Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бер ауыл яугирҙәре
Ғайсиндарҙан бер туған Ғөбәйҙулла менән Сәхиулла ағайҙар ҙа һуғышҡа алынған. Ғөбәйҙулла Ғайса улы 1942 йылда һәләк булған. Сәхиулла Ғайсин иһә, иҫән-һау әйләнеп ҡайтып, башта үҙебеҙҙең “Сатҡы” колхозында, аҙаҡ “Раевка” совхозында баш бухгалтер бу­лып эшләне. 50-се йылдарҙа ғаи­ләһе менән бер аҙ ваҡыт Ҡырғыҙ­станда йәшәп ҡайттылар. Был илдә тыуған улы Рәфҡәт Ғайсин хәҙер — иҡтисад фәндәре докторы, профессор. Башҡортостан Президенты ҡарамағын­дағы Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында эшләне, әле — К.А. Тимирязев исемендәге Мәскәү ауыл хужалығы академияһында кафедра мөдире.
Зөлпөҡаровтарҙан да ике кеше — аталы-уллы Ишмөхәмәт менән Зәки — фашист илбаҫарҙарына ҡаршы батыр­ҙарса һуғыша. Ишмөхәмәт Байдәүләт улы 1942 йылда һуғышҡа китә, Баш­ҡорт кавалерия дивизияһының яугире була. 1943 йылдың ғинуарында ҡаты алыштар ваҡытында ғүмере өҙөлөп ҡала. Зәки Зөлпөҡаров иһә 1943 йылдың мартынан 1944 йылдың авгусына тиклем фронтта була. Ауыр йәрәхәт алып демобилизациялана. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән наградлана. Ғүмер буйы Стәрлетамаҡ районындағы “Первомайский” совхозы­ның Красноармейский бүлексәһендә йәшәне, алдынғы механизатор булып танылды.
Зөлҡәрнәевтәрҙән бер нисә ғаилә һуғыштан алда Ишембай районының Ҡарайған ауылына күсеп киткәйне. Хөсәйен ағай Зөлҡәрнәев ана шул төбәктән хәрби хеҙмәткә алынып, яуҙа һәләк булған. Ә Ишбулды Байдәүләт улы, һуғыштан яраланып ҡайтып, Ҡарайғанда ғүмер иткән. Был ергә беҙҙең ауылдан күскән ғаиләләр үҙҙәре бер ара булып ойошҡан, уларҙы “сумарлар” тип йөрөткәндәрен ишеткәнем бар. Исраил Байдәүләт улы Зөлҡәрнәев иһә беҙгә еҙнә тейешле кеше ине. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа ҡатыны Өммөгөлсөм апай һәм балалары менән ауылға ҡайтып йөрөгән саҡтарында күрә торғайным. Һуңыраҡ Дәүләкән районы­ның “Ҡаҙанғол” тәжрибә хужалығы ауылында (хәҙер “Вперед” тип йөрөтөлә) йәшәгәндәре хаҡында ишеттем.
Ғафаровтарҙан Самат Тәңребирҙе улы, Закир Зариф улы, Сәлих Зариф улы, Ҡужәхмәтовтарҙан Айытбай бабай­ҙың өс улы — Әхмәҙислам, Нурислам, Нурғәли, Миңлеғужа бабайҙың улы Мырҙа ағай яу ҡырында ятып ҡалды. Бары Солтанғәли Миңлеғәли улы Ҡужәхмәтов ҡына иҫән-һау әйләнеп ҡайт­ты. Офицер ине, Стәрлетамаҡта йәшәнеләр. Минһаж ағай Мырҙабаев, һуғыштан иҫән ҡайтҡас, бер аҙ ваҡыт колхоз рәйесе булып эшләне, аҙаҡ, ниндәйҙер бәләгә тарып, хөкөмгә тарттырылды һәм Камчаткаға оҙатылды. Шөкөр, унан да имен-аман әйләнеп ҡайт­ты. Эй, кеше яҙмыштары... Ә бына Сөләймән ағай Әхмәтовҡа, әсирлек ғазаптарын татып, һуғыштан һуң ғәйеп­һеҙгә ғәйепләнеп, ике йыл төрмәлә ултыр­ғандан һуң 1947 йылда ғына тыуған еренә ҡайтыу бәхете тейҙе.
Ауылыбыҙҙа йөҙйәшәр Ғәлимйән бабай Мөхәмәтйәнов бар ине. Уның ике улының береһе — Әбүбәкер ағай — утлы яуҙа юғалды, әммә, бабайыбыҙҙың шатлығына, Хәкимйәне иҫән ҡалды. Тере ҡалғандар араһында йәнә Фазыл Миңлеғолов менән Ғәбиҙулла Мусин да бар. Ноғомановтар, Шәкүровтар, Хәкимовтар — оло ҡартатайыбыҙ Ноғомандан таралған ғәйәт ҙур тармаҡлы ара. Ошо нәҫелдән ун ике кеше һуғышта ҡатнашып, уларҙың етәүһе әйләнеп ҡайта алманы. Бына улар: Лотфрахман Хәйбулла улы Но­ғоманов (армияға Үзбәкстандан алын­ған), Мәһәҙей Сәйет улы Ноғоманов, Сәмерхан Солтан улы Ноғоманов (армияға Ҡаҙағстандың Күксәтау өлкәһенән алынған), Фәрит Мирсәйет улы Ноғоманов, Ғәзиз (Миңлеғәзиз) Хәким улы Ноғоманов, Хәсән Хәким улы Ноғоманов, Хәмзә Хәким улы Хәкимов.
Ноғомановтарҙан бары бер генә кеше — Әкрәм Хәйбулла улы (армияға Үзбәкстандан алынған) — иҫән ҡалған.
Хәсән ағай Ноғомановтың 1944 йылдың 26 декабрендә яҙылған бер генә өскөл хаты һаҡланған булып сыҡты (уның да яртыһы йыртылып юҡҡа сыҡ­ҡан). Хаттың тышына ялан почтаһының номеры яҙылған: 44049-Б. Хәсән ағай ата-әсәһенә, туғандарына, һәр бере­һенең исемен атап, “күпдин-күп” сәләм күндерә һәм барыһын да 1945 йылға аяҡ баҫыуҙары менән ҡотлай, “яңы бәхет белән шат-рәхәт” йәшәүҙәрен теләп ҡала. “Үҙем иҫән-һау, госпиталдән сы­ғып, часҡа килеп урынлаштым. Ошо хатты алыу менән хат яҙығыҙ әле, бәлки, килеп юлығыр. Хушығыҙ, ҡулығыҙ ҡыҫып, күрешеп ҡалам”, — тип яҙа. Хаттың тышына ҡәләм менән йәнә ошондай һүҙҙәр өҫтәгән: “Хәүефлән­мәгеҙ, хәҙергә тыныс урындамын, шулай ҙа йыраҡ киттек. Айырып уҡығыҙ, кис яҙылды”. Хәсән ағайҙың был һуңғы хаты булдымы икән, әйтә алмайым. Әммә уға ла изге тыуған ере, туғандары менән ҡайтып күрешергә насип булмай.
Хәким бабайҙың кинйә улы Хәйҙәр Хәкимов һуғыш сыҡҡанда йәшерәк булып ҡала. Аҙағыраҡ, йәше етеп, Ватанды һаҡлаусылар сафына баҫа. Уның шәхси ҡағыҙҙары араһынан машинкала баҫылған “87-се Ҡыҙыл байраҡлы Перекоп дивизияһының һуғыш йылдары тарихы тураһында ҡыҫҡаса белешмә” тигән дүрт битлек бик ҡыҙыҡлы документ килеп сыҡты. Хәйҙәр ағай, моға­йын, ошо дивизия полктарының бере­һендә һуғышҡандыр, тип фараз итәм. Һәр хәлдә, был ҡағыҙ ағайы­быҙҙың яу йылдарында үткән юлдарын асыҡлар өсөн бер сығанаҡ була ала.
Хәйҙәр ағайҙың фронтта Латвия ерҙәре аша үтеүҙәре, унда 1812 йылғы Ватан һуғышында алышҡан башҡорт атлыларының иҫтәлегенә ҡуйылған стеланымы, ҡәбер ташынмы күреүе тураһында һөйләгәне иҫтә ҡалған. Ул яуҙан һуң үҙебеҙҙең “Сатҡы”, аҙаҡ “Красный Октябрь” колхозында, артабан, ауыл совхозға ҡушылғас, уның бүлексәһендә бригадир булып эшләне. Еңгәбеҙ менән биш бала үҫтерҙеләр. Бер ҡыҙҙары — Стәрлетамаҡ районы Первомайский совхозы һауынсыһы Хәбирә Хәкимова — 1975 йылда Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаты итеп һайланды.
Һуғышта Шәкүровтарҙан дүрт кеше ҡатнашып, дүртеһенә лә иҫән ҡалыу насип булды. Хажиәхмәт Ғәзекәй улы, оҙаҡ ваҡыт госпиталдә ятып, 1946 йыл­да әйләнеп ҡайтты. Бер туған ағайҙарым — Әхмәт (Әхмәҙулла) һәм Зәйнулла Закир улы Шәкүровтар — һуғышҡа тиклем үк хәрби хеҙмәткә алына, икеһенә лә 1941 йылдың июленән 1945 йылдың Еңеү көнөнә тиклем артиллерия частарында оҙон фронт юлын үтеп, илгә имен ҡайтыу бәхете тейә. Орден-миҙалдар менән наградлана. Өсөнсө абзыйым — Миҙхәт Шәкүров — Ишембай нефть техникумында уҡыған еренән 1944 йылда армияға алына, Алкинда запастағы уҡсылар полкында әҙерлек үтеп, 1945 йылдың башында фронтҡа оҙатыла. Чехословакияның Брно ҡалаһы эргә­һендә уҡсылар полкы составында яуҙарҙа ҡатнаша. Австрияла, һуғыш бөткәс, Венгрияла булып, Азербайжанда, Әрмәнстанда хеҙмәтен дауам итеп, 1948 йылда демобилизациялана. Әле ул — беҙҙең ауылдың берҙән-бер иҫән ветераны. Былтыр декабрҙә 89-ы тулып, хәҙер 90-сы йәше менән бара.
Йәнә шуны ла әйтеп үтәйем: атайым Закир (Әхмәтзакир) Шәкүр улы Шәкүров 1943 — 1945 йылдарҙа ауылдаштары­быҙ Абдулла Ғәйфуллин һәм Байрамғол Мусин менән бергә Свердловскиҙағы бөтөн илгә билдәле Урал ауыр машиналар эшләү заводында хеҙмәт армия­һында булып, Еңеүгә үҙ өлөшөн ин­дерҙе.
Мәҡәләлә яугир ауылдаштарымдың һәр береһенең исем-шәрифен генә булһа ла атап үтә алырмын тип уйла­мағайным. Шөкөр, күбеһе тураһында әйттем кеүек. Үкенескә ҡаршы, әлегә ҡулымда мәғлүмәт етерлек түгел. Әйтәйек, һуғышта һәләк булғандарҙан Абдулла Ҡунаҡбаев, Искәндәр Ҡунаҡ­баев, Ҡунаҡҡол Камаев, Мырҙабаев (исемен асыҡларға кәрәк буласаҡ), Миңлеғол Мусин, Харрас Хәйруллин, Харис Хәйруллин, Тимерйәр Әхмәтов ағайҙарҙың яҙмышы тураһында һөйләй алмайым. Ә “Бер кем дә, бер ни ҙә онотолмай” тип әйтер өсөн ил азатлығы хаҡына йән аямай һуғышҡан барлыҡ яугирҙәрҙең дә тормошо, һуғыштағы батырлыҡтары тураһында мөмкин тиклем тулыраҡ белергә, уларҙың исем­дәрен мәңгеләштереү буйынса хәс­тәр­лек күрергә тейешбеҙ бит.
Ҡәҙерле яугир яҡташтарыбыҙ йөрәк түребеҙҙә һәр ваҡыт һаҡланасаҡ!
Ошо тема буйынса мәғлүмәт йыйыу­ҙы дауам итер өсөн ауылдаштарымдан ярҙам һорайым. Өскөл хаттар, фотолар, иҫтәлектәр, рәсми документтар — бы­ларҙың барыһы ла тарих өсөн ҡиммәтле сығанаҡ буласаҡ.

Рәшит ШӘКҮР,
Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 095

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 435

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 336

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521