Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Тыл һәм хеҙмәт ветераны булараҡ, икенсе тапҡыр Өфөнөң Туҡай урамында урынлашҡан госпиталдә һаулығымды нығытыу бәхете тейҙе.
1862 йылда Өфөлә ҡатын-ҡыҙҙар өсөн епархиаль училище төҙөлә, һәм был уҡыу йортонда 1917 йылға тиклем йөҙәрләгән ҡыҙ белем ала, тәрбиәләнә. Революциянан һуң бинаны хәрбиҙәрҙе дауалау маҡсатында файҙаланалар. Әлбиттә, бөгөн уның тәғәйенләнеше ныҡ үҙгәртелгән, яңыртылған. 1994 йылдан ҡала госпиталендә һуғыш, тыл ветерандары һәм инвалидтары дауалана ине. Бөгөн ул республика ветерандарының һәр категорияһын ҡабул итә. Ике быуатҡа яҡын элек төҙөлгән бина бөгөн дә мөһабәтлеген юғалтмаған, эсенә инеү менән кешелеклелек, йылылыҡ бөркөлөп тора. Әүәлге хеҙмәт кешеләренең үҙ эшенә яуаплылығы йорттоң сифатында асыҡ күренә — эске һәм тышҡы архитектураһының үҙенсәлеклелеге һоҡландыра.

Дауалау учреждениеһында баш табип булып бик күптәр эшләгән. Бөгөн иһә Белорет егете, Баш­ҡортостан дәүләт медицина институтын тамамлап, байтаҡ дауаханала ябай табип, баш табип та булып эшләп, бай тә­жрибә туплаған медицина фәндәре кандидаты, рес­публиканың атҡаҙанған врачы Хәлил Мостафин етәкселек итә. Эргәһенә белемле, эшлекле, ышаныслы, үҙ бурыстарына яуаплы ҡараған кешеләрҙе туплай алған Хәлил Мөжәүир улы. Дауаханала һигеҙ бүлексә бар. Һәр береһендә медицина фәндәре докторҙары һәм кандидаттары, юғары категориялы врачтар, егәрле шәфҡәт туташтары хеҙмәт итә. Дауаханала тәртип, бөх­тәлек хөкөм һөрә. Бында әҙәп, ябайлыҡ, яҡшы мөнә­сә­бәт, тәртип һаҡланған. Был, әлбиттә, хужаның та­л­апсанлығынан, кешегә ҡарата яҡшы иғтибарҙан килә.
Ауырыуҙарҙың һаулығын тергеҙеүгә ярҙам итеү бүлегенә юғары категориялы табип, медицина фәндәре кандидаты Ирина Кудрявцева етәкселек итә. Бүлек белгестәре һәр кемдең күңеленә юл таба белә, ололарҙа артабан йәшәүгә өмөттө нығыта. Бында йөрәк-ҡан тамырҙары, тын юлы, ашҡаҙан-эсәк, аяҡ-ҡул эшмәкәрлеген еңеләйтеү өҫтөндә эшләйҙәр.
Нервыһы ҡаҡшағандар ҙа дауалана бында. Ундай йүнә­лештәге бүлеккә юғары категориялы табип, Баш­ҡортостандың һаулыҡ һаҡлау отличнигы Наталья Хәбибрахманова етәкселек итә. Бында күберәк Афған, Чечен һуғыштары ветерандары, Чернобылдәге һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашып һаулығын юғалтҡандар килә.
Медицина фәндәре докторы, профессор, юғары категориялы табип Рафаэль Еникеев төрлө фажиғәләргә эләгеп тән йәрәхәте алғандарҙы аяҡҡа баҫтырыусы бүлектә мөдир булып эшләй. Был бүлексә БДМУ-ның травматология кафедраһы хеҙ­мәт­кәрҙәре менән бер­лектә хеҙмәтләндерә, оло йәштәгеләргә пластик операция эшләү, яһалма быуындар ултыртыу ҙа — улар иңендә. Күп осраҡта уларҙың эшенән ауырыуҙар ҡәнәғәт. Кешене үлем тырнағынан тартып алып, ғүмер бүләк итеүсе реанимация бүлеге 1969 йылда ойошторолған, бөгөнгә тиклем уңышлы эшләп килә.
Бер ауырыуҙы ла тулыһынса тикшермәй тороп дөрөҫ дауалау мөмкин түгел. Был өлкәлә, әлбиттә, диагнос­тика үткәреүселәрҙең эшенә ниндәй генә баһа бирһәң дә аҙ кеүек. Функциональ диагностика бүлеге бөгөнгө ҡатмарлы аппаратуралар ярҙамында эске ағзаларҙы ентекләп ҡарау мөмкинлеге алған. Бында эштең артабанғы уңышы бүлек мөдире Флүзә Фәттәхованың ойоштороу һәләтенә генә түгел, юғары квалификациялы белгес булыуына ла бәйле.
Госпиталдә Юрий Еникеев етәкләгән лаборатория ла эшенең ҡатмарлылығы һәм яуаплылығы менән функциональ диагностика бүлегенән бер нисек тә айырылмай.
Физиотерапия бүлексәһе дауаланыу осоронда кешеләргә өҫтәмә көс бирә, ауырыуҙы еңеүҙә ярҙамлаша. Был бүлеккә әле эшенә оло яуаплылыҡ менән ҡараған Гөлнара Йәмилева етәкселек итә.
2011 йылда шәфҡәт туташтары бүлексәһе нигеҙендә яңы терапия бүлеге эшләй башлаған. Ул оло һәм урта йәштәрҙәге хроник сирлеләр, йә булмаһа айырым бағыуға мохтаждар өсөн тәғәйенләнә. Елена Алексеева ҡулы аҫтындағы был бүлек БДМУ-ның терапия ка­федраһы хеҙмәткәрҙәре менән тығыҙ бәйләнештә тора. Ул профессор Л.Н. Минһажетдинова, доценттар С.С. Мәҡсүтова һәм С.А. Фрид ҡарамағында ғилми эш тә алып бара. Ҡыҫҡаһы, кеше хәлен яҡшыртыу, ғүмерҙе оҙайтыу өсөн яңы ысулдар, алымдар уйлап табып, уларҙы ғәмәли эштә ҡулланыу өсөн бер туҡтауһыҙ хеҙмәт итәләр.
Бинала ҙур ремонт яһалған, мебель яңыртылған. Хатта ауырыуҙар өсөн яраҡлаштырылған яңы карауаттар алынған, бөгөнгө медицина талаптарына яуап биргән ҡиммәтле аппаратуралар килгән. Дауаханала урын тар, әммә унда киң күңелле, республика халҡына тоғро белгестәр хеҙмәт итә.
Госпиталдең дауалау даирәһе киңәйә. Шуныһын билдәләгем килә: бында ауырыуҙарҙың рухи донъяһына иғтибар ҙур. Һәр ҡатта китапхана бар, ҙур залда аҙна һайын концерттар ойошторола, төрлө телдә гәзит-журналдар таратыла, бүлмәлә радиоалғыстан яңылыҡ тыңлап була.
БДМУ студенттары бында ятыусылар менән осрашып, белемен камиллаштыра, йәғни ауырыуҙарҙы дауалау серҙәрен өйрәнә. Киләсәк өсөн көслө врачтар әҙерләүгә ҙур иғтибар бирелә. Ҡыҫҡаһы, ветерандар госпиталенең һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә төп урындарҙың береһен биләгән сағыштырғыһыҙ университет икәнен аңланым.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 096

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 894

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 436

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 337

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523