Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Әйҙе һағына күңел
Әйҙе һағына күңел Юлға сыҡһаң, юлдашың үҙеңдән яҡшыраҡ булһын, тиҙәр. Сәфәргә күп йөрөгәнлектән, был әйтемдең хаҡлығына инанғанмын. Сираттағы командировкаға билдәле әҙип, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ринат Камал менән сыҡтыҡ. Юлыбыҙ – Мәсетлегә, юлдашымдың тыуған яғына.

Өфө, Иглин райондары аша үтә­беҙ. Унан Башҡортостандың хозур тәбиғәтен Силәбе өлкәһенең өҫкә ауып барырҙай урмандары, бейек тауҙары, Минйәр, Эҫем, Уҡ йыл­ғалары алмаштыра. Салауат, Дыуан райондарына килеп индек, артабан Мәсетле районы башланды.
Иң тәүҙә Йонос ауылында туҡ­талдыҡ. Был төйәк шуныһы менән билдәле: унда күренекле балалар яҙыусылары Гөлсирә Шафиҡова менән Тәскирә Даянова ғүмер итә. Ғөмүмән, ауылда йәшәп ижад ит­кәндәргә һоҡланам. Ҡалала, аңла­шыла, бер сатирик әйтмешләй, тамаҡ яғын хәстәрлә лә ҡәләмеңде ҡулыңдан төшөрмә. Ауылда иһә эш тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгел. Ижад итергә ваҡытты нисек табаларҙыр!
Өфөгә балалары янына ҡунаҡҡа китеүе сәбәпле, Тәскирә Байрам ҡы­ҙы менән күрешә алманыҡ. Гөлсирә Мазһар ҡыҙы иһә тыумышы менән Яңы Мишәр ауылынан икән, бында килен булып төшкән. Ул осрашыуға тиҙ генә килеп етте.
Бер ауылда йәшәгәс, һөйләшеп-күрешеп йөрөү ғәҙәти хәл инде, ә бына балалар алдына яҙыусы ролендә сығып баҫыу – бөтөнләй икенсе күренеш. Гөлсирә апай бә­ләкәйҙән шиғыр ижад итеүе, хикә­йә­ләренең яҙылыу тарихы тура­һында һөйләне. Милли матбуғатта ла йыш сығыш яһай ул, күптән түгел “Башҡортостан“ гәзитендә “Һуңғы күстәнәс” тигән мажаралы әҫәре баҫылып сыҡты.
Йонос урта мәктәбендә 78 балаға 13 уҡытыусы белем һәм тәрбиә бирә. Мәктәп директорының уҡыу-уҡытыу эше буйынса урынбаҫары Фәғилә Мөхәмәтғәлина, шулай уҡ мөғәллимәләр Фәрҙиә Әбүбәкерова, Әлфиә Мөнирова мәктәп тормошо, яңылыҡтар менән таныштырҙы.
– Ҡыҙҙар, малайҙар! Ныҡлы белем алырға тырышығыҙ, абруйлы шәхестәр булып үҫегеҙ, – тип теләк белдерҙе сығышында Ринат Камал.
Артабан Яңы Мишәр ауылына ашыҡтыҡ. Мәктәп директоры Зөл­фиә Сәхәүетдинова, уҡытыусылар ихлас ҡаршы алды. Балалар ҙа беҙҙе көткән. Ҡыҙғаныс, бында яҙыусылар менән осрашыуҙың ҡасан үткәнен бер кем дә иҫләй алманы. Әлеге ижади кисәне бик ҡыуанып ҡабул ҡылдылар, Ринат Әлтәф улының һәр һүҙен ихлас тыңланылар.
Яңы Мишәрҙә әҙип уҡытыусыһы Рәфидә Усмановаға һуғылып ки­тергә лә ваҡыт тапты. Инәй хәҙер яңғыҙы ғына ғүмер йомғағын һүтә.
Ринат Әлтәф улының тыуған яҡ тупрағының йылыһын тойоп, рәхәт­ләнеп йәйәү йөрөргә яратыуына диҡҡәт иттек. Үҙәк урамда уның менән урта йәштәрҙәге ағай килеп күреште. “Йондоҙ” хужалығы эшсә­не Айгиз Хәсәнов икән. Әйткәндәй, Яңы Мишәрҙә эшҡыуарҙар етерлек. “Ихлас”, “Әй”, “Лера”, “Солтан” тигән магазиндар – шәхси хужалар мөл­кәте. Тауар әйләнеше хаҡында ла һораныҡ. “Хәҙер конкуренция көслө. Әйтәйек, берәйһе ғәмәлдән сыҡҡан тауарҙы һатып алып алданһа, ул бында бүтән бер ҡасан да яҡынламаясаҡ”, – тине һатыусы Лидия Мофаззалова.
Магазиндарҙан тыш, Яңы Мишәрҙә “Йондоҙ” хужалығы бар. Рәйесе – Юрис Латипов исемле уҙаман – өс тиҫтәнән ашыу ауылдашын эш менән тәьмин иткән.
Дыуан-Мәсетле – Ринат Камал­дың тыуған ауылы. Әй буйында йөрөп тә, атай нигеҙенә һуғылмай нисек китәһең! Ринат Әлтәф улы беҙҙе тыуған йортона алып ҡайтты. Бында әҙиптең бер туған ҡустыһы Руслан кәләше Фәнүзә менән бынамын итеп донъя көтә. Мал-тыуар, ҡош-ҡорт тоталар, бер нисә баҡ­салары бар. Өс бала үҫтергәндәр.
Ижадсы тыуған ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, “Хәрби хеҙмәттәре өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән Фәрзәнә Мырҙағаян ҡыҙы менән күреште.
– Һуғышҡа Өфө районының Черкассы ауылынан киттек, – тип хәтер йомғағын һүтте Фәрзәнә Байназарова. – Поезда Белоруссияның Бобруйск ҡалаһына килеп төштөк. Ә тат­лы “еңеү” һүҙен Лансбергта ишет­тек, был ҡала Берлиндан 99 саҡрым алыҫлыҡта ята.
Инәй, һуғыш мәхшәрҙәренән айыр­малы, тыныс тормошо тура­һында бәйән итте, ғүмерҙең ҡәҙерен белеп йәшәү кәрәклегенә тағы бер ҡат инандырҙы.
Иртәгәһенә республикабыҙҙың төньяҡ-көнсығыш райондарының “баш ҡалаһы” һаналған Мәсәғүткә килдек. Мәсәғүт педагогия колледжында төрлө милләт вәкилдәре белем ала. Аҙаҡтан республика лицей-интернатына юл төштө. Уҡыу йорттарындағы осрашыуҙар ифрат йәнле үтте. Яҙыусының әҫәрҙә­рен­дәге геройҙар уйлап сығарыл­ған­мы? Уларҙың прототибы бармы? Ҡәләм тибрәтеү – дан яулаумы, ғаилә ҡараумы, әллә күңел талабымы? Әҙипкә ошо һәм башҡа һорауҙарҙы яуҙырҙы уҡыусылар. Ринат Камал әйтеүенсә, мәҫәлән, “Таня-Таңһы­лыу” әҫәре геройының прототибы – Баймаҡ районының Түбә ҡаса­баһынан Таңһылыу Әбйәлилова. Ә Фәнисә – әҙиптең 2002 йылда вафат булған ҡатыны Әлфирә... Ижадсы күңел ҡушыуы буйынса ҡулына ҡәләм ала, халҡым йәшәһен, тиңдәр араһында тиң булһын тип яна, тыуған яғына һәр ваҡыт ашҡынып, күңеленә илһам, бөтөнлөк алырға ҡайта...






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 434

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 332

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521