Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һыр бирмәҫ һере йәнебеҙ
Мәҙәниәт йорто алдына килеп туҡтаған һары автобустан ынйы-мәрйен кеүек эреле-ваҡлы бала-саға һибелде лә, сыр-сыу килеп, өйҙәренә таралды. Көн дә ҡабатланған ошо матур күренеш Ғакифә апайҙы алыҫ һәм һағышлы мәленә алып ҡайта. Аслы-туҡлы йәйәү йөрөп, күрше ауылдағы мәктәптә уҡыған йылдары иҫкә төшә.
Бына Науруз мәктәбендә уҡыған ике ҡыҙ Сораманға ялға ҡайтып килә. Әйтерһең, балаларҙың юлға сыҡҡанын ғына көтөп торған – көн боҙолдо ла китте. Әсе ел йоҡа ғына кейем аша ҡураныс тәндәрҙе ҡапшай. Бәләкәсерәк баланың кәүҙәһе шаҡырайып ҡатҡан кеүек булды. Нисектер бер мәл тәне йылына башлағанын тойҙо ҡыҙ. Күҙенә ут күренә түгелме?
— Анау кәбән артында тороп, бер аҙ ғына йылынып алайыҡ. Әҙ генә түҙ инде, Ғакифә, хәҙер ҡайтып етербеҙ, — тип йыуатып маташа ике-өс йәшкә өлкәнерәк Гәүһәр.
Туңған аяҡтарын һөйрәтеп, өйҙәренә саҡ ҡайтып йығылды ҡыҙҙар.
Һәр заман тормошта әҙәм балаларын сыныҡ­ты­рыр, ныҡлыҡты һынап ҡарар өсөн күп төрлө һынау­ҙарын, ауырлыҡтарын әҙерләп ҡуйған. Ауылыбыҙҙың абруйлы, хөрмәтле инәйҙәренең береһе, 75 йәшен ваҡлаған, үҙ ғүмерендә күпте күргән һәм кисергән Ғакифә Вәрис ҡыҙы Шаһизатованың тормош юлы күптәргә өлгө булырлыҡ.
Ул оҙаҡ йылдар быҙау ҡараусы, мал-тыуарҙы яһалма тороҡландырыусы, һауынсы булып эшләй. Бихисап маҡтау ҡағыҙы, “Хеҙмәт ветераны” миҙалы – уның тынғыһыҙ, намыҫлы хеҙмәтенә юғары баһа. Ауылдаштары Ғакифә апайҙы бер нисә тапҡыр ауыл һәм район советтарына депутат итеп һайлай.
Һәр быуын яҙмышы — ил тарихы ул. Ғакифә апайҙың ата-әсәһе тураһында ла һөйләп китеү урынлы булыр. Факиһа инәй тәүҙә Науруз ауылының дин әһеле Ғәли бабай Ғариповҡа икенсе ҡатынлыҡҡа сыға. Көндәштәр үҙ-ара татыу йәшәй. Совет власы урынлашҡас, ил буйынса дин әһелдәренә “һунар” башлана. Ҡайһыларын төрмәгә ултырталар, һөргөнгә ебәрәләр, күптәрен атып үлтерәләр. Бындай әсе яҙмыш Ғәли бабайҙы ла урап үтмәй. Төрмәлә ултырып, һаулығы ҡаҡшап ҡайтҡан аҡһаҡал оҙаҡ йәшәй алмай – ике ҡатынын, ҡыҙ балаһын, бәләкәй генә улы Ғадинанды ҡалдырып, яҡты донъя менән хушлаша. Бер көн көндәше Кәримә инәй:
— Факиһа, һин әле йәшһең, тормошҡа сыҡ, балалар үҫтер! Ә Ғадинаныңды миңә ҡалдыр, үҙем ҡарармын, — тип йәш ҡатынды өгөтләй башлай, хатта ирҙе лә үҙе һайлаша.
Көндәшенең кәңәшен тотоп, Факиһа инәй 1939 йылда Сораман ауылынан Вәрис Лоҡманов менән яҙмышын бәйләй. Бабайҙың тәүге ҡатыны, Сәлимә, Хәлисә, Сәлиха, Хәҙис, Мәрүән, Бүләкәй исемле балаларын етем ҡалдырып, баҡыйлыҡҡа күскән була. Иң бәләкәйе, ҡырҡ көнлөк кенә Бүләкәй, оҙаҡ йәшәй алмай, күбәләктәй генә йәне мәрхүмә әсәһе янына күсә. Етем ҡалған балалар Факиһа инәйгә ылығып йәшәй башлай. 1940 йылда иһә Ғакифә исемле ҡыҙ бала донъяға ауаз һала.
Эх, был һуғыш... Күпме кешенең яҙмышын селпәрәмә килтерә ул! Хәҙис ағай, Сәлимә апайҙың ире Йыһангир ағай Рамаҙанов ил һаҡларға яуға китә. Вәрис бабайҙың белеме булмаһа ла, ойоштороу һәләте көслө икәнен күреп, бронь менән алып ҡалалар, колхоз рәйесе итеп һайлайҙар. Ғаиләлә 1942 йылда йәнә бер ҡыҙ Рәймә донъяға килә. Ҡайһы бер кешеләргә Вәрис бабайҙың һуғыштан ҡалды­рылып, эшләп йөрөүе оҡшамағандыр инде. Нахаҡ яла яғып, уны судҡа бирәләр. Көслөнән үсле яман, ти. 1943 йылдың февралендә ”халыҡ дошманы” мөһөрө һуғылған Вәрис бабай төрмәгә ултыртыла. Итәк тулы сабый менән ҡалған Факиһа инәй ғәзиздәрен ас-яланғас итмәҫкә, уларға матур тәрбиә бирергә тырыша. Баҡса тултырып бәрәңге үҫтерергә, һыйырының ағын, өлөшләп бирелгән һоло онон эш итеп, балаларына тәғәм иттерергә лә ваҡыт таба. Төнөн келәт ҡарауыллаһа, көндөҙ төрлө эштә йөрөй.
Белоретҡа иренең хәлен белергә йыш барып йөрөй Факиһа инәй. Вәрис бабай иһә 1944 йылда төрмәлә баҡыйлыҡҡа күсә. Дошман илебеҙгә ҡарағош яуы һымаҡ ябырылып килгәндә, һәр һалдат, ҡорал, икмәк ҡәҙерле булғанда, халҡыбыҙ аслы-туҡлы, йән аямай хеҙмәт фронтында алышҡанда, ошаҡ менән ғәйепһеҙ кешенең башын ҡыйып, балаларын етем ҡалдырып, күҙ йәштәрен түктереү фашист ҡылған яуызлыҡтарҙан да яман булған бит.
— 1944 йылда әсәйемә НКВД саҡыртыуын хәбәр иттеләр. Ул камзулын, мәрйендәрен сисеп, алама кейемдәрен кейеп алды. Сәлиха апайымдан беҙҙе һәйбәт ҡарауын үтенде. Әсәйемдең ауылдан йәйәүләп сығып киткәнен тилмерешеп ҡарап ҡалдыҡ, — тип хәтер йомғағын һүтте Ғакифә апай.
Факиһа инәй дүртенсе көн тигәндә кисләтеп кенә ҡайтып инә.
— Атайығыҙ күстәнәс ебәрҙе, — тип, сабый­ҙарының алдына күп итеп кәнфит, перәник һала.
Баҡыйлыҡҡа күскән Вәрис бабайҙың кеҫәһендә байтаҡ ҡына аҡсаһы ятҡан икән... Иңенә ишелеп төшкән ауыр ҡайғынан бөгөлөп төшөп, үкереп иларлыҡ ваҡытта ла инәй балаларына күҙ йәшен күрһәтмәй. Ундай сабыр, һыр бирмәҫ һере йәндәрҙе “өҙөлгән эсәген эсендә ялғар кеше” тип йөрөтәләр.
Әҙәм балаларына ғүмер буйы онотолмаҫ ҡайғы, ҡорбандар, йән-тән ғазаптары алып килә ҡәһәрле һуғыш. Сәлимә апайҙың ире Йыһангир ағай яу яланында башын һала. Хәҙис ағай иһә ғүмеренең аҙағына тиклем йөрәген әрнетеп һыҙлар ҡаты яралар алып ҡайта.
— Еңеү көнөн хәтерләйем, – ти Ғакифә апай. – Әҙ генә ямғыр яуып үтте лә, тирә-яҡ балҡып, донъя яҡтырып китте. Бер саҡ барыһы ла клуб яғына йүгерә башланы. Хәҙис ағайым ҡултыҡ таяғы менән ашығып китеп бара. Һыңар аяҡһыҙ ҡалған уҡытыусы Нәжибулла ағай ҙа башҡаларҙан ҡалмаҫҡа тырыша... Шул мәл иҫкә төшкән һайын күңелем тула. Хәҙер бит тормош матур, йәшәгән һайын йәшәге килә. Әлегеләй муллыҡ, рәхәтлек төшөбөҙгә лә кермәне бит. Ғәмһеҙ, иркә бала-сағыбыҙ урланды, һуғыш, етемлек беҙҙе ваҡытынан алда өлкәнәйтте. Йәштәр был аяуһыҙ һуғышта бушҡа ҡан түгелмәгәнлеген аңлаһын, эскелек, наркомания, аҙғынлыҡ кеүек замана афәттәренә бирешмәһен, яҡты киләсәгебеҙ өсөн башын һалған олатайҙарына лайыҡлы ейән, тәүфиҡлы, иманлы балалар булып үҫһен ине.
...Йән-тән яралары яйлап уңала кеүек. Факиһа инәйҙең өлкән балалары башлы-күҙле була. Бәләкәй ҡыҙына иһә – алты йәш, Ғакифәһе I класта уҡып йөрөй. Шул осорҙа яҙмыш Факиһа инәйгә йәнә ауыр һынау ебәрә – уның күҙҙәре һуҡырая. Ни хәтлем ҡыйын булһа ла, Ғакифә “дүртле” һәм “бишле” билдәләренә генә өлгәшә. Аҙаҡ өҫтөнә лә, аяғына ла кейергә булмағанлыҡтан, Наурузға йөрөп белем ала алмай. VII класты тамамлағас, уҡыуҙы ташларға тигән ҡырҡа ҡарарға килә ул. Шул саҡта мәктәп директоры Лотфуллин Ғакифәгә ятаҡтан урын бүлә. Әммә яуыз уйлы берәү: “Красноармеец балаһы йөрөп уҡый, ә бандиттыҡы ятаҡта ятып, бушлай ашай”, — тип ошаҡлағас, ҡыҙ урынһыҙ ҡала. Һөҙөмтәлә Ғадинан ағаһы менән еңгәһенең ишле ғаиләһенә барып һыйынып, VIII класты тамамлағансы, уларҙа йәшәй. Унан быуыны ла ҡатып бөтмәҫ элек колхозда эшләй башлай.
1960 йылда Яңы Байрамғол ауылы егете Әхмәт Шаһизатовҡа кейәүгә сыға. Матур ғаиләлә Айҙар, Тәскирә, Земфира исемле балалар үҫә. Йәнә бер ҙур һынау – 1969 йылда Әхмәт ағай вафат була. 28 йәшендә генә өс бала менән тол ҡала Ғакифә апай. “Тәрән кисерештәргә тарығанда иң элек сабырлыҡ кәрәк”, тиелгән бер хәҙистә. Әсәһе Факиһа инәй һымаҡ баҫалҡы, күркәм холоҡло Ғакифә апай, ҡайғыларымды баҫыр, күкрәгемә ҡыҫып һөйөр балаларым бар бит әле, тип үҙен йыуата, бөтөн көсөн һөйөклөләрен тәрбиәләүгә бирә, совхоз эшендә лә һынатмай. Яҙмыштарҙан уҙмыш юҡ, ти. Ҡатыны үлеп, балалары етем ҡалған Мөжип Игелековҡа кейәүгә сыға Ғакифә апай. Ике ғаиләнең балаларын бер тигеҙ күреп, матур тәрбиә биреп, ҙур тормошҡа аяҡ баҫтыралар. 30 йыл татыу ғүмер кисерә улар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улының фажиғәле һәләк булыуы Мөжип ағайҙы аяҡтан йығып, мәңгелеккә алып китә. Әле апай иренең кинйә ҡыҙы Илзирә менән донъя көтә.
Ғүмер юлы фәһемле, абруйлы Ғакифә апайҙы йыш ҡына аят уҡырға саҡыралар. “Был хәтлем сүрәләрҙе ҡасан ятлап өлгөрҙөгөҙ?” – тигән һора­уыма ул:
— Әсәйем заманына күрә уҡымышлы кеше ине, – тип яуапланы. – Ул Ғәҙелшала Гөлйемеш абыстайҙа белем алған. Әсәйем туҡһанды үткәс тә ураҙа тотто. “Мин һәр саҡ эргәңдә булмам, өйрәнеп ҡал, күңелең бөтөн булһын”, – тип бик күп доғаларҙы ятлатты, ҡот ҡойорға, йөрәк һыларға өйрәтте.
Ауылыбыҙҙа ойошторолған мәҙәни сараларҙа ихлас ҡатнашып, ҡайнап йәшәй апайыбыҙ. Дини байрамдар, “Оҫта ҡулдар” конкурстары унһыҙ үтмәй. Гәзит-журнал, дини китаптар — апайыбыҙҙың иң яҡын дуҫтары тиһәм дә, хата булмаҫ. Хәстәрлекле әсәй, өләсәй, уңған хужабикә, Яңы Байрамғол ауылының ағинәйе йәштәргә өгөт-нәсихәттәрен, аҡыллы кәңәштәрен биреп, һәр атҡан таңға ҡыуанып, барына шөкөр итеп йәшәй.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519