Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡаҙағстан - ҡәрҙәш халыҡ иле
Ҡаҙағстан - ҡәрҙәш халыҡ иле Алтыны ла, нефте лә бар

Һәр илдең иҡтисади ҡеүәтен уның тәбиғи байлыҡтары билдәләй. Ҡаҙағстан иһә был йәһәттән файҙалы ҡаҙылмалары менән дан тота. Мәҫәлән, Менделеев таблицаһындағы 105 элементтың 99 аҫылташы бында бар, шуларҙың 70-е буйынса тикшеренеү эштәре башҡарылған.

Ҡаҙағстан - ҡәрҙәш халыҡ илеБөгөн унда 493 ҡаҙылма сығанағы билдәле, уларҙа 1225 төр минераль сеймал бар. Ҡаҙағстан цинк, вольфрам, барит запастары менән донъяла беренсе урынды биләй, шулай уҡ көмөш, ҡурғаш, хромит буйынса – икенсе урында, тағы ла баҡыр һәм флюорит (өсөнсө), молибден (дүртенсе), алтын (алтынсы) етерлек.
Ҡаҙағстан нефть һәм газ запастары менән дә ғорурлана ала. Яңыраҡ Көньяҡ Турғай сөңгөлөндә табылған нефть ятҡылыҡтары илдең иҡтисадын көсәйтеүгә тос өлөш индерә.
Ҡаҙағстанда ҡара һәм төҫлө металл күпләп сығарыла. Башлыса Рәсәй, Япония, Көньяҡ Корея, АҠШ, Канада, Ҡытай илдәренә оҙатыла.

Дуҫлыҡ аңлашыуҙан башлана

Совет дәүләте тарҡалғас, Рәсәй менән Ҡаҙағстан араһында хеҙмәттәшлектең яңы осоро башланды. Быға 1992 йылдың 25 майындағы ике ил араһындағы дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек, үҙ-ара ярҙам итеү тураһындағы килешеү нигеҙ булып тора.

Ике ил араһындағы дуҫлыҡ иҡтисад өлкәһендә нығый бара. 2003 йыл Рәсәйҙә Ҡаҙағстан йылы тип билдәләнһә, киләһе осорҙа улар беҙҙең илде шулай хөрмәтләй.
2010 йылдың июленән алып Беларусь, Ҡаҙағстан һәм Рәсәйҙең Таможня союзы эшләй башланы. Ҡайһы бер билдәләүҙәр буйынса, уның барлыҡҡа килеүе ошо илдәрҙең эске тулайым продуктының 15 процентҡа артыуына булышлыҡ итәсәк.
2011 йылдың 1 июленән алып Рәсәй менән Ҡаҙағстан сигендә транспорт күҙәтеүе башҡарылмай. Бынан тыш, ике ил араһында виза тәртибе лә көйгә һалынған. Беҙ бер-беребеҙгә барыу өсөн сит ил паспортын ҡулланмайбыҙ.
Үҙ-ара хеҙмәттәшлекте еңеләйтеү өсөн Ҡаҙағстандың Астана, Алматы, Уральск ҡалаларында Рәсәй Федерацияһының вәкиллектәре бар. Ә инде беҙҙең илдәге Мәскәү, Санкт-Петербург, Омск, Әстрхан ҡалаларында уларҙың вәкиллектәре эшләп килә.
Ҡаҙағстан Рәсәйҙең төбәктәре менән дә бәйләнеште нығыта бара. Мәҫәлән, Башҡортостан менән дуҫлыҡ күпере 2004 йылда һалынған. Ике төбәк араһындағы үҙ-ара сауҙа күләме 2012 йылда 193,5 миллион доллар тәшкил иткән. Башҡортостан башлыса химия сәнәғәте тауарҙарын, минераль ашлама, каучук, быяла, төҙөлөш материалдары, ағас эшкәртеү ҡорамалдары, техника оҙата. Ҡаҙағстан иһә беҙгә минераль ашлама эшләү өсөн сеймал, он, төрлө ҡорамалдар ебәрә.
Әйткәндәй, Башҡортостанда бөгөн 4500 самаһы ҡаҙаҡ милләте вәкиле йәшәй. Республикабыҙҙың Халыҡтар дуҫлығы йорто ҡарамағында “Аҡ бата” ҡаҙаҡ мәҙәниәте үҙәге уңышлы эшләп килә.

Мәмәйгә кәләш эләкмәй!

Ҡаҙағстан - ҡәрҙәш халыҡ илеБашҡорт менән ҡаҙаҡ халҡы элек-электән тығыҙ аралашып йәшәгән. Шуға ла бихисап йолаларыбыҙ, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ уртаҡ. Күп милли уйындарыбыҙ ҙа бер-береһенән әллә ни айырылмай. Шуларҙың береһе – ҡыҙ ҡыуыу уйыны. Ҡаҙаҡса ул “кыз куу” тип атала.

Уйындың төп асылы шунда: егет тә, ҡыҙ ҙа арғымаҡҡа атланып, үҙ таһыллығын күрһәтә. Шартына ярашлы, тәүҙә һылыуҡай һыбай сабып, 400 метр самаһы арауыҡты үтергә тейеш. Унан һуң ғына егет атҡа атланып урынынан ҡуҙғала. Батыр барлыҡ көсөн һалып, сослоғон күрһәтергә, ҡыҙҙы ҡыуып етергә тейеш. Әгәр ул быны эшләй ала икән, сибәркәйҙе ҡосаҡлап үбеү бәхетенә өлгәшә.
Боронғо осорҙа егет ҡыҙҙы кәләш итеп алырға ниәтләгәндә лә ошо милли уйынды ҡулланғандар. Әгәр ир үҙен етеҙ, сос, йылғыр, сая итеп күрһәтә икән, тимәк, һылыуҡай — уның кәләше.
Был уйындың дауамы ла бар. Ул осраҡта иһә, киреһенсә, егет алдан сабып сығып китә. Күпмелер ара үткәс, ҡыҙ уның артынан баҫтырып саба. Әгәр ул егетте ҡыуып етә икән – үпкәләш юҡ. Ҡамсы мәүештең арҡаһын яндырасаҡ! Әлбиттә, бындай мәмәйгә кем ҡыҙын бирһен инде?

Гагаринды күтәргән ҡала

Ҡаҙағстан - ҡәрҙәш халыҡ иле1961 йылда Юрий Гагарин тап ошонан йыһанға күтәрелеп, Совет дәүләтенең данын бөтә донъяға таныта. Был осош Байконур космодромында башҡарыла. Ул иһә — Ҡаҙағстан биләмәһендәге хәрби ҡалаларҙың береһе.

Советтар Союзы тарҡалғас та, Рәсәй ошондай ҡеүәтле космос үҙәген ҡулынан ысҡындырырға теләмәй. Шуға ла, 1994 йылдағы килешеүгә ярашлы, Байконур 2050 йылға тиклем Рәсәйгә ҡуртымға бирелгән. Бының өсөн беҙҙең ил Ҡаҙағстанға йыл һайын 115 миллион доллар аҡса түләп бара. Шулай ҙа ерҙең хужалары был килешеүҙе үҙ ирке буйынса теләгән ваҡытта өҙә ала. Байконур Рәсәйҙең федераль әһәмиәтендәге ҡалалары кеүек статусҡа эйә. Әммә ул Ҡаҙағстандың айырылғыһыҙ өлөшө булып тора.
Был төбәккә бәйле ҡыҙыҡлы мәғлүмәт тә бар. 1954 — 1960 йылдарҙа Ҡаҙағстанда башҡарылған сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштереү кампанияһы башҡа маҡсатта ойошторолған, тиҙәр. Шул осорҙа Байконур космодромы төҙөлә. Бихисап техниканың, кешеләрҙең шунда оҙатылыу сәбәбен Көнбайыштағы махсус хеҙмәттәр белмәһен өсөн сиҙәм күтәреүгә һылтаналар.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 434

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 332

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521