Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
ҠУҘЫ (21.03 — 19.04).
Үҙ көсөгөҙгә саманан тыш ышанып, ҙур йөкләмәләр алмаҫҡа тырышығыҙ. Алдаҡсыларҙың ҡармағына эләгеүегеҙ ихтимал. Артығыҙҙа шикле эш менән шөғөлләнеүселәр ҙә юҡ түгел. Һәр нәмәне контролдә тотоп булмай бит. Шуға күрә был аҙнала мөһим ғәмәлдәрҙән баш тартып, ижади эшкә, рухи донъяғыҙға иғтибар итегеҙ.

БУҒА (20.04 — 20.05).
Аҙнаның тәүге яртыһында мәшәҡәттәр ғәйәт күп булмаҡсы. Ҡайһы саҡта барыһына ла өлгөрә алмай өҙгөләнерһегеҙ. Борсолмағыҙ, барыһы ла яҡшы булыр, осор аҙағына хәл яйға һалыныр. Ваҡ-төйәк мәсьәләләрҙән күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәгеҙ. Ауыр саҡта яҡындарығыҙҙан, коллегаларығыҙҙан ярҙам һорарға тартынмағыҙ.

ИГЕҘӘКТӘР (21.05 — 21.06).
Ҡайһы бер проблемаларҙы хәл иткәндә ныҡышмалылыҡ һәм тәүәккәллек талап ителер. Дәүләт инстанциялары, документтар менән эш итергә тура килер. Хатта судҡа саҡыртыуҙары ла ихтимал. Борсолмағыҙ, барыһы ла һеҙҙең файҙаға тамамланыр. Тик үҙ ҡарашығыҙҙы ныҡлы яҡларға кәрәк. Ыңғай һөҙөмтә оҙаҡ көттөрмәҫ.

ҠЫҪАЛА (22.06 — 22.07).
Һеҙҙең өсөн “дауыл алдынан тыныс осор” башлана тип әйтергә мөмкин. Ҡаҙаныштар һәм үҙгәрештәр, әүҙем ғәмәлдәр һәм ҡыйыу фекерҙәр – барыһы ла алда. Шуға күрә әле һеҙгә көс-ҡеүәтте тупларға, әүҙемлекте кәметергә кәңәш ителә. Аҙнаны ял итеүгә һәм күңел асыуға арнағыҙ.

АРЫҪЛАН (23.07 — 22.08).
Аҙнаның башы – хис-тойғоларҙың ташҡан мәле. Яҡындарығыҙ менән мөнәсәбәттәрегеҙ яйға һалы­ныр, бер-берегеҙҙе яҡшы аңлай башларһығыҙ. Үҫеш һәм яңы башланғыстар өсөн бик ҡулай осор. Шулай ҙа яңы тормошҡа аяҡ баҫҡанда үткән хаталарҙы ҡабатламаҫҡа тырышығыҙ. Ял көндәре яҡын­лашҡан һайын талсығыуығыҙҙы тойорһоғоҙ, бер аҙ ял итеп алығыҙ.

ҠЫҘ (23.08 — 22.09).
Ғаиләгеҙҙәге хәлдәр осор аҙағына ғына яйға һалыныр. Шулай ҙа был аҙна ҡатмарлы булыр ти­гән­де аңлатмай. Фекер айырмалыҡтары, ҡараштар төрлөлөгө арҡаһында яҡындарығыҙ менән низағ­лашыуығыҙ ихтимал. Быны бер-берегеҙҙе яҡшыраҡ танып-белеү сараһы тип ҡабул итһәгеҙ ине. Аҙна аҙағында ҡуйған маҡсатығыҙға өлгәшерһегеҙ, идеяларығыҙҙы тормошҡа ашырырһығыҙ.

ҮЛСӘҮ (23.09 — 22.10).
Эш әүҙемлеге артыр, өр-яңы фекерҙәр һәм баш­ланғыстар менән янырһығыҙ. Тиҙҙән аҡсаға бәйле хәлегеҙ ярайһы уҡ яҡшырыр, киләсәккә матди йәһәттән ныҡлы нигеҙ һалырһығыҙ, уңыш ҡаҙа­нырһығыҙ. Ҡайһы бер көнсөлдәр аяҡ салырға маташыр, ләкин һеҙгә борсолорға сәбәп юҡ.

САЯН (23.10 — 21.11).
Эш-ғәмәлдәрегеҙҙе уйламайынса башҡараһығыҙ. Ашығыс ҡарарҙарҙың кире һөҙөмтә биреүе ихтимал. Шуға күрә аҙна уртаһында күңелһеҙлектәр булыуы мөмкин. Быны ваҡытлыса хәл тип ҡабул итегеҙ, күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәгеҙ. Әүҙемлекте бер аҙ кәметеү ҙә зыян итмәҫ.

УҠСЫ (22.11 — 21.12).
Кешегә баһа бирергә ашыҡмағыҙ, хаталаныуығыҙ ихтимал. Бындай һыҙатығыҙ арҡаһында яҡын­да­ры­ғыҙ менән низағлашыуығыҙ мөмкин. Үҙ фекерегеҙҙе яҡлағанда тупаҫлыҡ күрһәтһәгеҙ, мәсьәләнең айышына төшөнгәс, уңайһыҙ хәлдә ҡалыуығыҙ бар. Аҙна аҙағында эске һиҙемләүгә ҡолаҡ һалығыҙ, ул хаҡлы юлды күрһәтер.

ЫЛАҠ (22.12 — 19.01).
Кешеләр менән аралашҡанда һаҡ булығыҙ. Был айырыуса хеҙмәттәшлеккә ҡағыла, сөнки алда­ныуығыҙ ихтимал. Һөҙөмтәлә матди хәлегеҙгә зыян килеүе, абруйығыҙ төшөүе бар. Күңелһеҙ ваҡиғаға тарығанһығыҙ икән, сабыр булырға тырышығыҙ. Дуҫтарығыҙ, хеҙмәттәштәрегеҙ ярҙамға килер.

ҺЫУҒОЯР (20.01 — 18.02).
Яҡындарығыҙ хаҡына ниндәйҙер матди ҡим­мәт­тәрҙән баш тартырға тура килер, моғайын. Үҙегеҙҙе эске көрәштең үҙәгендә торғандай хис итерһегеҙ. Шул уҡ ваҡытта тормош ҡыуаныстары, күңел асыу саралары ылыҡтырыр. Күңел тыныслығы килтерерҙәй юлды һайларға тырышығыҙ.

БАЛЫҠ (19.02 — 20.03).
Әлегә тиклем күңел төшөнкөлөгө кисерһәгеҙ, хәл әкренләп ыңғай яҡҡа үҙгәрер. Яҡты киләсәккә өмөт өсөн нигеҙ бар кеүек. Тәү сиратта тормошҡа, ваҡи­ғаларға, эргәгеҙҙәге кешеләргә мөнәсәбәтегеҙ тамырынан яңырыр. Аҙнаның аҙағы һәр йәһәттән уңышлы күренә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 095

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 894

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 435

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 337

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523