Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йыр-моңға баҙыҡ Абҙаҡ
Йыр-моңға баҙыҡ Абҙаҡ Абҙаҡта бынан теүәл 25 йыл элек булып киткәйнем. Уҙған быуаттың 50 – 90-сы йылдарында шунда йәшәп, баҡыйлыҡҡа күскән Сәлих Йомабай улы Иҫәнбаевты күреү, уның донъяға билдәле атаһы, мәшһүр ҡурайсы Йомабай Иҫәнбаев тураһында мәғлүмәт алыу ине ниәтем. Үкенескә ҡаршы, уның менән осрашыу насип булманы. Шулай ҙа Абҙаҡтағы көнөм бушҡа уҙманы — моң донъяһында булып ҡайттым. Боронғо йырҙарға бай төбәккә тағы ла барыу теләге ҙур ҙа, әммә Ваҡыт тигәнең аяуһыҙ шул: хәҙер инде инәйҙәрҙең күбеһе яҡты донъя менән хушлашҡан.

Абҙаҡҡа нигеҙ һалыныуға 270 йыл тулыу уңайынан төбәктең йыр-моңон һаҡлаған инәй-апайҙарҙан сирек бы­уат элек яҙып алған халыҡ ижады өлгөләрен йәнә бер тапҡыр иҫкә тө­шөрөргә булдым, сөнки был күңел хази­налары иҫкерә, онотола торған­дарҙан түгел.
Абҙаҡ – боронғо башҡорт ауылда­рының береһе. Тәбиғәте матур, ере бай. Мал өсөн – тауы, эсәйем тиһәң – һыуы, төҙөйөм тиһәң – ағас-ташы, өҙөп ҡабайым тиһәң – еләк-емеше, үлән-ашы етерлек. Ныҡ үҫешкән ауыл бөгөн тау саңғыһы комплексы менән дә донъяға билдәле. Рәсәйҙең Президенты Владимир Путин бында килеп ял итеп тә киткәйне.
Йыр-моңға баҙыҡ АбҙаҡОшондай ҙа гүзәл, илаһи тәбиғәт ҡоса­ғында тыуған йәки үҫкән кеше ни­сек инде рәссам йәки йырсы бул­ма­һын?! Мин быны юҡҡа ғына әйтмәйем, сөнки СССР-ҙың халыҡ рәссамы Әхмәт Фәтҡулла улы Лотфуллиндың бала сағы ошо ауылда үткән. Абҙаҡ элегерәк Әбйәлилгә ҡарай ине. Ҡай­һылай булғанда ла, мәшһүр рәссам менән ике район да хаҡлы ғорурлана.
Абҙаҡ – Башҡортостандың халыҡ артисы Роза Аҡкучукованың тыуған ауылы. Уның моңло тауышында Урал тәбиғәтенең сабыр холҡо, наҙы һәм яғымлылығы сағыла. Был ауыл бөгөн­гө башҡорт әҙәбиәтенә яҙыусылар ҙа биргән – шағир Әхмәҙин Әфтәх менән йәш прозаик Айгиз Баймөхәмәтов ошонда тыуып үҫкән.
Әйткәнемсә, Абҙаҡҡа мин Сәлих ағай Иҫәнбаевты – исеме донъяға танылған мәшһүр ҡурайсы Йомабай Иҫән­баевтың улын – күрергә тип кил­гәйнем. Һуңлағанмын!.. Саҡ ҡына өлгөрә алманым – 1990 йылдың март аҙаҡтарында Сәлих ағай яҡты донъя­нан китеп барған.
Беҙ бер мәртәбә генә хат алыш­ҡай­ныҡ. Атаһы Йомабай Иҫәнбаев тура­һында мәғлүмәттәр һорап яҙыуыма ағай са­ҡырыу ебәрҙе: “...Килә алһағыҙ, һәйбәт булыр ине...” Сәлих ағайҙың ҡаты ауырыуы хаҡында ҡыҙы Гөлсөм хәбәр итте. Күпте кисергән фронтовик йөрәгенең оҙаҡ көтөргә түҙеме етмәгән...
Бына беҙ Сәлих ағайҙың йәмәғәте Гөлъямал апай менән ғаилә альбомын, хаттарҙы, фотоһүрәттәрҙе, до­ку­мент­тар­ҙы ҡарап ултырабыҙ. Өйҙә беҙҙән тыш күршеһенең хәлен бе­ле­шергә ингән Сәйҙә инәй менән Миң­зифа апай, мине был йортҡа алып килгән Нәжиә апай Аҡкучукова бар. Улар алмашлап донъя хәлдәре, Сәлих ағай тураһында һөйләй, фото­ларға, ҡағыҙҙарға аңлатма бирә.
Сәлих ағай ҡурайҙа уйнауҙы атаһы­нан мираҫ итмәгән, әммә башҡорт халыҡ моңдарын яратып тыңлаған, үҙе лә йырға әүәҫ булған.
Бер уйлаһаң, ҡыҙыҡ инде: кешене ил буйлап нимә йөрөтә? Эсәһе һыумы, ашайһы ризыҡмы? Ниңә кеше тыуған ерендә генә йәшәмәй? Йомабай Иҫәнбаев Хәй­булла районының Үрге Смаҡ ауылында донъяға килгән, аҙаҡ дүрт-биш саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Түбәнге Смаҡта йәшәгән. Ә Сәлих ағай ниңә атай-олатайҙары ерен түгел, ә Ҡыҙыл буйына килеп, Абҙаҡты төйәк иткән? Ошо һорауҙарға яуап эҙләп, Гөлъямал апайҙың һөйләгәндәрен тыңлайым, ҡағыҙыма теркәп барам.
Сәлих ағай Абҙаҡҡа 1956 йылдың мартында килгән. Шул ваҡыттан бирле ошонда йәшәгән.
– Атаһы Йомабай Иҫәнбаев тураһында кешегә һөйләп бармай торғайны, — тип хәтерләй Гөлъямал апай. — Һирәк-һаяҡ ҡына иҫкә ала, унда ла әле йә мәжлестә ҡурай моңо яңғыраһа, йә гәзит-журналда яҙып сыҡһалар...
– Шулай ҙа нимәләр һөйләй торғайны? — тип төпсөнәм.
– Атайым был яҡта, Ҡыҙыл һыуы буйында, булып киткән, тине бер мәл. 1928 йылдар тирәһендә Йомабай Иҫәнбаев Абҙаҡҡа килеп, туғайҙарҙа ҡурайсылар менән тирмәлә ятып, йыйын йыйҙырып, йырҙар яҙҙырған, ти. Бүтән ҡурайсылар уға эйәреп уйнаған...
Ҡурай, йыр-моң тураһында һүҙ сыҡ­ҡас, өйҙәге инәй-апайҙарҙың күҙ­ҙә­ре нурланып, күңеле елкенеп китте. “Йырығыҙҙы ла яҙып алам” тигән һүҙемде ишетеү менән Миңзифа апай Вәлиева, ҡыҫтатып тормай, йырлап та ебәрҙе:
Ҡырҡты ғына буйы, ай, биш кәкүк,
Саҡыра ла Ҡырҡты башында.
Мин үлермен, кәкүк, һин ҡалырһың,
Саҡырырһың ҡәберем ташында.
Уй Аллаҡай ғына, уй Хоҙайым,
Инде ниҙәр уйҙап ҡарайым,
Инде ниҙәр уйҙап ҡараһам да,
Бәхет бирмәҫ инде Хоҙайым...
Боронғо башҡорт йырҙары. Уларҙа тыуған төйәк, ер-һыу, донъяның фа­нилығы, кешенең аяуһыҙ яҙмышҡа мөнәсәбәте сағыла. Йырҙарҙа халыҡтың тормошҡа ҡарашы, эске донъяһы ярылып ята. Кеше унда өмөтһөҙлөккә бирелгән, көсһөҙ һымаҡ күренһә лә, асылда илтифатлылыҡ, әҙәп, иман, йомшаҡ бәғерлелек кеүек сифаттар аша күңеленең бөйөклөгө төҫмөрләнә.
Ауыл әбейҙәренең араһында иң олоһо Сәйҙә инәй Ғүмәрова булып сыҡты (1911 йылғы). Уның да йыр һандығы бик байға оҡшай, әммә, һаулығы ҡаҡшағанлыҡтан һәм тулҡынланыуҙан, йомшарып китте. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, бер нисә йыр яҙҙырҙы. Мәҫәлән, уларҙың береһенән өҙөк:
Урал ғына буйы бигерәк йәмле
Аҡ тирмәләр ҡороп йәйләргә.
Йәшлек дәүерҙәрем үтеп үк китте,
Инде лә ҡалды һағынып һөйләргә.
Һауаларҙан килә, ай, ике ҡош,
Кәйелеп-кәйелеп китә ем тапмай.
Бер-ике лә көйҙө көйҙәмәһәм,
Янған йөрәккәйем ял тапмай.
Утыҙ биш йыл бергә ғүмер иткән иренән тороп ҡалған Гөлъямал апай ҙа күңелендә ташҡан ҡайғыны йыр-моң менән бушатырға булды.
Кәкүккәй ҙә ҡошто мин таныйым,
Ҡанаттарын ҡағып осҡанда.
Йырҙағым да килеп йырҙамайым,
Мин йырҙайым эсем бошҡанда.
Минең тауыштарым таштар яра,
Тик һандуғас түгел һайрарға.
Яна ла ғына йөрәгем ут та ялҡын,
Тик самауыр түгел ҡайнарға.
Ҡырҡты ғына буйы ҡырҡ биш кәкүк,
Таң атыуҡайҙарын белгертә.
Ир һынайым тиһәң, саҡырып һыйҙа,
Кем икәнен үҙе белгертә.
Ҡыҙыл ғына һыуы тәрән тиҙәр,
Иң тәрәнкәйҙәре билемдән.
Билендәп тә осҡан аҡҡош кеүек
Биҙеп киттең тыуған илеңдән...

– Ошо йырҙы башҡарһам, Сәлих ағайың илай торғайны, — тип һөйләп ала Гөлъямал апай. Иларһың да. Йыры ниндәй бит әле! Ошонан һуң халыҡты шағир түгел тип ҡара! Ниндәйен тәрәнлек был йырҙарҙа!
Гөлъямал Зиннур ҡыҙы Мәғәсүмова (1923 йылғы) Сәлих ағай менән өс ул, бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән. Ире тураһында һөйлә­гәндә Гөлъямал апайҙың күҙҙәренән яҡ­тылыҡ бөркөлә, ҙур ихтирам сағыла. Икәүләп ҡатмарлы, ауыр, әммә йырлы ғүмер кисер­гәндәренә ышанаһың. Ә йырҙары күп Гөлъямал апайҙың, көнө-төнө яҙҙырырға мөмкин.
Йомабай Иҫәнбаев эҙҙәре буйлап йөрө­гәнемдә, Уралтау һыртын аша артыл­ға­нымда, Абҙаҡҡа килеп тә, был тиклем дә моңло күңелдәр солғанышында ҡалырмын, иҫ киткес аһәңле халыҡ йырҙары яҙып алырмын тигән уйҙы башыма ла килтермәгәйнем. Бына ҡайҙа икән ул халҡыбыҙҙың рухи хазинаһының ҡоромаҫ та, һайыҡмаҫ та шишмәләре! Ҡайҙан ала улар илһам-дәртте, көс-ғәйрәтте?! Элекке быуындарҙың күңел байлығынанмы, халҡыбыҙҙың борондан килгән тәбиғи йәшәү асылынанмы? Әллә был йырҙың һуңғы үрһәләнеүеме — фажиғәле бөгөнгөнөң һәләкәт килтереүен тойоп, кеше күңеле шәмдәренең ялҡын телендәй талпыныуымы?
Мин был йырҙарҙың ҡасан сығарылғанын төпсөмәнем. Улар был турала үҙҙәре үк һөйләп тора. Әммә бер нәмә яҡшы билдәле: моңло төбәктә генә йырсылар тыуа, матур күңелле кешеләр йәшәй. Шуларҙың береһе данлы ҡурайсы Йомабай Иҫәнбаевтың улы Сәлих булған. Бөгөнгөләре — Сәйҙә апай Ғүмәрова, Гөлъямал апай Мәғәсүмова, Миңзифа апай Вәлиева, Нәжиә апай Аҡкучукова... Улар күңеле тулғанда бер йырлашып ултырһа ла, береһенең дә ғүмер юлы еңелдән булмаған. Барыһы ла — һуғыш йылдары ауырлығын йәнендә лә, иңендә лә татыған, аслыҡ-яланғаслыҡты кисергән ҡатындар.
...Ҡапыл алыҫ-алыҫтан, Көркәк тауы, Ҡырҡты ҡаялары үңеренән һағышлы ҡурай тауышы ишетелгәндәй була. Әллә был Ҡыҙыл буйҙарын яңғыратып оҙон башҡорт көйөн һыҙҙырған, мин эҙҙәрен юллап йөрөгән данлы ҡурайсы Йомабай Иҫәнбаевтың үҙеме тағы?..
Ошо ҡурайға ҡушылып, Сәйҙә инәйҙең хәүеф тулы йыры яңғырай:
Ай, Уралым да ғына, ай, Уралым,
Уралыма барып урайым.
Быйыл ғына, Урал, минеке инең,
Киләһе йыл кемгә булырһың?..
Һикһәненсе йәше менән барған ил инәһе Сәйҙә әбейҙең был йыры, гүйә, Абҙаҡтың беҙгә әйтер йөрәк һүҙе. Ауылдың аманаты, ҡаты шелтәһеме әллә? Бәлки, уянырға саҡырып иҫкәртеүелер.
Мәшһүр ҡурайсы Йомабай Иҫәнбаевтың эҙҙәрен юллап башлаған сәйәхәтем яҡты күңелле бихисап кеше менән осраштырҙы, яҙмыштар менән таныштырҙы. Йөрәктәрҙе тетрәтерлек һоҡланғыс йырҙары менән ил, ер тарихына, халҡыбыҙҙың бөгөнгөһөнә алып инеп китте. Ә был ҡиммәттәрҙең яҙмышы халҡымдыҡы менән уртаҡ, һаҡлауға һәм яҡлауға мохтаж.
Ҡәҙим АРАЛБАЙ,
Башҡортостандың халыҡ шағиры.

(1990, 2015 йылдар).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 647

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 434

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 332

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521