Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Ғәйнәләр башҡорт ҡәбиләләре араһында иң боронғоларҙан һәм күп һанлыларҙан иҫәпләнгән. Әле улар Башҡортостандың Асҡын һәм Тәтешле, Пермь өлкәһенең Барҙа, Ҡуйыҙа, Пермь райондарында йәшәй. Барҙа районының Тулва йылғаһы буйында, мәҫәлән, һуңғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса 49 мең башҡорт йәшәүе асыҡланды.


Ғәйнәләр торған урындар хаҡында мәғлү­мәт ХVIII—XIX быуаттар сығанаҡтарында йыш осрай. 1841 йылда хәрби топографтар тарафынан ауылдарҙың тулы исемлеге бирелгән. Мәскәүҙең Үҙәк дәүләт хәрби архивында һаҡланған мәғлүмәттәр нигеҙендә уларҙы һанап китәм. Башҡорттар Елпачиха, Уймуйын, Федорий, Устунтор, Ҡашҡа, Ишмен, Кәкерсе, Күҙемйәр (йәки Әүжән), Сыуаш, Ҡудаш, Аҡбаш, Ишем, Чалый, Яңы Бисура, Барҙыбаш, Моста, Березники, Барҙым, Чита, Краснояр, Айлуш, Төндөк, Шлыҡ, Иҫке Әшәп, Солтанай, Һиҙән, Батырбай, Иҫкилде, Һараш, Танып, Яңы Әшәп, Үрге Әшәп, Иҫке Пайтин, Мәмәт, Яңы Ҡайпан ауылдарында йәшәгән. Был төйәктәр Пермь губернаһының Аса өйәҙенә ҡараған, Пермь өйәҙендә Ҡуян һәм Ҡолтай тигән боронғо башҡорт ауылдары ла булған. Бөгөн дә уларҙың исемен һаҡлаған Барҙым, Березники, Елпачиха, Краснояр, Күҙемйәр, Яңы Әшәп ауыл Советтары бар, Ҡуян менән Ҡолтай ауыл Советтары ла һаҡланған.
Мәскәүҙәге архивтарҙың береһендә ғәйнәләрҙең килеп сығыуы хаҡында бик ҡыҙыҡлы документ һаҡланған. ХVIII быуат аҙағына ҡараған был ҡағыҙҙа: “Улар үҙҙәрен башҡорт тип иҫәпләй һәм... Болғар өлкәһенән сыҡҡан тархандарҙан тип йөрөтә. Һөйләүҙәре буйынса, ХII быуат аҙағында улар йәшәгән урынын ташлап киткән һәм Урал тауҙары араһына килеп һыйынған. Ҡайһы берҙәре Пермь губернаһына урынлашҡан”, — тип яҙылған. Төньяҡ башҡорттарының тарихын яҡшы белгән титуляр советник Н. Попов ғәйнәләрҙең Болғар өлкәһендә йәшәгән тархандарҙан сыҡҡанын раҫлай. Әйткәндәй, был бер башҡорт халҡы өсөн генә хас түгел, башҡа халыҡтарға ла ҡағыла. Ғәйнәләрҙең сығышы хаҡында профессор Р. Кузеевтың ҡарашы иғтибарға лайыҡ. Уның фекеренсә, тархан этнонимы Дунай болғарҙары — венгрҙар — Волга буйҙары — башҡорттар сылбырын аңлата. Был берләшмәләр араһында бәйләнеш күптән йәшәгән. Этноним Волга буйынан көнсығышҡа һәм төньяҡ-көнсығышҡа таралған. Күсеп килгән болғарҙар араһында хәҙерге Башҡортостан ерендәге тархан ғәйнәләр ҙә булған. Улар юрматы, йәнәй һәм башҡа ырыуҙар менән бергә башҡорт этносының үҙәген тәшкил иткән. Ғәйнәләр үҙҙәренең боронғо илен — Болғар өлкәһен — ташлап киткән. Сығанаҡтар буйынса, Кама буйында башҡорттар ХIII—XIV быуаттарҙа барлыҡҡа килгән, ләкин XII быуатта уҡ ғәйнәләрҙең Көньяҡ Уралға күсеүе күрһәтелгән. Башҡортостанға ғәйнәләр Танып йылғаһы буйлап төшкән. Артабан улар ҡатайҙар һәм ҡыпсаҡтарҙың төньяҡ-көнсығышҡа күпләп күсеүе арҡаһында төньяҡҡараҡ киткән. Ошо мәлдә ғәйнәләр ҡыпсаҡтар менән ныҡ аралашҡан.
Ғәйнәләрҙең һаны хаҡында ла мәғлүмәт байтаҡ. Аса өйәҙендәге 28 ауылда — 6773, Пермь өйәҙендәге икәүҙә 1147 кеше йәшәгән. Ә инде 1841 йылда был ике өйәҙҙә башҡорттарҙың һаны — 14 меңдән, ә 1853 йылда 18 меңдән ашыуға еткән.
Билдәле булыуынса, 1798—1865 йылдарҙа Башҡортостанда идара итеүҙең кантон системаһы булған. Башҡорттар хәрби казак сословиеһына ҡараған. Ғәйнәләр беренсе кантонға ингән. 1828 йылда унда бер нисә обер-офицер, сановниктар, писарҙар, бер нисә мең казак иҫәпләнгән. Артабанғы мәғлүмәттәр буйынса, ХIХ быуат уртаһына хеҙмәткәрҙәр һаны кәмегән. Был батша хөкүмәтенең төньяҡ башҡорттарҙы хәрби хеҙмәткә әҙерләп йәлеп итеүе менән аңлатыла. Беҙҙә элек ҙур етәкселәр байҙар араһынан сыҡҡан тигән хата ҡараш йәшәгән, ғәмәлдә иһә ябай кешеләр араһынан сыҡҡан хеҙмәткәрҙәр ҙур ғына уңышҡа өлгәшкән. Мәҫәлән, беренсе кантонда ябай ғаиләнән сыҡҡан Баһауетдин Мөхәмәҙиев етәкселек иткән. Ул башта казак, һуңынан сотник, есаул булған. Баһауетдиндың Елпачихала ике йорто һәм ике тирмәне иҫәпләнгән. Ике ҡатынынан тыуған өс ул һәм дүрт ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән. Кантон етәксеһе Сәйфелмөлөк Мәхмүтов тә ябай ғаиләлә тыуып үҫкән. Ул да түбәндән юғарыға үрләгән.
Ҡуян һәм Ҡолтай ауылында йәшәгән ғәйнәләрҙең игенселек менән шөғөлләнеүе хаҡында яҙма документ бар. Бынан 350 йыл элекке мәғлүмәт башҡорттарҙың шөғөлө хаҡында тулыһынса күҙалларға мөмкинлек бирмәһә лә, ҡайһы бер яҡтан бик ҡиммәт. Ғәйнәләр ултыраҡ тормошҡа һәм игенселеккә башҡаларҙан иртәрәк күскән. Көнгөр бургомистры Юхнев яҙған мәғлүмәттәр ошо хаҡта һөйләй: “Аса юлы башҡорттары йорттарҙа йәшәй. Уларҙың сәсеүлеге һәм игене күп, йәйге мәлдә дала буйлап күсеп йөрөмәйҙәр, урыҫтар кеүек өйҙәрҙә йәшәйҙәр. Башҡа халыҡтарҙыҡы кеүек, уларҙың да малы ишле, бесәнде күп сабалар”.
Башҡорттар игенселектән башҡа малсылыҡ, ағас әҙерләү, һунарсылыҡ һәм умартасылыҡ менән дә шөғөлләнгән. Н. Попов ғәйнәләрҙең көнкүреше хаҡында ентекләп яҙып ҡалдырған. Башҡорттар, ти ул, малдарын ҡыш мәлендә үҙ йортонда тота, шулай ҙа игенселек — уларҙың йәшәүенең төп сығанағы. Ер эшкәртеү өсөн һуҡа, тырма, ураҡ һәм салғы ҡулланғандар. Йәйге осорҙа ғәйнәләр төп йәшәгән урынынан алыҫ түгел йәйләүҙәргә күсә торған булған. Бында инде торлаҡты ваҡытлыса ғына иҙәнһеҙ, тәҙрәһеҙ, түбә таҡтаһыҙ төҙөгәндәр.
Архив сығанаҡтары ер биләмәләренең күләме хаҡында ла фекер йөрөтөргә мөмкинлек бирә. Байтаҡ ҡына ауылдарҙа (Ишмен, Барҙым, Краснояр, Шлыҡ, Иҫке Әшәп, Танып) ни бары берәр дисәтинә иген сәсһәләр, башҡа ауылдарҙа — ике-өс, ә бына Ишем ауылында 12,7 дисәтинә сәскәндәр.
Игенселектең алға китеүе арҡаһында уны эшкәртеү ҙә ярайһы уҡ яҡшы үҫеш алған. Бында һәр ауылдың үҙенең, ҡайһы берҙәренең икешәр-өсәр тирмәне булған. 189 йорттан торған Елпачиханың Әмзе йылғаһында өс тирмәне булған. Улар өсөн йылға һәм быуалар бик оҫта файҙаланылған.
Ғәйнәләрҙең малсылығы хаҡында ла документтар байтаҡ мәғлүмәт килтерә. Аса өйәҙе хужалыҡтары буйынса фекер йөрөткәндә, ҡайһы бер ауылдарҙа һәр ихатаға бер-ике һыйыр малы, бәғзеләрендә өс-дүрт, бер нисәһендә бишәр баш тура килеүе хаҡында әйтелә, һәр ихатала бер-ике ат, бынан тыш, һәр ғаиләнең һарыҡ-кәзәһе булған. Документтар буйынса фекер йөрөткәндә, һыйыр малдары төп урынды биләгән, артабан — йылҡы һәм һарыҡ-кәзә. Малсылыҡта ошондай структура — бөтә урында ла бер сама тиерлек.
Ғәйнәләрҙең хужалығында ағас эше байтаҡ урынды биләгән. Улар төҙөлөш өсөн ағас киҫкән, һал ағыҙған, йүкә әҙерләгән, ыҫмала һәм дегет ҡайнатҡан. Пермь өйәҙендә, документтар буйынса, бер йылда нисә күнәк дегет ҡайнатылыуы, күпме тал ҡайырыһы, күпме һалабаш һалыныуы хаҡында мәғлүмәттәр бирелгән. Улар металлургия заводтарында үҙләштерелгән.
Ғәйнәләр умартасылыҡ менән дә ихлас шөғөлләнгән. Бигерәк тә тәүге осорҙа солоҡсолоҡ киң таралған булған. Ләкин артабан иҡтисади яҡтан файҙалыраҡ ысулға күскәндәр — рамлы умарталарҙа күс тоторға өйрәнгәндәр. Бында йәшәгән халыҡтың көнкүреше һәм мәҙәниәте лә үҙгәртеп ҡоролған. Игенселек уларҙың эшмәкәрлегенә төп йүнәлеш биргән. Малсылыҡтан был тармаҡҡа күсеү уларҙың көнкүрешен үҙгәрткән. Хәҙер башҡорт ауылдары урыҫтарҙыҡынан бер ни менән дә айырылмай башлаған. Йорттар элекке кеүек ойҡашып түгел, ә туп-тура урамдар булып урынлаштырыла, урыҫ мейесе менән йылытыла башлаған.
Ғәйнәләрҙең күбеһе Пермь өлкәһе составында йәшәгән, ләкин бындағы башҡорттар төп башҡорт халҡы менән бәйләнешен өҙмәгән. Был бигерәк тә идара итеүҙең кантон системаһы мәлендә көслө булған. Ләкин Октябрь революцияһынан һуң ғәйнә башҡорт­тарының Башҡортостан менән бәйләнеше насарайған. Бында йәшәгән башҡорттарҙың үҙаңы һүнмәгән. Бына ни өсөн һәр төрлө йәмәғәт ойошмаларының бындағы халыҡ менән мөнәсәбәтте һәм бәйләнеште нығытырға ынтылыуын хуплағы килә. Бигерәк тә туған телде уҡытыуға, халыҡтың тарих һәм мәҙәниәтен өйрәнеүгә ынтылышты бөтә яҡлап яҡларға кәрәк. Ғалимдар, яҙыусылар, сәнғәт эшмәкәрҙәре был мәсьәләләрҙә республиканан ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙгә ярҙам ҡулы һуҙырға тейеш.

Рим ЯНҒУЖИНдың “Башҡорт ҡәбиләләре тарихынан” китабынан.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Рияз
    Рияз от 13.09.2015, 09:07
    Рим ағай был китабын нисәнсе йылдарҙа баҫтырғайны? Тиҫтәләр йылдар үтеп китте бит. Статистик күрһәткестәр хәҙер ныҡ үҙгәрҙе. Унан да бигерәк, хәҙерге Пермь башҡорттарының үҙҙәренең фекерен белергә зарури. Мин Барҙы районында һуңғы биш-алты йылдарҙа ике тапҡыр булдым. 1990-2000 йылдарҙа терелә башлаған башҡортлоҡ рухы һүнә барғанын шәйләнем. Башҡорт теле һәм мәҙәниәте уҡытылмай, башҡортса матбуғат юҡ, башҡорт ауылдары бөтөп бара, йәштәр татарлашҡан, дөрөҫөн әйткәндә, руслашҡан... Хатта оло йәштәгеләр ҙә "бзҙнең ата-бабалар башҡырт булғаннар, ә без үҙебеҙ татарларбыз", тип торалар. Башҡортостан Республикаһы идаралағында башҡорттар ҡайғыһы юҡ, ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙгә иғтибар юҡ. Хатта ки республикала йәшәгән башҡорттарҙы йәберләйҙәр... Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитеты эшләмәй, сөнки башҡорттар тураһында ҡайғыртыу урынына, нисектер булһа ла ошо финанс-олигархик режимды һаҡларға һәм нығытырға көс һала...

  2. Сайыр
    Сайыр от 16.09.2015, 00:19
    Салауат Хәмиҙуллин ырыуҙар тураһында китаптар сығара түгелме?
    Ә ниңә уларҙан материал бирмәҫкә гәзиттә? "Киске Өфө" бик матур яҙа бит, халыҡҡа аңлатырға кәрәк башҡорттоң ырыуҙары күплеген.

  3. Рияз
    Рияз от 18.09.2015, 07:49
    Мөхтәрәм Admin, рәхмәт иғтибарығыҙ өсөн. Мин үҙем күргәнде генә яҙҙым. Бәлки Һеҙгә фәнни рациональ ойошторолған идаралыҡ менән байҙар ойошторған идаралыҡ араһындағы айырмалыҡты белеү заруриҙыр? Миллиардерҙар бер ваҡытта ла халыҡсан демократик ғәҙел йәмғиәт төҙөгәне юҡ. Әгәр улар ундай ҡоролош төҙөһә, барыбер ихтилал булып уны бәреп төшөрәләр. Был тарихи ҡанун һәм факт!

  4. adminka
    adminka от 18.09.2015, 12:08
    Хәйерле сәғәттә, Рияз ҡәрҙәш! Мин һеҙҙең тел төбөн аңлаған кеүекмен. Башҡорт ҡоролтайының яңы башҡорт байҙарын үҫтерергә, үҙ буржуазиябыҙҙы булдырырға теләүенә ҡаршыһығыҙ, тигән фекер тыуғайны башта. Пермдәге ғәйнәләргә килгәндә, ысынлап та, хәлдәре бик мөшкөл.






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 1 226

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 965

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 1 151

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 1 260

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 1 081

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 1 268

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 1 056

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 1 342

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 367

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 304

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 311

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 260