Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Әсәйемде ерләй алманым...
Атайым һуғышта булмаған. Ул 1941 йылда оҙайлы һәм ауыр сирҙән һуң, миңә өс йәш тулған көндә, вафат булған. Әсәйем Миңзифа Әйүп ҡыҙы 43 йәшендә дүрт бала менән тол ҡала. Ул ваҡытта оло ағайым Борисҡа — 16, икенсе ағайым Рәйескә — 13, апайым Нәркәзгә 11 йәш була.

1942 йылдың көҙөндә оло аға­йым­ды фронтҡа алалар. Теүәл бер йылдан уның хәбәрһеҙ юғалыуы хаҡында “ҡара ҡағыҙ” килә. 1941 йылда IV клас­ты тамамлаған икенсе ағайым кол­хозда хеҙмәт юлын башлай. Бер йылдан уны үҙе кеүек 14 йәшлек Фә­нил исемле малай менән ат ҡараусы итеп тәғәйенләйҙәр. Ҡыш буйы улар малдарҙы ашатып, эсереп, ҡура­лар­ҙы таҙарта, ә йәйен төнгө­лөк­кә туғай­ға алып сығып, иртән яңынан бри­гадаға алып ҡайта.
Ауыл халҡы сәсеүгә төшә. Аттар етмәгәнлектән, һыйыры булғандар күҙ ҡараһылай күреп, күҙ терәп торған берҙән-бер бөйрәкәйҙәрен егеп, колхоз баҫыуҙарын һөрөргә мәжбүр була. Бер төндә туғайҙа ат көткән ағайымдар таң алдынан йоҡоға тала. Тауышҡа уянып китһәләр, малдарға бүреләр һөжүм иткән — бер атты йығып, тамаҡлап, арыу ғына өҙгөлә­гәндәр. Ҡоттары осҡан малайҙар, ҡо­ро үләнгә ут төртөп, сыбыртҡы шарт­латып, бүреләрҙе ҡыуып ебәрә-ебәреүен, ләкин тамаҡланған атты ҡотҡара алмайҙар. Был “енәйәт”тәре өсөн улар 500-әр эш көнө бушлай эшләргә тейеш була. Әйткәндәй, ул ваҡытта хеҙмәт хаҡы урынына бригадир ҡуйын дәфтәренә һәр кемгә бер таяҡ ҡуя барҙы. Йыл аҙағында шуларҙы иҫәпләп, 100-150 йәки 200 грамм иген, бик уңған йылдарҙа 300 грамға саҡлы бирәләр ине.
Хәтеремдә, әсәйем йыллыҡ “эш хаҡын” — 8 килограмм арыш онон — алып ҡайтҡас, иҙән уртаһына ҡуйҙы ла ултырғысҡа ултырып, битен ҡаплап ҡысҡырып илап ебәрҙе. Ул ваҡыттағы көнкүреш шарттарының ауырлығын ҡағыҙға яҙып ҡына аңла­тып бөтөрлөк түгел. Етмәһә, ергә, йорт-ҡаралтыға һалым түләргә, мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫраған өсөн дәүләт­кә итен, һөтөн, йөнөн, йомортҡаһын тапшырырға кәрәк ине. Быларҙан тыш йыл һайын фронт өсөн мәжбүри рәүештә “заем”ға яҙҙырып, халыҡтан аҡса йыялар. Бер көн әсәйемде, тиҙ генә килеп етһен тип, эштән ҡайтыу менән колхоз идараһына саҡырҙы­лар. Беҙ апайым менән уны төн буйы көттөк, ләкин ул ҡайтманы. Баҡтиһәң, райондан килгән һалым йыйыусы агент уны айырым бүлмәгә бикләп ҡуйған да “заем”ға яҙылмайынса сығармаған. Әгәр һалымды ваҡы­тын­да түләмәһәң, булған ғына малыңды, ҡош-ҡортоңдо өйҙән алып сығып китәләр ине. Мин белгәндән бирле беҙҙә һыйыр малы булманы, барлыҡ байлығыбыҙ — ике кәзә менән бер тауыҡ. Ул тауыҡтан хөкүмәткә йыл һайын 100 йомортҡа тапшырырға тейеш инек. Бер тауыҡ йылына ул тиклем йомортҡа һалмай, етмәгәнен әсәйем баҙарҙан һатып алып тапшыра. Кәзәләрҙең һөтөн беҙгә эсер­мәй йыйып, айыртып, май яһап ба­ҙар­ға сығара, бәрәстәрен үҫтереп һуйып һата, шулай итеп һалым түләргә аҡса эшләй.
1945 йылдың 9 майы илебеҙ хал­ҡына Еңеү көнө булараҡ оло шатлыҡ килтерһә, беҙҙең ғаилә өсөн ул тағы ла бер күңелһеҙ ваҡиғаһы менән хәтерҙә ҡалды. Нәҡ шул көндә Рәйес ағайымды ФЗО-ға алып кит­теләр. Ағайым ундағы ҡыйыр­һытылыуҙарға түҙә алмай ҡасып ҡайтты, бының өсөн уны алты айға төрмәгә ултырттылар. Дүрт йыл буйы барған һуғыш осоронда ас-яланғас, көнө-төнө ауыр эштәрҙе башҡарып һаулығын ныҡ ҡаҡшатҡан, бер-бер артлы ауыр юғал­тыуҙар кисергән әсәйем был ҡайғыны күтәрә алманы. Йөрәге ауыртып, ҡаты сирләп китте һәм оҙаҡ ҡына түшәктә ятҡандан һуң, хеҙмәткә яраҡһыҙ булып ҡалды.
Сирле әсәйем менән мин (алты йәш ярымлыҡ малай) әле 15 йәше лә тулмаған Нәркәз апайымдың ҡулында ҡалдыҡ. Ул VI класта уҡып йөрөгән еренән уҡыуын ташлап, колхозда эш башланы. Әсәйем урынына, фронттан ҡайтҡан ағайҙар менән бер рәттән (әсәйемдең ҡулында инвалидлыҡ ҡағыҙы булмағанлыҡтан, ул йылына кәмендә 150 көн эшләргә тейеш ине), 22 саҡрым алыҫлыҡтағы тимер юл станцияһынан ҡапсыҡ йөкмәп кол­хозға орлоҡ ташыны. Унда бармаған көндәрҙә (барып ҡайтҡандың икенсе көнөнә ял бирәләр ине), беҙҙе асҡа үлтермәҫ өсөн, күрше урыҫ ауылдарына барып, бер биҙрә картуфҡа ялланып, ер ҡаҙыр ине. Яҙғы сәсеү етеү менән иртә таңдан ҡара төнгә саҡлы баҫыуҙа эшләне; сөгөлдөр сығыу менән утар, һирәкләр, аҙаҡ йыйыр ине (ун йәшем тулғас, был эш әкрен­ләп минең елкәгә лә төшә башланы); бесән етеү менән ирҙәр менән бер рәттән үлән сапты; ураҡ ваҡытында иртә таңдан төнгө ҡараңғығаса иген урҙы; ҡыш фермала һарыҡтар ҡараны. Бынан тыш, мин аҙыраҡ ҡул араһына керә башлағансы, өйҙә лә һыуға барыу, утын ярыу, яҙын картуф баҡсаһын ҡаҙыу, йәшелсә ултыртыу, утау, күмеү, колхоз баҫыуҙарынан серек картуф йыйыу — барыһы ла уның иңенә төштө. Бөтәһенә лә нисек өлгөргәндер, ул йылдарҙы мин әле булһа тыныс ҡына иҫләй алмайым.
Апайым 84 йәшендә арабыҙҙан китте. Ул һуңғы ун йылын түшәктә ят­ты. Тик бына тыл һалдатына тейешле ташламаларҙан файҙалана алманы, сөнки уның хеҙмәт кенәгәһе һуғыш тамамланғандан һуң ғына асылған.
Рәйес ағайымды, ултырып сыҡҡас та, яңынан ФЗО-ға алып киттеләр. Был юлы ағайым ҡасып ҡайтырға баҙнат итмәне, алты айлыҡ курста штукатур-маляр һөнәрен үҙләштереп, Молотов (хәҙерге Пермь) ҡалаһында эш башланы. Өйгә хаттары килеп торҙо. 1949 йылдың яҙында хәрби хеҙмәткә саҡырылды. 1952 йылдың көҙөндә әрме хеҙмәтен тултырып, ниһайәт, тыуған ауылына ҡайтты. Өйгә ҡайтҡандың өсөнсө көнөнә ул ауылдағы тракторсы ағайҙар янына МТС-ҡа урынлашты. Артабан 40 йыл дауамында тракторҙа, комбайнда эш­ләп ҙур маҡтауҙарға лайыҡ булды, “Почет Билдәһе” ордены, бер нисә ми­ҙал менән бүләкләнде, СССР Ха­лыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күр­гәҙ­мәһендә ҡатнашып, лауреат исемен яуланы. Хаҡлы ялға сыҡҡас та, ҡул ҡаушырып ултырманы, колхозда эш­лә­үен дауам итте. Ғүмеренең аҙаҡ­ҡы көнөнәсә ауылда тирмәнсе ярҙам­сыһы булды. 70 йәшендә юл-тран­спорт фажиғәһендә ғүмере өҙөлдө.
Үҙем тураһында ентекләп яҙып тормайым, тик шуны асыҡлап үткем килә. Мин 1946 — 1953 йылдарҙа Ҡарлыман ете йыллыҡ мәктәбендә белем алып, уны “бишле” билдә­ләре­нә генә тамамлауыма ҡарамаҫтан, артабан уҡыуымды дауам итә алманым, сөнки 24 саҡрым алыҫлыҡҡа йөрөргә кейем-һалым, фатирға түләп торорға мөмкинлек булманы. 15 йәшемдә колхозда хеҙмәт юлымды башланым. Ике йылдан ауыл Советы ҡарары буйынса, Салауат ҡалаһына ФЗО мәктәбенә юлландым. Бында ун айлыҡ курс үтеп, имтихан тотҡан көн­дәрҙә ауылда әсәйем вафат булған, ә мин ул турала өс аҙна үткәс кенә ишеттем һәм ғәзиз кешемде ерләүҙә ҡатнаша алманым. Бына шул ваҡиға тормошомда ғүмерлек үкенес булып ҡалды.
Фидат ЮНЫСОВ,
хеҙмәт ветераны.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 434

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 336

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521