Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Эпостар төйәге сәсәндәр үҫтерергә тейеш”
“Эпостар төйәге сәсәндәр үҫтерергә тейеш” Төбәгебеҙҙең йөҙөк ҡашы булған район һуңғы йылдарҙа иҡтисади, мәҙәни үҫешкә ҙур этәргес бирерҙәй сараларҙы ҡабул итеү урынына әүерелде. Мәҫәлән, былтырғы эшмәкәрлеккә күҙ һалғанда ғына ла, бында “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәрҙең республика конкурсы, “Башҡорт балы – Бөрйән даны” этнофестивале уҙғарылып, сал тарихлы төйәктең үткәне менән киләсәген тоташтырған күпер яңыртылды кеүек.
Бер ни ҙә буштан барлыҡҡа килмәй, һәр башланғыстың әйҙәүсеһе, күтәреп алыусыһы, лайыҡлы тормошҡа ашырыусыһы була. Был йәһәттән Бөрйән халҡы араһында маҡсатлы, рухлы, тәүәккәл, Ватанына, тамырҙарына тоғро кешеләр бихисап. Район хакимиәтенең мәғариф идаралығындағы методика кабинеты мөдире Роза Ғүмәрова – тап шундайҙарҙың береһе. Тап уның ныҡышмалылығы, әүҙемлеге арҡаһында “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәрҙең республика конкурсы быйыл да Бөрйәндә уҙа. Сараға әҙерлек нисек барҙы? Бала күңелендә рухлылыҡ, илһөйәрлек нисек тәрбиәләнә? Бөгөнгө мәғарифтың төп бурысы ниндәй? Ошо һәм башҡа һорауҙар менән Роза ҒҮМӘРОВАҒА мөрәжәғәт иттек.


– Тәү сиратта шундай һорауҙы бирмәй булдыра алмайым: юғары рух, илһөйәрлек тойғоһо, тынғыһыҙлыҡ ҡайҙан килгән һеҙгә, Роза Шәриф ҡыҙы?
– Тоҡомобоҙ шундай. Атайым Шәриф Дәүләтгәрәй улы илен, ерен, телен яратҡан ифрат намыҫлы кеше булды. Колхоз рәйесе бурысын ҙур яуаплылыҡ менән башҡарҙы ул. Дәүләтгәрәй олатайым иһә – Беренсе донъя һуғышы яугире. Тыуған ауылы Ғәҙелгәрәйҙә ­өлә­сәйем менән шул ҡәҙәр матур йә­шәне улар. Һәр каникулда, үҙебеҙ ғүмер иткән Иҫке Собханғолда ҡал­майынса, ҡәҙер­леләребеҙ янына ашыға тор­ғай­ныҡ. Унда олатайым беҙҙең өсөн йәй­геһен әүһәләк эшләп, лапаҫта ҡабыҡтан ҡыуыш ҡороп, ҡышҡыһын шыуырға ҡарҙан тау өйөп ҡуйыр ине. Ғөмүмән, ейән-ейәнсәрҙәре рәхәтләнеп ял итһен, ваҡытын файҙалы үткәрһен тигән маҡсатта көсөн йәлләмәне. Йәйгеһен беҙҙе арбаға тейәп ала ла урманға, эргәләге Шүлгән мәмерйәһе яғына алып сығып китә. Ер-һыу атамаларының килеп сығыу тарихын, ҡыҙыҡлы легенда-риүәйәттәр һөйләй, эпостарҙан өҙөк килтерә... Ошондай сәйәхәттәр күңелдә матур хәтирә булып уйылған.
Өләсәйем иһә таҙалыҡ, тәртип ярат­ҡан кеше булды. “Ашағандан һуң һа­уыттағы ризыҡты ҡаплап ҡуйығыҙ, һыу­ҙың өҫтөн япмайса ҡалдырмағыҙ, икмәктең валсығын да төшөрмәгеҙ, аяғығыҙҙы болғап, шайтан саҡырмағыҙ” кеүек кәңәштәренән өҙмәне. Ҡәҙер­леләрем икеһе лә ғүмерҙең бер минутын да эшһеҙ үткәрмәҫкә, гелән хәрәкәттә булырға, һәр кемгә иғтибар, ихтирам күрһәтеп йәшәргә, тыуған тө­йәк­те, кешеләрҙе яратырға, баш­ла­ған­ды еренә еткереп башҡарырға өйрәтте. Олатай-өләсәйҙең һүҙе закон кеүек бит ул – мотлаҡ үтәлә. Ошондай күркәм тәрбиә алып үҫеүем менән бәхетлемен.
Уҡыған ваҡытта һәр саҡ староста булыуым, класс етәксем Мостафа ағай Хәсәновтың барлыҡ ойош­тороу эштәрен миңә ышанып тапшырыуы, комсомол ойошмаһында хеҙмәт иткән осорҙа ла гелән алғы сафта йөрөүем – һәммәһе лә ғаиләлә алған тәрбиәгә бәйле.
– Тимәк, мәғариф өлкәһенә етди әҙерлек менән килгәнһегеҙ?
– Уҡытыусы булыу бала саҡ хыялым ине. Башҡорт дәүләт педагогия инсти­тутының (хәҙер – университет) филология фа­культетын тамамлағас, тыуған районымда тиҫтә йылға яҡын белем бирҙем. Артабан мине хакимиәттең мәғариф идара­лы­ғын­дағы методика кабинетына мөдир итеп тәғәйен­ләнеләр. Ул осорҙа район мәктәптәрендә гел өлкән директорҙар эшләй ине: Роберт Баязитов, Сәлихйән Дәүләтбирҙин, Зәки Сөләймәнов, Ғәлимйән Ишбулатов... Кесене кесе итә белгән оло йөрәкле остаздар булды улар, һәр башланғыста ихлас ярҙам иттеләр. Аҙаҡ урындағы хаки­миәттә эштәр менән идара итеүсе, баш­лыҡтың социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары, район Советы рәйесе бурыстарын башҡарғанда ла яҡташ­та­рым­дың ныҡлы ышанысын той­ҙом. Әй­тел­гәндәрҙән сығып шуны билдә­ләргә кәрәк: тормошта үҙ-ара күркәм мө­нәсәбәт ифрат ҙур әһә­миәткә эйә. Ә бындай тәрбиә ғаиләлә, шу­лай уҡ рухи ҡим­мәт­тәребеҙ аша һа­лына. Ошо йә­һәт­тән “Урал батыр” эпосының көсө баһалап бөткөһөҙ.
Мәғлүм булыуынса, әҫәрҙе яттан һөй­ләүсе­ләрҙең республика конкурсы былтыр ҙа беҙҙә үткәйне. Минең­сә, ул киләсәктә гел Бөр­йәндә уҙырға тейеш. Беҙҙең ерлек­тә тыуған эпосты ниңә ситтә йө­рөтөргә тейешбеҙ? Был фекерҙе район етәксеһе лә яҡлай. Урал батыр эҙҙәренән үтеү йәш сәсәндәрҙе нығыраҡ илһамландыра, рухландыра. Дәрестә күргәҙмә материал ҙур әһәмиәткә эйә бит, шуның шикелле әҫәрҙәге хәл-ваҡиға барған ер баланың ҡыҙыҡһыныуын тағы ла арттыра. Быға былтырғы сарала йәнә бер ҡат инандыҡ.
– Белеүемсә, районда Урал батыр музейын да булдырырға теләйһегеҙ.
– Был эш башланып тора. Өҫтәүенә районда “Урал батырҙың эҙҙәре буйлап” тигән туристик маршрут булдырырға кә­рәк. Йәнә бер теләгем: балалар баҡса­һынан алып башланғыс мәктәпте та­мам­ла­ғансы һәр кемдән эпосты тулы­һынса ятлатырға ине. Был эштең концепцияһын төҙөү ниәтем бар. Билдәләнгән арауыҡта бала, аҙнаһына дүрт юлды ятлағанда ла, эпосты тулыһынса хәтерендә ҡалдыра аласаҡ. Ғөмүмән, ошондай саралар күрмәһәк, конкурстар, туристик сәйәхәттәр ойош­тормаһаҡ, комплекстар төҙөмәһәк, булған байлыҡты күрһәтә һәм үҫтерә белмәһәк, ҡиммәттәребеҙҙең ситтәр ҡулына кү­сеүе ихтимал. Йәшәйештең нигеҙен сағыл­дырған эпостар төйәге Бөрйән киләсәктә лә үҙ йөҙөн һаҡларға, төбәгебеҙҙең йөҙөк ҡашы булып ҡалырға тейеш. Бының өсөн көсөбөҙ етерлек: бөрйәндәр – берҙәм, татыу халыҡ. Әлеге конкурс­ҡа ла тотош район халҡы менән тиерлек әҙерләндек.
– Программала ниҙәр ҡаралған?
– Иң сағыу тамаша, моғайын, Еңеү парады булыр. Унда халҡыбыҙҙың Бө­йөк Ватан һуғышында күргән-кисер­гәндәре, дөйөм ҡаҙанышҡа индергән өлөшө тулыһынса сағылыш табасаҡ. Ғө­мүмән, белем усаҡтарында был темаға һәр ваҡыт ҙур урын бирелергә, киң аңлатыу эше алып барылырға тейеш.
Йәш сәсәндәрҙе шулай уҡ Бөрйән менән танышыу, боронғо милли йо­лаларҙан, уйындарҙан торған һабантуй, Ҡорбан ашы көтә. Әйт­кәндәй, ҡуй мәсьә­ләһе буйынса ра­йондағы биш эш­ҡы­уарға мөрәжәғәт иткәйнем, барыһы ла ярҙам итергә ихлас күңелдән ризалашты. Ҡу­­наҡтарға өҫтәүенә Әбдел­мәмбәт мәктәбе уҡытыусыһының “Ҡара ик­мәк” тигән спектакле тәҡдим ите­лә­сәк. Унда Байназар балалар йортонда һуғыш йылдарында булған ва­ҡиғалар һүрәтләнә, тәрбиәләнеүселәрҙең бер телем икмәккә тилмергәне тетрәндергес итеп һүрәтләнгән. Был, әлбиттә, йәш быуын күңеленә тәьҫир итмәй, уларҙы тормош хаҡында уйландырмай ҡалмаҫ.
Һәр кисте күңелле бейеүҙәр биҙә­йәсәк. Дөйөм алғанда, сараға етди әҙерләндек, байрам фәһемле, иҫтә ҡалырлыҡ булһын өсөн тырыштыҡ – бала саҡ хәтирәһе күңелдә ғүмерлеккә ҡала бит. Сараға әҙерлек барышында яр­ҙам иткән барлыҡ йүнселдәргә, яҡ­таштарыбыҙға, етәкселеккә ҙур рәхмәт! Йәш быуынды тәрбиәле, Урал рухлы, маҡсатлы, илһөйәр итеп үҫтереүгә йәнә бер ышаныслы аҙым яһалды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 095

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 894

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 435

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 337

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523