Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Яуҙарҙа сыныҡҡан сатирик
Яуҙарҙа сыныҡҡан сатирик Тимер Арслан Бөйөк Ватан һуғышында башынан аҙағына тиклем ҡатнашып, иҫән-имен әйләнеп ҡайтҡан һирәк әҙиптәребеҙҙең береһе ине. Уның вафатынан һуң бер нисә тиҫтә йыл ваҡыт үтте. Ул башҡорт шиғриәтендә, бигерәк тә сатира-юмор өлкәһендә һиҙелерлек эҙ ҡалдырҙы. Заманында уҡыусыларҙың иң яратҡан шағирҙарының береһе булды. Уның үҙенсәлекле поэтик тауышы, ижади йөҙө бар.
Тимер Арс­лан сатира һәм юмор өлкә­һен­дә иң алда бар­ҙы, уны ысын халыҡсан әҫәр­ҙәр менән байытыу өсөн ғү­меренең һуң­ғы көндәренә тиклем арымай-талмай эшләне. Әммә был жанрҙар яҙыусы ижады­ның төп һәм үҙенсәлекле өлөшөн тәшкил итһә лә, ижады тик бер быға ғына ҡайтып ҡалмай. Тимер Арслан – һәләтле, үҙенсәлек­ле лирик булараҡ та киң билдәле шағир.
Тимер Аҫылгәрәй улы Арсланов 1915 йыл­да Туймазы районының Кәкребаш ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Үҙ ауылында белем алғандан һуң, Кушнаренко ауыл хужалығы техникумын тамамлай, ә 1937 йылда армия сафына алына. Уҡыған һәм хеҙмәт иткән осорҙа йәш әҙип шиғырҙар ижад итә башлай. 1938 йылда “Беҙҙең йәшлек” исемле тәүге шиғырҙар китабы донъя күрә.
Ул — хәрби хеҙмәттә, һуғыш яландарын­да ҡәләмен сарлай башлаған шағирҙарҙың береһе. Шулай итеп, һуғыш уттарында сы­ныҡҡан һалдат һәм йәш әҙипкә, тыныс тор­мошҡа әйләнеп ҡайтып, ижад эшенә ныҡлап тотонғанға тиклем ҡатмарлы, ауыр юл үтергә тура килә. Ул Көнбайыш Украинаны, Бессарабияны азат итеүҙә, аҡ финдарға ҡаршы алыш­тарҙа ҡатнаша. Еңеүгә булған өмөт һәм туптар шартлағанда ла дауам ителгән ижад был ауыр яҙмышты еңеләйткәндәй, күңел күген яҡтырт­ҡандай итә. Йәш әҙиптең 1944 йылда сыҡ­ҡан “Окоптар төбөнән” исемле китабына тупланған әҫәрҙәре быны асыҡ дәлилләй. Был китап уның окопташтарына, Бөйөк Еңеүҙе яҡы­найтҡан яугирҙәргә арналған.
Һуғыш тамамланғас, әҙип ҙур дәрт менән ижад эшенә тотона, шиғриәттә үҙ һуҡмағын эҙләй. Һөҙөмтәлә байтаҡ ҡына үҙенсәлекле шиғри шәлкемдәр, ҙур күләмле әҫәрҙәр яҙыла. Был хаҡта “Башҡортостан егете”, “Тау ҡыҙы”, “Уның бәхете”, “Алтын шишмә”, “Үгәй ата”, “Хөкөм”, “Дуҫым иҫтәлеге” кеүек поэмалары асыҡ һөйләй.
Шағир үҙенең тәүге күләмле әҫәрендә үк сюжет ҡороу оҫталығын камиллаштыра, ябай хеҙмәт кешеһенең характерын тыуҙы­рырға ынтыла. Хеҙмәтте тормоштоң йәме, йәшәүҙең мәғәнәһе, бәхеттең асылы итеп раҫлау уның лирикаһында төп урынды биләй. Был теманы үҙенсәлекле итеп асып һәм заман талабынан сығып күрһәтә белә. Тормош күренештәрен һүрәтләүҙә лә, харак­терҙар тыуҙырыуҙа ла, тел һәм шиғри алымдар ҡулланыуҙа ла гел генә тәбиғилек, ябайлыҡ, халыҡсанлыҡ, тормошсан­лыҡ принциптарынан сығып эш итә.
Ошо тәбиғи һәм ябай итеп һүрәтләнгән ва­ҡиғалар, халҡыбыҙҙың көндәлек тормош кү­ре­нештәре аша замандың иң алдынғы идеяларын раҫлауға ирешә. Ул үҙенең “Башҡортостан егете”, “Уның бәхете” поэмаларында һуғыштың героик һәм ҡыҙғаныс яҡтарын кәүҙәләндереп, төрлө милләт вә­кил­дәре араһындағы дуҫлыҡты һәм ке­ше­лек­лелек тойғоһоноң бөйөклөгөн ышан­дырырлыҡ итеп күрһәтә. Ленинград бло­кадаһы ваҡытында етем ҡалған ике йәшлек Ләйләнең яҙмышы аша был һуғыш­тың ни тиклем аяуһыҙ булыуын һүрәтләү менән бергә совет кешеләренең түҙемле­леген, батырлығын, ҡаҡшамаҫ рухи көсөн, ошо гүзәл халыҡты тәр­биәләп үҫтергән Ватанды данлаған әҫәр булып иҫтә ҡала был поэма.
“Тау ҡыҙы” поэмаһында иһә республи­кабыҙ­ҙың данын Рәсәй кимәленә күтәргән “ҡара алтын” өсөн көрәш, уны табыусы эш­се-нефт­селәр тормошо сағылдырыла. Ғөмү­мән, нефт­селәр – Тимер Арсландың үҙ ит­кән, яратҡан геройҙары. Үҙе лә улар ара­һында йәшәп ижад итә. Шуға күрәлер ҙә, беренселәрҙән булараҡ, эшсе-нефтсенең характерлы образын тыуҙы­ра. Мәҫәлән, “Тау ҡыҙы” поэмаһындағы нефтсе-оператор Нәфисә, “Беҙҙең Октябрьский” шәлкемен­дәге Зариф бабай, “Тауҙарҙан — тауға” әҫә­рендәге Дилбәр образдары нәҡ шундай. Теге йәки был характерҙы тыуҙырыуҙа яҙыусы геройҙарҙың телен уларҙың һөнә­ренә, эске донъяһына ярашлы рәүештә бирә. Улар аша образдарҙың тәбиғилегенә һәм бөтөн­лөгөнә ирешә.
Ғөмүмән, Тимер Арслан лирикаһының һәм шулай уҡ сатирик-юмористик әҫәрҙәре­нең иң отошло яғы, уҡыусылар күңелен яулай торған көсө иң беренсе шиғри һүҙенең һөйләү теленә яҡын, халыҡтың күңел донъяһын яҡтыртып, йылытып ебәргән юмор менән һуғарылған булыуында. Тимер Арс­лан­дың күпселек әҫәр­ҙәренә юмор менән һуғарылған шиғри телдең халыҡ­санлығы, һүрәтләнгән күренеш һәм хәл-ваҡи­ғаларҙың ябайлығы, тәбиғилеге хас.
Бер ҡарағанда, Тимер Арслан ижады темаһы менән башҡаларҙан айырылып тормай — ул бөтә сатириктар ҙа фашлай торған кәмселектәр­ҙән, етешһеҙлектәрҙән көлә. Уның үҙенсәлеге — стилендә һәм ошо сатирик фашлау стиленең төп асылын билдәләп торған иронияла. Эйе, урыны менән сәнс­келе, мыҫ­ҡыллы, асыулы, зәһәр, үлтергес әсе яңғыраған кинәйәле көлөү яҙыусы сатираһының төп фашлау ҡоралына әүе­релә. Йәғни сатириктың уҡтары күп төрлө: ул үҙенең шиғырҙарында теге йәки был йәм­ғиәткә зарарлы әҙәмдәрҙе туранан-тура автор исеменән фашлаусы булып та сығыш яһай (“Тере утиль”, “Серләшәләр”, “Ямай тәртип яулай”, “Алла ке­шегә әүерелде”, “Үлеһе кейендерә, тереһе кө­йөндөрә” һ.б.); хеҙмәтсәндәрҙең тыныслығын, кәйефен боҙ­ған, уларҙың көндәлек эшенә ҡа­масаулаған кире күренештәр һәм кәмселектәр хаҡында һүҙ барғанда, ша­ғир күберәк халыҡ исеменән йәки уның ме­нән бергә көлә (“Кейәү ипле, клуб бикле”, “Көнө-төнө керпек ҡаҡмай”, “Бабай ҡайғыра”, “Ата зары”, “Тылсымлы авторучка”, “Законға ла һыймай, аҡылға ла һыймай” һ.б).
Тимер Арслан үҙенең бөтә көлөү ҡеүәһе менән халыҡҡа яҡын тора. Яҙыусының сатирик һәм юмористик әҫәрҙәре күп ваҡыт туп-тура тормоштоң үҙенән эҙләп табылған “әҙер” кире факттарға һәм “тере” типтарға ҡоролған булыуы менән характерлы. Шундай сатирик әҫәрҙәрендә шағир кире персонаждарҙы “ҡысҡырып” фашлап та бармай, ә уларға көлөп, “төртөп күрһәткәндәй” генә итә, ҡайһы саҡта ғына тормош үҙе бирерҙәй язаны һиҙҙереп ҡуя. Эйе, сатирик ирониялы көлөү менән оҫта эш итә белә: үҙе эҙләп тапҡан барлыҡ хөсөт бәндәләрҙе кинәйәле көлөүе аша “үлтерә”, шунан һуң уларҙы башҡаса фашлап тороуҙың кәрәге юҡ, сөнки көлөү бында үҙе иң юғары язаға әйләнә. Тимер Арсландың, сатирик булараҡ, бөтә көсө, һәләте бына ошондай көлөү тигән үткер ҡорал менән оҫта эш итә белеүендә. Заманында халыҡлашып өлгөргән күп сатирик, юмористик шиғырҙары һәм шулай уҡ яҙыусы үҙе иҫән саҡта сыҡҡан бер нисә тиҫтә китабы быны асыҡ раҫлай.
Яуҙарҙа сыныҡҡан сатириктың әҫәрҙәре әле лә мөһимлеген юғалтмаған. Һеҙгә тәҡдим ителгән шиғырҙарын уҡығас, быға үҙегеҙ ҙә ышанырһығыҙ тип өмөтләнәбеҙ.



ҮС АЛЫУ

Байрам етә, аяғыма
Яңы туфли алып кейҙем,
Урамды бер урап кергәс,
Уны “маҡтап” һалып ҡуйҙым.

Табандары теш ыржайтты,
Магазинға юл тотамын,
Асфальт йылы, миңә рәхәт,
Ялан аяҡ һыпыртамын.

Һатыусы ҡыҙ көлөп ҡуйҙы,
Туфлиҙарҙы күреп туйҙы.
– Ағай, бында бөтә ғәйеп
Фабрикала, – тиеп ҡуйҙы.

Туфлиҙарым ҡул осомда,
Фабрикаға юл тотамын,
Асфальт йылы, миңә рәхәт,
Ялан аяҡ һыпыртамын.

Директоры миңә әйтә:
– Иптәш кешем, аңлағыҙ, – ти, –
Күн заводынан беҙ шундай
Насар күндәр алабыҙ, – ти.

Туфлиҙарым ҡуйынымда,
Мин заводҡа юл тотамын,
Асфальт йылы, миңә рәхәт,
Ялан аяҡ һыпыртамын.

Директоры мин кергәс тә
Моң-зарҙарын һөйләп алды,
Үгеҙ, тана, кәзәләрҙе
Пыр туҙҙырып тиргәп алды:

– Түбән сифатлы була шул
Хәҙерге мал тиреһе, – ти, –
Яҡшы күндәр көтөп торһаң,
Килеп сыға киреһе, – ти.

Бер ауылда бер үгеҙҙең
Ҡорһағына тибеп киттем.
– Бөтә ғәйеп һиндә икән,
Аяҡты күр! – тиеп киттем.


БАШҠА СЫҒАЛАР

Көйләп-сөйләп кенә Әсҡәп еңгә
Әпкәләйен башҡа сығара.
“Үҙебеҙҙең фатир була”, – тиеп,
Киленкәйе нисек ҡыуана!

– Әсәй, – тине Әпкәләйе уға, –
Һин бит мине үлеп һөйәһең.
Киленкәйеңде лә яратаһың,
Күҙ алмаңдай яҡын күрәһең.

Һинең мине үлеп яратҡанды
Барса халыҡ белә бит инде,
Телевизор, холодильникты һин,
Әсәй, беҙгә бүләк ит инде.

Гарнитурһыҙ йәшәү йәшәүме ни,
Ул булмаһа, үл дә кит инде,
Әле әйткән нәмәне лә, тимен,
Әсәй, беҙгә бүләк ит инде.

Ҙур сервант та хәрәкәткә килде,
Шылтыраша һауыт-һабалар,
Шылтырашып, берсә ыңғырашып,
Улар башҡа сығып баралар.

Оло бүлмә шып-шыр тороп ҡалды,
Гүйә, бурҙар йортҡа төшкәндәр,
Башҡа сығып киткән карауаттар,
Бөтә урындыҡтар, өҫтәлдәр.

Тынғыһыҙ көн үтеп, төн килгәс,
Ниндәй хәлдәр була тигәндә,
Иҫке балаҫ йәйеп, Әсҡәп еңгә
Йоҡлай алмай ята иҙәндә…




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 435

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 336

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521