Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
ҠУҘЫ (21.03 — 19.04).
Был аҙнала күп йәһәттән бәхет йылмайыр. Тик яҡшы ваҡиғаларға үҙегеҙ генә ҡамасауламаһағыҙ ине. Осор башында мөхәббәтегеҙҙе осратыуығыҙ ихтимал. Яратҡан кешегеҙ бар икән, был көндәрҙә унан матур бүләк, яҡшы хәбәр көтөгөҙ. Ял көндәрендә туғандарығыҙ менән осрашырһығыҙ, моғайын.

БУҒА (20.04 — 20.05).
Ғаилә мөнәсәбәттәрендә уңыш көтөлә. Балаларығыҙ, һөйгәнегеҙ һәр йәһәттән ҡыуандырып торор. Тик аҙна уртаһында хәлдең бер аҙ үҙгәреүе ихтимал. Хоҡуғығыҙҙы, фекерегеҙҙе яҡларға тура килер. Уның ҡарауы, ғәҙеллек тантана итер, барлыҡ мәсьәлә ыңғай хәл ителер. Эш урынында етәкселек менән низағлашмаҫҡа тырышығыҙ.

ИГЕҘӘКТӘР (21.05 — 21.06).
Үҙ көсөгөҙгә ышанһағыҙ ҙа, тәҡдим ителгән ярҙамдан баш тартмағыҙ. Аҙнаның башы партнерлыҡ, һөҙөмтәләргә бергә өлгәшеү өсөн ҡулай. Шаршамбы һәм кесе йома көндәрендә бер аҙ кәйефегеҙ төшөр, эшкә ҡул бармаҫ кеүек. Борсолмағыҙ, тиҙҙән барыһы ла яйланыр, яңы мөмкинлектәр асылыр.

ҠЫҪАЛА (22.06 — 22.07).
Ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр сығып торор. Тик кү­ңелһеҙлеккә бирелмәгеҙ, юғиһә хәлдәр ҡатмарлашыр ғына. Аҙна башында эштәге мәсьәләләрҙе сисергә тура килер. Ҡул ҡаушырып ултырмағыҙ, бар көсөгөҙҙө туплап, эшкә тотоноғоҙ. Һөҙөмтәләр тырышлығығыҙға бәйле буласаҡ.

АРЫҪЛАН (23.07 — 22.08).
Эске һиҙемләүегеҙ, хис-тойғолар нигеҙендә ҡылған ҡайһы бер ғәмәлдәрегеҙҙе яҡындарығыҙ аңлай алмаҫ кеүек. Шуға күрә тәнҡит һүҙҙәре лә ишетергә тура килер, моғайын. Низағлашыуға юл ҡуймағыҙ, сабыр булырға тырышығыҙ. Аҙна аҙағында яңы эшкә тотонорға мөмкин. Белемегеҙҙе камиллаштырыу, үҫеш йүнәлештәрен күҙаллау өсөн уңайлы мәл.

ҠЫҘ (23.08 — 22.09).
Ғаилә мөнәсәбәттәрендә уңыш көтөлә. Бер ниндәй сәбәпһеҙ туғандарығыҙ менән осрашыу күңелле минуттар бүләк итер. Шул уҡ ваҡытта эшмәкәрлек өлкә­һен­дә ғәҙәттәгенән күберәк көс һалырға тура килер, мо­ғайын. Яулаған үрҙәрҙе һаҡлап ҡалыу өсөн етәксе­лектең күрһәтмәләрен ентекле үтәргә тырышығыҙ.

ҮЛСӘҮ (23.09 — 22.10).
Белем алыуға йәки сәфәргә бәйле мәшәҡәттәр күп булмаҡсы. Тейешле документтар тултырыу өсөн төрлө инстанцияларҙа йөрөрһөгөҙ, моғайын. Сәләмәт тормош алып барырға кәңәш ителә. Аныҡ график төҙөгөҙ һәм шуға ярашлы эш итегеҙ, юғиһә бик тиҙ талсығырһығыҙ. Һәр йәһәттән яуаплылыҡ күрһәтегеҙ.

САЯН (23.10 — 21.11).
Тормош мәшәҡәттәренән ялҡып, яңғыҙ ҡалғығыҙ килер. Шуға күрә аҙнаның тәүге яртыһында аралашыуҙарҙы мөмкин тиклем кәметергә кәңәш ителә. Яңы идеяларҙы тормошҡа ашыра алмауығыҙ һөҙөмтәһендә битарафлыҡ тойғоһо биләп алыр кеүек. Үҙегеҙҙе ҡулға алығыҙ, ял көндәрендә барыһы ла яйға һалыныр.

УҠСЫ (22.11 — 21.12).
Аҙнаның тәүге яртыһында ҡатмарлы мәсьәләне хәл итеү менән мәшғүл булырһығыҙ, моғайын. Отош артынан ҡыуыу яҡындарығыҙҙа ҡәнәғәтһеҙлек тыуҙырыуы, низағлашыуығыҙ ихтимал. Әүҙемлек күрһәтһәгеҙ, бөтөн ҡыйынлыҡтарҙы уңышлы еңеп сығырһығыҙ. Аҙна аҙағында башҡарылған эштең яҡшы һөҙөмтәләре ҡыуандырыр.

ЫЛАҠ (22.12 — 19.01).
Был аҙнала яҡындарығыҙ менән мөнәсәбәттәрҙе асыҡламаҫҡа кәңәш ителә. Фекерҙәр ҡапма-ҡаршылығы көслө, хис-тойғолар тотороҡһоҙ мәл. Бәхәсләшһәгеҙ, араларығыҙҙың һыуыныуы ихтимал. Аҙна уртаһында артабанғы юлды һайлау бурысы ҡуйылыр. Осор аҙағында бөтөн тормошоғоҙҙо ҡайтанан күҙ уңынан үткәреп, ҡайһы берәүҙәр менән араларҙы бөтөнләй өҙөүегеҙ мөмкин.

ҺЫУҒОЯР (20.01 — 18.02).
Аҙна башында хәл-шарттарҙы тейешенсә күҙаллап, мөһим ҡарар ҡабул итергә тура килер. Дөрөҫ йүнәлеште һайлау һөҙөмтәһендә һөнәри үҫешкә, шәхси мөнәсәбәттәрҙә лә ыңғай алға китешкә өлгәшерһегеҙ, моғайын. Яңы танышлыҡтар, ғәмәлдәге мөнәсәбәттәрҙе яйға һалыу өсөн ҡулай мәл. Аҙна аҙағында өлкән туғандарығыҙҙың хәлен белергә кәңәш ителә.

БАЛЫҠ (19.02 — 20.03).
Мөһим ҡаҙаныштар мәле. Шуға күрә барлыҡ көс-ҡеүәтегеҙҙе, һәләтегеҙҙе тупларға тырышығыҙ. Алдығыҙға аныҡ маҡсат ҡуйып, шуға ынтылырһығыҙ. Аҙна аҙағына эске һиҙемләү көсө артыр. Был һеҙгә бәхәстәрҙе көйләргә, байтаҡ йөкләмәләрҙе үтәргә булышлыҡ итер.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 435

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 336

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521