Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Етмеш йылдан һуң осрашыу
Етмеш йылдан һуң  осрашыу Кеше яҙмышы йәйғор төҫөнән дә сағыуыраҡ. Быға иманым камил. Бөйөк Ватан һуғышы яҙмыштарҙы пыран-заран килтерҙе — ҡатындарҙы — тол, балаларҙы етем итте, туғандарҙы төрлө тарафҡа таратты. Ҡәһәрле һуғыштың шаңдауы әле лә тынмай.

Дәүләтҡол ауылында ты­уып үҫкән Тимербулат Хәй­буллинға – 86 йәш. 1941 йылда атайҙарын фронтҡа оҙаталар. Әсәләре өс бала — Тимербулат, Кәшифә, Насип — менән тороп ҡала. Ғаилә яу яланынан бер нисә генә хат алып өлгөрә. Фәт­хелислам Динислам улы Сталинград һуғышында ҡа­ты яраланып, гос­питалгә элә­гә, ошонан һуң уның ме­нән бәйләнеш өҙөлә.
Ауылда аслыҡ ҡотора, ҡаты ауырыуға дусар булған Миңъямал инәй Кәшифәһен юғалта, бер аҙҙан үҙе лә вафат була. Ғүмеренең был осорон Тимербулат бабай ҡурҡыныс төш кеүек хәтерләй.
Әсәләрен ерләгәндән һуң берҙән-бер ҡустыһы Насип­ты һаҡлап ҡалыр өсөн үҫмер уны Ергәндә ваҡыт­лыса асыл­ған балалар йортона алып килә. Аслыҡтан йон­соған алты йәшлек ҡусты­һын ҡалдырғанда, кү­ңелен­дә ниндәй тойғолар көрәш­кәнен ул үҙе генә аң­ла­ған­дыр. Тәҙрәнән илап ҡул болғап ҡалған һын ғүмер буйы уға тынғылыҡ бирмәй. Үҙе иһә ниндәй ҙә булһа һөнәр алыу маҡсаты менән Воскресенскиҙа асылған ФЗО-ға юллана. Ҡустыһын өҙөлөп һағынған Тимербулатты Ергәндә күңелһеҙ хәбәр ҡаршылай — бала­ларҙы Өфө ҡалаһына күсер­гәндәр.
12-14 йәшлек малай нимә эшләй алһын, Дәүләтҡолға еткәнсе туғанын юғалтыу ҡайғыһынан күҙ йәштәрен түгә. Һуңғы өмөтөн, һуңғы терәген билдәһеҙлек йота.
…Бөйөк Еңеү көнөн ул яланда шатлыҡ һәм юғалтыу йәштәре аша ҡаршылай. Аслыҡтан вафат булған әсәһе менән Кәшифә һең­леһе, ҡаһармандарса һәләк булған атаһы, яҙмышы бил­дәһеҙ Насип ҡустыһы — ошондай кисерештәргә йө­рәк нисек түҙҙе икән?!
Тормош дауам итә. 1949 йылда ауылдың иң сибәр ҡыҙы Кинйәсолтан Кинйәбай ҡыҙы менән ғаилә ҡоралар. Ете бала үҫтерәләр. Ғүмер буйы механизатор булып эшләй, төрлө маҡтаулы исемдәргә, наградаларға лайыҡ була.
Күптән түгел Тимербулат бабайҙың Мәскәү өлкә­һендәге Иваново ҡалаһында йәшәгән Гөлфиә исемле ҡыҙы рәсәйҙәр яратып ҡара­ған “Көт мине” тапшырыуына Насип бабайы тураһында мәғлүмәт ебәреп ҡарарға йөрьәт итә. Бындай хат-үтенес менән ғаилә республика архивына ла, балалар йортона ла, дауаханаларға ла мөрәжәғәт итә, тик фәтүә булмай.
Ниһайәт, 74 йыл үткәс, Баймаҡ районының Темәс ауылында Насип Хәйбуллин исемле кеше йәшәүе, уның балалар йортонда тәрбиә­ләнеүе, архив документ­тарының яныуы һәм ата­һы­ның исемен хәтерлә­мәүе сәбәпле икенсе исем менән теркәлеүе тураһында хәбәр килә.
Ауылынан алты йәшендә сығып киткән Насип ағайға теүәл 74 йылдан һуң ғына кендек ҡаны тамған Дәү­ләтҡолға әйләнеп ҡайтыу бәхете тейә. Бер туған­дарҙың төҫ-фиғеле, ҡыла­ныш­тары, хатта атлауҙары ла оҡшаш.
Бөгөн улар өсөн Һуҡайлы йылғаһы аръяғында иң сағыу йәйғор ҡалҡты. Өмөт-ышаныстарын юғалтмай, оҙаҡ йылдар бер-береһенең иҫәнлеген тойоп йәшәгәндәр хөрмәтенә балҡығандыр ул.








Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 434

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 332

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521