашинаһын юҡ итә, һөжүмде туҡтатыуға өлгәшә. Бының өсөн I дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән наградлана, ә 1944 йылдың 9 февралендә Советтар Союзы Геройы тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була. Ғәбит Әхмәровтың һуғышта күрһәткән ҡаһарманлығы тураһында журналистар һәм яҙыусылар Әмир Гәрәй, Хисмәтулла Ҡолмөхәмәтов, Әхтәм Ихсан, Федор Колядин, Михаил Агафонов, Аҫылғужа Баһуманов, Хәмит Ирғәлин һәм башҡалар мәҡәләләр, очерктар, эсселар яҙҙы.
Ә бына Ғәбиттең кесе туғаны Хәмиттең батырлыҡтары быға тиклем билдәһеҙ ине. Оборона министрлығының үҙәк архивы сайтындағы документтарҙың фотолары “аҡ таптарға” асыҡлыҡ индерҙе. 1923 йылғы Хәмит 1941 йылдың 1 авгусында әрмегә алына. Ул хәрби училищенан һуң фронтҡа ебәрелгән булырға тейеш, сөнки 1943 йылдың июлендә генә лейтенант дәрәжәһендә алғы һыҙыҡҡа эләгә. Брянск фронтында 121-се гвардия Гомель уҡсы дивизия составындағы 340-сы (1148-се) гвардия уҡсылар полкында рота командиры була. 1943 йылдың сентябрендә Белоруссияла Печня-Слобода, Клиевичи ауылдары өсөн барған һуғыштарҙа рота дошмандың 65 һалдат-офицерын, ете пулемет нөктәһен юҡ итә, ҡоралдарын ҡулға төшөрә. Гвардия өлкән лейтенанты Хәмит Әхмәров II дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән наградлана, уға тиклем “Батырлыҡ өсөн” миҙалы бирелә.
1944 йылдың 12-13 ғинуарында Юзефовка, Рудницкий Майдан, Антоновка ауылдары өсөн барған алышта үҙен тағы ла оҫта командир итеп күрһәтә. Флангтарҙан һөжүмдәрҙе оҫта файҙаланып, Хәмит үҙе ротаны һөжүмгә күтәрә. Дошман барлыҡ техника, транспорт, ҡоралын ташлап ҡасырға мәжбүр була. Ҡыйыу хәрәкәт итеп, рота ҡоралдар һәм төрлө әйберҙәр тейәлгән дүрт автомашинаны, ике пушканы, документтары менән штаб машинаһын ҡулға төшөрә. Әммә фашистар, иҫтәрен йыйып, оҙаҡламай һөжүмгә күсә. Рота, ҡырҡлаған һалдатты яу яланында ҡалдырып, сигенергә мәжбүр була. Ошо яуҙа рота командиры, егерме йәшлек гвардия өлкән лейтенанты Хәмит Әхмәров батырҙарса һәләк була. Үлгәндән һуң ошо алыш өсөн I дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән наградлана.
Әйтеп китеүебеҙсә, һуғыштан күптәр ҡайтмаған. Мәҫәлән, бер туған Ғабдрахман, Ҡорбанғәле, Нурғәли Мауҡаевтар өсөһө лә яу яланында башын һала. 1911 йылғы Ҡорбанғәле һуғыш башланыр алдынан ғына 1941 йылдың майында хәрби хеҙмәткә алына. Ул Башҡортостанда төҙөлгән 170-се уҡсы дивизияның 391-се полкына эләгә. 21 июндән 22-һенә ҡарата төндә полк Стәрлетамаҡтан көнбайышҡа оҙатыла. Өс көндән Псков өлкәһенә етеп, элекке Латвия менән СССР сиген һаҡларға әҙерләнә. Дошмандың көслө һөжүме аҫтында дивизия сигенә. Бик күптәр һәләк була. Август айында дивизия Великие Луки ҡалаһы янында ҡамауҙа тороп ҡала.
Рота командиры Басманов, кухняла эшләгән Ҡорбанғәленең ҡоралын тартып алып, икенсе кешегә тоттора. Ҡорбанғәле Мөсәғит Фәттәхов тигән дуҫы менән ауылдан ауылға йөрөп, колхозсылар биргән аҙыҡ, ҡырҙа тапҡан картуф менән туҡланып, Оленин районында 1942 йылдың ғинуарына тиклем Ҡыҙыл Армия яғына сығырға маташып, эт күрмәгәнде күреп көн итә. Партизан отрядына юлығып, командиры юлды өйрәтеп ебәрә. 1942 йылдың 16 ғинуарында Ҡыҙыл Армияның атлы разведкаһына тап булалар һәм, шулай итеп, ҡамауҙан сығалар.
Һуңынан да Ҡорбанғәле ошо Ленинград йүнәлешендә алышҡан 64-се гвардия уҡсы дивизияһына ҡараған 191-се гвардия полкында хеҙмәт итә. 1944 йылдың 21 ғинуарында яралана. “Хәрби ҡаһарманлығы өсөн” миҙалы менән наградлана. Әммә уға иҫән-һау ҡайтырға насип булмай. Ошо йылдың 26 июнендә Ленинград өлкәһендә барған алышта башын һала. Ә ауылда ике көндән (28 июндә) һигеҙ һәм биш йәшлек ике улы аслыҡтан ағыулы көпшә ашап вафат була. Тол ҡалған ҡатыны Миңлебикә инәйгә Хоҙай оҙон ғүмер бирҙе, ул 95 йәшенә етеп донъя ҡуйҙы. Әле беҙ мәктәптә уҡығанда бер үҙе ғүмер иткән инәйгә утын ташып, өйөн йыйыштырып китә торғайныҡ. Ул һуғыш осоронда үлгән балаларын, ирен иҫкә төшөрөп, һөйләп алыр ине.
1943 йылдың ноябрендә 1926 йылғыларҙы хәрби хеҙмәткә алалар. Шулар араһынан 47-се Мелитополь Ҡыҙыл байраҡлы икенсе дәрәжә Суворов орденлы уҡсы дивизияның 1177-се полкы составында Беренсе Балтика буйы фронтына эләккән Әхсән Әхмәров (1925 – 1965) 1944 йылдың 24 авгусында Латвияла Бордымуйжа ауылы өсөн барған алышта батырлыҡ күрһәтә. Ауылдағы бер өй сарлағынан дошман пулеметы тынғы бирмәй. Әхсән пулеметты туҡтатырға ниәтләнеп йортҡа табан шыуыша. Быны күреп ҡалған ике фашист уға ташлана. Әммә автоматтан уларҙы юҡ итеп, Әхсән бер-бер артлы ике гранатаны өй башына ырғыта. Пулемет туҡтап ҡалыу менән рота һөжүмгә күтәрелә. Был ҡаһарманлығы өсөн Әхсән Әхмәров “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән наградлана.
Әхсән менән бергә һуғышҡа киткән Нәжметдин Булатов (1926 йылғы) сапер була. 98-се гвардия уҡсы Свир дивизияһы составында айырым сапер батальонында яу юлын үтә. Венгрияны, Австрияны азат итеүҙә ҡатнаша. 1945 йылдың 9 апрелендә Австрияла 1065-се ҡалҡыулыҡты алғанда фашистарҙың утына ҡарамай, танктарға ҡаршы ҡуйылған биш минаны алып ташлап, беҙҙең артиллерияға юл асыла. Артиллерия ваҡытында ҡалҡыулыҡты алып нығына һәм дошманға ут аса. Ошо ҡыйыулығы “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән билдәләнә. Әлеге көндә Нәжметдин бабай — ауылда иҫән ҡалған берҙән-бер ветеран.
1944 йылдың декабрендә фронтҡа 1927 йылғыларҙы алалар. Мөнир Иҫәнғолов, Рамаҙан Ҡотлобулатов бабайҙар Японияға ҡаршы һуғышта ҡатнаша. Танктарға ҡаршы 421-се айырым дивизионда артиллерист булған Рамаҙан Ҡотлобулатов (1927 – 2003) Мулин ҡалаһы тирәһендә япондарҙың һөжүмен кире ҡағыуҙа оҫталыҡ күрһәтә, ете дошманды, ике пулеметты юҡ итә. Шуны ғына көткән пехота һөжүмгә күтәрелеп, ҡалҡыулыҡты алыуға өлгәшә. Рамаҙан иһә һуңынан “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнә.
Оло Сытырмандан һуғышҡа киткән ир-ат, йәш егеттәр Еңеүгә, шулай итеп, үҙ өлөшөн индергән. Уларҙың ҡаһарманлығын халыҡ белергә тейеш.

Ш. ИҪӘНҒОЛОВ,
тарих фәндәре кандидаты.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 435

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 336

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521