Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ташҡындарҙы йырыр көсө бар
Ташҡындарҙы йырыр көсө бар Яратҡан эшен яҙмышының айырылғыһыҙ өлөшө итеп, бар булмышын уға арнап йәшәгән кешенең хеҙмәте емешле була. Сибай ҡалаһындағы махсус (коррекцион) белем биреү мәктәбенең беренсе категориялы башланғыс кластар уҡытыусыһы Гөлнара Кинйәбулатова – тап шундайҙарҙан.

Бала саҡтан уҡытыусы булырға хы­ялланған ҡыҙ Баймаҡ районының Төрөкмән мәктәбен тамамлағас, белем алыуын Өфөләге 1-се педагогия учили­щеһында дауам итә. Хеҙмәт юлын Ал­тын ҡасабаһындағы башланғыс мәк­тәп­тә уҡытыусы булып башлай. Эш араһында БДУ-ның Сибай институтын ситтән тороп тамамлай.
– Һайлаған һөнәремә рәхмәтлемен, – ти Гөлнара Хөрмәт ҡыҙы. – Бала­лар­ҙы яратам, тормошомдо уларһыҙ күҙ алдына ла килтерә алмайым. Һөнәрем йәш быуын күңеленә юл табыусы, дө­рөҫ кәңәш биреүсе, ярҙам күрһә­теү­се нескә психолог та булыуҙы талап итә.
Заман менән бергә атлаған педагог мәғариф өлкәһендәге һәр үҙгәрешкә тиҙ яраҡлаша, яңы технологияларҙы, уҡытыу алымдарын даими өйрәнә. Магнитогорск педагогия институтында уҡытыусы-логопед һөнәрен үҙләште­рергә лә өлгөрә.
Сибайҙағы махсус (коррекцион) бе­лем биреү мәктәбенә эшкә һис көт­мә­гәндә саҡыралар Гөлнара Хөрмәт ҡы­ҙын. Педагог ундағы хеҙмәттең ни тиклем яуаплы, ауыр булырын яҡшы аңлаһа ла, ризалаша. Һөҙөмтәлә 2007 йылдан алып әлегә ҡәҙәр һаулығы буйынса мөмкинлеге сикләнгән бала­ларға башланғыс белем бирә.
– Эшем еңелдән түгел, – ти уҡы­тыу­сы. – Әммә балаларҙың белем алыуға шул ҡәҙәр ҙур ынтылышы бар­лыҡ ауыр­лыҡты оноттора. Килгәндә ҡу­лына ручка ла тота белмәгән кес­кәй­ҙәрҙең артабан яйлап яҙырға өйрә­не­үен, һү­рәт төшөрә, хәрефләп уҡый баш­лауын күреү йөрәккә әйтеп аңлата алмаҫлыҡ рәхәтлек бирә. Һәр береһенә айырым иғтибар кәрәклектән, улар менән шәхсән шөғөлләнәм.
Әлбиттә, бындай уҡыу йортонда төр­лө хәл булыуы ихтимал, әммә Гөл­на­­ра Хөрмәт ҡыҙы һис ҡасан юғалып ҡалмай. Көсөргәнешле осраҡтарҙан сы­ғыу юлын тиҙ тапҡан булдыҡлы, көс­лө рухлы педагогты ата-әсә лә хөрмәт итә.
– Улар менән тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ, шунһыҙ мөмкин түгел, – ти Гөлнара Хөрмәт ҡыҙы. – Балаһын ата-әсә үҙе мәктәпкә алып килә, дәрес бөткәс, алып ҡайта. Күмәкләп йырларға өйрәнәбеҙ, бейеп тә алабыҙ. Ата-әсәгә лә, беҙгә лә еңел түгел, ауырлыҡтарҙы бергәләп еңергә, ҡаршылыҡтарҙы йы­рып сығырға тырышабыҙ.
Белем алыуға көслө ынтылыш ыңғай һөҙөмтә бирмәй ҡалмай. Бындай ныҡышмалдар, тормош нисек кенә ауыр бирелмәһен, киләсәктә үҙ юлын таба. Мәктәптә тәрбиәләнгәндәр ара­һын­да хатта үҙ эшен асҡандар ҙа бар. X кластан һуң (бындай учреждение­ларҙа ун йыл уҡыйҙар) күпселек белем алыуын һөнәри уҡыу йорттарында дауам итә. Артабан төрлө ойош­ма­ларҙа уңышлы эшләйҙәр. Гөлнара Хөр­мәт ҡыҙы әйтеүенсә, махсус мәктәптә үҙенә оҡшаған шөғөлдө һайлап, шул йүнәлештә камиллашҡан уҡыусылар тормошта юғалып ҡалмай. Уҡытыу­сы­ларға, ата-әсәгә таянып, уларҙың ярҙа­мын, һөйөүен тойоп үҫеү һаулығы буйынса мөмкинлеге сикле балалар өсөн айырыуса мөһим. Махсус мәк­тәптә уҡыусыларҙың буш ваҡы­тын файҙалы үткәреү өсөн төрлө түңә­рәк, спорт секциялары эшләүе, сәләмәт­леккә ҙур иғтибар бүленеүе тотош коллективтың уңышлы хеҙмәте тураһында һөйләй.
Эшендә генә түгел, шәхси тормошонда ла бәхетле Гөлнара Хөрмәт ҡыҙы. Ире Ислам менән дүрт бала үҫтерәләр. Өлкән улдары Артур менән Ильяс юғары уҡыу йортонда ғилем туплаһа, Айгөл VII класта уҡый, төпсөк­тәре Байрас балалар баҡсаһына йө­рөй. Кинйәбулатовтарҙың Иҫке Сибай ауылындағы сәскәгә күмелгән күркәм йорто әллә ҡайҙан балҡып күренеп ултыра. Уңған хужа менән хужабикәнең ҡулынан килмәгән эше юҡ. Татыу ғаилә буш ваҡытта күмәкләп тәбиғәткә сы­ғырға, республиканың билдәле урындарына сәйәхәт ҡылырға ярата.
– Яратҡан ғаиләм – күңелем нуры, тормошомда, эшемдә ышаныслы терә­гем, – ти Гөлнара Хөрмәт ҡыҙы.








Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 096

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 894

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 436

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 337

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523