Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Юғары рух тантанаһы
Юғары рух тантанаһы Еңеүҙең емеше — нәфрәт, еңелгәндең яҙмышы — хәсрәт.
Еңеү менән еңелеүҙән ваз кискән генә тыныс һәм бәхетле.

Уҙған май көндәрендә кешелектең хас дошманы — фашизмды, тамам дөмөктөрмәгәндә лә, ошо мәлдә ғәҙеллек көстәренә ҡаршы тора алмаҫын танырға мәжбүр итеүебеҙҙе ҙур байрам булараҡ билдәләнек. Бына ярты быуат инде 9 Май илебеҙҙә сәйәси йәһәттән дә, дәүләттең иғтибары буйынса ла оло тантаналар рәтендә йөрөй. Бөйөк Еңеүҙән аҙаҡ егерме йыл ошо көн тауыш-тынһыҙ, яугирҙәрҙең үҙ-үҙҙәрен эстән генә ҡотлау, иҫән ҡалыуҙарына шөкөрана ҡылыу менән үтә торҙо. Емерелгән ил-хужалыҡты тергеҙеп алыу, уңалып та өлгөрмәгән йәрәхәттәрҙе әсе хәтерләүҙәр менән ҡабаттан ҡанһыратмау өсөн, бәлки, бер килке тыйылып тороу ҙа үҙен аҡлағандыр. Был әхлаҡ бизмәненә һәр кем үҙ дәлилен үҙе самалап һала.
Шул уҡ ваҡытта кеше ғүмеренең йылдары ла һанаулы ғына. Ул сәйәси ҡарарҙар ҡабул ителеүен дә, йәмғиәттең изгелеккә боролор мәлен дә көтөп тора алмай. 1967 йылдың майында беҙ Әбйәлил районының Күсем ауылында Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙәр иҫтәлегенә обелиск асыуҙа ҡатнаш­ҡайныҡ. Бер нисә йыл үтеүгә ошондайыраҡ һәйкәл күршеләге олуғ Ташбулат ауылында ла күтәрелде. Тарихлы, күренекле шәхестәр үҫтергән ауылдар инде улар. Һәм бына, Еңеү­ҙең 70 йыллығы айҡанлы, йүнсел үә дәртле кешеләрҙең тырышлығы менән ике ауылдағы обелисктар ҙа яңыртылған. Изге эшкә үкенеү ҙә ҡушыла, сөнки һәйкәлдәрҙәге иҫтәлекле таҡтаташтарға үткән осорҙа баҡыйлыҡҡа күскән яугирҙәрҙең исем-шәрифе өҫтәп яҙылған.
Әлеге мәлдә мең ярым самаһы кеше йәшәгән Ташбулатта бөйөк яуҙа ҡатнаш­ҡан­дарҙан бик оло һәм сирле Сабур Барый улы Хөшәмов ҡына ҡалған. Ямғырлы, үтә һуғыр елле көндә мәктәп балалары, йәш-елкенсәк өлкәндәрҙең рамға һа­лын­ған фотоһүрәт­тәрен күтәреп йөрөнө. “Үлем­һеҙ полк...” Был акцияла сәйәсәт өҫтөнлөк итәме, әллә хистәрҙең ҡалҡы­нып китеүеме? Ихлас рәхмәт, формаль сараға ғына әүерелә күрмәһен. Бер мәл изге яу, Бөйөк Еңеүгә ҡа­ғылышлы һәммә нәмәләр китаптарға, кино­фильмдарға, теркәлеп өлгөрөлгән хәтер­ләү­­ҙәргә һәм әлеге “Үлемһеҙ полк” ко­лон­на­ларындағы һүрәттәргә генә тороп ҡаласаҡ бит. Яңыртылған обелиск эргәһендә һүҙ әйткәндә, ямғыр күктә йәшәгән әруахтарҙың күҙ йәшелер, тигәйнем, сөнки йәшәйешебеҙ, ҡылыҡ-фиғелебеҙ менән киткәндәрҙең ризалыҡта булыуына шигем ҙур.
Халыҡ һәм дәүләт тарихында юйылмаҫ эҙ ҡалдырған бәғзе ваҡиғаларҙы тантана менән ослап ҡуйыу — борондан килгән йола һәм уның парад рәүешен алыуы һәр ваҡыт мотлаҡ та түгел. Әммә ғәйәт көсөргәнешлек менән өлгәшелгән Еңеүҙе парад менән билдәләү идеяһын Юғары Баш командующий Иосиф Сталин үҙе тәҡдим иткән тигән раҫлау бар. Арыған-талған ғәскәрҙәрҙең байтағы, Ялта кон­­фе- ренцияһы килешеүҙәрен үтәй барып, эшелон-эшелон булып Алыҫ Көнсығышҡа, Японияға ҡаршы американдар менән бергәләп көрәшеү өсөн ашығыс күсерелә. Украинаның көнба­йышында милләтсе фашистар менән аяуһыҙ алыштар бара. Июль уртаһында-август башында Потсдамда үтәсәк конференцияның ниндәй һөҙөмтәләргә килтерәсәге билдәһеҙ. 9 августа Советтар Союзына Японияға һуғыш иғлан итәһе һәм 2 сентябрҙә уны теҙ сүктерәһе бар. Алда әле күпме ҡорбан, ҡатмарлана барған сәйәси проблемалар тора. Ләкин Икенсе донъя һуғышы эпопеяһында фашист Гер­манияһын еңеү айырым урын биләй. Хәрби, сәйәси, әхлаҡи — һәр йәһәттән дә уны бүтән бер генә ғәмәл менән дә тиңләү мөмкин түгел.
...24 июнь иртәһе. Парад башланыуға тынды бер тартып алыр ғына ваҡыт ҡалды. Көтөү минуттары яҡты ла, елкендергес тә, уйҙарыңдан уйылып китерлек тә. Ошо парадты көтөүҙән дә яҡшыраҡ мәл, совет халҡының үлемһеҙ данының сағылышын күреүҙән дә ҙурыраҡ бәхет бармы икән? Көткән минуттар эсендә күҙ алдынан сал сәсле лә, мәңге йәш тә Ҡыҙыл майҙан үтә. Һәм һалдаттар... Сталинград буранында аҙашмаған, Корсунь-Шевченко батҡаҡ­тарында батмаған, Днепрҙың айбарлы тул­ҡын­дарын ауыҙлыҡлаған, Заполярьеның боҙло ҡаяларында туңмаған, Ҡара диңгеҙҙең ҡыҙыу ярҙарында янмаған, Белоруссия шыр­лыҡ­тарында юғалмаған, Одер эргәһендәге текә ярҙарға күтәрелгән, Көнсығыш Прус­сиялағы уҫал утарҙарҙы үткән һалдаттар!
Ғәскәр сафҡа баҫҡан. Йыйылма һәр полк янында байраҡтар үҙ мәлен көтә. 2015 йылдың 9 майындағы һымаҡ уҡ, 1945 йылдың 24 июнендә лә күк көмбәҙен болоттар ҡаплаған. Һыуҙан ауырайып, улар, уңышты ашыҡ­тырғандай, баҫыуҙарға һибелә. Тәбиғәттең, тантана тип тормай, үҙ шөғөлө.
“Мине бар иткән һәм ошо ялҡынлы, иҫ китмәле гүзәл көндәргә тиклем һаҡлап алып ҡалған һиңә рәхмәт, изге Ватаным!” Парад сафтарына теҙелгән һәр кем, моғайын, эстән генә шул һүҙҙәрҙе ҡабатлағандыр.
Бына Спасск ҡапҡаһынан өс тапҡыр Советтар Союзы Геройы һыбайлы маршал Георгий Жуков килеп сыға. Ул парад ҡабул итәсәк. Уға табан ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы һыбайлы маршал Константин Рокоссовский килә. Ул парадҡа командалыҡ итә. Бөйөк ғәскәр башлыҡтары сафтарҙы урағанда уларҙы ҡеүәтле “ура” оҙата бара. Был ауазға кешенең йөрәге һыйҙыра алған бөтөн хистәр ҙә һалынғандыр.
Батырҙарҙың йыйылма полктары Ҡыҙыл майҙандың һуйыр таштарын ергә һеңдереп атлай. Баш ҡала майҙаны аша Еңеү үтә.
“Баренц диңгеҙенән Ҡара диңгеҙгә тиклемге фронттың һәр урынында ҡәһәтле һуғыштар бара...” Ошо һүҙҙәр йөрәктәргә таш булып төшкән, аңды ағыулы төтөндәй томалаған. Улар әлегә тиклем яфаларҙы яңырта. Дошман көслө, мәкерле, аяуһыҙ ине, ҡеүәтле һәм өр-яңы техника менән ҡоралланғайны. Ҡоллоҡҡа төшөрөлгән бар Европа дошманға эшләне.
Халҡыбыҙ, күҙ йәшен ҡан ҡатыш йотһа ла, һыҡтаманы. Һыр бирмәне. Ғорурлығын һаҡ­ланы. Һынманы. Диңгеҙ кеүек шаулап йәшәгән халҡыбыҙ дошман юлында ҡая рәүешендә ҡалҡты. Ниһайәт, уны түңкәрҙе лә, йорт-ерендә ҡәбер тынлығы урынлашҡансы дөмбәҫләне.
Фашистик Германияның ике йөҙ байрағын ике йөҙ батыр ямғыр йыуған таш өҫтөнә бы­раҡтырҙы. Гүзәл, сағыу һәм Бөйөк Еңеү уларҙы совет халҡының аяғы аҫтына атып бәрҙе. Был байраҡтар бер ҡасан да елберләмәйәсәк, һәм Германияла фашизм баш ҡалҡытмаясаҡ.
Ошо урында белорус әҙибе Максим Лу­жаниндың “Парад победы” исемле шиғырынан бер нисә юл ғына килтерергә булдым.
Рождалось утро мира в боренье
тьмы и света,
Конец кровавой битвы и трудных
дел венец.
Под красные знамена позвали мы
планету,
А вражьи низложили, пленил мой друг-боец.
Һүҙҙе йомғаҡлай барып, нимә әйтергә һуң? Бүтән теләһә ҡайһы тарих кеүек үк, фашизм тарихы ла — кешеләрҙең эшенең йылъяҙмаһы. Егерменсе йөҙ йыллыҡҡа сәйәси тормоштоң уғаса булмағанса ҡапма-ҡаршылыҡлылығы хас. Социаль тетрәнеүҙәрҙең киҫкенләшеүе, иҡти­сади көрсөктәр йә бында, йә тегендә хаким­лыҡҡа консерватив төркөмдәрҙең, ә ҡайһы саҡ диктаторлыҡ, экстремистик режимдарҙың килеүенә сәбәпсе була. Фашизм тирәһендә ниндәй генә бәхәстәр бармаһын, уны нисек кенә яҡларға тырышмаһындар, Гитлер менән ҡуштандарына ниндәй баһалар бирмәһендәр, беҙгә бер нәмә асыҡ билдәле: уҙған быуаттың 30-сы йылдарында Европаның бәғзе илдәрендә власҡа уң, террорсылыҡ көстәренең килеүе бөтөн донъя өсөн фажиғәгә әүерелде.
Тарихта ҡан күп ҡойолған. Хаҡлыҡты яҡлап та, нахаҡ рәүештә лә. Бөгөн фашизмды аҡларға маташыусылар нәҡ ошоға һылтана. Был — әхлаҡһыҙлыҡ, тарихи процестарҙы баһалауҙа томаналыҡ. ХХ быуат бүтәндәренән айырылып торған быуат ине. Ул һуғышҡа юл әҙерләгән, әүәлге быуаттарҙа уңышлы булып сыҡҡан аг­рессияларҙы хәҙер ҙә ҡабатларға мөмкин тип фекер йөрөткән кешеләрҙән ҡон ала. XX быуатта бер генә генераль “көс һынашыу” ҙа уны башлаусыларға уңыш килтермәне, бәлки һәләкәткә генә тарытты.
1945 йылдың июнендәге Еңеү парады ла, 2015 йылғы май парады ла, ҡыуаныс һәм ғорурлыҡ менән бергә, шундай уйҙарға ла һала.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 647

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 434

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 332

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521