Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Төбәктең бәҫе –мәғарифтың көсөндә
Төбәктең бәҫе –мәғарифтың көсөндә Хәбәр итеүебеҙсә, яңы уҡыу йылы алдынан редакцияла республиканың мәғариф министры Әлфис Суфиян улы ҒАЯЗОВ менән тура бәйләнеш ойошторолдо. Һәр ваҡыттағыса, халыҡ етәксегә үҙен борсоған төрлө мәсьәлә буйынса мөрәжәғәт итте, тәҡдим менән сығыш яһаны, кәңәш һораны. Сарала яңғыраған һорауҙарға яуаптарҙы һеҙҙең иғтибарға ла еткерәбеҙ, хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ.
Сәбәп бер: балалар аҙ

– Хәйерле көн, Әлфис Суфиян улы! Мин Мәләүез районынан Гөлгөнә Илекәева бу­лам. Яңы уҡыу йылына шатланып аяҡ баҫабыҙ, әм­мә борсолорлоҡ мәсьә­ләләр ҙә етерлек. Әйтәйек, мәғариф тармағында бөгөнгө иң ҡат­марлы проблема – ауыл мәк­тәптәренең ябылыуы. Беҙ­ҙең Сәйеттәге мәғариф учреждениеһына ла ҡур­ҡы­ныс янамаймы икән? Унда әле 70 самаһы уҡыусы белем ала.
– Был күрһәткес ҡәнәғәтләнерлек. Әгәр ошо кимәлдән төшмәһәгеҙ, һеҙҙең мәктәпкә ҡурҡыныс янамаясаҡ. Әлбиттә, район хакимиәтенең ҡарары менән ҡайһы бер класс уҡыусыларын күрше ауылдарға йөрөтөп уҡытыу ихтималлығы бар.
Ғөмүмән, аңлайһығыҙҙыр, мәктәп ябылыуҙың төп сәбәбе – балалар һанының аҙайыуы. Был иҡтисади йәһәттән дә, уҡыусының үҫеше өсөн дә отошло түгел. Күҙ алдына килтерегеҙ: класта ике генә бала белем ала, ти. Сәмләнеп, уҙышып уҡыу, конкуренцияға һәләтле булып буй еткереү мөмкинме? Йәш быуынды бит бөтөн яҡлап камиллыҡҡа ынтылдырырға бурыслыбыҙ.

– Миләүшә Ғәйфуллина булам, Ҡыр­мыҫ­ҡалы районынанмын. Беҙҙең ауыл мәк­тәбе күптән түгел төҙөлдө, әммә уҡыу­сы­ларҙың йылдан-йыл кәмеүе хафаға һа­ла. Белем усағы ике яҡлы, уның берәүһен приют итеп үҙгәртеп булмаҫмы икән?
– Приют булдырыуға килгәндә, ундай учреждениелар һеҙҙең районда бар бит. Башҡа юлды уйларға кәрәк. Иң һәйбәте – мәктәптең мәктәп булып ҡалыуы. Халыҡ һанын арттырыу сараларын тәү сиратҡа ҡуйыу мөһим. Төшөнкөлөккә бирелмәйек, Миләүшә. Һеҙгә, уҡытыусыларға, урындағы халыҡҡа аңлатыу эше алып барыу хаҡында ла оноторға ярамай.
Мәктәп яңы, тинегеҙ. Республикала бындай осраҡтар күп. Күҙ алдына килтерегеҙ: әле республикала 440 меңгә яҡын уҡыусы белем ала, ә мәктәптәрҙә урын 590 меңдән ашыу кешегә иҫәпләнгән. Күпме учреждение буш, файҙаланылмай тора! Сәбәп бер: балалар аҙ. Минеңсә, яңы мәктәп төҙөгән ваҡытта уҡ был төбәкте социаль-иҡтисади йәһәттән үҫтереү хаҡында уйларға кәрәк булған. Халыҡ ауылдан китмәҫ ине. Хәҙер иһә ҡайһы бер урындарҙа йүнле юл да юҡ. Һөҙөмтәлә уҡыусыларҙы башҡа мәктәпкә йөрөтөү ҙә ҙур ауырлыҡ тыуҙыра. Икенсе яҡтан ҡарағанда, юл яҡшы булһа, мәктәп, уҡыусыларһыҙ ҡалған хәлдә лә, буш тормаҫ, ниндәйҙер маҡсатта файҙаланылыр ине.

– Һаумыһығыҙ. Бөрйән районының Мәһәҙей мәктәбенән Сәйҙә Сәйәхова шылтырата. Һеҙгә барлыҡ Бөрйән халҡынан күп сәләм еткерәм. Бөгөн педагогик йә­мә­ғәт­селек мәғариф буйынса район кәңәш­мәһенә йыйылды. Яңы уҡыу йылын яҡшы әҙерлек менән башлайбыҙ. Шыл­ты­ра­ты­уымдың сәбәбе шул: республика етәк­се­легенә, һеҙгә рәхмәт әйтергә теләйем. Районда яңынан-яңы мәғариф учреждениелары төҙөлә, замандан артта ҡалмайбыҙ. Эшегеҙҙә уңыштар юлдаш булһын.
– Рәхмәт. Ысынлап та, Бөрйәндә һуңғы йылдарҙа байтаҡ мәғариф учреждениеһы төҙөлдө, ҡайһыларына ремонт үткәрелде, реконструкция яһалды. Мәҫәлән, бер йыл элек район үҙәгенә яҡын урынлашҡан Баҙал биҫтәһендә заманса балалар баҡсаһы – башланғыс мәктәп асылды. Эш сәфәре менән унда бер нисә тапҡыр булырға тура килде: халыҡ бик ҡәнәғәт. Йәштәр тыуған төйәгендә күпләп төпләнгәнлектән, балалар һаны йылдан-йыл арта. Һөҙөмтәлә урындағы йәшәү шарттары яҡшыра бара, бер кем дә эшһеҙ ултырмай, ниндәйҙер шөғөлө бар. Бөгөнгө ауыл бына шундай булырға тейеш! Юғиһә ҡайһы бер урындарҙа балалар һаны кәмегәнлектән мәктәп ябылыуға мәжбүр ителһә, министрлыҡты, хакимиәтте, директорҙы ғәйепләй башлайҙар. Халыҡ тәү сиратта үҙенә тәнҡит менән ҡарарға өйрәнһен ине.
Шулай уҡ Бөрйәндең район үҙәгендә мәктәп-интернатҡа реконструкция үткәрелә, Ағиҙелдең һул яҡ ярындағы бе­лем усағы ла тотошлай яңыртыласаҡ, проекты төҙөлгән. Ғө­мүмән, тыуым яҡшы булған ерҙә проблема юҡ. Респуб­лика етәкселеге ундай төбәктәрҙе ярҙамынан айырмай.
Дөйөм алғанда, шатланырға урын бар: тотош республика буйынса балалар һаны арта башланы. Сағыштырып ҡарағыҙ: I класҡа барғандар былтыр 45 мең ярым ине, быйыл – 49,5 мең. Тармаҡтағы иң ҡыуаныслы ваҡиғаларҙың береһе был.

Туған тел өйрәнелмәһә...

– Әлфис Суфиян улы, хәйерле көн! Өфө­нән Ләлә Бейешева шылтырата. Һеҙҙе иң тәүҙә яңы уҡыу йылына аяҡ баҫы­уы­быҙ менән ихлас күңелдән ҡотлайым! Мә­ғ­лүм булыуынса, һуңғы йылдарҙа рес­публикала башҡорт телен уҡытыу йә­һә­те­нән байтаҡ уңыш ҡаҙанылды. Рухи ха­зи­набыҙҙы, Аллаға шөкөр, һаҡлап киләбеҙ. Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күпселек осраҡ­та был эштә ата-әсә ҡаршылыҡ тыу­ҙыра – байтағы балаһына телде уҡыт­ҡы­һы килмәй. Быға һуңғы йылдарҙа ныҡлы инандым. Аңлатыу эшен киңерәк алып барырға кәрәк. Туған телдең мәктәптәрҙә генә түгел, балалар баҡсаларында ла нисек уҡытылғанын даими контролдә тотоу мөһим. Был йәһәттән ярҙам итергә әҙермен.
– Бик матур теләк әйттегеҙ, Ләлә апай. Ысынлап та, башҡорт телен дәүләт статусында уҡытыу йәһәтенән байтаҡ эш башҡарҙыҡ. Әммә ҡамасаулыҡ тыуҙырыусылар бар, уларҙың күбеһе – ата-әсә. “Телде уҡытыу ниңә кәрәк? Балама ул мөһим түгел”, – тип фекер йөрөткәндәр ныҡлы хаталана. Уларға аңлатыу эше алып барыу, ысын­лап та, кәрәк. Был йәһәттән, күреп торабыҙ, милли матбуғат саралары, радио-телевидение үҙ һүҙен әйтеп килә. Майҙанды тағы ла киңәйтеү зарур. Һеҙҙең кеүек тынғыһыҙ, әүҙем ағинәйҙәргә айырыуса ҙур ышаныс бағлайбыҙ, Ләлә апай. Мәғариф министрлығы һәр йәһәттән ярҙам итер.
Башҡорт телен уҡытыуға бәйле тағы ла бер мәсьәлә тураһында әйтеп үтәйем. Белем биреү тармағындағы фе­дераль дәүләт стандарттарына һәм 2013 йылдың 1 сен­тябрендә көсөнә ингән “Рәсәй Федерацияһында мә­ға­риф тураһында”ғы Законға ярашлы, яңы төбәк уҡытыу-методика комплекты булдырыу һәм уны федераль исемлеккә индереү зарурлығы тыуҙы. Милли мәктәптә баш­ҡорт телен өйрәтеү өсөн бындай әсбаптар туп­лан­ма­һы әҙер. Ул тиҙҙән тейешле тикшереү үтергә ебәреләсәк.
– Нефтекама ҡалаһынан Салауат Хажиев борсой. Башҡорт телен дәүләт статусында уҡытыу һаман да күп һорау тыуҙыра. Башҡа милләт балаларынан һөйләмдең баш һәм эйәрсән киҫәктәрен эҙләткәнсе, уларҙы телде аңларға һәм һөйләшергә өйрәтергә кәрәк тә бит...
– Был хаҡта бер бөгөн һөйләмәйбеҙ. Ысынлап та, дәреслектәрҙең күбеһенең етешһеҙлеге бар. Был мәсьәләне яйға һалыу йәһәтенән эш алып барыла.
Шул уҡ ваҡытта бер фекерҙе лә әйтмәү мөмкин түгел: барыһын да дәреслектәргә япһарырға ярамай бит. Бөгөнгө уҡытыусыға ижади эшләү йәһәтенән киң мөмкинлектәр тыуҙырылған. Теләк кенә булһын. Башҡорт телен дәүләт статусында өйрәткән педагогтар араһында тап шундай ижади эшмәкәрлек алып барғандарҙы байтаҡ осратырға тура килә. Дәрестәрен “йырлап” үткәрә улар! Быға бер ниндәй дәреслек тә ҡаршы тора алмай. Уҡыусылар ҙа ҡәнәғәт, телде теләп өйрәнә, остазын ихтирам итә. Ошондай уҡытыусыларҙан өлгө алырға кәрәк. Әсбаптар талаптарға яуап бирмәй тип зарланып, ваҡытты бушҡа уҙғарып ултырһаҡ, һөҙөмтә ысынлап та булмаясаҡ. Балалар менән күберәк һөйләшергә, йәнле аралашыуҙар ойошторорға кәрәк. Был йәһәттән элекке уҡытыусыларҙың тәжрибә өлгөһөн ҡулланыу яҡшы булыр ине. Хәтеремдә: улар дәрескә гәзит-журнал алып инеп, донъя, ил, төбәк яңылыҡтары менән таныштыра, фәһемле яҙмаларҙы уҡып ишеттереп, йөкмәткеһе буйынса фекер алышыу уҙғара торғайны. Йәнле аралашыу ғына түгел, күңелдәргә милли матбуғатҡа һөйөү һалыу йәһәтенән дә ҙур тәрбиә сараһы булған бит был!
Әйткәндәй, башҡорт телен туған тел булараҡ уҡытҡан ҡайһы бер педагогтарҙан да дәреслектәрҙе үҙгәртеү зарурлығы тураһында фекер ишетергә тура килә. “Беҙҙең балалар үҙебеҙҙең төбәктәге диалект буйынса белем алһын ине”, – тигәйне республиканың төньяҡ-көнсы­ғышындағы мәктәптәрҙең береһендә эшләгән уҡытыусы. Юҡ, барыбыҙ өсөн дә уртаҡ әҙәби телде һаҡларға бурыслыбыҙ. Уны үҙгәртергә тырышыуҙың, бүлгеләүҙең бик ҡатмарлы эҙемтәгә килтереүе ихтимал. Әҙәби телде һәр кем белергә тейеш. Диалектты ла, һис шикһеҙ, һаҡлау кәрәк. Һәр нәмәнең үҙ урынында булыуы яҡшы.

– Хәйерле көн, Әлфис Суфиян улы! Татарстандан Мәүзир Ғиниәтуллин борсой һеҙҙе. Ике республиканың туған телдәр уҡы­тыусылары тығыҙ хеҙмәттәшлек алып бара торғайны. Был улар өсөн ифрат фай­ҙалы булды. Ошо күркәм баш­ланғысты дауам итергә ине. Һеҙ нисек ҡарайһығыҙ?
– Һис шикһеҙ, хеҙмәттәшлек дауам итергә тейеш. Туғандаш республикаларҙың һәр йәһәттән бәйләнештә йәшәүе зарур. Телебеҙ, мәҙәниәтебеҙ, йолаларыбыҙ оҡшаш, маҡсаттарыбыҙ иш. Бер-беребеҙҙе яҡлап, хуплап, кәңәшләшеп, тәжрибә уртаҡлашып йәшәү көс-ҡеүәтебеҙҙе арттырыр ғына. Хеҙмәттәшлекте дауам итеү буйынса һөйләшеп алырға кәрәк булыр.

Урын мәсьәләһенә
“нөктә” ҡуйылды


– Һаумыһығыҙ. Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Әлиә Әхтәрова булам. Һорауым балалар баҡсаһына бәйле. Урынға сиратым етеп, документ туплау менән мәшғүлмен. Балалар баҡсаһында “ИНН булмайынса, ҡабул итмәйбеҙ”, – тинеләр. Ә балам бер ҡайҙа ла теркәлмәгән, пропискаһы юҡ. Миңә ни эшләргә?
– ИНН һәр кемгә бирелә, уның теркәлеүгә йоғонтоһо юҡ. Был документ бирелгән урынға яңынан барып, мәсьәләгә асыҡлыҡ индерергә кәрәк булыр. Ә балалар баҡсаһынан урын алыуҙа ҡатмарлыҡтар тыуманымы?

– Юҡ, барыһы ла уңай килеп сыҡты. Өл­кән балам тәрбиәләнгән балалар баҡса­һына эләгеүебеҙ айырыуса һөйөндөрҙө. Был йәһәттән һүҙем юҡ.
– Һеҙҙең өсөн ифрат шатмын. Ысынлап та, хәҙер балалар баҡсаларында урын етмәү мәсьәләһе хәл ителде, тиһәк тә була. Шулай ҙа эшмәкәрлеге тергеҙелгән ҡайһы бер мәктәпкәсә учреждениелар төрлө сәбәп менән лицензияһыҙ хеҙмәт күрһәтергә мәжбүр. Әле ундайҙарҙың һаны – 27. Урындағы етәкселәр ошо мәсьәләне контролгә алһын ине.

– Сибай ҡалаһының Алтын биҫтәһендә йәшәгән ата-әсәләр исеменән шылтыратам. Беҙҙә күптән түгел яңы балалар баҡсаһы асылды. Киләсәктә урта мәктәп төҙөү планлаштырылмаймы?
– Әлегә ундай план юҡ. Алтын биҫтәһе бит Сибайға яҡын урынлашҡан, балаларҙы унда уҡытыу өсөн бөтөн мөмкинлектәр бар. Ҡаланың мәктәптәре көслө, заман талаптарына яуап бирә.
Яңы балалар баҡсаһына килгәндә иһә, барлыҡ уңайлыҡтарға эйә һоҡланғыс учреждение асылды. Сабыйын унда биреү бәхетенә өлгәшкән ата-әсәнең шатлығы сикһеҙҙер тип ышанам.

– Рита Һөйөндөкова булам. Ауылда эш булмағас, мәктәп йәшендәге ике баламды алып, Өфөгә килгәйнем. Өсәүләп фатирға түләп йәшәйбеҙ. Балаларҙы интернатҡа VII, VIII кластан ғына алалар икән. Ни өсөн бәләкәйерәк балалар өсөн ошондай учреждение юҡ?
– Мәсьәләне төптәнерәк тикшереп ҡарайыҡ. Ҡалаға килеп, фатирға түләп йәшәргә аҡса түккәнсе, ауылда ҡалып, ниндәйҙер эш менән шөғөлләнеү дөрөҫөрәк булмаҫ инеме икән? Бына ошондай хәлдәр арҡаһында ла төбәктәрҙә уҡыусылар һаны кәмей, һөҙөмтәлә мәктәптәр ябыла.
Интернат асыуға килгәндә, бәләкәй балаларҙың ата-әсәһе янында булыуы яҡшыраҡтыр ул. Тап ошо осорҙа ғаилә тәрбиәһе айырыуса мөһим бит.

БДИ һөҙөмтәләре ҡыуандырырлыҡмы?

– Шишмә районынан шылтыратам. Ауылыбыҙҙан 23 уҡыусы күршеләге мәктәпкә йөрөп уҡый. Беҙҙә Интернет юҡ, шуға күрә балаларға өйгә эште башҡарыуы ҡыйынға тура килә...
– Ә ниңә уҡыусы өйгә эште Интернеттан күсереп яҙырға тейеш һуң ул? Был бит бөтөнләй дөрөҫ түгел. Ғөмүмән, ошо мәсьәлә ҙур хафаға һала. Ниндәйҙер сара күрергә кәрәк. Интернеттан әҙер яуаптарҙы күсереп өйрәнгән бала Берҙәм дәүләт имтиханын нисек тапшырыр? Етмәһә, ҡайһы бер ата-әсә лә был эште хуплап торһа...

– Һеҙҙе Азат Теүәлов борсой, Белорет районынанмын. Ишетеүемсә, математика буйынса быйылғы БДИ-ның һөҙөмтәләре ҡәнәғәтләнерлек булмаған. Бының төп сәбәбе ниҙә икән?
– Мәғлүм булыуынса, математика буйынса быйылғы дәүләт һынауы базалы һәм профилле кимәлгә бүленде. Икенсеһе буйынса һынауҙа ҡатнашҡандарҙың 25 проценты (4 266 кеше) имтиханды тапшыра алманы. Яңынан тапшырғас, был күрһәткес 18,9 процентҡа төштө. Бының төп сәбәптәренең береһе – педагогтарҙың уҡыусыларға дөрөҫ йүнәлеш бирмәүе. Уларға һынау төрөн белем кимәленә ярашлы һайларға ярҙам итеү кәрәк ине. Шул уҡ ваҡытта республиканың юғары уҡыу йорттарына математика уҡытыусыларын тейешле кимәлдә әҙерләү бурысы өҫтәлә. “Икеле” алған уҡыусыларҙы беҙҙең юғары уҡыу йорттарын тамамлаған 700 педагог уҡытҡан. Шуларҙың 239-ы Башҡорт дәүләт педагогия университетында белем алған, ҡалғандары – башҡа дүрт уҡыу йортонан. Был уйланырға мәжбүр итә.
Урыҫ теленән һынау һөҙөмтәһе иһә ҡәнәғәтләнерлек булды.

– Һаумыһығыҙ. Шаран районынан Әлмира Шәйхуллова борсой. Берҙәм дәүләт имтиханын һәйбәт тапшырған уҡыусыларҙың күбеһе республиканан ситтә белем алыуға өҫтөнлөк бирә. Был мәсьәләгә ҡарата ни әйтерһегеҙ?
– Ҙур хафаға һала ул мине. Быйыл да 100 балл йыйған 61 сығарылыш уҡыусыһының 37,2 проценты ғына белем алыуын республикала дауам итергә ҡарар ҡылды. Башҡалары Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡазан, Екатеринбург ҡалаларындағы мәғариф учреждениеларын һайланы. Был йәһәттән, әлбиттә, тәү сиратта беҙҙең ректорҙарға ныҡлы уйланырға, ниндәйҙер сара күрергә кәрәк. Эште мәктәптәр менән тығыҙ бәйләнеш булдырыуҙан, һәләтле уҡыусыларҙы үҫтереүҙән башлау дөрөҫ булыр. Бының өсөн Мәғариф министрлығы тарафынан Университет-мәктәп кластеры булдырырға тәҡдим итәбеҙ.

Социаль мәсьәләләр көнүҙәклеген юғалтмай

– Хәйерле көн, Әлфис Суфиян улы! Өфөнән Айҙар Кәримов булам. Һорауым шул: белеүемсә, Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан мәктәптәрҙә ата-әсәнән аҡса йыйыу булырға тейеш түгел тигән һүҙ булғайны. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уҙған уҡыу йылы тамамланыу менән ремонт өсөн тип “кеҫәне ҡапшай” башланылар. Бер ниндәй килешеү ҙә төҙөлмәй. Был дөрөҫмө?
– Белем биреү, ремонт өсөн ата-әсәнән бер тин дә аҡса алынырға тейеш түгел. Был хаҡта ҡәтғи рәүештә белдергәйнек инде. Ул маҡсаттар өсөн дәүләттән ярҙам бүленә. Ә бына ата-әсә комитеттары, попечителлек советтарының ҡарары буйынса ниндәйҙер ниәттә, мәҫәлән, уҡыусыларҙы театрға алып барыуға, аҡса йыйылыуы ихтимал. Ләкин, ишетеүемсә, кәрәкмәгән саралар өсөн дә матди сығым түккәндәр бар. Әйтәйек, айырыуса ҡалала сығарылыш кисәләрен “иҫтә ҡалырлыҡ шәп” итеп уҙғарырға теләп, хайран ҡалмалы сумма йыйыуҙың ғәҙәткә инә барыуы борсоуға һала. Мәктәп коллективы талап итмәй бит быны, ата-әсә үҙе шулай теләй. Киләсәк быуынға ниндәй тәрбиә бирәбеҙ һуң? Ата-әсә ошо хаҡта уйланһын ине.

– Йәнә бер мәсьәлә борсой. Минең балалар белем алған мәктәптә башҡорт теле дәреслектәре етеш­мәй. Шул уҡ ваҡытта үҙем шаһит булғаным бар: ҡайһы бер мәғариф учреждениелары был китап­тарҙы тоҡлап-тоҡлап сүплеккә сығарып ташлай...
– Барлыҡ белем усаҡтарына ла дәреслектәр тейешле кимәлдә бүленә. Етмәүе мөмкин түгел. Ә китаптарҙы сүплеккә ырғытыу осрағына килгәндә, был хәлдең ҡайһы мәктәптә булғанын әйтегеҙ, тикшерербеҙ.

– Борай районынан шылтыратам. Медицина тикшереүе үткән ваҡытта ниңә уҡытыусыларҙың берәүһенә – бушлай, икенсеһенә түләүле хеҙмәт күрһәтелә?
– Дөйөм тикшеренеү һәр кемгә бушлай уҙғарыла. Ә айырым хеҙмәттәргә түләтеүҙәре ихтимал. Табиптың ҡабул итеүе түгел, ә ниндәйҙер анализ өсөн.

– Илеш районы үҙәгенән Ғәлимә Ғәлиева булам. Юғары категориялы уҡытыусымын, тиҙҙән хаҡлы ялға китәм. Аттестациямдың срогы уҡыу йылының уртаһында ғәмәлдән сыға. Эш хаҡы хаҡлы ялға сыҡҡансы ошо категория буйынса түләнерме икән?
– Борсолмағыҙ, эш хаҡы шул уҡ кимәлдә түләнәсәк, категорияғыҙ һаҡланасаҡ. Рәсәй халыҡ мәғарифы һәм фән хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан республика комитеты менән Башҡортостан Мәғариф министрлығы араһындағы 2015 – 2017 йылдарға иҫәпләнгән тармаҡ килешеүенә ярашлы, квалификация категорияһының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән осраҡта, уҡытыусының аттестация һөҙөмтәләрен иҫәпкә алып билдәләнгән хеҙмәт хаҡы пенсия йәше тулғанға тиклем һаҡланып ҡала.

– Хәйерле көн! Учалы ҡалаһынан Илгизә Солтанова борсой. Үҙем ата-әсәһеҙ үҫкәнлектән, етем­дәрҙең яҙмышына битараф ҡала алмайым. Уларҙың тормошон яҡшыртыу буйынса ниндәй эштәр башҡарылды?
– Етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы ғаиләләргә урынлаштырыу йәһәтенән башҡарылған эште уңышлы тип баһаларға мөмкин. Был йәһәттән айырыуса Мәләүез, Белорет, Бөрө райондары, Нефтекама һәм Өфө ҡалалары хакимиәттәренең тырыш хеҙмәтен билдәләп үтергә кәрәк. Етемдәрҙең кәмеүе балалар йорттарының һанын ҡыҫҡартыуға килтерҙе. Опека һәм попечителлек органдарының хеҙмәте ыңғай баһаға лайыҡ.

– Илгиз Мөниров борсой. Октябрьский ҡала­һынан­мын. Республикала инклюзив белем биреүҙе киң йәйелдереү мөмкинлеге бармы?
– Был төр уҡытыуға шикләнә биреңкерәп тотонғайныҡ. Ләкин ул йылдан-йыл киңерәк майҙан ала бара. Ил, республика етәкселеге был йүнәлешкә ҙур иғтибар бүлә. Мәҫәлән, Рәсәйҙең 2011 – 2015 йылдарға иҫәпләнгән “Уңайлы мөхит” дәүләт программаһына ярашлы ошо арауыҡта республикаға федераль ҡаҙнанан – 324, төбәктекенән – 113, муниципалитеттар бюджетынан 250 миллион һум аҡса бүленде. Был сумма 135 мәктәптә инклюзив белем биреү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыуға булышлыҡ итте. Әле ошондай уҡ эш тағы ла 155 уҡыу йортонда алып барыла. Ағымдағы йылдың аҙағынаса республикалағы дөйөм белем биреү учреждениеларының 20 процентында инклюзив уҡытыу шарттары булдырыласаҡ. Ошо йәһәттән уңышлы эшмәкәрлек буйынса быйыл Рәсәйҙә III урынға сыҡтыҡ.
Аңлап тораһығыҙҙыр, әлеге йүнәлеште мәктәптәрҙә генә түгел, балалар баҡсаларында, һөнәри белем биреү учреждениеларында ла киң йәйелдерергә бурыслыбыҙ. Был – заман талабы.

Хөрмәтле гәзит уҡыусылар! Ҡайһы бер һорауҙар әлеге яҙмала сағылыш тапманы. Уларға яҙма рәүештә яуап бирелер.
Д. ИШМОРАТОВА яҙып алды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 096

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 894

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 436

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 337

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523