Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Әҙәби нағыш” – Бүздәктә!
Башҡортостаныбыҙҙа йөрәгендә шиғри ҡуҙ йөрөткәндәрҙең күп булыуына хайран ҡалырлыҡ. “Башҡортостан” гәзите хәбәрселәренә “Әҙәби марафон” менән төрлө төбәктә булырға тура килә, осрашыуҙарға кешеләрҙең теләп килеүе – йән ҡыуанысы. Рухлы халыҡтың киләсәге бар!
Бүздәк районынан да редакцияға бер ҡосаҡ ҡулъяҙма килеп төштө. Бөгөн һеҙҙе, хөрмәтле дуҫтар, уларҙың ижад емештәре менән таныштырабыҙ.

Һөйөнә белеп йәшәһәң...

Тырышып эшләп, хаҡлы ялға
сыҡтым,
Ҡул һуҙманым кеше хаҡына.
Кеше хаҡтарына ҡул һуҙғандар
Тап төшөрә ғәзиз халҡына.

Ал-ял белмәй, көндө төнгә ялғап,
Эй йүгерҙек, эштән йәм табып.
Осон-осҡа ялғап йәшәһәк тә,
Эш яратыу булды ҙур бәхет.

Һөйөнә белдек бик аҙ бәхеткә лә,
Эш һөйгәнде Хоҙай ташламай.
Ҡул-аяғың хәрәкәттә булһа,
Ялҡаулыҡтар беҙгә янамай.

Эш һөйәмен, ғәҙел хеҙмәт менән
Алға ынтылырға йән атам.
Дуҫтарым да минең нәҡ
шундайҙар —
Хеҙмәт һөйгән өсөн яратам.

Бәхет бит ул — берҙәм
дуҫ-иштәрең,
Татыу күршең, яҡын туғандар.
Йәнең ярып бирер ейәндәрең,
Йәшәү ҡәҙерен белгән балалар.

Фәнирә МАНСАПОВА.
Бүздәк ауылы.

Төштәремдә генә ишетәм

Арып ҡайтҡан саҡта йыраҡ юлдан,
Әсәй ҡаршы ала һағынып.
Көс кергәндәй була, йомшаҡ ҡулы
Иңдәремә китһә ҡағылып.

Һинең күңел — иркен дала бит ул,
Һыя унда ҡайғы, шатлыҡтар.
Иркәләнер инем ҡосағыңда,
Бер әйләнеп ҡайтһа ул саҡтар.

Аҙмы йылындым мин ҡуйыныңда,
Һынау елдәрендә өшөһәм.
Хәҙер инде, әсәй, тауышыңды
Төштәремдә генә ишетәм.

Әсәй, һинең һуңғы иҫтәлегең —
Үҙең бәйләп биргән йөн ойоҡ.
Бик йыш ҡына, күңел юҡһынғанда,
Ҡарайым мин уға бойоғоп.

Әсәйҙәргә ауыр һүҙҙәр әйтеп,
Күңелдәрен, берүк, телмәгеҙ.
Ваҡыт таба алмайынса, бик
оҙаҡлап,
Яндарына ҡайтмай йөрөмәгеҙ!

Ғәмилә МӘСӘЛИМОВА.
Сәүәҙебаш ауылы.

Бәйгеләрҙә ауған
ат кеүек


Хөсәйен ағай Ҡудашев иҫтәлегенә.

Була бит шундай кешеләр —
Иҫтән сыҡмайҙар һис тә:
Хөсәйен, Зәкиә, Ғабдулла...
Һанай китһәң — бер тиҫтә.

Күңелдә уйылып ҡалған
Хөсәйен ағай Ҡудашев.
100 йәшен байрам иткәндә,
Өҙөлөп иҫкә төшә ул.

Беҙҙән йыраҡ булған илдә
“Ҡыҙыл паша” уйнала.
Хөсәйен ағай талантына
Сүриә халҡы таң ҡала.

Сабып барған ярһыу атты
Хәтерләтеп ул уйнай.
Кинәт тынлыҡ, ҡараңғылыҡ —
Йөрәк тибеүҙән туҡтай...

Туған халҡың байрам итә,
100 йәшеңде ололай.
Яҡташтарың иҫкә ала,
Бүздәк һине онотмай!

Асия САКАЕВА.
Шланлыкүл ауылы.

Мин яратам

Яратам мин ҡышҡы бурандарҙы,
Ябалаҡлап яуған ҡарҙарҙы,
Ап-аҡ бәҫле ҡупшы ҡайындарҙы,
Ап-аҡ шәлен япҡан талдарҙы.

Мин яратам яҙғы ташҡындарҙы,
Йырғанаҡтар гөрләп аҡҡанды,
Морон төрткән хәтфә үләндәрҙе,
Алмағастар сәскә атҡанды.

Яратам мин йәйге иртәләрҙе,
Ҡоштар йырын үлеп яратам.
Ярһыу хисле мин тәбиғәт ҡыҙы —
Хоҙай мине шулай яратҡан.

Яратам мин көҙҙәр еткәнде,
Игенселәр иген иккәнде,
Ҡулдарымды ҡуйып маңлайыма,
Оҙатырға ҡоштар киткәнде.

Мин яратам таңдар атҡанды,
Яратамын шәфәҡ батҡанды.
Яратамын һыйыр һауырға,
Йүгерә-йүгерә көтөү ҡыуырға.

Мин яратам болон-урмандарҙы,
Уңдырышлы ғәзиз еремде.
Сит ерҙәргә һис тә ҡыҙыҡмайым,
Яратам мин Тыуған илемде!

Суфия ҒИЛӘЖЕВА.

Арыҫлан ауылы.

Тыл батырҙары

Мин бәләкәй тип тормаған,
Көтөү көткән, ураҡ урған.
Бала сағы булмаған,
Уны һуғыш урлаған.

Был быуындың ҡалманы
Михнәтте күрмәгәне.
Эшләп йәшәргә тырышты
Аслыҡтан үлмәгәне.

Илемдең тыл батырҙары
Ҡорос кеүек ныҡ булған.
Улар терәк булғанға,
Фашист илдән ҡыуылған.
Ҡәҙерле тыл батырҙары,
Йәшәгеҙ һеҙ иҫән-һау.
Һеҙҙең алда беҙҙең бурыс —
Илде гөл-баҡса яһау.

Сания ШӘРИПОВА.
Уран ауылы.

Бәхет ниндәй төҫтә?

“Бәхет ниндәй төҫтә була?” –
Тип һораһалар әгәр,
“Мотлаҡ аҡ төҫтә була”, — тип
Яуаплар инем, мәгәр.

Сөнки сабый бала тыуғас,
Төрәләр аҡ йүргәккә.
Ап-аҡ бәхет, тәүфиҡ теләп,
Һалалар сәңгелдәккә.

Аҡ алъяпҡыс, таҫма тағып,
Мәктәпкә оҙаталар.
Уҡып бөткәс, ата-әсә
Аҡ юл теләп ҡалалар.

Аҡ айҙарҙа, аҡ майҙарҙа
Вәғәҙәләр бирешәләр.
Шунан, ап-аҡтан кейенеп,
Ҡышҡа өйләнешәләр.

Ап-аҡ ҡарҙан, көрткә батып,
Елдерә туй аттары.
Аҡтан кейенгән йәштәргә
Һоҡлана ил ҡарттары.

Еңгәләре киленсәкте
Баҫтырып аҡ мендәргә,
Бал-майҙан ауыҙ иттереп,
Ултырталар түрҙәргә.

Шунан башлана йәштәрҙең
Бәхетле тормоштары.
Тормош булғас, була инде
Уның төрлө саҡтары.

Мин дә бәхетле тормоштоң
Үттем бар баҫҡыстарын.
Бәхет өсөн аҡтан башҡа
Бүтән бер төҫ тапманым.

Мәхмүзә ШӘҒӘЛИЕВА.

Ҡаңны-Төркәй ауылы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 434

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 332

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521