Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ер кешеһе яҡлауға мохтаж
Ер кешеһе яҡлауға мохтаж Кешелек донъяһы алға ҡарап йәшәүен дауам итә. Бәғзе илдәрҙе сәйәси ыҙғыштар, ҡан ҡойоштар ҙа урап үтмәй. Был тәңгәлдә, шөкөр, Рәсәй, шул иҫәптән Башҡортостаныбыҙ, Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын тыныс шарттарҙа ҡаршы алды. Эйе, һумдың кинәт кенә арзанайыуы, аҙыҡ-түлеккә, яғыулыҡҡа, коммуналь түләүҙәргә генә түгел, барлыҡ көнкүреш тауарҙарына хаҡтарҙың юғары һикереүе кәйефте ҡыра инде ҡырыуға, әммә сабыр халҡыбыҙ был хикмәтле күренеште лә түҙем генә ҡабул итә, ни тиһәң дә, ил иҡтисадындағы бер туҡтауһыҙ дауам иткән реформа, инфляция, көрсөк һымаҡ ғәләмәти хәлдәр беҙҙе тамам сыныҡтырҙы шикелле. Шулай ҙа йыл башында провокацияға бирелеп, кибет кәштәләрен бер нисә көн эсендә бушатыусылар булды былай. Кеҫәләрҙә елдәр уйнамаһа, кем белә, мин дә шул һыу буйы сиратта ваҡыт үткәреп, сабата туҙҙырып йөрөгән булыр инем, сөнки беҙҙә бер күтәрелгән хаҡ ҡабат төшмәй торған. Ә хужалыҡта әле быныһы, әле тегенеһе кәрәк. Әммә ғүмерлек ризыҡ туплап булмай, нәфсенең дә сиге юҡ.
Уртаса йәшәгән ауыл кешеһенә һирәк-һаяҡ була торған байрам табыны яҡынса күпмегә төшә һуң? Ғәҙәттә, өҫтәлде “Оливье”, “Тунлы сельдь”, “Мимоза” кеүек турамаларҙан, билмән һәм тултырылған ҡаҙ йә тауыҡ­тан башҡа күҙ алдына килтереүе ауыр, әлбиттә. Бөтә был ризыҡтар ауыл ке­ше­һенә әллә ни ҡыйбатҡа төшмәй (алдан тоғо менән алып ҡуйылған ондо иҫәпкә алмағанда). Ул майонез, сельдь һәм консерваланған балыҡ өсөн генә аҡса түләне тип ҡарайыҡ, башҡа ингредиенттар — үҙ хужалығынан. Сыр, мандарин, лимон, йөҙөм, күрәгә, кәнфит һәм торт, йәнә лә ванилин, ҡәнәфер кеүек тәмләткестәр өсөн 500 һум са­маһы түләнде, тип фараз ҡылайыҡ. Хәйер, өлгөр хужабикә тортты ла үҙе бешерә, сырын да, майонезды ла үҙе яһай. Байрам өҫтәленә әҙерләнгән башҡа ризыҡ та (тултырма, ҡаҙы, бә­лештәр) сығым талап итмәй. Кәбеҫтә, ҡыяр, помидор, патиссон, ҡабаҡ, һуған, һарымһаҡ һәм башҡаһы — үҙ баҡса­һынан. Ҡайнатмалар ҙа үҙенеке. Дөйөм алғанда, “Шампан” шарабын да ҡушып, сығымдар 1-2 мең һумдан артмай. Ҡай­һылай анһат икән дә ауылда йәшәүе! Аҡса ла кәрәкмәй! Бәғзе бер хеҙмәт­тәштәрем әйтмешләй, ауыл халҡына ни, хаҡтар күтәрелде ни ҙә, төштө ни.
Әммә юғарылағы иҫәп-хисап мәсьә­ләнең тышҡы, күҙгә күренгән генә яғы. Асылда бөгөн ауылда мал аҫрауы, ҡош-ҡорт тотоуы үтә лә ауыр. Шуға күрә юғарыла телгә алынған арзан байрам өҫтәле бигүк арзандан түгел. Һүҙҙе өй йылытыуҙан башлайыҡ. Ҡасандыр мәҙхиә йырланған “осһоҙ зәңгәр яғыулыҡ”ты һағынып һөйләргә генә ҡалды. Газ өсөн түләүҙәр, әкиәт батырылай, йыллап түгел, көнләп үҫә. Беҙ бөгөн газ өсөн кеҫәнән айына 2000-4500 һум сығарабыҙ. Кем йорт ҙурлығына, кем счетчик төрөнә, күрһәткесенә ҡарап. Уға электр уты өсөн хаҡты ҡуш. Утындың бер йөгө 6 мең һум тора (мунсаһыҙ йәшәп булмай). Бер йылда ике йөк утын кәрәк. Ун бөртөк тауыҡ аҫраһаң, бойҙайы ғына ун-ун ике тоҡ кәрәк, был инде кәмендә 6000 һум самаһы тәшкил итә. Ауыр эштән көмөрөң сыҡмаһын өсөн аҡтыҡ тинеңде лә сығарып һалырһың. Әммә ереңде һөрҙөрөүгә, орлоҡ алыуға киткән сығым яҡынса 2000 һумға барып баҫа.
Шулай итеп, үҙ өҫтәлеңде генә күҙ уңында тотоп, шәхси хужалығыңдан ниндәй ҙә булһа өҫтәмә килем алыуға өмөт тотмай йәшәгән ауыл кешеһе йылына 100 мең һумдан ашыу сығарып һалырға тейеш. Ә инде йылдың-йылы әле ҡыйығыңды, әле тупһаңды, кәртә-ҡураңды, өй тирәһен йүнәтеүгә, он, сәй, шәкәр, ярма, тоҙ, макарон, балыҡ һәм башҡа төр аҙыҡ-түлекте һатып алыуға киткән сығымды иҫәпләһәң, ғаилә килеме 150 меңдән дә кәм булмаҫҡа тейеш. Ауыл халҡы иһә – эшһеҙ. Шәхси хужалыҡтан аҙ ғына булһа ла төшөм алыу өсөн кәмендә өс-дүрт баш һыйыр тоторға, бесәнде үҙ тракторыңда эш­ләргә, картуф-маҙарыңды, һөт-ҡайма­ғың­ды үҙ машинаңда һатыуға сы­ға­рырға кәрәк. Күпселектең хатта мотоблогы ла юҡ. “Иң бай кеше — пенсионер” тигән лаҡап та үҙен аҡламай: уртаса пенсия 5-6 мең һум тәшкил итә. Юрғанды яурыныңа тартһаң — аяғың күренә, аяҡты япһаң — арҡаң өшөй. Аптыранған халыҡ үҙе лә һиҙмәҫтән кредит тотҡонона эләгә, йылдар буйы күҙгә күренмәгән проценттары менән уны түләп йонсой. Банктарҙың кешене нисек алдауы инде берәүгә лә сер түгел.
Яңғыҙаҡтарға, сирлеләргә, оло йәш­тә­геләргә йәшәүе нисегерәк икәнлеге хаҡында бында әйтеп тә тормайым. Уныһы — икенсе тема.
Ярай ҙа, ыҙаланып көткән мал-тыуарың теүәл йөрөһә. Һуңғы йыл­дарҙа ауылда һарыҡ-кәзә лә, һыйыр малы ла күпләп юғала. Шулай инде, кемдер интегеп донъя көтөү өсөн тыры­ша, ә икенсе берәү әҙергә бәҙер бү­тән­дәр иҫәбенә быйый. Гонаһтан да, рән­йештән дә ҡурҡмайҙар. Хәҙер сит­тән килгән бурҙар ҙа күбәйҙе. Ҡура­һын­дағы мал иҫәбен урлашып ишәй­т­кән­дәр ҙә юҡ түгел. Полицияға мөрәжәғәт итеүселәр юҡ тиерлек, сөнки бының файҙаһыҙ икәнлеген белеп бөткәндәр. Бынан өс йыл ярым элек, ҡапҡа эсенән дүрт баш һыйыр малын, һарыҡтарыбыҙҙы ҡыуып алып сығып киткәстәре, ғариза яҙып ҡараным. Хо­ҡуҡ һаҡлау органдары ғаризамды туп кеүек бер-береһенә ырғыта торғас, тамам ялҡтым да ҡул һелтәнем. Шәп адвокат ялларға хәлем дә булманы. Ә енәйәтсе билдәле ине. Тик туған-тыу­масаһы полиция тирәһенә ныҡлы ояла­ған… Һуңғараҡ шул уҡ әҙәм йәнә бе­рәү­ҙең һарыҡтарын үҙләштерҙе, икен­се берәүҙең бесәнен ташып ал­ды… Шулай, закон кем өсөндөр эшләй, кем өсөндөр — бөтөнләй юҡ.
Һыйырһыҙ ҡалғас, һауын кәзәләре үрсетеп ҡараным. Апрелдән октябргә ҡәҙәр уларҙы үҙемә көтөргә тура килде, кәзәне ауыл көтөүе менән алыҫҡа ҡыуып булмай — һөтө кәмей. Әйткән­дәй, кәзә — бик аҡыллы мал, ҡайҙан уға “тиҫкәре” тигән исем тағылғандыр — белмәйем. Тупаҫ өндәшеүҙе, сыбыҡ-сыбыртҡыны яратмай, иркәләп кенә торһаң, үҙе артыңдан ҡалмай. Ике-өс кәзәне йыл әйләнәһенә кәртәлә тотоп була, тик бер һыйырға етерлек мал аҙығы кәрәк. Кәзәләр ишәйгәс, ҡырҙа көтмәй сараң юҡ. Ике йәй кәзә көтөүҙән әллә ни йонсолманы, әммә баҡсаны тотош ҡый үләне баҫты. Колорадо ҡуңы­ҙын да ағыулы химикат менән эшкәртергә тура килде, бүтән ваҡытта сүпләп кәметергә тырыша инем. Өҫтә­үенә 2013 йылда ҡойма ямғырҙар башланды, районды һыу баҫты, беҙҙең ауылда берәүҙәрҙең картуфы ере менән ағып китте, икенселәрҙеке серене. Уңыш бик мул булмаҡсы ине. Ямғыр һаман туҡтамағас, картуфты август башында уҡ йыйып алдым да киптерергә һалдым. Һөҙөмтәлә ашарға ике тоҡ һәм сәсеү өсөн туғыҙ биҙрә уңышымды һаҡлап ҡала алдым. Былтыр иһә әлеге туғыҙ биҙрәнән 66 биҙрә уңыш йыйҙым.
Быларҙы ни өсөн яҙам? Крәҫтиәндең тормошо уның бөксәңләп бил бөгөүенә, тырышлығына ғына түгел, ә сит фак­тор­ҙарға ла – тәбиғәт шарттарына, рәсми ҡанундарға, ауылдаштарына, кеҫә ҡалынлығына, зат-зәүеренең ишле йә ишһеҙ булыуына бәйләнгән. Үҙ миҫа­лымда быны аңлауы һәм аңлатыуы еңелерәк.
Баҡса күп ваҡыт талап итә, ләкин унһыҙ йәшәп булмай. Мин дә, яңғыҙ мал-тыуар аҫрауҙан ваз кисеп, тулы­һынса баҡсасылыҡҡа күстем. Кәртәлә тауыҡтан башҡа йән эйәһе юҡ. Йорт ҡуяны тотоп ҡарарға ине — рәт-сиратын белмәйем. Тыуған ауылым Юл­дашҡа барып өйрәнеп тә ҡайттым, барыбер көс етмәҫ һымаҡ.
Ә төндәрен яҙылмаған пьесаларым, шиғыр-хикәйәләрем йоҡо бирмәй, йән әрнеүе булып төштәремә инә… Ләкин яҙмыш мине шундай һынауҙарға дусар иткән икән, һыҡтап ултырыу холҡома ят, яраҡлашырға, көн итергә кәрәк. Унан, ауылда барыбер ҙә ышаныс­лыраҡ кеүек. Картуфты, йәшелсәне, еләк-емеште һатып алмайһың, йоморт­ҡаға хаҡ артыуы әллә ни борсомай, ит-һөттөң дә сифатлыһы эләгә.
Ҡалала ауыл тормошон хатта яҡын­са ла күҙ алдына килтерә алмайҙар. “Ауыл ерендә ялҡауланмаған кеше бай йәшәй”, — тип ебәрәләр. Бынан алты-ете йыл элек мин дә шулай уйлай инем. Ауылға ҡайтып, крәҫтиән тормошо менән йәшәй башлауым әлеге иллюзияны “һә” тигәнсе юҡҡа сығарҙы. Әлеге лә баяғы, үҙемдең миҫалда. Мин ялҡау түгел. Баҡсала мөмкин булған йәшелсә, еләк-емештең барыһын да үҫтерәм. Һыйыр тотҡанда, ҡыҙыл эремсегенә, һөҙмәһенә хәтлем үҙем яһаным. Һауын кәзәһе аҫрағанда ҡымыҙ, сыр үҙемдеке булды. Яңғыҙ кешегә мал аҫрау еңел түгел, сөнки кескәй генә йомошҡа ла сит ирҙәргә ялынырға тура килә. Аҡыллыларҙан-аҡыллы Ғәлиә өләсәйем әйтмешләй, “ҡатын, ғәйрәтле булып, ҡаҙан ҡайнат­май”. Ун өс баш тауығым миңә йылына 5-6 мең һумға төшә. Ә бойҙай һаман ҡиммәтләнә. Йомортҡаны һатып алыу яҡшыраҡ түгелме? “Ауылда тауыҡ тоторға ла эшкинмәгән әҙәмдәр бар”, — тигәнерәк фекер йөрөтә ҡайһы бер журналистарыбыҙ. Эшкинмәгәндән тү­гел, ә шәхси хужалыҡты тотоу өсөн сығымдарҙың көндән-көн арта барыуы арҡаһында күптәр хатта ҡош-ҡорт аҫрауҙан да баш тарта.
Дөрөҫ, мин, әйтәйек, баҡса емешен һатып, күпмелер килем ала алыр инем кеүек. Тик юл хаҡын түләп, ҡала юлын тапау ул килемде сығымға әйләнде­рәсәк.
Мин иҫ белә-белгәндән иле­беҙ­ҙә аҙыҡ-түлек программа­һын хәл итеү мәсьәләһе ҡу­йыла. Һәм ул мәсьәләнең ошоғаса хәл ителгәне юҡ. Юғиһә Европа менән Америка санкциялары ғына шул дәрәжәлә кеҫәбеҙгә һуға алыр инеме?! Хәйер, ауыл халҡы бер ваҡытта ла еңел йәшәмәне. Элегерәк, бала саҡта, ауыл кешеһенә бер һыйыр, биш тауыҡ аҫрарға ғына рөхсәт булды. Өҫтәүенә һәр ғаилә һөт, май, йомортҡа тапшырып, теңкәһе ҡороно. Шул һалым арҡаһында ауыл халҡы һыйырлы көйө һөтһөҙ сәй эсте, май-эремсекте һатып алып ашаны. Шулай ҙа колхоз-совхоздар арҡаһында ем, мал аҙығы үткер проблема булып торманы. Ауылда эшһеҙҙәр булманы. Дөйөм хужалыҡтар бөтә илде туйындырҙы.
Дөрөҫ, кибет кәштәләре бөгөнгө кеүек һәр төрлө ризыҡтан һығылып та торманы, совет кешеһенең рационы ла бер сама ҡалды. Үҙгәртеп ҡороуҙар башланғас, ауыл хужалығына ҡаршы яңы “һуғыш” иғлан ителде: күмәк хужалыҡтарҙы ҡыйратырға тотондолар. Сос әҙәмдәр дөйөм хужалыҡ иҫәбенә йәһәт кенә байып алды. Ауыл иһә һүнә-һүрелә башланы. Урындағы май эшкәртеү, һөт заводтары, тирмән һәм элеваторҙар, икмәк комбинаттары, ит ризыҡтары етештереүсе цехтар юҡҡа сыҡты. Мәҫәлән, Әбйәлил районы үҙәге Асҡарҙа Совет заманында гөрләп эшләп торған предприятиеларҙың береһе лә юҡ бөгөн. Шәхси эшҡыуар­ҙар үҙ цехтарын аса асыуға, әммә йыш ҡына улар етештергән продукцияның сифаты аҡһай. Ә бит ҡасандыр соянан түгел, ә иттән яһалған колбаса ла, май-ҡоймаҡ та, хатта кукуруз таяҡсалары ла үҙебеҙҙеке ине.
Ғәжәп, Рәсәйҙә әүәл-әүәлдән булған­ды үҫтереү, камиллаштырыу тигән төшөнсәләрҙе инҡар итеп йәшәйҙәр. Мотлаҡ бөтәһен дә төбө-тамырынан юҡҡа сығарырға, ә унан инде ҡоро­толған нигеҙ өҫтөндә өр-яңынан сис­тема төҙөргә кәрәк, тип иҫәпләй “революционерҙар”. Үҙгәртеп ҡороуҙар ҙа уйлап еткерелмәгән сәйәси аҙым булды. Беҙҙең ил капитализм ҡороло­шонда йәшәүгә әҙер түгел ине. Бәлки, СССР-ҙы тарҡатыу, социализмдың аҙмы-күпме ҡаҙаныштарын юҡҡа сығарып, хужалыҡ итеүҙең өр-яңы, беҙҙең өсөн ят алымдарын үҙләште­рергә маташыу төптән уйланған диверсион хаслыҡ булғандыр? Бөйөк ҡырғыҙ яҙыусыһы, Сыңғыҙ Айытматовтың Михаил Горбачевҡа биргән кире баһаһы иҫтән сыҡмай. Әле илде “үҙгәртеп ҡо­роу” саҡ башланған мәлдә ул Михаил Сергеевичты “ЦРУ агенты” тип атағай­ны. Ул саҡта әлеге киҫкен тәнҡитте ҡабул итмәһәм дә, йылдар үткән һайын, быға нығыраҡ ышана барам.
Эшләп килгән предприятиелар, колхоз-совхоздар нигеҙендә лә, хужалыҡ итеү алымдарын камиллаштырып, ауыл кешеһе хаҡында ла хәстәрлек күрергә һәләтле йәмғиәт төҙөргә, заманса үҫеш юлына күсергә, аҙыҡ-түлек программаһын хәл итергә мөмкин ине. Бөгөн күмәк хужалыҡтарҙы тергеҙергә маташалар. Ләкин элекке колхоз-совхоз инде булмаясаҡ. Улар урынына ваҡ фермер хужалыҡтарына артабан үҫер­гә һәм эшләргә мөмкинлек бирмәгән, “дөйөм хужалыҡ” исеме аҫтында шәхси ҡулдарҙа тупланған корпорациялар үҫеп сығыуы бик ихтимал. Ә улар инде К. Маркс иҫкәрткән “Кеше тарафынан кешенең иҙелеүен” тәьмин итеүсе яңы көс буласаҡ.
Һуңғы йылдарҙа фермер хужалыҡ­тарының ҡайһы берҙәренә дәүләт тарафынан һиҙелерлек ярҙам күрһәтелә. Әммә ул ярҙамды күберәк ныҡлап аяҡҡа баҫҡан, инде үҙаллы уңышлы эшләргә һәләтле, бай хужалыҡтар ала. Үҙ эшен ойошторорға теләп тә, бының өсөн “старт капиталы” таба алмаған, йә булмаһа, эште башлап ебәргәс, ҡырыл­маһа ҡырҡ ҡаршылыҡты еңә алмаған ваҡ хужалыҡтарға ни эшләргә? Минең күҙәтеүемсә, фермер хужалыҡтары, тәү сиратта, техника етешмәүҙән аптырана. Ауыл хужалығы техникаһы арзан түгел. Күпселеге тоҡомло мал һатып ала алмай: бик ҡиммәт. Ҡайһы бер фермерҙар биш-алты йыл шулай бер урында тапана-тапана ла ҡул һелтәп ҡуя.
Капитализмдың аҙыҡ-түлек програм­ма­һын хәл итеүҙә төп көс булған фер­мерлыҡ хужалығы беҙҙә үҙен ту­лы­һынса аҡлай алмай. Ни өсөн? Беренсенән, капиталистик дәүләт фермерлыҡты үҙ дотацияһында тота. Һалым системаһы ла унда күптән яйға һалынған: ҙур төшөм ала башламайынса, фермер һалым түләмәй, алған кредитын да, беҙҙәге кеүек, икенсе көнөндә үк ҡайтарырға керешмәй. Уға нығытыу өсөн кәмендә биш-алты йыл ваҡыт бирелә. Продукция етештереү, уны һатыу тейешле тәртипкә һалын­ған…
Ҡыҫҡаһы, социализмды емерҙек, ә капитализм төҙөй алманыҡ. Дөрөҫө­рә­ге, капиталистик системаның иң кире, яман сифаттарын ғына үҙләштерә алдыҡ. Баҙарҙа, магазин кәштәләрендә һәр төрлө ризыҡтың тулып ятыуы аҙыҡ-түлек программаһын хәл итеүҙе аңлатмай. Илдең һәр гражданы әлеге ризыҡты һатып алыуға һәләтле бул­ғанда ғына, беҙ ул программаны үтәнек, тип әйтә аласаҡбыҙ. Урамдарҙа хәйер һорашып торған фәҡирҙәр, кредитын түләй алмай, үҙ-үҙенә ҡул һалыусылар, ҡоро икмәк менән ҡара һыуҙа ултырыусы балалар, коммуналь, хеҙмәткә түләй алмаған өсөн ҡыш уртаһында һыуыҡ өйҙә, хатта бөтөнләй урамда тороп ҡалыусылар һаман ишәйә барғанда, ниндәйҙер алға китеш хаҡында “ура” ҡысҡырыуы оло гонаһ, минеңсә.
“Әйҙә, эшлә, байы!” тигәнерәк күпте вәғәҙә итеүсе лозунг аҫтында бер заман ауыл халҡына бирелгән пай ерен крәҫтиән ҡайһылайтып эшкәртһен? Ауылда бит күпселектең трактор-комбайны түгел, хатта мотоблогы ла юҡ! Уны алырға аҡсаһы ла. Ҡыҙыҡ өсөн генә булһа ла һораштырығыҙ: ул пай ерен кеше ни эшләтте икән? Күбеһе үҙ еренең ҡайҙалығын да белмәй, сөнки уны эшкәртә алмаҫын яҡшы аңлай. Бик һирәктәр, пайҙарын фермерҙарға ҡуртымға биреп, уларҙан көҙөн ем, бесән ала.
Һәр системаның үҫеш ҡанун­да­ры бар. Һәр бер ил дә үҙенсә йәшәй һәм үҫешә. Нимәнелер үҙгәртер алдынан халыҡтың менталитетын да, тәбиғи шарттарҙы һәм ресурстарҙы ла, социаль үҫеш кимәлен дә, булған мөмкин­лектәрҙе лә иҫәпкә алырға кәрәктер. Советтар Союзын тарҡатып, социализмды емереп, ҡиммәттәрҙең ҡим­мәтен бөтөрөп, байҙан-бай Рәсәй һаман көрсөк ҡуласаһынан сыға алмай. Ә бер башлаған юлынан тайпылмаған Ҡытай донъя баҙарын баҫып алды. Бында эш социалистик йә капиталистик үҫеш юлынан барыуҙа ла түгелдер кеүек. Ни өсөн тиһәң, социализм осоронда ла колхозсыларҙың ихтыяжы әллә ни иҫәпкә алынманы. Был йәһәттән совхоздар отошлораҡ ине, ундағы халыҡ та эшселәр иҫәбенә индерелде һәм колхозсылар менән сағыштырғанда күберәк льготанан файҙаланды. Ҡала халҡын туйындырған, кейендергән меҫ­кен колхозсының үҙен әҙәмгә һанаусы булманы, тиһәк тә ярай. Техника, алмаш частар, бүтән кәрәк-яраҡ менән тәьмин итеүҙә лә совхоздарға өҫтөнлөк бирелде. Колхозсыларҙың бер тин эш хаҡы алмай, “таяҡ” ҡа эшләгән осоро ла, паспорт бирмә­гәс­тәре, бүтән ергә эшкә күсереүҙән йә мәктәптән һуң уҡыуын дауам итеүҙән мәхрүм булған мәлдәрҙе лә — асылда ҡоллоҡтоң бер төрө — инде артта ҡалды, халыҡ ир­кенгә сыҡты тигәндә, үҙгәртеп-ҡый­ратыуҙар башланды. Эле­герәк ҡол хәлендә булған ауыл кеше­һенә бөгөн тулы “азатлыҡ”: теләһәң — Себергә сығып кит, теләһәң — көмөшкә һемер ҙә эшһеҙ ят… Ә күпме егет-ҡыҙҙа­рыбыҙ, тамаҡ хаҡына эш эҙләп китеп, ысын-ысынында ҡоллоҡҡа һатыла!
Бер нәмәгә ғәжәп итәм: тота ла көрсөккә һылтаналар. Икмәк-шәкәргә хаҡ артһа ла, газ өсөн түләүҙәр күтәрелһә лә (ауыл ерендә бөгөн ул көс еткеһеҙ), бензин-солярка ҡиммәтләнһә лә — иҡтисади көрсөк ғәйепле. Сабыр итегеҙ, йәмәғәт, йәнә ике йыл ғына түҙегеҙ, бөтәһе лә ал да гөл буласаҡ, йәнәһе. Ә бит көрсөк, цунами ише, тәбиғәт стихияһы түгел. Уны сәйәс­мәндәр, иҡтисадсылар, ҡыҫҡаһы, ха­лыҡ мәнфәғәттәренән үҙ кеҫәләрен өҫтөнөрәк ҡуйыусы юғары ҡатлам яһай. Беҙ шуға ышанған булабыҙ…
Былтыр Рәсәй ашлыҡтан һәм шәкәр сөгөлдөрөнән мул уңыш йыйҙы. Отчет­тарға ышанһаҡ, әлбиттә. Ул уңыш ил халҡын тулыһынса икмәк, макарон ризыҡтары, фураж, орлоҡ, шәкәр менән тәьмин итеүгә етә, тинеләр. Шулай булғас, икмәккә, ярма һәм һалмаға, онға, емгә һәм шәкәргә хаҡтар ни өсөн һаман арта һуң? Мин инде етмешенсе йәште ваҡлайым, әммә үҙ ғү­меремдә нимәгәлер хаҡ төшөүен һис хәтерләй алмайым. Реформаларға, системалар үҙгәртеүгә һәм ил етәксе­ле­ге­нең алмашынып тороуына ҡа­ра­маҫтан. Тимәк, сәбәп төптәрәк ята…
Бына әле йәнә бер закон көсөнә инде. Ул мал-тыуарҙы махсус тәғәйен­ләнгән урындарҙа ғына һуйыуҙы, эшкәртеүҙе күҙ уңында тота. Тимәк, былай ҙа еңел йәшәмәгән ауыл халҡы өсөн сығымдар, мәшәҡәттәр, ҡағыҙ ығы-зығыһы арта. Бер башмаҡ һуйыу­ҙың күпмегә төшәсәген күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Унан, ит сифаты бермә-бер насараясаҡ. Мал салыуҙың да үҙ серҙәре етерлек. Юҡҡа ғына баҙарҙа мосолман кешеһе һуйған мал итен алырға тырышмайҙар.
Аҙыҡ-түлек программаһын хәл итергә мөмкин. Был йәһәттән беҙгә бер ниндәй сит илдең дә ярҙамы кәрәкмәй, бер ниндәй санкция ла ҡурҡыныс түгел. Бары тик ил етәкселегенең игенселәр­гә, малсыларға, баҡсасыларға, ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеүсе­ләргә, фермерҙар менән бер рәттән, шәхси хужалыҡтарға ҡарата айырыуса ҙур иғтибары кәрәк. Ғөмүмән, ер кешеһенә эшлекле ярҙам күрһәтеү мөһим.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 434

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 334

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521