Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Әүҙемлек һәм дәррәүлек күҙәтелде
Бәләбәй
Райондағы Надеждин ауылының С.Т. Аксаков исемендәге 1222-се участкаһында 511 һайлаусының күпселеге тауыш бирҙе.
Әйткәндәй, республикабыҙҙа исемле бер нисә участка бар. Бындай сараның маҡсаты — һайлаусыларҙың иғтибарын тыуған яҡ тарихына йәлеп итеү, уларҙа ватансылыҡ һәм Тыуған илгә һөйөү тойғоһо тәрбиәләү, һайлауҙа ҡатнашыуға яуаплылыҡты арттырыу. С.Т. Аксаков исе­мен­дәге участкала тәүгеләрҙән булып Әлфинә Ғәтиәтуллина тауыш бирҙе. Ул Аксаков исемен­дәге шифаханала санитарка булып эшләй. Әлегә тиклем бер генә һайлауҙы ла ҡал­дыр­ма­ған, данлы яҡташының исеме менән бик ғо­рур­лана. Бәләбәй ауыл хужалығы техникумы сту­денты Алексей Акимов иң йәш һайлаусы булды был көндө. Участка комиссияһы ағза­ла­рының, матбуғат вәкилдәренең айырым иғти­бары ла, йылы һүҙҙәр һәм бүләктәр ҙә тап уға эләкте.

Ҡалтасы районы
Берҙәм тауыш биреү көнөндә һигеҙ ауыл Советына 181 кандидат араһынан 85 депутат һайланды. Был мөһим сараны 26 участка һайлау комиссияһы ойошҡанлыҡ менән үткәрҙе. Һәр ерҙә лә халыҡҡа тейешенсә иғтибар булды: беренсе килгәнгә һәм 291 йәш һайлаусының һәр ҡайһыһына иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Урта һәм оло йәштәгеләр айырыуса әүҙемлек күрһәтте, һәр участкаға улар тәүгеләрҙән булып килде. 80 йәштән уҙғандар иһә алдан тултырылған ғаризаларына ярашлы башлыса өйөндә тауыш бирҙе. Улар араһында 103 йәшлек Анна Добрыднева ла бар. Участка һайлау комиссияһы ағзалары райондың иң оло йәштәге һайлаусыһына гөлләмә менән иҫтәлекле бүләк тапшырҙы.

Краснокама районы
Яңы Хажи ауылында йәшәүсе Ғиздидйыһан Бәхтиева инәй 1915 йылда тыуған. Оло йәше һәм сәләмәтлеге арҡаһында ул өйҙә тауыш бирергә теләгәнен участка һайлау комис­сияһына алдан хәбәр иткән һәм үҙенең был хоҡуғын файҙаланды.
Сәскә һәм күстәнәс менән килгән комиссия ағзаларын әбей яҡты йөҙ менән ҡаршыланы. Уларға рәхмәттәр әйтеп, эштәрендә уңыштар һәм изгелек теләгәс, депутатлыҡҡа кандидат­тарҙың исем-шәрифтәрен тағы ла бер иҫенә төшөртөп, үҙаллы тауыш бирҙе.
Район буйынса ойошторолған 37 һайлау участкаһында ла тауыш биреү ҙур ойошҡанлыҡ менән үтте. 14 ауыл Советына теркәлгән 288 кандидат араһынан халыҡ лайыҡлы тип тапҡан һәм үҙ бурыстарын оло яуаплылыҡ менән үтәй алырлыҡ 137 депутат һайланды. Һәр ерҙә байрам кәйефе күҙәтелде, милли һәм заманса көйҙәр яңғыраны. Район үҙәге Николо-Березовкала тауыш бирергә килеүселәр бер ыңғайы ауыл хужалығы йәрминкәһенән аҙыҡ-түлек һәм үҙҙәренә кәрәкле башҡа төр тауар һатып алды.

Туймазы
50-се Туймазы бер мандатлы округында Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутатын өҫтәмә һайлауҙа халыҡтың 42,1 проценты тауыш бирҙе. Округта йәмғеһе 53 509 һайлаусы теркәлде.
Берҙәм тауыш биреү көнөндә шулай уҡ райондағы 18 ауыл Советына депутаттар һайланды. Теркәлгән 394 кандидаттың 182-һе депутат мандатына эйә булды. Ҡайһы бер округтарҙа ҙур көнәркәшлек күҙәтелде. Мәҫәлән, Ҡандра ауыл Советындағы 15-се һайлау округында бер мандатҡа дүрт кеше дәғүә итһә, Серафимовка ауыл Советындағы 7-се округта — бишәү.

Учалы
Районда ауыл биләмәһе депутаттарын һайлау өсөн төрлө партияларҙан 387 кандидат теркәлгәйне. Улар араһында үҙ-үҙен тәҡдим итеүселәр ҙә булды.
Иң йәш кандидатҡа — 22, ә иң өлкәненә 69 йәш. Ир-егеттәр — 238 (61%), ҡатын-ҡыҙҙар — 149 (39%). Поляковка ауыл Советында ғына гүзәл зат әүҙемерәк булып сыҡты: бында 20 кандидаттың 16-һын улар тәшкил итте. Учалы ҡала Советы депутатлығына кандидаттарҙың барыһы ла — ир-егет.
Берҙәм тауыш биреү көнөндә районда 45 һайлау участкаһы эшләне. Уларҙа ауыл билә­мәһе советтарына 171 һәм Учалы ҡалаһындағы 5-се участкала уҙғарылған өҫтәмә һайлауҙа бер депутат мандаты өсөн дәғүәләштеләр. Территориаль һайлау комиссияһы мәғлүмәттәренә ярашлы, исемлектәргә район ауылдарында — 29 599, Учалыла иһә 1 328 кеше индерелде. 172 граждан ваҡытынан алда тауыш биреү хоҡуғынан файҙаланған.

Яңауыл районы
18 ауыл Советына депутаттар өсөн тауыш биреү үткәргән 33 участка һайлау комис­сияһының эшен төрлө сәйәси партияларҙың һәм кандидаттарҙың вәкиле булған 40 күҙәтеүсе ҡараны, улар тарафынан ниндәйҙер ҡанун боҙоуҙар теркәлмәне. Бар ерҙә лә был сара ойошҡанлыҡ менән үтте. Һайлаусыларҙың кәйефе яҡшы ине. Мәҫәлән, Зайцев ауылында урынлашҡан 3444-се һайлау участкаһына ирле-ҡатынлы Әминә Хәмит ҡыҙы менән Михаил Викторович Недорезовтар улдары Александр һәм ҡыҙҙары Юлиә менән бергә килгәйне.
— Нәмә генә тиһәләр ҙә, минеңсә, һайлауҙа мотлаҡ ҡатнашырға кәрәк, — тип үҙ фекере менән уртаҡлашты ғаилә башлығы Михаил Викторович. — Беҙҙең мәнфәғәтте яҡларлыҡ кандидат өсөн тауыш бирергә кәрәк.
— Нисек ошондай мөһим саранан ситтә ҡалаһың? Лайыҡлылар араһынан иң ышаныс­лыһын үҙебеҙ һайларға тейеш, — тип иренең һүҙҙәрен ҡеүәтләне Әминә Хәмит ҡыҙы.
Александр менән Юлиә лә ата-әсәһенең фекеренә тулыһынса ҡушылды һәм үҙҙәренең ышанысын аҡларлыҡ кандидат өсөн тауыш биргәнен белдерҙе.
Яңы Артауылдың иң өлкән кешеһе Йыһанур Хәбибьян ҡыҙы Хәкимова һайлау участкаһына сәғәт 8 тулғансы уҡ килде. Уның асылғанын сабыр ғына көтөп алған 99 йәшлек инәй иң беренсе булып үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәне.
— Бәлиғ булғандан бирле бер һайлауҙы ла ҡалдырманым, — тине ветеран оло ғорурлыҡ менән. — Иң мөһиме — донъялар имен торһон, аслыҡ күрергә яҙмаһын, һәр кемдең эше булһын.









Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 096

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 894

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 436

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 337

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523