Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тел — күңел көҙгөһө
Күренекле ғалим, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Суфиян Поварисов оҙаҡ йылдар инде әҙәби әҫәрҙәрҙең сәнғәтсә эшләнешен тикшереү менән мәшғүл. Әле ул “Әҙиптәребеҙҙең һүҙ-һүрәт, һүҙ-фекер”, “Һүҙ-тойғо заңы” тигән яңы китап яҙып бөттө. Унда 50-ләп башҡорт, татар яҙыусыһының тел-стиль үҙенсәлеге тикшерелә. Мәғлүм булыуынса, ҡан-ҡәрҙәш булып йәшәгән ике милләттең “Дуҫлыҡ кәштәһе” булдырылды. Башҡорттарҙың иң аҫыл әҫәрҙәре Ҡазанда баҫыла. Татарҙарҙың иң ҡиммәтле әҫәрҙәре Өфөгә мәңгелеккә “ҡунаҡҡа килә”. Әҙәбиәтебеҙҙең аҡһаҡалы Суфиян Поварисов был кәштәне әҙәби әҫәрҙәре менән генә түгел, фәнни хеҙмәттәре менән дә байыта.
Һуңғы ваҡытта яҙыусылар телен өйрәнеү юғары уҡыу йорттарында махсус фән булараҡ уҡытыла башланы. Нәфис һүҙ сәнғәте оҫтаһы Суфиян ағайыбыҙ, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, был өлкәлә ең һыҙғанып эшләй. Бер әҙиптең (шағир, прозаик, драматург) тел-стиль сәнғәтен асыҡлағанда ғына ла остазыбыҙ халҡыбыҙҙың рухи донъяһын, йөрәк тибешен, күңел даирәһен, йәшәү иманын үткән илаһиәтен, бөгөнгө һулышын, киләсәк яҙмышын, тел байлығын ил шәүҡәтлелегенә бәйләп сағылдыра белә.
“Был китапта ҡаһармандарҙың байтағы дин әһелдәре, айырыуса атаҡлы Батырша мулла булғанда фәҡирегеҙ мөьминдең исламға таянмағы ла лазымдыр. Шунлыҡтан Ҡөрьән сүрәләре, аяттары, шәриғәт ҡанундары, хәҙистәр, әнбиәләр тарихы, дини риүәйәттәр осраштыра торһа, сәйер тойолмаҫтыр”.
Был өҙөк “Ҡанлы илле биш” романы башланғансы автор тарафынан аҡ ҡағыҙға изге хис-тойғо, илаһиәтле аң-аҡыл, иманлы йөрәк заңы, күңел шәфәғәте менән яҙылған күбәләктәй бүлексәнән алынды. Уға тиклем китапты сығарыусының шундай юлдарын ҡыҙыҡһынып уҡыйбыҙ:
“Күренекле яҙыусы һәм ғалим Ғайса Хөсәйеновтың заманында бөтөн Рәсәйҙе тетрәткән 1755 йылғы башҡорт ихтилалы хаҡындағы был тарихи романы төплө документаль нигеҙҙә яҙылған. Әҙип башҡорт халҡының ХVIII быуаттағы тормош-көнкүрешен, Батыршаның яҙмышын, Әмин, Сураш ише атаҡлы батырҙарын, батшабикә Елизавета, граф Шуваловтар, генерал-губернатор Неплюев, Нурали хан кеүек шәхестәрҙе бөтөн тарихи дөрөҫлөгөндә һүрәтләп бирә”.
Бисмилламды әйтеп, изге хис-тойғо менән уҡый башлайым “Ҡанлы илле биш” романын. Һәр өн-ауаз, һүҙ, һөйләм, мәҡәл, ғибәрә, һүрәтләү сараһына, образлылыҡ (һүҙ-һүрәт), идеялылыҡ (һүҙ-фекер), эмоциялылыҡҡа (һүҙ-тойғо) иғтибар итәм. Автор хикәйәләүе, ҡаһармандар (персонаждар) телмәре, поэтик синтаксис, сюжет ҡоролошо, аҙ һүҙ менән күп мәғәнә аңлатыу оҫталығы, ҡыҫҡаһы, әҫәрҙең сәнғәтсә эшләнеше, йәне, тәме, ҡаны иҫкә алына. Уҡып сыҡҡас, авторҙың Алла рухы, пәйғәмбәрҙәр теле менән яҙыуы, айбарлы йөрәкле, сабыр тәбиғәтле, кәрәк саҡта ғәҙелһеҙлеккә бомба була белеүе, матурлыҡ тойоуҙан нескә күңелле шәхескә әүерелеүе һоҡландыра. 922 йылда төрки телдә һөйләшеүсе ҡәүемдәр ислам динен ҡабул итә. Шул осорҙа уҡ төркиҙәр донъяһына ғәрәп-фарсы һүҙҙәре тулҡын-тулҡын булып ағыла башлай. Тәүҙә ул тулҡын сит ҡан һымағыраҡ ҡабул ителә. Тулҡын артыҡ күбәйеп киткәс, ғәрәп телен иң бай телгә һанап, бәғзе ғалим-ғөләмә төрки телдең бик ярлы булыуы, уның әҙәби әҫәр ижад итергә лә, фәнни хеҙмәт яҙырға ла муафиҡ түгеллеге хаҡында зарарлы сафсата һата башлай. ХI быуат ғалимы Мәхмүт Ҡашғари ялған сафсатаға дөрөҫ иманлы түбәтәй-фәс кейҙерә. Һүҙҙәрҙе морфемаларға бүлеп (өй+ҙә+ге+ләр+ҙе+ке+нең), уларҙың йыраҡ тамырлы, ҡатмарлы тарихи осор кисереүҙәре, өслүби (стилистик) яҡтан ҡарағанда ла төрки телдәрҙең бай икәнлеген иҫбат итә.
Гете әйткәнсә, яҙыусы кәмендә 4-5 сит тел белергә тейеш. Шунһыҙ ул туған теленең байлығын аңлай алмай, йәнәһе. Хәҙер башҡорт теленең бай булыуы хаҡында күп яҙмаларымда әйткәнем бар. Һуғыштан һуң Венгрияла хеҙмәт иткәндә уларҙың телен дә өйрәнергә тура килде. 1947 йылда хеҙмәттән ҡайтҡас, ҡырғыҙ балаларын үҙ телдәрендә уҡытып йөрөнөм. Үзбәк балаларының да башына аң-белемде үҙ телдәрендә яйлаштырыу бәхете насип булды. Тел! Тел!! Тел!!! Бына нимә тип әйтелә китаптың бер урынында: “Изге китабыбыҙ әйтеүенсә, донъя яралғансы ҡәләм яралған. Аллаһы Тәғәлә шул ҡәләмгә үҙе эшләйәсәк, киләсәктәге барлыҡ эш-ғәмәлдәрен яҙырға бойормош. Ҡәләм һәммәһен тәҡдир таҡтаһына яҙған. Һәр бәндә яҙмышы маңлайына яҙылмыш. Ҡөрьәнебеҙҙе икенсе төрлө “Ҡәләм шәрифе” тибеҙ. Ниңә шулай? Сөнки ул һүҙҙәр ҡәләм яҙған ҡанун тигәнде аңлата” (464 бит).
Етенсе быуаттарҙа Иҙел (Волга) йылғаһының түбәнге ағымы урындарында, Азов буйҙарында “Бөйөк Болғария” тигән мәмләкәт-батшалыҡ йәки ханлыҡ төҙөлә. Әммә дәүләт түгел әле ул. Шуға күрә тарихсылар “берләшмә” тип атай уны. Бәғзеһе “берләшмә-дәүләт” тип тә яҙа. Йософ Баласағуни “Ҡотадғу белек” тигән әҫәрендә (ХI быуат) былай ти:
Аҙмы дәүләт-илдәр йән-тәслим итте,
Үлмәҫ тойолған батшалар бар ҙа китте.
Ул осорҙа “ил” һүҙе айырым ғаилә төшөнсәһе өсөн генә лә ҡулланылған: үҙ илем — үҙ донъям. Хәҙер ҙә бар: ил-көн хәстәрлеге менән йәшәйем. Йософ Баласағуниҙың “дәүләт”, “ил” һүҙҙәрен парлауы аңлашыла булһа кәрәк. Ғайса Хөсәйеновта: ил-йорт (42 бит), йорт-ил (345), ил-ер (344), ер-биләм (345). Ил-йортта мәғәнә ырыу-ҡәүем төшөнсәһе менән сикләнә: “Мәғлүм, бөтөн ил-йорт ҡупҡан яуҙан ҡотолоп ҡалыуы ҡыйын”. Йорт-илдә дәүләт-мәмләкәт дәрәжәһе өҫтөнлөк ала: “Йорт-ил дәүләте булғас, ханы, солтаны, аҫыл заты, ҡараһы, ҡарашаһы бар. Түрә-һәрәһе, нөгәре, түләңгеһе, ялсыһы, тәүеллеһе, әсире күп”. Ил-ер ҙә дәүләтлек ҡөҙрәте менән бәйле: “Волга буйҙарынан Каспий, Арал диңгеҙҙәренәсә, Яйыҡтан Ташкент, Төркөстан ҡалаларынаса, Урал тауҙарынан Алтайға, Алатауҙарғаса һуҙылып, икһеҙ-сикһеҙҙәй булып йәйелеп ятҡан ҡырғыҙ-ҡайсаҡ ил-ерҙәре ғәләмәт дәү ул. Олоғара бер дәүләт. Үҙ хандары, үҙ солтандары бар”. Ер-биләм тигәндәрендә лә ханлыҡ-дәүләтселек төшөнсәһе бар: “Шунан был бер туған хан уландары күп ерҙәр яулап алып, аҙаҡ үҙ-ара ер-биләмәләрен бүлешеп, үҙаллы хан, йөҙ башлыҡтары булып киткәндәр, имеш”. Бында ил-йорт, йорт-ил, ер-ил, ер-биләм тигән парлы һүҙҙәрҙе, фәнни телдә әйтһәк, синонимдар йәки мәғәнәләштәр тип тә ҡарарға мөмкин. Уның шулай икәнлеге әле күрһәтелгән өҙөктәрҙә генә түгел, бөтә романды уҡып сыҡҡас ҡына ныҡлап аңлашыла. Тимәк, нәфис әҙәбиәттә һәр тел сараһы әҫәрҙең идея-йөкмәткеһен асыҡлау маҡсатында ҡулланыла. Һүҙ сәнғәтендәге ошо мөһим мәсьәләгә йөрәк хис-тойғоһо, күңел аң-аҡылы, белем ҡеүәте, талант ғәййәрлелеге, танып белеү офоҡтарының киңлеге, эстетик зауығының сәнғәтлелеге менән иғтибар итә Ғайса Батыргәрәй улы. Уның ошо романында ғына 6000 самаһы парлы һүҙ бар. Улар буйынса ғына ла йә кандидатлыҡ, йә докторлыҡ диссертацияһы яҙырлыҡ.
Африкалағы күгәрсендәрҙең бер төрө гәүһәр бөртөгө эҙләп табыуҙан ләззәт татып йәшәй. Урал бөркөтө ояһында аҫылташ тотоуы менән маһая. Ә яҙыусы, һүҙҙең гәүһәрен, аҫылташын эҙләп, тел диңгеҙенең төбөнә үк сумырға тейеш бит әле. Шуның матур өлгөләрен күрһәтә Ғайса әҙип. Яҙыусы әҫәренең сәнғәтсә эшләнешен тикшереүсе ғалимдың мәшәҡәте тағы ла ҡатмарлыраҡ. Ул “Ни өсөн?” тигән һорауға яуап бирә. Әйтәйек, Йософ Баласағуниҙы ни өсөн ил һүҙе генә ҡәнәғәтләндермәй, уны дәүләт һүҙе менән парлаштыра? “Ил” төркиҙәрҙә бик боронғо замандарҙан бирле ҡулланыла. “Дәүләт” һуңыраҡ барлыҡҡа килә. Ул — ғәрәп һүҙе. Беренсе мәғәнәһе — мал, байлыҡ, матди тәьмин ителгәнлек. “Ер йөҙө йәннәт ине, дәүләт вә ниғмәт бар ине” (Ғ. Туҡай). Икенсе мәғәнәһе — ил, мәмләкәт, дәүләт. Тора-бара был өс һүҙ синонимлашып китә. Баласағуниҙағы “тәслим” һүҙе лә — ғәрәптән. Уның дүрт мәғәнәһе бар: 1) ҡулдан-ҡулға тапшырыу, биреү “Әлен (ҡулын. — С.П.) алып Зөләйхәя тәслим ҡылды” (Ҡ. Ғәли); 2) бирелеү, тапшырылыу; 3) таныу, ҡаршылыҡһыҙ таныу, иғтибар итеү; 4) сәләмләү. Йән-тәрки һүҙе. Ғәрәп менән төрки кәлимәһен парлаштырыу һүҙ-һүрәтлелекте, һүҙ-фекерҙе, һүҙ-тойғоно көсәйтә.
Фәлсәфә фәнендә дөйөмлөлөк, берҙән-берлек, айырымлылыҡ категориялары бар. Дөйөмлөлөк — берҙәмлектәр йыйылмаһы. Әҙиптең һүҙҙәр ҡулланыу маһирлығында ла ошо ҡанун ҡаны ҡайнай. “Ҡанлы илле биш” романындағы парлы һүҙҙәрҙә лә — ошо ҡан ағышы. Бер тамырҙан үҫеп киткәс, ағас ботаҡтары (әйтәйек, алмағас) һанап бөткөһөҙ емеш бирә. Бер һөйләм эсендә ҡулланылған парлы һүҙҙең мәғәнәһе тотош романдың эстәлеге, сюжет-композиция, әҫәр ҡаһарманының рухи йөҙө, ҙур тормош, донъя хәлдәре, ғаләм киңлектәре менән бәйле. “Ҡанлы илле биш”тән миҫал: “Көслөнөкө замана. Батшаһы, Синоды ла хәттин аштырғандар. 1742 йылда Сенаттың указы менән мосолмандарҙың мәсеттәрен емерә башлағандар, яңыларын һалыуҙы тыйғандар. Ауылда дүрт керәшен ғаиләһе була — бер сиркәү, йөҙ илле мосолман ғаиләһе йәшәһә лә мәсет артыҡ. Шуға мәсетен ват-емер: диндәренән дүнһендәр. Шунан да яман ҡырағай дин-рухи ҡыйырһытыуҙар бармы икән? Шул яманлыҡтарҙың да башлап шаһиты булды Батырша”. (39-40-сы бит).
Дин дә, рух та Аллаһы Тәғәлә тарафынан бирелгән Әҙәм балаларына. Ҡырағай ҡыйырһытылыуҙарҙы дин һәм рух һүҙҙәрен парлап аңлатыу — айырым заттарҙың ғына түгел, бөтөн ғәләмдең ҡараңғы фажиғәһен сағылдырыу. Шул парлы һүҙҙәрҙән рухлы һәм динле Батырша баһадир һыны ҡалҡып сыға. Уның йөрәгендә — көрәш ҡаны. Был ҡан ҡырғыйҙарға утлы туфан булып ябырылырға тейеш. Туфан тулҡыны ғәҙеллек, изгелек, хаҡлыҡ теләп ярһыған мең-миллиондар ғәскәре менән ишәйәсәк.
Яҙыусының башҡорт менән ҡырғыҙ һүҙен парлауы шул киңлекте аңлатып тора: “...башҡорт-ҡырғыҙ ғәскәрҙәре Ҡазанға яу саптылар бер заман” (378 б.) Шунда уҡ уҡыусының күңеле ҡарағалпаҡ, Төркөстан далаларында ла сәйәхәт итеп ҡайта, хәҙерге Илештең бынан 300 йыл элек булған ерендәге хәл-ваҡиғаларҙы күреп тә ғәжәпләнә.
Был — тарихи роман. Шулай ҙа автор бөгөнгө уҡыусының аҡ күңелен тарихтың күптәнге ҡара буяуҙары менән тыңҡыслау яғында түгел. Матур әҙәбиәттең эстетик заңын аңлап яҙа, нәфислеккә үҙ йөрәгендәге хис-тойғоно өҫтәй. Әйтәйек, гүзәллекте тасуирлағанда һөйкөмлө-һылыу ҡыҙҙарҙы сағыштырыу объекты итеп файҙаланыу әүәлдән-әүәл килә.
“Ҡанлы илле биш”тә: “Йәй башының далаһы тамам йәшәреп, һутланып, тулышып өлгөргән йәш ҡыҙҙай, күҙҙе ҡыҙҙырып, һулҡылдап ята”.
(Аҙағы бар).
Суфиян ПОВАРИСОВ,
филология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 096

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 894

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 436

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 337

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523