Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Фәтхулла атаһынан:
– Ахун мәҙрәсәһенең өлкән мөдәррисе Абдулла хәҙрәт Мөслим Дәүешевтең улы буламы әллә? – тип һораны.
– Эйе, эйе. – Хәбибулла бер аҙ уйланып торҙо ла дауам итте. – Динебеҙҙе ҡыйыр­һытыу, мәсеттәрҙе ябыу, көсләп суҡын­дырырға тырышыу башланғас, ике хаҡ мосолман кәңәшләшеп, халыҡты ихти­лал­ға күтәрергә мәжбүр булған. Муса ҡарта­тайыбыҙ Мөслимдең ярҙамсыһы булып йөрөгән.
Ун алты, ун ете, ун һигеҙенсе быуат­тарҙа башҡорттар егерме-утыҙ йыл һайын баш күтәреп, азатлыҡ даулаған, меңәр­ләгән башҡорт шәһит киткән. Бына Рәсүл олатайығыҙ Салауат яуында ҡатнаша. Һеҙ­ҙең һымаҡ бәләкәй саҡта ул барыбыҙҙы йыя ла Салауат батыр тураһында һөйләй торғайны: “Салауат – халҡыбыҙҙың ир арыҫланы. Ул динен, илен, ерен яҡлап бөтә халыҡты изге яуға күтәрҙе, ихтилал башлығы булды”.
Атаһы ошоларҙы һөйләгәндә Зәйнулла азатлыҡ өсөн көрәшкән Салауаттың оран һалып, халҡын яуға өндәүен күреп торған­дай булды. Шул батыр менән ҡәрҙәш түгелбеҙме икән, беҙҙең нәҫел дә бит сығышы менән Әй буйынан, тип уйланы.
Ғазаплы хәтирәләрҙән йәне ҡайышҡан Хәбибулла ауыр хәл-ваҡиғаларҙы хәтер­ләү­ҙе дауам итте:
– Был яуҙа башын һалғандарҙың ҡанын бергә йыйһаң, Әй һыуы ҡып-ҡыҙыл булыр ине. Күпме бала етем ҡалып, урмандарға китеп аҙашты. Беҙҙең ҡәүемдән дә күптәр һәләк булды. Муса ҡартатайымды ҡулға алырға килеүҙәрен белеп ҡалып, ауыл старостаһы уны тау мәмерйәһенә йәшертә. Шулай итеп, ул үлемдән ҡотолоп ҡала. Урыҫтар ауылды үртәп, күренгән бер кешене ҡылыс менән тураҡлап, еребеҙҙе ҡан­ға батырып киткәнде күргәс, ҡарта­та­йым ир башы менән ергә тәгәрәп ятып илаған. “Ниңә йәшендем, ниңә ҡаршы­ларына сығып баҫманым, бына — мин, үлтерегеҙ, ауыл кешеләренә теймәгеҙ, тип әйтмәнем”, – тип аҙарынған.
– Ғазапланма, һин ғәйепле түгел, барыбер үлтерерҙәр ине. Уларға беҙҙең еребеҙ кәрәк, – тип йыуата уны иҫән ҡалған старос­та.
Тарих яратҡан Хәбибулла ҡайҙа барһа ла, берәй эш араһында булһынмы, ял иткәндәме, Фәтхулла менән Зәйнуллаһын эргәһенә саҡырып, халҡыбыҙҙың үткәненә ҡағылышлы берәй тарихты һөйләй һалып алды.
– Быларҙы ҡайҙан белеп бөттөң, атый? – тип аптыраны Зәйнулла.
– Һәр башҡорт үҙ халҡының үткәнен белергә тейеш. Үткәнһеҙ киләсәк юҡ. Шә­жә­рә – ул ҡан тарихы. Быуындан-быуынға ағылып килеп, олатайҙар рухы менән йә­небеҙҙе тоташтыра, илаһи ҡөҙрәт менән һуғара, беҙгә уларҙың йөрәк аманатын тапшыра. Шәжәрәне мин ағып ятҡан йылға менән сағыштырыр инем. Йылғалар ҙа бит инеш булып башлана ла юлында башҡа йылғалар ҡушылып ҙурая, ҡеүәтләнә. Шәжәрә – нәҫелде көсәйтеүсе аманат ул.
Ә бер көн Хәбибулла уландарына француз яуы тураһында һөйләне.
– Рәсәй хөкүмәте башҡорттарға көн күр­һәтмәй иҙеп, яһаҡ йыйып, ерҙәрен талап, ыҙа сиктерһә лә, беҙҙең халыҡ ун алтынсы быуат уртаһындағы ике яҡлап сит илба­ҫарҙар һөжүменән бер-береһен яҡларға тигән килешеүгә тоғро ҡала һәм егерме һигеҙ полкы менән һуғышҡа күтәрелә, – тип башланы үҙе лә француз һуғышында ҡатнашҡан Хәбибулла. Ул ун һигеҙенсе полкта һуғыша, башлыҡтары Малай Муй­наҡ кантоны Мөхәмәтйән Бүзекәев була. Кантон Бүзекәй полкы француздарҙың баш ҡалаһы Парижға тиклем барып етә, аҡ батша уны “За взятие Парижа” тигән көмөш миҙал менән наградлай. Әлхәмдүлиллә, шул һуғыштарҙан һуң беҙҙә ундай ҡаты яуҙар, ихтилалдар булғаны юҡ, – тип шатланды Хәбибулла һәм һөйләгәндәрен тә­рән мәғәнәле һүҙҙәр менән йомғаҡлап ҡуйҙы:
– Ер шары ғәйәт ҙур, унда һәммәбеҙгә урын етерлек. Донъяға яралтҡан һәр бән­дә­һен Аллаһ үҙ өлөшө, үҙ ризығы менән тыу­ҙы­ра. Әммә әҙәми заттың нәфсеһе ҡот осмалы.
Һаран, ҡомһоҙ әҙәмдәр, хәленән килһә, Ер шарын йомарлап кеҫәһенә һалып ҡу­йыр ҙа уға бер үҙе генә хужа булыр, ҡо­яшты бер үҙенә генә яҡтыртыр, ямғырҙы үҙ баҡсаһына ғына яуҙырыр ине. Ана шул барына ҡәнәғәт булмау, көнсөллөк, ҡарунлыҡ харап итәсәк кешелек донъяһын, һәләкәткә илтәсәк. Тик барына ҡәнәғәт була бел­мә­гән, бер көнлөк донъяға ҡыҙығып, әхирәтте, йәғни, мәңгелек йортҡа барыуын онотҡан әҙәми затҡа быны нисек аңлатырға? – Хә­бибулла үҙе һөйләгән­дәргә үҙе аптырап, һыны ҡатҡан кешеләй, бер килке һеңгәҙәп ултырҙы, шунан “әстәғә­фи­рулла тәүбә үә әтүбү иләйһи”, тип тәүбә ит­те, һәр ваҡыт­та­­ғыса, изгеләр рухына һыйынып, Аллаһ­тан ярҙам һорап, Ҡөрьән уҡыу менән тамамланы:
– Сөбханаллаһи үәлхәмдү-лилләһи үә лә илаһә илаллаһу үаллаһу әкбәр, үәлә хәүлә үәлә ҡеүүәтә иллә билләһил ғалий­йил-ғазым. – Өҫтәп ҡуйҙы: – Был — ожмах­тың Фирҙәүес ҡапҡаларын астыра торған доға, зыярат эргә­һенән үткәндә гел ошо до­ғаны уҡып, әруахта­рыбыҙға бағышлағыҙ.
Әүлиә заттарҙың кем булыуын да аңлатты ул уландарына.
– Пәйғәмбәрҙәрҙән ҡала Аллаһҡа иң яҡын торған заттар — әүлиәләр, – тине. – Улар – Ер кешеләре менән Аллаһ ара­һын­да бәйлә­неш булдырыусылар. Был турала “Тәүүә­сүль” доғаһы бар. Әүлиәләр Аллаһ ҡөҙрәте менән мөғжизә тыуҙыра ала. Уларҙың доға­һын Раббыбыҙ тәү сиратта ҡабул итә. Һәр даим Ер шарын төрлө афәт-ғәрәсәттән 124 мең әүлиә һаҡлап тора.
Мәрхүмдәргә арнап Ҡөрьән уҡып, ата-бабалар рухын шатландырып тороу, изге­ләр ҡәберенә зыярат ҡылыу — сөннәт ғә­мәл. Намаҙ уҡыған һайын дүрт тарафты һаҡлап торған иң ҡөҙрәтле дүрт әүлиәгә:
Сүбөхәәнәл-лаһи халикүн-нур,
Сүбөхәәнәл-лаһи ғафурур-рахиим,
Сәләәмүң ҡауләм мир-раббир-рахиим,
тип доға-сәләмдәр ебәрергә, рухтарын Аллаһ ҡаршыһында ҡыуандырып, доға ҡылырға тейешбеҙ.
Хәбибулла хәлфә һәр әйткән-өйрәт­кә­ненә айырыуса Зәйнулла улының иждиһат итеүен күрҙе, бала ғына булһа ла тарихты күңеленә һеңдерә улы. Уау Вәхит әүлиә әйткәндәрҙе лә иҫендә тотоп, үҙе лә һиҙ­мәҫтән Зәйнулла улына өҫтөнлөк бирҙе, Бохара, Сәмәрҡәнд тарафтарынан кил­те­релгән китаптарҙы күреп ҡалһа, улына һатып алып бирергә тырышты.
Аталары һөйләгәндәрҙән башҡорт ба­тырҙарының ер-һыу өсөн көрәшен ишетеп үҫкән Зәйнуллаһтың йөрәге әрнене. Ата-ба­баларының михнәт-кәмһетелеүҙәрен ише­теп, хисле күңеле ғәҙелһеҙлеккә, үлем-ҡы­ры­лышҡа ҡаршы ниҙәр эшләп булыуын уйланы. Ҡасан да бер Әй буйҙарына барып, ата-бабалары ҡалдырырға мәжбүр булған ерҙәрҙе күрергә, Салауат батыр юлдарынан үтергә ниәтләне. Үҫмерҙең кү­ңе­ле­нә йәнә, беҙ Салауат батыр менән нәҫел тү­гелме икән, тигән уй килде. Ул хәҙер намаҙ уҡыған һайын халыҡ батыры рухына доға ҡыла. Халҡының аяныслы тарихын күңе­ленә һеңдергән хисле малай бәндәгә ҡол булмай, бер Аллаһҡа ғына буйһоноп йәшәү тураһында уйланды.
Ун ике-ун өс йәшлек үҫмер йыш ҡына серҙәшенә әүерелгән Уй буйына килде, баш­та битен, ҡулын сайҙы, ап-аҡ һыуҙы усы­на алып эсте. Эй, тәмле лә һыуың, Уйым, рәх­мәт һиңә, мәңге еребеҙҙе йәмләп шу­лай ағып ят, тип йылғаға рәхмәтен әйтте һәм, шундағы бер дүрткел ташҡа ултырып, тәрән уйға сум­ды. Ун ике йәшлек ма­лай тик Аллаһ ҡуш­ҡанса йәшәүҙең, Мө­хәммәд ғәләйһиссәләм хәҙистәрен үҙләштереп, ул күрһәткән юлдан барыуҙың хаҡ юл булыуын аңлай башланы. Ал­лаһ­тан сәсән тел, төплө аҡыл бирелгән бала уйлағандарын, күҙаллағандарын шиғри юлға һалды:
Иман мөнбәренә күтәрелеп,
Әйтер инем туған халҡыма:
Һәммәбеҙҙең ҡылған ғәмәлдәре
Булһын бары Аллаһ хаҡына.
Аллам беҙҙе хаҡ юлдан әйләһен,
Бәрәкәттәр биреп ҙурлаһын.
Йәшәп киткән ҡан ҡәрҙәштәр рухы,
Беҙҙе Аллаһ нуры менән нурлаһын.

Ғилем эстәү юлында

Хәбибулланың йыш ҡына Аҙнасура ишан­дың исемен телгә алыуы, уның Бохарала уҡып ҡайтыуы тураһында һөйләүе Зәйнул­ланы ныҡ ҡыҙыҡһындырҙы:
– Атый, тағы ла һөйлә әле Аҙнасура ишан тураһында, – тип ялбарҙы ул. – Ниңә халыҡ уны суфый тип атай?
– Эйе, уны суфый тип йөрөттөләр. Суфый­ҙар – Аллаһҡа яҡын торған, уның һайлам кешеләре. Суфыйҙың теләгән те­ләге ҡабул була. Әсәйең яғынан Аҙнасура ишан беҙҙең нәҫел. Ул да Ҡыуаҡан ырыуынан. Уау Вәхит бабайыңдың остазы. Бохарала уҡыған сағында Аҙнасура Баһа­уетдин Наҡшбәнд шәйехтең юлын ала, уны тәриҡәт юлы тип атай торғайны. Шәйех Баһауетдин ариф һәм уэйс булған, тип әйтә торғайны.
– Ариф? Нимәне аңлата ул?
– Арифмы? Бер ерҙә лә уҡымайынса бәндә күңеленә ғилемде Аллаһы Тәғәлә үҙе һалған кешене шулай тип атайҙар.
– Ә уэйс кем?
– Иң юғары кимәлгә күтәрелгән суфый.
Баһауетдин Наҡшбәнд исемен малай шунда уҡ хәтерендә ҡалдырҙы. Их, шул шә­йех һымаҡ Аллаһ мине лә ариф һәм уэйс итһен ине, тип уйлап ҡуйҙы. Тағы һорашһа ла, атаһы ошонан артыҡты әйтә алманы.
– Бына Малай Муйнаҡ мөғәллиме Яҡуп бән Әхмәт әл-Ахундиҙа уҡый башларһың да барыһын да белерһең. Ул да – Аҙна­сура олатайың һымаҡ уҡымышлы ишан, Баһаует­дин Наҡшбәнд юлынан барыусы.
1845 йылдың көҙөндә ун ике йәшлек улын Хәбибулла Шәриптән ун биш саҡрым тирә­һен­­дә ятҡан Малай Муйнаҡ ауылы мәҙрәсәһенә алып килде:
– Яҡуп хәҙрәт, бына минең төрлө һорау би­реп, Баһауетдин Наҡшбәнд кем ул, тип йөҙәткән улым. Ите — һиңә, һөйәге — ми­ңә, әй­ҙә, уҡыт, тырыштыр, – тип, алып килгән күстәнәстәрен бирҙе, кеҫәһенән бер нисә көмөш тәңкә сығарып, мөғәллимдең алдына һалды.
Шулай итеп, Зәйнулла шәкерттәр өсөн тәғәйенләнгән ятаҡҡа урынлашып, йөҙ­ләгән бала уҡыған Малай Муйнаҡ ауылы мәҙрәсәһендә белем ала башланы. Яҡуп хәҙрәт үҙ ваҡытында Троицк мәҙрәсәһендә уҡып ҡайтҡан бөтә тирә-яҡта иң белемле мөғәллимдәрҙән була.
Бер көндө Зәйнуллаға:
– Атайың килгән, һине саҡыра, – тинеләр.
Зәйнулланың йөрәге “жыу” итеп ҡалды: Уау Вәхит бабаһы менән ниҙер булған.
– Бабайың мәрхүм булып ҡалды. Һине йыназаға алып ҡайтырға килдем, – тине ата­һы. – Бабайың бик яратты һине. Һуңғы һулы­шын алғанда ла һинең исемеңде әйтте, йәш тип тормағыҙ, миңә йыназаны Зәйнулла улымдан уҡытығыҙ, тип үтенде. Шәриптә һине көтөп ҡалдылар.
Үҫмер тиҙ генә йыйынды ла атаһының санаһына сығып ултырҙы. Уау Вәхитте һуңғы юлға оҙатырға бөтә ауыл сыҡҡайны:
– Ауылыбыҙҙың ҡото булды, үҙе бағым­сы, үҙе кәмитсе, үҙе күрәҙәсе. Берәйһенә ярҙам кәрәк булһа, шунда уҡ юрғалап барып етер ине.
– Ғәжәп инде, ауырып та ятманы, кисә ге­нә һин дә мин урамында йөрөп ятты лаһа.
– Аҙ ауырыу, еңел үлем бир, бәндәләргә бәлә итмә, – тине лә йөрөнө, теләге ҡабул булды.

(Дауамы. Башы 151-се һанда).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 096

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 894

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 436

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 337

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523