Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һәләүектән — Эльбағаса...
Һәләүектән — Эльбағаса... Һуғыш тамамланғандан һуң 12 йыл үткәс тыуғанмын. Беҙҙең бала саҡ патриотик тәрбиә төшөнсәһе менән һуғарылған социализм осорона тура килде. Эшләп үҫтек, хәләл көс менән донъя көттөк.
Мәктәптә, артабан университетта уҡығанда ветерандар менән осрашыуҙар, инша конкурстары, Еңеү көнөнә арнап йыр, спорт ярыштары ойошторола торғайны. 1971 йылда, мәҫәлән, “Башҡортостан пионеры” гәзите редакцияһы тыуған ил һәм тыныслыҡ темаһына республика иншалар конкурсы иғлан итте. Мин дә ихлас ҡатнаштым. “Тыуған ил һағында торған һалдат уйҙары” тигән эшем призлы урын яуланы.


Һуғыштан һуңғы быуынды үлем менән күҙгә-күҙ осрашҡан фронтовик уҡы­тыу­сы­лар тәрбиәләне. Шундайҙарҙың бере­һе — ҡырҡ йылдан ашыу ғүмерен мәк­тәп­кә арнаған уҡытыусыбыҙ Сабир­йән Вилданов. Һуғышҡа ул 1941 йылдың авгусында Һайран һигеҙ йыллыҡ мәктә­бендә директор булып эшләп йөрөгән сағында алына. Был ваҡытта дошмандар илебеҙҙең баш ҡалаһы Мәскәүгә яҡын­лаша. Сабирйән Вилданов генерал Доватор етәкселек иткән кавалерия корпусына эләгә, эскадрон политругы булып хеҙмәт итә.
1941 йылдың ноябрендә Баш­ҡорт­ос­тан Хөкүмәте 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһын ойоштора. С. Вилданов уға ҡараған бер полктың комсомол комитеты секретары була. Кавалеристар Брянск фронтының 8-се кавалерия корпусы составында Тула өлкәһенең Каменск ра­йоны ауыл-ҡалаларын азат итеүҙә ҡат­на­ша. 1943 йылдың Яңы йылын улар ҙур еңеү менән ҡаршылай. Дивизия хәр­биҙәре Чернышковскийҙы азат итеүҙә ҙур батырлыҡ күрһәтә. Ҡала өсөн алыш бик ҡаты була: кавалеристар дошмандың 18 самолетын, ике рация машинаһын, 12 мотоциклын, ете еңел автомашинаһын, 90 йөк машинаһын, өс ҡорал келәтен ала, 300-ләп һалдатын юҡ итә, 100 самаһы летчигын әсирлеккә төшөрә. Ошо һу­ғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн уҡытыусыбыҙ Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән наградлана.
Дивизия Сталинград өсөн барған ҡаты һуғыштарҙа ла әүҙем ҡатнаша, Белая Калитва ҡалаһын азат итә, дошмандың ҡамауҙа ҡалған армияһын юҡ итеүҙә ҙур батырлыҡ күрһәтә. Артабан Украинаның Чернухин, Ворошиловград, Дебальцево, Донбасс ҡалаларын, Австрия, Румыния, Венгрияны, Будапешт, Вена ҡалаларын немецтарҙан таҙартыуҙа ҡатнаша. Шулай итеп, Башҡортостандан башлап Эльба йылғаһына саҡлы оҙон данлы юл үтеп, дивизия “гвардия”, “Чернигов” исемдәрен яулап, илгә 78 Советтар Союзы Геройын бирә. С. Вилдановҡа ике тапҡыр Ҡыҙыл Йондоҙ ордены тапшырыла.
Германияны тар-мар иткәндән һуң да Сабирйән Вилданов өсөн һуғыш тамамланмай әле, уны Алыҫ Көнсығышҡа Квантун армияһын ҡыйратырға ебәрәләр. Унда яугир 105-се артиллерия диви­зияһында политбүлек командиры урын­баҫары була, япондарға ҡаршы һуғышта ҙур батырлыҡтар күрһәтә. Һалдат тыуған яғына гвардия капитаны дәрәжәһендә 1947 йылда ғына әйләнеп ҡайта.
Һуғыштан һуң Сабирйән ағай йәш быуынды тәрбиәләү, уларҙы хеҙмәткә өйрә­теү эшенә егелә. Мәктәптә 45 йыл хеҙмәт итеп хаҡлы ялға сыға уҡытыусыбыҙ. Тыныс, мәрхәмәтле, аҡыллы, ипле, белемле, талапсан ине ул, йәмәғәт эштә­рендә гел алдан йөрөнө, үҙе кеүек егәрле, тырыш уҡыусылар тәрбиәләне. Хәҙер инде улар — юғары уҡыу йорттарын тамамлап, лайыҡлы хеҙмәт юлы үтеп, хаҡлы ялға сыҡҡан шәхестәр. Ишембай районындағы Ҡанаҡай ауылының һуғыш һәм педагогия хеҙмәте ветераны Сабир­йән Вилдановтың исеме төйәгебеҙ тарихына алтын хәрефтәр менән яҙылған.









Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 647

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 332

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519