Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Ашҡаҙар”ҙа эш ҡайнай
“Ашҡаҙар”ҙа эш ҡайнай “Ашҡаҙар” ауыл хужалығы кооперативы республикала тотороҡло үҫешкән предприятиеларҙан һанала. Бында етештереүҙе арттырыу һәм юғары сифатҡа ирешеү өсөн барлыҡ мөмкинлектәр файҙаланыла. Һуңғы ике йылда хужалыҡ баҫыуҙары ысын-ысындан алдынғы тәжрибә майҙансығына әүерелде. Улар республикала беренселәрҙән булып игенселек тармағында замандың алдынғы ҡаҙаныштарына нигеҙләнгән NO-TILL (йәғни ерҙе һөрмәйенсә) технологияһын ҡуллана башланы.

Тәүҙә кооператив белгестәре был йә­һәт­тән Ҡаҙағстанда тәж­рибә уртаҡлашып ҡайтты. Бәхәс­һеҙ, алдынғы технология менән эш итеү өсөн шуға яраҡлы заманса ауыл хужалығы техникаһы һәм ҡорамал­дар кәрәк. Был йә­һәт­тән хужалыҡтың техника паркы иң юғары талаптарға яуап бирә. Техниканы яңыртыуға үҙҙәре эшләп алған аҡсаны йүнәлтәләр һәм кредит­тарҙан файҙаланалар. Улар менән идара итеү өсөн әленән-әле белгестәрҙең уҡыу­ҙары ойошторола.
2013 йылда NO-TILL техноло­гияһы сәсеү майҙандарының 10 процент өлө­шөндә ҡулланылған. Йыл ҡоро килеүгә ҡарамаҫтан, яңы ысул һәр гектарҙан уңышты алты центнерға күберәк йыйып алыу мөмкинлеген биргән. Әлеге техно­логияның асылы шуға ҡай­тып ҡала: ер һөрмәйенсә эшкәр­телә, бөтә эште махсус сәскес башҡара. Традицион технологиянан айырмалы булараҡ, был ысул ерҙе эрозиянан һаҡлай, дымды тота; иң мө­һиме – сығымдарҙы бермә-бер кәметергә булышлыҡ итә. “Ашҡаҙар”ҙар үткән йылда тулыһынса яңы технология буйынса эшләүгә күскәндәр. Йыл игенселек өсөн уңайлы булмаған­да ла гектар ҡеүәте 32 центнер тәшкил иткән. Хәҙер уларҙың тәжрибәһен өйрәнергә башҡа хужалыҡтарҙан киләләр.
Әйткәндәй, “Ашҡаҙар” 2009 йылдан башлап орлоҡсолоҡ хужа­лығы булып та иҫәпләнә. Республика игенселәренә юғары си­фат­лы орлоҡ ҡына һаталар.
Хужалыҡ үҙ баҫыуҙарына элиталы һәм суперэлиталы орлоҡ сәсә. Быйыл сәсеү эштәре туғыҙ мең гектар майҙанда баш­ҡарыласаҡ. Ужым культуралар­ының һаҡ­ланышы ҡәнәғәтләнерлек. Әлеге көндә шы­тымдарҙы өҫтәмә туҡлан­дырыу үткәрелә.
Ауылдың бөтөн байлығы — ерҙән. Иҡтисади шарттарҙы күҙ алдында тотоп, быйыл ҡышҡы бойҙай сәсеүлектәрен тағы ла арт­тырырға иҫәпләйҙәр. Хужа­лыҡ­тың баш агрономы, Баш­ҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Ғәзинур Ғарипов әйтеүенсә, һәр баҫыуҙы муллыҡ сығанағы итеү хәстәрлеге күрелә. Мәҫәлән, быйыл бойҙай­ҙың ҡаты сортлыһын ғына сәсергә ҡарар иткәндәр. Борсаҡтың шу­лай уҡ юғары уңыш бирергә һәләтле “фараон” сортын, кукуруз­дың бөртөккә өлгөрә торғанын һайлағандар. Хужалыҡта ерҙең уңдырышлылығын күтәреүгә сы­ғым­дарҙы ла, көстө лә ҡыҙған­майҙар.
Малсылыҡта ла ҙур уңыштарға өлгәшәләр. Көтөү ишле. Барлығы 2100 баш мал аҫрала.
Һәр эштә һаҡсыллыҡ алғы планға ҡуйыла. Бығаса ашлыҡты һаҡлау өсөн элеваторға һала торған булғандар. Быға байтаҡ сығым тотонолған. Хәҙер ике ангар төҙөлә, ашлыҡ киптереү комплексы монтажлана. Тимәк, киләсәктә элеватор хеҙмәтенә ихтыяж булмаясаҡ, аҡса ла янға ҡаласаҡ.
Хужалыҡ Салауат ҡалаһына терәлеп тиерлек торһа ла, бында эшсе ҡулдар етерлек, сөнки хужалыҡ эшсәндәренә лайыҡлы хеҙмәт хаҡы түләнә. Урып йыйыу осоронда тырышҡан механиза­тор­ҙарҙың килеме юғары. Иң мө­һиме — хеҙмәт кешеһенең ҡәҙере бар. Йыл һайын тиҫтәләгән кеше шифаханаларҙа бушлай сәләмәт­леген нығыта. Кооперативта эшләгәндәргә коммуналь түләүҙәр өсөн ай һайын икешәр мең һум аҡса бүленә. Хеҙмәт кешеһенең кәйефе күтәренке булғас, эш тә ырамлы бара.
Коллектив игенселектә һәм малсылыҡта өлгәшкән уңыштары өсөн йылдың-йылы бүләктәргә лайыҡ була. Улар араһында иң ҡә­ҙерлеһе, әлбиттә, республика Башлығы тапшырған дипломдар. Был уңышҡа уңған механи­затор­ҙар — республиканың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Сергей Головин, Рәсәй Федера­ция­һының Почет гра­мотаһына лайыҡ Сергей Лактионов, Башҡортостан Ауыл хужалығы министр­лығының Почет грамотаһын алған Ришат Кейекбаев, водителдәр Тимерхан Ҡайғулов, Мөнир Зөбәйеров, Вәкил Богданов һәм башҡалар – айырыуса ҙур өлөш индерә.
“Ашҡаҙар”ҙар үҙҙәренең һуңғы йыл­дарҙағы күтәрелешен хаҡлы рәүештә хужалыҡ рәйесе, Баш­ҡор­тостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Илдус Хә­ли­товтың оҫталығы ме­нән бәй­ләй. Белеме буйынса ул — иҡтисадсы. Заманса әҙерлек­ле, талантлы етәксе һәр эште иҡ­тисади нигеҙләп ғәмәлгә ашыра.
– Беҙ, тәү сиратта, яңы технологиялар индереү, хеҙмәт етеш­те­реү­сәнлеген күтәреү, продукция күләмен арттырыу хәстәрлеген күрәбеҙ һәм һөҙөмтә яҡшы буласағына ышанабыҙ, — ти Илдус Тимерхан улы.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 096

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 894

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 436

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 337

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523