Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ғәйеплене ситтән эҙләмәгеҙ
Ғәйеплене ситтән эҙләмәгеҙ“Башҡортостан” гәзитенең былтырғы 17 декабрь һанында хәбәрсе Самат Ғәлиндең “Уйландыра ауылым яҙмышы” исемле мәҡәләһен уҡығас, ҡулыма ҡәләм алырға булдым. Әлбиттә, был яҙма күптәрҙе уйланырға, борсолорға мәжбүр иткәндер. Иң тәүҙә редакцияға хат яҙған Хәлил ауылы халҡына өндәшкем килә. Ауылығыҙҙың, ваҡытында гөрләп эшләгән Киров исемендәге колхоздың ошондай аяныс хәлгә төшөүендә кемде ғәйепләргә уйлайһығыҙ һуң? Ә мин, һеҙ үҙегеҙ ғәйепле, тип ҡурҡмай әйтә алам.
Миңә ҡалһа, районда Хәлилдән дә матурыраҡ ауыл юҡ, хәлилдәрҙән дә һәйбәт, ҡунаҡсыл халыҡ һирәк. Гөл-сәскәгә күмелгән сағы күп булды уның. Иртә менән һыуға килгән һәр кемде матур итеп буялған, семәрләп эшләнгән һәм “Хәйерле иртә!” тигән алтаҡтаһы менән һыу колонкалары ҡаршы алыр ине. Бөгөнгө кеүек юлдарында саң болоттары ла күтәрелмәне, сөнки үҙәк урамға ваҡытында асфальт һалынғайны. Минеңсә, бөгөнгө был хәлгә баҙар иҡтисады ла, илдәге төрлө реформалар ҙа түгел, ә ауыл халҡы үҙе ғәйепле. Хәлилдең биләмәһенә ҡараған Мәхмүт, Әбделмәмбәт, Ишбулдыла ла ошондай уҡ аяныслы хәл күҙәтелә.
Беҙҙең Киров исемендәге колхоз ваҡытында үҙ көсө менән ауылға газ үткәрҙе. Йәмғиәттең асфальт, май заводтары, ҡош-ҡорт инкубаторы, тегеү һәм тире эшкәртеү цехтары, көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү комбинаты, тирмәне, аҡ төлкө үрсетеү фермаһы булды. Халыҡ умартасылыҡ, игенселек, йылҡысылыҡ менән шөғөлләнде, һыйыр, һарыҡ аҫраны. 1984 – 1992 йылдарҙа был күрһәткестәргә колхоз рәйесе Салауат Сәрүәр улы Ҡадировтың тырышлығы, уңғанлығы һәм ойоштороу һәләте менән өлгәштеләр ҙә инде. Халыҡ араһында абруйы ҙур булды, үҙ сиратында ул да халыҡты ихтирам итте.
Салауат Ҡадиров Хәлилдә газ үткәреүгә күп тырышлыҡ һалды, Төмән, Магнитогорск ҡалаларын йыш тапаны. Йыраҡтан торба алып ҡайтыу өсөн хужалыҡ Магнитогорск металлургия комбинатына ит оҙатып, комбинат иһә Төмәнгә трос ебәреп, колхоз үҙ техникаһы менән торба алып ҡайтыуға өлгәште. Ауылға газ үткәреү өсөн бик тә кәрәкле торбаларҙы Төмәндән ағалы-ҡустылы Миҙхәт менән Вахит Сәйфетдиновтар, Мәүлетдин Түлебаев ташыны. Ҡоролоҡ осоронда ла колхоз малы аҙыҡһыҙ ҡалманы, Ҡаҙағстандан һалам, иген алып ҡайттылар. Ауыр осорҙа ла ауыл халҡы мал һанын кәметмәне, сөнки колхоз үҙ эшселәрен генә түгел, пенсионерҙарҙы ла, бюджет хеҙмәткәрҙәрен дә берҙәй ҡараны, бер кемде лә ярҙамынан ҡалдырманы. Был эштәрҙең барыһына ла Салауат Ҡадиров етәкселек итте.
Уның бөтмөрлөгө менән колхоздың бейеү ансамбле булдырылды, һауынсылар, малсылар республика сәхнәләрен гөрләтте, хатта сит илгә барырға ла мөмкинлек булды. Хәлилдә колхозсылар өсөн йорт та һалып бирҙе, тотош яңы бер урам барлыҡҡа килде. Ауыл һайын йылы гараждар, ырҙын табаҡтары төҙөлдө, яңы техника ла һатып алынды... Ә ҡайҙа һуң бөгөн ошо объекттар?
“Беҙгә көслө етәксе кәрәк”, – тип яҙаһығыҙ, ә Ҡадировтан һуң үҙегеҙ һайлап ҡуйған етәксегеҙ ҡайҙа? Машина өҫтөнә машина алып, үҙ кеҫәһен колхоз кеҫәһенеке менән бутап йөрөгән рәйесегеҙ ни эшләй бөгөн? 1992 йылда, рәйесте алмаштырған саҡта, Бөйөк Ватан һуғышы һәм хеҙмәт ветераны Хәмит Бикҡоловтың: “Ҡадиров кеүек етәксе беҙҙең колхозда булғаны юҡ һәм булмаясаҡ та. Уға теймәгеҙ!” — тигән һүҙҙәрен күптәрегеҙ хәтерләйҙер. Ошо осорҙа Салауат Ҡадировтың ялға китеүенән файҙаланып, тиҙ генә ауыл халҡы менән йыйылыш үткәреп, донъяны бутаған Хәлил ауылының әүҙемселәре бөгөн ҡайҙа? Үҙегеҙ һайлап ҡуйған етәксегеҙҙе, исмаһам, бер тапҡыр булһа ла йыйылышта тәнҡитләнегеҙме? Ә уның ҡырын эштәрен һеҙ бит яҡшы белдегеҙ! 12 йыл буйы гел генә бала кеүек иркәләттегеҙ. Бөгөн Ҡадиров заманында төҙөлгән объекттарҙың береһе лә ҡалмаған, ауыл һуғыштан һуңғы осорҙо хәтерләтә. Колхозды һеҙ үҙегеҙ пыран-заран иттегеҙ, мөлкәтен туҙҙырҙығыҙ, хәлилдәр!
Эшләгән халыҡ баш баҫып эшләп тик йөрөнө. Ниңә йыйылышта ғүмер буйы ошонда тир түккән ағайҙарҙың тауышы ишетелмәне һуң? Улар бала саҡтан туған колхозында бил бөктө, сәхнәгә сығып ғәйбәт һөйләмәне. Әле булһа бер йыйылышта кемдеңдер: “Душа болит! Из пепелища пилораму построил!” — тип йоҙроҡ болғауын хәтерләйем, исемен яҙып тормайым, хәлилдәр кем икәнен аңлар әле.
Колхоздың ғына түгел, ауылдың ҡото, көсө бөтә башлағас, хужалыҡтың һуңғы рәйесе, үҙе үк төҙөткән пилорамаһын һатып, аҡсаһын алып ҡаса.
Бына шулай, хәлилдәр, ғәйеплене ситтән эҙләргә кәрәкмәй. Әгәр ҙә 1992 йылда рәйес булып Салауат Ҡадиров ҡалһа, ошондай хәлгә лә төшмәҫ инек.
Аяныслы хәҙер Хәлил яҡтарында, йәштәр эш юҡлыҡтан ситкә китә — Себер тарафтарына юллана, урындарҙа ҡарт-ҡоро ғына ҡала. Киләсәктә үрҙә һанап үтелгән ауылдарҙың яҙмышы нисек хәл ителер? Башҡорт ауылдарының киләсәге шулай юҡҡа сығырмы икән?
Сәлих ӘСӘҘУЛЛИН.
Әбйәлил районы,
Ишбулды ауылы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 095

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 435

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 336

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521