Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Хеҙмәттәре — халҡы бәхетенә
Хеҙмәттәре — халҡы бәхетенә Ошо көндәрҙә абруйлы замандашыбыҙ, Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институты проректоры Әхмәҙи Ибраһимов үҙенең 60 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй.

Әхмәҙи Таһир улы Күгәрсен районының Сапыҡ ауылында 1960 йылдың 14 июнендә донъяға килгән. Ата-әсәһе намыҫлы, уңған эшселәр булараҡ танылған, бик күптәргә өлгө итеп ҡуйылған. Улар тәрбиәләп үҫтергән ете баланың береһе лә Ибраһим аҙансынан башланған затлы ырыуға, ата-әсәһенең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй, ил-ғәм алдында нәҫел данын күтәрә.
Әхмәҙи Ибраһимов мәктәптән һуң Салауат индустриаль техникумында техник-механик һөнәрен үҙләштерә, артабан Совет Армияһының ракета ғәскәрендә намыҫлы хеҙмәт итә, сержант дәрәжәһен ала. ВЛКСМ Үҙәк Комитетының Маҡтау грамотаһы менән һәр кем бүләкләнмәй бит! Хәрби бурысын үтәп ҡайтҡас та уңған егет “Сельхозтехника”ның Күгәрсендәге бүлегендә автомеханик булып эш башлай. 1984 – 1987 йылдарҙа райондың ауыл хужалығы идаралығында баш инженер вази­фаһын башҡара, ә һуңынан “Агроснаб”тың директоры итеп үрләтелә. Ҙур тәжрибә туплаған, ойоштороу һәләтенә эйә Әхмәҙи Ибраһимовҡа бер аҙҙан район етәкселеге “Күгәр­сен” совхозы директоры вазифаһын йөкмәтә. Ауыл хужалығы тауарҙары етештереүҙе арттырыу, халыҡтың тормош кимәлен күтәреү өсөн көсөн, ваҡытын йәлләмәй хеҙмәт итә, шуның менән яҡташтары алдында абруй яулай ул. Ошо ваҡыт эсендә халыҡ судының улты­рышсыһы, өс саҡырылышта Күгәр­сен район Советы депутаты булып, йәмәғәт эштәрен ихлас башҡара. Ошондай шәхестең 2001 йылда баш ҡалаға, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға бүлек мөдире итеп саҡырылыуы ғәжәп түгел. Әхмәҙи Таһир улы тиҫтә йылға яҡын ошо вазифаны ҙур яуаплылыҡ тойоп үтәй. Бер үк ваҡытта республика Президенты ҡарамағындағы Баш­ҡор­тостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында икенсе юғары белем ала, уҡыу йортон ҡыҙыл дип­ломға тамамлай. Һуңғы йылдарҙа Әхмәҙи Ибраһимов — Башҡор­тос­тандың Мәғарифты үҫтереү институтында проректор.
– Яуаплылыҡ тигән төшөнсәне яҡшы аңлаған кешелекле етәксе, оҫта менеджер. Ул әйтте икән – мотлаҡ үтәлер. Мәғарифты үҫтереү институты һуңғы йылдарҙа күҙгә күренеп үҙгәрә, заманса төҫ ала бара, нығына икән, бының өсөн беҙҙең коллектив Әхмәҙи Таһир улына рәхмәтле, — ти урынбаҫары хаҡында институт ректоры Рәмил Мәжитов.
Хеҙмәт кешене шәхес итә. “Дандың төбө – хөрмәт, хөрмәт төбө – хеҙмәт”, ти халҡыбыҙ. Әхмәҙи Таһир улының хеҙмәте Башҡор­т­остан Президентының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай һәм Күгәрсен район Советы президиумдарының маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттары менән билдәләнгән. Башҡор­тос­тандың 1-се класлы баш дәүләт советнигы чины ла бирелгән уға. Абруйлы етәксене өлгөлө ғаилә баш­лығы, хәстәрлекле олатай булараҡ та беләбеҙ. Йәмәғәте Эльвира Зыятдин ҡыҙы менән балалары Руслан һәм Светлананы тәрбиәләп үҫтерҙе, ватанына кәрәкле кешеләр итте.
“Тормошто, кешеләрҙе яратам”, — тип йыш ҡабатлай Әхмәҙи Таһир улы. Ә был һүҙҙәр буш хәбәр түгел, улар ауылдаштар, яҡташтар мән­фәғәтендә эскерһеҙ башҡарылған бихисап йәмәғәт эштәре менән раҫлана. Бөгөн Әхмәҙи Ибраһи­мов­тың ярҙамы арҡылы тыуған ауылы Сапыҡта мәсет төҙөү тамамланып килә. Юлдарҙы төҙөкләндереү, зыяратты кәртәләү, өлкәндәргә медицина ярҙамы күрһәтеү, онотолоп ҡалған “Байымбәт яланы” уйынын тергеҙеү, Еңеү көнө, “Һау­мыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамдарын уҙға­рыу, танылған артис­тарҙы саҡырып, ауылдаштар өсөн концерттар ойоштороу кеүек саралар­ҙың бер кеше тарафынан ойошторолоуын күҙ алдына килтерһәң, бөтмөр милләт­тәшебеҙгә һоҡланыуҙың сиге юҡ.
Алтынсы тиҫтәне теүәлләп торған замандашыбыҙ, күренекле дәүләт эшмәкәре, күркәм кеше, халҡыбыҙ­ҙың күҙ терәп торған ирҙәренең береһе Әхмәҙи Таһир улы Ибра­һимовҡа ғүмер артылышында тағы ла бейегерәк үрҙәрен яулауын, артабан да халҡына фиҙакәр хеҙмәт итеүен теләйек. Оло Эйектәй, тулы, шарлап аҡҡан ғүмер йылғаң һайығыу белмәһен, һәр көнөң йән-тән сәлә­мәтлеге менән үтһен, изге ғәмәл­дәрең Ибраһим аҙансы, Мөхә­мәтйән, Ғәлләм хәҙрәт Ибраһимов­тарҙың рухтарын шат ҡылһын, үҙ халҡың­дың ғәзиз улы булып оҙаҡ-оҙаҡ йәшә әле, уҙаман!

Сапыҡ сатҡылары ғүмер буйы
Һүнмәҫ маяҡ булды юлыңда.
Кәкреуйҙың ожмах ҡосаҡтары
Һәр саҡ йәшәй һинең уйыңда.

Бәйембәттең иркен яландары
Йәшлек эҙҙәреңде һаҡлайҙыр.
Һай!..
Яландағы киске уйындарҙа
Күңел аса инең ҡалайҙар?!

Оҙаттылар аҙмы... Ҡаршыланы
Ҡайындарың ауыл осонда.
Тамырҙарың менән ереккәнһең
Һин Сапыҡҡа, бына ошонда!

Донъялыҡта ҡылған изгелегең
Һанап ҡынамы һуң сығырлыҡ?!
Халҡым тиеп янып йәшәүеңә
Йәлләмәһен Хоҙай сабырлыҡ!

Ҡайҙан ниндәй көстәр,
ҡөҙрәт табып,
Хоҙай йортон ҡуйҙың Сапыҡта?!
Инанғанһың: йылдар ауыр саҡта
Халҡың булыр иман, сафлыҡта!

Ауылдаштар тиеп, халҡым тиеп
Был ҡәҙәре өҙөлөп тороуың
Һинең затлы заттарыңдан килә,
Имләүенән ҡыпсаҡ ырыуың!

Данлы нәҫелеңә нигеҙ һалған
Ибраһим да атлы аҙансы:
Һин үҙең дә илгә оран булып,
Оҙаҡ-оҙаҡ йылдар ҡалһаңсы!

Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институты коллективы.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 096

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 894

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 436

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 337

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523