Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һәләттәргә юл асыусы
Һәләттәргә юл асыусы Башҡорт дәүләт университетының журналистика кафедраһы яңыраҡ 25 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Ошо ваҡыт эсендә ул талантлы, үҙ эшен һөйгән юғары белемле белгестәрҙе сығарҙы. Уйлап ҡараһаң, БДУ-ны бер ҙә журналис­тика кафедраһыҙ күҙ алдына килтереп булмай, ул – университетыбыҙҙың йөҙөк ҡашы. Башҡорт дәүләт университетының элекке ректоры, техник фәндәр докторы, профессор Рәғиб Ғимаев — беҙҙең уҡыу йорто өсөн күңеле һәм йөрәге менән янып эшләгән шәхестәрҙең береһе. Тап ул ошо кафедраны асыуға күп көс һалған.


– Элек журналистика өлкәһе партия контроле аҫтында булды, — тип хәтирәләргә бирелә Рәғиб Насретдин улы. — Беҙгә яңы белгестәр әҙерләргә тотонор алдынан Үҙәк комитеттан һәм Мәғариф министрлығынан рөхсәт алырға кәрәк ине. Әйтергә кәрәк, был йәһәттән күп тапҡыр кире яуап ҡайтарҙылар. Тик беҙ бирешмәнек, һаман үҙебеҙҙең теләкте уларға еткерергә тырыштыҡ. Иң ҡыҙығы шунда: һөйләшеү ваҡытында гел әйтәләр ине: “Башҡортостанда журналистика кафедраһын асыу нимәгә кәрәк ул? Шул уҡ белгестәрҙе Дондағы Ростов, Мәскәү, Ленинград, Ҡазан университеттары әҙерләй ала... Ана, барһындар шунда уҡырға!” “Улар сит өлкәләрҙә уҡып, туған телен онота һәм шуға ла үҙ телендә матур итеп ижад итә алмай”, — тигән яуап ҡайтара инек беҙ.
Тап шул осорҙа Башҡортостанда яңы гәзит-журналдар барлыҡҡа килде. Бына ошо дәлил дә ҙур аҙым яһарға ярҙам итте. Министрлыҡ риза булды. Беҙ иһә кафедраны ике йүнәлештә асыуҙарын һораныҡ. Йәғни рус һәм башҡорт телле журналистарын әҙерләргә кәрәк ине. Ошо мөмкинлек республика мәҙәниәтен үҫтереүгә бик ҙур үҫеш яһаясағын белә инек. Беҙҙең студенттар өс телдә лә ижад итә тип әйтһәк, бер ҙә яңылыш­маҫбыҙ. Бер нисә йылдан татар бүлеген дә аса алдыҡ.
Эйе, кафедрабыҙҙың офоҡтары йылдан-йыл киңәйә. БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты деканы Риф Әхмәҙиев уның абруйын арттырыуҙа байтаҡ эш башҡара.
— Кафедраның төп эше — яҡшы белгестәр әҙерләү, — ти Риф Барый улы. — Ул сирек быуат осоронда ошо маҡсатына тоғро ҡала. Элекке ваҡытта, баҫмалар аҙ булғас, журна­листарға эш табыуы ла ҡыйын ине. Студенттарға килгәндә, улар ваҡытты бушҡа уҙғарып йөрөргә тейеш түгел. Киреһенсә, үҙҙәрен профессиональ үҫтереүгә ынтылып торорға кәрәк. Уҡыуҙан тыш, редакциялар менән бәйләнеш булдыр­һындар ине.
Әйтергә кәрәк, журналистика бүлеге үҙ баҫмаһыҙ йәшәй алмай. Шуға ла беҙҙә был­тырҙан алып башҡорт телендә “Ауаз” гәзите сыға башланы. Тап ошонда буласаҡ журналис­тар үҙҙәрен күрһәтә һәм үҫтерә ала. Унан тыш, “На острие пера” һәм “Репост” гәзиттәре сыға. Уларҙың һәр һанында студенттарҙың ижад емеше тупланған.
25 йыл эсендә журналистика кафедраһы үҫеште. Ул күп кенә билдәле шәхестәр тәрбиә­ләне, киләсәктә лә яҡшы белгестәр әҙерләйәсәк.

Айгөл БАЙНАЗАРОВА,
БДУ студенты.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Илшат
    Илшат от 06.06.2015, 15:57
    Бик матур мәҡәлә ! Йәштәр тормошо тураһында беҙгә яҙып торһағыҙ ине.Хәҙерге йәштәр ни менән мәшғүл -- белге килә.






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 095

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 894

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 435

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 337

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523