Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Исемең серле, кем ҡушҡан?
Исемең серле, кем ҡушҡан? Һуңғы йылдарҙа Өфө күҙгә күренеп матурая. Баш ҡалала оҙаҡ ҡына булмай торған кешеләр: “Танырлыҡ та түгел”, – тип әйтә икән, был маҡтау һүҙҙәре генә түгел. Күнегелгән урындарҙағы иҫке биналарҙың юҡҡа сығыуы йәки яңылары ҡалҡыуы сәбәпле, ауылдан килгәндәр кәрәкле йүнәлеште таба алмай юғалып та ҡалғылай. Яңыраҡ Өфөлә тағы бер заманса бина – Ә. Вәлиди менән Цюрупа урамдары киҫешкән ерҙә халыҡ-ара кимәлдәге “Шератон” ҡунаҡханаһы – ҡалҡып сыҡты.

Ҡаланың көньяҡ күпере аша үҙәк кварталдарға алып барған һәм автомобиль хәрәкәте бик йәнле булған был урын да үҙгәрә бара: Өфө дәүләт сән­ғәт академияһының театр факультеты менән “Өфөкабель” заводына ремонт эшләнде, буш урын­да “Лукойл” компанияһының яңы бинаһы ҡал­ҡып сыҡ­ты, ә элекке ағас өйҙәр урынында халыҡ-ара класлы ҡунаҡхананың мөһабәт бинаһы тө­ҙө­лөп бө­тө­үе был урам сатын тағы ла күркәмләндереп ебәрҙе.
“Шератон” – Өфөләге биш йондоҙло бер­ҙән-бер отель. Биш йондоҙло, тимәк, иң юға­ры си­фат­лы. Бындай ҡунаҡханаларҙа хеҙ­мәт­ләнде­реү­ҙең бик күп төрө күрһә­телә, уларҙа хатта гольф клубы, вертолет майҙан­сы­ғы, күп бүлмәле апартаменттар була. Әлбиттә, йәшәү хаҡтары ла беҙҙең күҙлектән ҡарағанда иҫ киткес юғары.
Ҡунаҡхананы асыу тантанаһын Башҡорт­ос­тан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-минист­ры урынбаҫары Владимир Нагорный баш­лап ебәрҙе. Ул ошо объектты төҙөүҙә власть органдары яғынан ҙур ярҙам күрһә­телеүен, шундай ҙур бинаның тиҙ арала – ике йыл эсен­дә генә – төҙөлөп бөтөүен билдә­ләне. Артабан “Эшлекле Рәсәй” Бөтөн Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының рәйес­тәше Андрей Назаров, Өфө ҡала хакимиәте башлығы Ирек Ялалов, Башҡортостан Республикаһы министры Руслан Мирсаяпов сы­ғыш яһаны. Ал таҫманы киҫкән­дән һуң ҡунаҡтар бинаның эске өлөшө менән танышты. Төр­лө ҙурлыҡтағы номерҙар, конференц-залдар, тиҙ йөрөшлө лифттар... Ошондай урындарҙа күреп өйрәнелгән келәмдәр һәм ҙур һауыттарҙағы бейек гөлдәр юҡ. Фәҡәт иркенлек һәм уңайлылыҡ ҡына.
Барлыҡ донъяға билдәле “Шератон” ҡунаҡханалар системаһы үҙ тарихын 1937 йылда АҠШ-тың Спрингфилд ҡалаһында тәүге отелен асып башлап ебәрә. Сит ил компанияларының үҫеше менән дөйөм кимәлдә генә танышҡанда ла шул күҙгә са­лын­май ҡалмай: улар беҙҙәге ҡайһы бер олигархтар кеүек күҙ асып йомғансы байып китмәгән, ә аҡрынлап үҫешкән, ышаныслы система булдырырға тырышҡан, сөнки һәр доллар тир түгеп һәм ҡулланыусылар мәнфәғәтен күҙәтеп яулап алынған. Был ҡунаҡ­ха­налар селтәренә ҡарата ла шуны уҡ әйтергә мөмкин. Әйткән­дәй, “Шератон”дың Өфөләге бинаһы – Европаның иң көн­сы­ғы­шын­да урынлашҡан ошо исемдәге ҡунаҡхана.
Отель идарасыһы Ян Виллем Рунхорстҡа күптән ҡыҙыҡ­һындырған һорауҙарҙы бирмәй булдыра алманым:
– “Шератон” тигән исем нимәне аңлата?
– Бер нәмәне лә аңлатмай, ул матур һүҙ генә, – тине идарасы. – Мәҫәлән, “Мерседес” һүҙенең дә мәғәнәһе юҡ бит, фәҡәт автомобиль маркаһын ғына белдерә.
– Шундай ҡиммәтле отель төҙөгәс, тимәк, һеҙ уның табышлы эшләренә лә ышанаһығыҙ. Бөгөнгө еңел булмаған иҡтисади шарттарҙа был инаныу нимәгә нигеҙләнә?
– Оҙаҡламай Өфөлә ШОС һәм БРИКС илдәренең саммиттары уҙасаҡ, уның һөҙөмтәһендә ҡала донъяла киңерәк билдәлелек аласаҡ һәм эшҡыуарҙар, туристар ағымы ла көсәйәсәк.
Биш йондоҙло был шәп (үтә шәп тип әйтергә лә була) ҡунаҡханала журна­лис­тарҙың йәки башҡа шундай ябай кешеләрҙең йәшәп китеүе икеле. Ләкин Өфөнөң халыҡ-ара кимәлдәге абруйын күтәргән, республика ҡаҙнаһына һа­лым­ды арттырған, башҡа ойош­ма­ларға (мәҫәлән, коммуналь хужа­лыҡ, сауҙа, туҡланыу) заказдар биреп торған һәм яңы эш урындары булдырған ошондай “шератон”дар күберәк кәрәк.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 435

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 336

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521