Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡат-ҡат тунлы...
Кәбеҫтә һаҡлауҙың ысулдары күп. Шуларҙың иң таралғаны һәм ябайы — тоҙлау. Бер ҡараһаң, был эш артыҡ мәшәҡәт тыуҙырмай һымаҡ. Шулай ҙа бер нисә кәңәш ҡамасауламаҫ.

Ғәҙәти тоҙлау
Тоҙлар өсөн кәбеҫтәнең шығырҙап торған ҡаты башлыһын алырға тырышығыҙ. Тәүҙә боҙолған япраҡтарынан таҙартып, йыуып, ур­талай ярып, күсәнен киҫеп ташлағыҙ. Унан кәбеҫтәне ваҡ ҡына итеп турап, тоҙ һибәбеҙ, һуты сыҡҡансы яҡшылап ҡул менән ыуабыҙ. Туҡмас кеүек итеп туралған йә иһә ҡырғыстан ҡырылған кишер һәм керән ҡушабыҙ.
Кәбеҫтә тоҙлау өсөн имән киҫмәк йә эмаль һауыт кәрәк. Һауыт төбөнә таҙа кәбеҫтә япрағы, унан тоҙлау өсөн әҙерләнгән йәшелсәнең үҙен һалабыҙ. Тығыҙлай-тығыҙлай тултырабыҙ.
Һауыт тулғас, өҫтөнә туҡыма ябып, ҡапҡас менән ҡаплайбыҙ. Берәй ауыр әйбер менән баҫтырырға ла кәрәк. Шул рәүешле кәбеҫтә дүрт-алты көн эсендә тоҙланып өлгөрә. Кәстрүлдең өҫтөнә сыҡҡан һыуҙы йыйып алырға ярамай, һалынған йәшелсәне таяҡ йә иһә уҡлау менән ике-өс урындан төпкә тиклем тишергә кәрәк. Һөҙөмтәлә өҫкә ҡалҡҡан һыу киренән кәбеҫтәгә һеңеп бөтә. Өҫтөн яңынан ҡаплап, һауытты һалҡын урынға сығарып ҡуябыҙ. Һыуыҡта уға үҙенә бер төрлө тәм инә.
Яҡшы тоҙланған кәбеҫтә ашағанда шы­ғырҙап тора. Ҡайһы берәүҙәр уға тоҙлаған мәлдә алма, ҡарбуз, ҡыяр, артыҡ ҡыҙармаған помидор, ҡара емеш тә ҡушып ебәрә.

Борос менән кәбеҫтә

10 кг кәбеҫтә, 0,5 кг татлы ҡыҙыл борос, шул уҡ миҡдарҙа һары һәм йәшел борос, 150 г тоҙ, 3 л һыу алына.
Кәбеҫтә менән татлы боросто нәҙек кенә итеп турап, тоҙлоҡ ҡойорға. Ул 3 л һыу һәм 150 г тоҙҙан әҙерләнә. Өҫтөнә ауыр әйбер ҡуйып, һалҡын урында һаҡлайҙар.

Һуты ла яҡшы
Өй шарттарында кәбеҫ­тә­не ябай техноло­гия буйынса тоҙлайҙар. Бар­лыҡ­ҡа килгән һутын стерилләнгән эмаль һауыт­ҡа һөҙөп, өс-биш сәғәткә ҡалдыралар. Һут үтә күренмәле булғас, уны марля аша һөҙөп, 70-80 градусҡа еткәнсе йылыталар. Унан банкаларға тул­тырһаң да була. Әгәр ҙә эҫелеген бөтөрөргә теләһәгеҙ, аҙ ғына шәкәр сиробы өҫтәгеҙ. Банкаларҙы 80 градусҡа тиклем йылытылған һыуҙа 25-30 минут пастеризациялайҙар һәм ҡапҡасын ныҡ итеп ябып ҡуялар. Һут кәбеҫтәнең шифалы, диетик сифаттарын һаҡлап ҡала.

Баллы ла, тоҙло ла
10 кг кәбеҫтә, 2 кг татлы болгар боросо, 500 г бал, бер ҡуҙаҡ әсе борос, 3 л һыу, 150 г тоҙ.
Кәбеҫтәне ваҡ ҡына итеп, ә татлы боросто ҙур киҫәктәргә турарға. Бөтәһен дә бергә ҡушып, яҡшылап бутағас, тоҙлап, әсе борос өҫтәргә. Һауытҡа тултырғанда ҡайнар һыуҙа иретелгән бал ҡатнашмаһын ҡойорға. Һалҡын урында һаҡларға кәңәш ителә.

Кавказса кәбеҫтә
3,5 кг кәбеҫтә, ике-өс сөгөлдөр, биш-алты петрушка тамыры һәм япраҡтары, ике әсе борос ҡуҙағы, 10 ҡарағат япрағы, бер шәлкем укроп, ике-өс лавр япрағы, 15-20 дана борос, 220 г тоҙ алына.
Кәбеҫтәне дүрт, әгәр ҙә ҙур булһа, һигеҙ өлөшкә бүлергә. Петрушка, укроп, сөгөлдөрҙө йыуып турарға.
Кәстрүл төбөнә кәбеҫтә япраҡтары, өҫтөнә йәшел тәмләткестәр һалырға. Ошо рәүешле һауытты тултырабыҙ. Иң өҫтә кәбеҫтә япраҡтары булырға тейеш.
Тоҙлоҡ әҙерләргә кәрәк буласаҡ. Һыуға тоҙ, лавр яп­рағы, борос һалып, ҡайнатып сығаралар. Аҙ ғына һыуынғас, кәбеҫтә өҫтөнә ҡоялар ҙа, ауыр әйбер ҡуйып ябалар. Ике-өс көн йылы урында тотҡас, һалҡынға сығаралар, бер аҙнанан ул ашарға яраҡлы булып, тоҙланып етә.
8,5 кг кәбеҫтә ҡатнашмаһына яҡынса 7 л тоҙлоҡ алына.

Маринадлау
Ҡаты башлы кәбеҫтәне һайлап алып, тоҙлағандағы кеүек турайҙар. Тоҙ һибеп, яҡшылап бутап, бүлмәлә ике-өс сәғәт тотҡас, банкаларға тығыҙлап тултырырға кәрәк. Алдан һәр банка төбөнә тәмләткестәр һалығыҙ: ҡара борос (5-8 бөртөк), аҙ ғына дәрсен ҡайыры (корица) һәм ҡәнәфер, бер лавр япрағы.
Тоҙлоҡ: бер литр һыуға — дүрт балғалаҡ аш һеркәһе эссенцияһы, балғалаҡ ярым тоҙ, дүрт балғалаҡ шәкәр. Банкаларҙы ябып, 85 градус температурала стерилләйҙәр: 0,5 л банкаларҙы — 20 минут, 1 л банкаларҙы — 30 ми­нут.

Сәскәлеһе телде йоторлоҡ
Тоҙлау өсөн бындай кәбеҫтәнең көҙгө сорттары яҡшы була. Кәбеҫтәне ойошма сәскәләренә бүлеп, һалҡын һыуҙа йыуып, банкаларға тығыҙлап тултыралар. Өҫтөнә ҡайнатып һыуытылған тоҙлоҡ ҡойорға кәрәк. 10 кг кәбеҫтә өсөн 5,5 л һыу, 40 г тоҙ, 400 г аш һеркәһенән эшләнгән тоҙлоҡ кәрәк. Ике аҙнанан һуң һалҡын урынға ҡуялар.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 096

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 894

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 436

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 337

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523