Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Cираттағы йыйындың Өфөлә үтеүе ихтимал
Cираттағы  йыйындың  Өфөлә үтеүе ихтимал Санкт-Петербургта Европа-Азия ҡатын-ҡыҙҙарының форумы асылды. Социаль хәүефһеҙлек, халыҡ-ара эшмәкәрлек, гүзәл заттың иҡтисадта һәм сәйәсәттә тотҡан урыны хаҡында һөйләшеү менән башланып китте был сара. Ойоштороусылары – Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе ағзаларының парламент-ара ассамблеяһы һәм Рәсәй Федераль Йыйылышының Федерация Советы.
Нева буйындағы ҡалаға был көндә донъяның 85 иленән вәкил­дәр, йәмғеһе 700 ҡатын-ҡыҙ йыйылды. Улар – дәүләт эшмәкәрҙәре, эшҡыуарҙар, ғалимәләр һәм йәмәғәт ойошмаларында әүҙемлек күрһә­теүселәр. Федерация Советы спикеры Валентина Матвиенко иһә был сарала ҡатнашып ҡына ҡалманы, ә алып барыусы булараҡ та сығыш яһаны. Йыйын социаль-иҡтисади, закондар сығарыу, сәйәси, дипломатия һәм гуманитар өлкәләрҙә ҡатын-ҡыҙ роленең мөһим булыуын күтәреп сыҡты.
Был сара уңайынан Өфөнөң Конгресс-холл бинаһында Мәҙәниәт ми­нистр­лығы һәм Башҡортостан Ҡа­тын-ҡыҙҙар союзы “Тыныслыҡҡа һәм прогресҡа” тип аталған “түңәрәк өҫтәл” үткәрҙе, Санкт-Петербург менән телекүпер аша бәйләнешкә инеп, эшлекле тәҡдимдәр индерҙе. Өфө мәктәптәре уҡыусылары донъяуи форумда ҡатнашыусыларға шиғыр уҡыны, йыр һәм бейеү аша бала саҡ рухын еткерҙе.
Өфөлә сараға килеүселәр алдында Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урын­ба­- ­ҫары Йомабикә Ильясова ҡатын-ҡыҙҙың был донъяла тотҡан урыны хаҡында һөйләне. Йыйында шулай уҡ мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Ленара Иванова, республиканың күренекле ҡатын-ҡыҙҙары сығыш яһаны. Башҡор­тос­тандың халыҡ артисы Флүрә Кил­­­де­йәрова гүзәл затты йыры ме­нән сәләмләне, ә шағирәләр Зөлфиә Ханнанова, Гөлназ Ҡотоева, Лариса Абдуллина шиғри сәләмдәре менән тәбрикләне. Сәсәниә Розалия Солтангәрәева майҙанға бағышлап ҡобайыр әйтте.
— Беҙ, ҡатын-ҡыҙҙар, балала­рыбыҙ тыныслыҡта йәшәһен өсөн бар көсөбөҙҙө тупларға тейешбеҙ. Республикабыҙҙа милләт-ара һәм конфессия-ара татыулыҡты һаҡлау һәм нығытыу буйынса бик ҙур тәж­рибә тупланған, уның менән уртаҡ­лашҡыбыҙ килә. Үҙебеҙҙең тәжри­бә­­- не тотош планета кимәленә күтәрер инек! Шуға күрә киләһе форумды Башҡортостанда, Өфөлә үткәреү тәҡдимен еткерәм, хөрмәтле Валентина Ивановна! – тип теләген бел­дерҙе Башҡортостан Ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе Рәшиҙә Солтанова.
Көтәбеҙ, донъяуи сараларҙы ҡабул итеп өйрәнгән баш ҡала­быҙҙың һәр яҡлап бүлешер фәһеме, фекере бар.


Автор: Л. СИТДИҠОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнән Каспий буйындағы курорт ҡалаһына тура авиарейстар асылды

Өфөнән Каспий буйындағы курорт ҡалаһына тура авиарейстар асылды 25.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән Каспий буйындағы курорт ҡалаһына тура авиарейстар асылды...

Тотош уҡырға 0

Аҙна башында республикала эҫе була

Аҙна башында республикала эҫе була 25.05.2026 // Йәмғиәт

Синоптиктар йәйгесә эҫе булыуын вәғәҙәләй: +24° алып +30° тиклем....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда популяр курортҡа автобустар йөрөй башлай

Башҡортостанда популяр курортҡа автобустар йөрөй башлай 22.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда популяр курортҡа автобустар йөрөй башлай...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан вуздарына бюджет урындары һаны билдәле булды

Башҡортостан вуздарына бюджет урындары һаны билдәле булды 22.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан вуздарына бюджет урындары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров Ҡырмыҫҡалы районындағы табип амбулаторияһының эшен күрһәтте
Республикала Курбатовтарҙың ишле ғаиләһендә алтынсы сабый тыуған
Өфө блогеры һәм альпинист Рөстәм Нәбиев Эвересты яуланы

Өфө блогеры һәм альпинист Рөстәм Нәбиев Эвересты яуланы 21.05.2026 // Йәмғиәт

Яҡташыбыҙ донъяның иң бейек түбәһенә флаг ҡаҙаған һәм «ҡолағандан һуң тормош бөтә тип уйлағандар ......

Тотош уҡырға 3

«Шүлгәнташ» музейы Лихачев исемендәге Милли премияға лайыҡ булды

«Шүлгәнташ» музейы Лихачев исемендәге Милли премияға лайыҡ булды 21.05.2026 // Йәмғиәт

«Шүлгәнташ» «Милли ҡаҙаныш» номинацияһында еңеү яуланы....

Тотош уҡырға 4

Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта ҡайҙа ҡорбан салырға

Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта ҡайҙа ҡорбан салырға 21.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта ҡайҙа ҡорбан салырға...

Тотош уҡырға 3

Баш ҡалала Ағиҙел йылғаһы күперендә хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Баш ҡалала Ағиҙел йылғаһы күперендә хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 21.05.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалала Ағиҙел йылғаһы күперендә хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан торлаҡ-коммуналь хужалыҡты яңыртыу темптары буйынса лидерҙар иҫәбенә инде

Башҡортостан торлаҡ-коммуналь хужалыҡты яңыртыу темптары буйынса лидерҙар иҫәбенә инде 21.05.2026 // Йәмғиәт

Төбәктә 2022 йылдан алып 269 километр инженер селтәрҙәре файҙаланыуға тапшырылған....

Тотош уҡырға 3

Баймаҡта Байсыуаҡовтар ғаиләһендә һигеҙенсе сабый тыуған

Баймаҡта Байсыуаҡовтар ғаиләһендә һигеҙенсе сабый тыуған 21.05.2026 // Йәмғиәт

Баймаҡта Байсыуаҡовтар ғаиләһендә һигеҙенсе сабый тыуған...

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә