Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Берҙәмлек еңде
Берҙәмлек еңде Һуғышҡа тиклем колхоздарҙың эше юлға һалынып, кешеләр мул тормошта йәшәй башлай. Шуға күрә лә 1941–1942 йылдарҙа халыҡ бик бирешмәй. Ләкин 1943 йылда инде бөтә булғанды фронтҡа оҙатып бөтәләр, малай-шалай, ҡатын-ҡыҙ ерҙе һыйыр менән һөрөп, ҡул менән генә сәскән игендән йүнле уңыш алынмай, булғаны ла фронтҡа оҙатыла. Хатта һәр өйҙә ҡышҡа әҙерләнгән картуфты ла кип­тереп фронтҡа ебәрәләр. Көҙ баҫыуҙан башаҡ йыйыу ҙа тыйыла ине.


Беҙҙе, һуғыш балаларын, йәғни 8-9 йәш­лектәрҙе лә, баҫыуға башаҡ йый­ҙы­рырға сығаралар ҙа уңышты колхоз келәтенә бушаттыралар ине. Көнө-төнө туҡмаҡ менән ашлыҡ һуҡҡан ҡатын-ҡыҙҙы бер ус бойҙай алғаны өсөн төрмә көттө. Ауылда әҙ-мәҙ генә ҡалған һарыҡ йөнөнән үҙҙәренә түгел, һалдаттар өсөн ойоҡбаш, өс бармаҡлы бейәләй бәйләп ебәреү ҙә тылдағы ҡатын-ҡыҙ бурысына әйләнде.
1943 йыл. Аслыҡ, ажғырып, халыҡтың үксәһенә баҫты. Барлыҡ запас бөттө, колхоз аттары, кәзә-һарыҡтар ҙа астан ҡы­рыла башланы. Йылҡыларҙы ҡотҡарыу маҡсатында уларҙы өй беренсә таратып биргән булдылар. Ләкин береһен дә ҡот­ҡарыу мөмкин түгел ине инде, шуға һуйып ашарға рөхсәт бирҙеләр. Был халыҡты ас­лыҡтан ҡотҡарыуҙың бер сараһы бул­ған­дыр. Колхоз һарайында үлеп ятҡан һа­рыҡ­тарҙы ҡойроғонан һөйрәп алып ҡай­­тып тунап, балаларын ас үлемдән ҡот­ҡа­рыу осраҡтары ошо 1943 йылға тура килә. Март айында ҡалын ҡар ирей баш­лағас, туғайҙа тал бөрөһө йыйыу башлан­ды. Уны һыуҙа бешереп, елем кеүек ҡу­йыр­тып ашауҙар… Береһен дә онота алмайым.
Ҡар ирегәс, апрель айында, халыҡ нимәлер табыуға өмөт итеп ырҙын та­бағына йүгерҙе. Һалам араһында унда-бында төшөп ҡалған бойҙай, тары, арыш бөртөгөн эҙләп, ырҙын табағын һепереп сыҡтылар. Баҫыуҙа ҡалған башаҡ, серек картуф йыйылды. Бә­хет­һеҙлеккә ҡаршы, ҡар аҫтында ҡыш­лаған ашлыҡ бөртөгөнән бе­шерелгән өйрәнән бигерәк тә бала-саға ауыҙ-морононан ҡан килеп күпләп үлде. Үләт бик күп балаларҙы алып китте.
Май айында инде, ҡара ергә аяҡ баҫҡас, яңы сыҡҡан үләндәр менән туҡлана башланылар. Ошондай ауыр саҡта Америка хөкүмәте ярҙамға килде: көнөнә бер тапҡыр балаларға йылы аш бешереп ашатыу өсөн аҙыҡ ебәрҙе. Уларҙың ап-аҡ “поклеванный” тип аталған арыш икмәгенең тәме һаман ауыҙҙа кеүек. Әммә был ярҙам да оҙаҡҡа булманы, шикелле. Шулай ҙа күп балаларҙы үлемдән алып ҡалды.
Ә һуғыштың аҙағы күренмәне. Беҙҙең армияның немец илбаҫарҙарын кире иленә ҡыуа башлауы кеше күңелендә еңеүгә өмөт уятҡандыр. Илебеҙ ҙә һуғыша-һуғыша ны­ғынды. Тап ошо осорҙа киләсәк быуынды һаҡ­лап алып ҡалыуҙың иң мөһим мәсьәләләрҙең береһе булыуы иғтибар үҙәгендә тотолоп, һуғыш яландарында ятып ҡалған йә булмаһа һуғышып йөрөгәндәрҙең балалары өсөн балалар йорттары асыу тураһында ҡарар ҡабул ителде. Был ҡарар беҙҙең Күгәрсен районы биләмәһенә лә килеп етте. 1944 йылдың 30 июнендә Башҡорт АССР-ы халыҡ мәғарифы комиссариаты ҡарары менән, Күгәрсен районының Мәҡсүт ауылында ла 100 урынлыҡ балалар йорто асыу ҡаралды.
Ул йылдарҙа ауылда теге йәки был сәбәп менән фронтҡа яраҡһыҙ тип та­былған ир-атты хеҙмәт армияһына алдылар. Хәрби заводтарға йә булмаһа урман хужалығына эшселәр йыйҙылар. Атайым Ғибаҙулла Бейешев тә хеҙмәт армияһына алынды, ләкин заводҡа түгел, яңы асыласаҡ балалар йортона директор итеп тәғәйенләнде. Әммә был бик ҡатмарлы һәм үтә лә яуаплы эште башлап ебәреү өсөн бер генә лә уңайлыҡ та булманы.
Һуғышҡа тиклем Ғибаҙулла Бейешев ошо уҡ Мәҡсүт мәктәбендә директор булып эшләгәндә сит ауылдан килеп уҡыған балалар өсөн 50 урынлыҡ ятаҡ төҙөткән. Уның эсендәге бөтөн ҡаралтыларын ауыр осорҙа мәктәп хеҙмәткәрҙәре картуфҡа алмаштырып ашап бөткән булған. Бинаның стеналары ғына тороп ҡалған. Күп уйлап тормай, атайым шуны рәткә килтереп, йыһазландырып, балалар йыя башланы. Малай-ҡыҙҙар һаны 70-кә етте.
Йәйҙең матур сағы. Аш бешереү өсөн ситәндән аласыҡ үреп, ҡаҙан ултыртып, өс тапҡыр туҡланыу ойошторолдо. Өҫтәл-ширлектәр аласыҡ эргәһенә эшләтеп ҡуйылды. Ба­лаларҙы 10 көн һайын йыуындырыу өсөн мунса ла буралды.
Икенсе йылына Оло Эйек йылғаһынан һал менән ағас ағыҙып килтереп, яңы биналар төҙөү башланды. Мәктәптең ишек алдында төҙөлөш эше ҡайнап торҙо. Балалар йортонда етем, ата-әсәһенән айырылып йәшәгәндәрҙе хеҙмәткә өйрәтеү эшенә ҙур иғтибар бирелде. Шуға ла иң беренселәрҙән хеҙмәткә өйрәтеү бүлмәһе булдырылды. Хөкүмәт биргән аҙыҡ-түлек кенә самалыраҡ ине. Шуның өсөн атайым 50 гектар ер алыуға өлгәште. Хужалыҡта йәшелсә, еләк-емеш, картуф үҫтерелде. Бойҙай, тары, һоло, көнбағыш сәселде, 25 гектар ер, аҙыҡ-түлек үҫтереү өсөн тәғәйенләнһә, 25-е бесәнлек өсөн файҙаланылды. Һабан, тырмалар ҙа, арба-саналар ҙа етештерелде, сөнки хужалыҡ өсөн бөтәһе лә кәрәк.
Иҫемдә, май айында булһа кәрәк, һәр хәлдә ағас япраҡ ярғансы, өлкән класс уҡыусылары, балалар йортонан да 14-15 йәшлектәр Бөркөт урманына, алдан алынған диләнкәгә, утын әҙерләргә бара инек. Нисә көн булғанбыҙҙыр, иҫләмәйем, тик оло ҡаҙанда аш бешерәләр, кис ҡыуышта йоҡлайбыҙ. Был ҡышҡылыҡҡа балалар йортона һәм мәктәпкә утын әҙерләү осоро була торғайны. Ә һуңынан Ғәзиз олатай менән Йомабикә апай дүрт үгеҙҙең арбаһына тейәп, уны ташый.
Ҡыҫҡаһы, ҡаты һуғыш осоро булыуына ҡарамаҫтан, ул осорҙа асылған балалар йорттары киләсәк быуынды һаҡлап алып ҡалды. Йылдар үтеү менән уларҙың күбеһе абруйлы шәхес булып үҫте, ғаилә ҡорҙо, үҙҙәренә алмашҡа балалар үҫтерҙе.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 095

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 435

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 336

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521