Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Йәштәр дәртле, сәмле булһа...
Йәштәр дәртле,  сәмле булһа... Мәғлүм булыуынса, мәғариф тармағында барған үҙгәрештәр халыҡта төрлө фекер, ҡыҙыу бәхәстәр тыуҙырҙы. Берәүҙәр яңылыҡтарға ҡырҡа ҡаршы булһа, икенселәр уларҙы хуплап ҡаршы алды. Үҙгәрештәрҙе аңлап ҡабул иткән уҡытыусылар, тәрбиәселәр заман технологияларын теләп үҙләштерә, Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институты ойошторған курстарға ихлас йөрөй, белемен даими камиллаштырырға тырыша.


Йәмәғәтселектә заманса уҡытыу алымдарын хупламағандар барлығына ла ғәжәпләнәһе түгел: бер яңылыҡ та һис ҡасан һәр кем тарафынан ҡолас йәйеп ҡаршы алынмаған. Үҙгәртеп ҡороу гелән ваҡыт талап итә, үҙенә юлды яйлап яра. Ҡапыл-ҡара ҡабул ителгән йәки көсләп тағылған­дары ваҡыт һынауын үтә алмай.
Үҙемә килгәндә, эшмәкәрлек дәүеремдә һәр яңылыҡты ҡабул итергә тырыштым, төрлө уҡыу йорттарына етәкселек иткәндә алдынғы идеяларҙы тиҙ йәйелдереп ебәрә торғайным. Мәҫәлән, Көйөргәҙе районы хакимиәтенең мәғариф идаралығындағы методика кабинеты мөдире булған сағым­да, хеҙмәттәштәрем менән мәктәпкә килеп, үҙебеҙ яңы талаптарға ярашлы дәрес күрһәтә, уға уҡытыусылар менән бергә анализ яһай торғайныҡ. Бының, әлбиттә, беҙгә лә, педагогтар өсөн дә әһәмиәте ҙур булды. Физика буйынса методист булып эшләгән талантлы педагог Рәйес Ноғома­новтың дәрестәрен район уҡытыусылары әле лә һағынып иҫкә ала. Ә бит һис ниндәй рәсми бойороҡ, документ методистан ошолай мәктәпкә барып һабаҡ биреүҙе талап итмәй. Әммә һөҙөмтәгә ынтылған белгес тап шундай “тренер” булырға тейештер ҙә. Был бит үҙе үк – заманса алым!
Бөгөнгө уҡытыусынан да ошондай ижади ҡараш, даими эҙләнеү талап ителә. Яңы алымдарҙы күңел менән тойоп, уның өҫтөн­лөклө яҡтарын күреү, ғалимдар, методистар тәҡдим иткәнде үҙ тәжрибәңдән сығып үҫтереү зарур. Һөйөнөскә күрә, тап ошондай сифатҡа эйә уҡытыусылар бай­таҡ. Араларында күпселекте йәштәр тәш­кил итә. Мәҫәлән, Күгәрсен районын­дағы Тәүәкән урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлназ Сәлихованы телгә алырға мөмкин. Уның менән ике йыл элек педагогтарҙың республика конкурсында танышҡайным. Уҡытыу­сы­ның дәрес­тә­рен, уҡытыу-тәрбиә кон­цеп­ция­һын, ғил­ми-методик эҙләнеүҙәре һөҙөмтәһе туп­ланған хеҙмәттәрен ҡараным. Предметынан тыш, халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадын мөкиббән яратҡан, оҫта һөйләгән, кәрәк ерендә көлдөрөп тә ебәргән, өҙә баҫып бейегән Гөлназ конкурстың жюри ағза­ла­рын хайран ҡалдырҙы. Бындай уҡытыусы­ла белем алған бала туған телен белмәй, илен һөймәй үҫмәҫ! Бәхеткә күрә, мәғариф­тағы яңы стандарттарҙы аңлы рә­үеш­тә ҡабул иткән, уҡыусыларҙы үҙаллы белем алыуға, ижади фекерләүгә, эшмәкәрлеген алдан күҙаллап башҡарырға өйрәткән Гөлназ Сәлихова кеүек остаздар бихисап.
Күптән түгел Мәскәү өлкәһенең Электросталь ҡалаһында тап шундай әүҙем йәш педагогтарҙың II Бөтөн Рәсәй съезы бул­ғайны. Унда Рәсәйҙең мәғариф һәм фән министры Дмитрий Ливанов, “Бөтөн Рәсәй педагогик йыйылышы” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Валентина Иванова, “Учительская газета”ның баш мөхәррире Петр Положе­вец­тың ҡатнашыуы сараның мәртәбәһен тағы ла күтәреп ебәрҙе. Съезда респуб­ликабыҙҙан да бер төркөм йәш педагог – Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтынан Светлана Шәрәфетдинова, Хәй­бул­ла районының Мәмбәт мәктәбенән Эрнис Мәмбәтов, Өфө районынан Алһыу Закиро­ва, Дыуандан Анатолий Бажанов, Ауыр­ғазынан Андрей Никитин, Өфөнән Марина Лийв – ҡатнашты. Уларҙың һәр береһе ҡыҫҡа ваҡыт эсендә үҙен заманса эшләгән һәләтле педагог итеп танытыуға өлгәшкән. Мәҫәлән, Эрнис Мәмбәтов тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү уҡытыусыһы булып һигеҙ йыл эшләй, яңы методик алымдарҙы даими үҙләштерә. Дәрестәрҙе, кластан тыш сараларҙы һәр баланың үҫеш кимәлен, йәш үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, һөҙөмтәне алдан күҙаллап ойоштора. Заманса ҡа­рашлы, яңылыҡҡа ынтылған уҡы­тыу­сыға республикабыҙҙың иң төпкөл мәк­тә­бен­дә уңышлы эшләүгә һис ни ҡамасаула­май. Эрнис Морҙаян улы Мәмбәт мәктәбендә беренселәрҙән булып проектлау-тикшере­неү, мәғ­лүмәти-ком­му­ни­ка­тив техноло­гия­лар­ҙы үҙләштергән, ғилми эҙләнеү эше алып бара. Шуға ла уның предметтары буйынса балалар­ҙың белем сифаты юғары. Йәш тарихсы тыу­ған төйәге, Мәмбәт ыры­уы, данлы ауылдаштарының хеҙмәт һәм хәр­би батырлығы тарихын сағылдыр­ған ваҡиға­ларҙы ентекле өйрәнә. Мәктәптә бөгөн дә Хеҙмәт һәм хәрби дан музейының эшләүе лә – күптәргә өлгө. Ғөмүмән, Хәйбуллала бындай ру­хи мөйөш­тәрҙең эшмәкәрлегенә иғтибар кәмемәгән. Мәҫәлән, район үҙәген­дәге 1-се, 2-се мәк­тәптәрҙә – тыуған яҡты өйрәнеү, Бүребайҙа ҡаҙылма байлыҡтар музейы бар.
Эрнис Мәмбәтовтың педагогик эшмә­кәрлеге ил кимәлендә танылыу тапты. Уны йәш педагогтарҙың съезында “Бөтөн Рәсәй педагогик йыйылышы” йәмғиәте рәйесе Валентина Иванова Маҡтау грамотаһы менән бүләкләне. Әйткәндәй, әлеге сарала беҙҙең уҡытыусылар министр Дмитрий Ливановҡа үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған төрлө һорау менән мөрәжәғәт итте, фекер алышты. Йыйындан яңы дәрт, сәм алып, туған мәктәптәренә ашҡынып ҡайттылар.

Фәнзил САНЪЯРОВ,
“Башҡортостан”дың
штаттан тыш хәбәрсеһе.



Хикмәт
Аңлатыу кәрәкме?


Малай тәүге тапҡыр мәктәпкә килә. “Балалар, беҙ бөгөн сәскә һүрәтен төшөрәбеҙ”, – ти уҡытыусы беренсе дәрестә.


Бала шунда уҡ эшкә тотона. Тик уҡытыусы: “Ниндәй сәскә төшөрөргә икәнлеген аңлатманым бит, – тип туҡтата. – Йәшел һабаҡлы ҡыҙыл сәскә эшләгеҙ”. Киләһе дәрестә иһә йәшел һабаҡлы ҡыҙыл сәскәне әүәләп яһарға ҡуша.
Бер аҙҙан әлеге малайға икенсе мәктәпкә күсергә тура килә. “Әйҙәгеҙ, балалар, сәскә һүрәтен төшөрәйек”, – ти яңы уҡытыусы. Малай тик ултыра икән. Уҡытыусы, янына килеп, эшкә һаман тотонмауының сәбәбен һорай. “Һеҙ бит ниндәй сәскә төшөрөргә кәрәклеген әйтмәнегеҙ”, – ти малай. Уҡытыусыһының “Йәнең теләгәнен эшлә” тигән тәҡдимен ишеткәс, йәшел һабаҡлы ҡыҙыл сәскә төшөрөп ҡуя...

Ә. РАҠАЕВА
тәржемәһе.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Республикала Андреевтар ғаиләһендә унынсы бала тыуған

Республикала Андреевтар ғаиләһендә унынсы бала тыуған 27.04.2026 // Йәмғиәт

Күп балалы ата-әсәгә тантаналы шарттарҙа тыуыу тураһында таныҡлыҡ тапшырылды....

Тотош уҡырға 3

Республикала БПЛА осороу сикләнә

Республикала БПЛА осороу сикләнә 27.04.2026 // Йәмғиәт

Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 81 йыллығын билдәләүгә бәйле ошондай саралар ҡабул ителде....

Тотош уҡырға 4

Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтына бағышланған конверт донъя күрҙе

Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтына бағышланған конверт донъя күрҙе 27.04.2026 // Йәмғиәт

Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтына бағышланған конверт донъя күрҙе...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда айыу ҡырмыҫҡа иләүен туҙҙырған
Өфөлә Бөтә Рәсәй өмәһенә 50 мең кеше сыҡты

Өфөлә Бөтә Рәсәй өмәһенә 50 мең кеше сыҡты 27.04.2026 // Йәмғиәт

25 апрелдә Башҡортостан Бөтә Рәсәй өмәһенә ҡушылды....

Тотош уҡырға 2

Өфөлә өс игеҙ бала тыуған

Өфөлә өс игеҙ бала тыуған 24.04.2026 // Йәмғиәт

Балалар Республика клиник перинаталь үҙәгендә донъяға килгән....

Тотош уҡырға 1

Радий Хәбиров Башҡортостанда йәшәүселәрҙе «Еңеү диктанты»на саҡырҙы

Радий Хәбиров Башҡортостанда йәшәүселәрҙе «Еңеү диктанты»на саҡырҙы 24.04.2026 // Йәмғиәт

Акция көндөҙгө сәғәт 2-лә башлана. Онлайн диктантты көндөҙгө сәғәт 11-ҙә яҙырға мөмкин....

Тотош уҡырға 3

Республикала етем бала статусына эйә булған МХО-ла ҡатнашыусыларға сираттан тыш торлаҡ бирелә

Республикала етем бала статусына эйә булған МХО-ла ҡатнашыусыларға сираттан тыш торлаҡ бирелә 23.04.2026 // Йәмғиәт

Республикала етем бала статусына эйә булған МХО-ла ҡатнашыусыларға сираттан тыш торлаҡ бирелә...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда яңы һөнәри байрам булдырылды

Башҡортостанда яңы һөнәри байрам булдырылды 23.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда яңы һөнәри байрам булдырылды...

Тотош уҡырға 3

Республикаға ҡасан йылы көндәр килә

Республикаға ҡасан йылы көндәр килә 23.04.2026 // Йәмғиәт

Республикаға ҡасан йылы көндәр килә...

Тотош уҡырға 3

Өс яҡташыбыҙ лотереяла ҙур сумма аҡса отҡан

Өс яҡташыбыҙ лотереяла ҙур сумма аҡса отҡан 23.04.2026 // Йәмғиәт

Өс яҡташыбыҙ лотереяла ҙур сумма аҡса отҡан...

Тотош уҡырға 3

Баш ҡалала 16-сы гимназияны һаҡлаған шәхси предприятиеның эше туҡтатылды

Баш ҡалала 16-сы гимназияны һаҡлаған шәхси предприятиеның эше туҡтатылды 22.04.2026 // Йәмғиәт

2026 йылдың 3 февралендә был мәктәптә ғәҙәттән тыш хәл теркәлде – үҫмер үҙенең класташтарына ......

Тотош уҡырға 3


Комментарий өҫтәргә