Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Олатайым аманаты
Олатайым аманаты Бөйөк Ватан һуғышында еңеүселәр араһында олатайым Әхмәҙулла Хәйрулла улы Ниғмәтуллин да бар. Ул 148-се уҡсылар дивизияһының 654-се полкында рядовой булған.

Олатайым 1904 йылда Күгәрсен районының Юлдыбай ауылында ишле ғаиләлә алтынсы бала булып донъяға килгән. Улар бик етеш йәшәгән, күпләп йылҡы, һарыҡ-кәзә аҫраған. Мал күп булғас, май аҙағынан октябргә тиклем йәйләүгә сыҡҡандар.
Юлдыбай ауылы хозур тәбиғәт ҡоса­ғында урынлашҡан — тирә-яғын ҡалын урманлы тауҙар уратып алған. Эргәнән генә Тасы һәм Оло Эйек йылғалары аға. Ете километр алыҫлыҡта данлыҡлы Мораҙым тарлауығы урынлашҡан. Ошондай матур тәбиғәтле урында Әхмәҙулла олатайым ғәйрәтле башҡорт ир-уҙаманы булып үҫә. Тәүге белемде урындағы мәҙрәсәлә ала. Уға 10 йәш тулғанда Бе­ренсе донъя һуғышы башлана. Аға­ла­ры Сәғиҙулла менән Ғәлиулла ошо ҡыйралышта була, һуңғараҡ Граждандар һуғышында ла ҡатнашалар. Ола­тайыма ирекһеҙҙән ошо шау-шыулы ваҡиғалар­ҙың уртаһында ҡайнарға тура килә. 1919 йылдың йәйендә Ырымбур казактары атаманы генерал-лейтенант А.И. Дутов етәкселегендәге аҡтар ғәскәре олата­йымдарҙың мал-тыуарын, аҙыҡ-түлеген тартып ала. Ылауҙарҙы оҙатып барыу өсөн 15 йәшлек Әхмәҙулланы ла үҙҙәре менән бергә алып китәләр. Аҡтар, ҡыҙыл­дарҙың эҙәрләүенән ҡасып, көньяҡҡа — Ҡа­ҙағстан далаларына — юллана. Шулай итеп Әхмәҙулла ла ҡаҙаҡ еренә барып сыға.
Бында уға аҡтарҙан ҡотолорға мөмкин­лек табыла. Һөжүм иткән Ҡыҙыл Армия частарында ағаһы Ғәлиулланың да булғаны асыҡлана. Ул Әхмәҙуллаға ат, кейем, юлға аҙыҡ-түлек биреп, өйөнә ҡайтарып ебәрә. Ләкин юлда ҡаҙаҡтар һөжүм итеп, малайҙың бөтөн әйберен тартып ала. Ас-яланғас, хәлһеҙ Әхмә­ҙулла бер нисә көндән һуң ғына өйөнә ҡайтып йығыла.
Совет власы урынлаштырылғас, Юл­ды­байҙың тирә-яғындағы 10 ауылды берләштереп, ауыл Советы ойошторола. 1924 йылда Ғәлиулла, Граждандар һуғы­шына тиклем Ырымбур ҡалаһындағы “Хөсәйениә” мәҙрәсәһендә белем алған кеше булараҡ, тыуған төйәгендә мәктәпкә нигеҙ һалып, тәүге уҡытыусы була. Һуң­ғараҡ Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып, имен-һау әйләнеп ҡайта. Ҡатыны Нәғимә менән өс ул һәм өс ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр. Уларҙың Сәйфулла исемле улдары полковник дәрәжәһенә күтәрелә. Сәғүрә иһә Мораҡ педагогия училищеһын тамамлағандан һуң Ғафури районының Юлыҡ мәктәбенә эшкә ебәрелә. Ошонда Ҡауарҙы егете Әхмәр Ҡолманов менән танышып, тормош ҡоралар.
1924 йылда 20 йәшлек Әхмәҙулла (ҡарт олатайым), 17 йәшлек Байрамбикә (ҡарт өләсәйем) менән ғаилә ҡора. Тормош үҙ ағышы менән бара. Уларҙың бер-бер арт­лы балалары тыуа. Колхозлашыу осоронда ҡатмарлыҡтар ҙа кисерәләр — уларға “ку­лак” мөһөрө таға яҙалар. Бәхетенә күрә, күрше утарҙа йәшәгән ҡыҙыл партизан, ауыл Советы башҡарма комитеты ағзаһы Федор Шлендин тигән кеше ярҙамға килә. Ул комиссия ағзала­рына был ғаиләнең үҙ тырышлығы менән етеш йәшәүен һәм бөтә байлығын колхозға бирергә әҙер булыуын аңлата.
Бөйөк Ватан һуғышы башланыр алдынан Әхмәҙулла олатай ҡаты операция кисергән була. Шул сәбәпле уны фронтҡа алмай торалар. Ауыл Советы рәйесе итеп һайлап, бронь менән ҡалдыралар. Тылдағылар “Барыһы ла фронт өсөн!”, “Барыһы ла Еңеү өсөн!” тигән лозунгтар аҫтында эшләй, һәр ғаилә дәүләткә ит, һөт, йомортҡа, тире, мал тапшырырға тейеш була. Ошо эштәрҙе ойоштороуҙың күп ауырлығы ауыл Советы рәйесенә — олатайым — иңенә төшә.
1943 йылдың февралендә ул үҙе теләп фронтҡа китә, Курск дуғаһына эләгә. “Беҙ алғы һыҙыҡта. Немецтар менән румындар 500 метр ғына алыҫлыҡта. Кисә төндә ике немецты “ҡулға төшөрөп”, штабҡа алып килдек. Ҙур, аяуһыҙ алыш көтөлә. Әгәр һәләк булып, ҡайта алмаһам, тип аманатымды еткерәм: уҡығыҙ, һәйбәт кешеләр булып үҫегеҙ”, — олатайымдың балаларына төбәп яҙылған бер хатындa ошондай юлдар бар.
1943 йылдың 5 июлендә Бөйөк Ватан һуғышының иң ҡаты — Курск — Орел алышы — башлана. Унда ике яҡтан да ике миллиондан ашыу һалдат һәм офицер ҡатнаша, меңәрләгән танк, самолет, орудие йәлеп ителә. Ошо яуҙың бере­һендә ҡарт олатайым Әхмәҙулла ла 39 йәшендә генә батырҙарса һәләк була, Курск өлкәһендәге Кесе Архангел ра­йонының Тросна ауылы эргәһендәге туған­дар ҡәберлегендә ерләнә. Уның кеүек һуғышҡа киткән 85 ауылдашының 54-е яу яланында һәләк була. Ҡарт өләсәйем иһә алты балаһы менән 35 йәшендә генә тол ҡала. Ул саҡта олатайым Рифҡәт йәш ярымлыҡ ҡына була.
Ҡарт өләсәйем иртә етем ҡалған бала­ларын аяҡҡа баҫтырыу өсөн көндө төнгә ялғап тир түгә. Мораҙына ирешә ул – ул-ҡыҙҙарын лайыҡлы кешеләр итеп тәрбиә­ләп үҫтерә, белем бирә. Әммә һаулығы ныҡ ҡаҡшай — 69 йәшендә вафат була. Бөгөн уның өлкән ҡыҙҙарына — 90, 87, 82 йәш. Ә олатайым Рифҡәткә 71 йәш тулды. Ул Ҡара диңгеҙ флотында хеҙмәт итеп ҡайта, БДУ-ның тарих факультетын тамамлай, Ҡауарҙы мәктәбе директоры урынбаҫары, алты йыл ВЛКСМ-дың Ғафури район комитетының беренсе секретары, 12 йыл КПСС-тың район комитеты секретары, 18 йыл Красноусол балалар шифаханаһында белем усағы етәксеһе булып эшләп, хаҡлы ялға туҡтай. Ул — Башҡортостандың атҡа­ҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, мәғариф алдынғыһы.
Байрамбикә менән Әхмәҙулла Ниғмә­туллиндарҙың нәҫел ебе дауам итә. Уларҙың алты балаһынан тыуған ейән-ейәнсәрҙәре 28-гә етә. Шулар араһында ҡәҙерле әсәйем Әминә лә бар. Ә бүлә-бүләсәрҙәре 40-тан ашыу булһа, тыуа-тыуасарҙары — 22. Ҡарт олатайым бөгөнгө яҡты тормош өсөн көрәшеп яуҙа һәләк булған. Уларҙың быуынын оноторға хаҡыбыҙ юҡ.

Зөлфиә БАЙМӨХӘМӘТОВА,
БДУ-ның I курс студенты.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла

Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла 10.06.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы Өфөнән Истанбулға осош программаһы асылыуы хаҡында иғлан итте....

Тотош уҡырға 2

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы һәр яҡлап ярҙам күрһәткәндәре өсөн ирекмәндәргә рәхмәт белдерҙе....

Тотош уҡырға 2

Эливия, Рэм һәм Эрлан: Башҡортостанда үҙенсәлекле исемдәр рейтингы
Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй

Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 12 июндән 14-нә тиклем медицина учреждениеларының эш ......

Тотош уҡырға 3

Синоптиктар республикала һауа торошоноң боҙолоуы хаҡында иҫкәртте
Башҡортостанда «Ракета хәүефе» режимы ғәмәлдән сығарылды
Башҡортостан Башлығы төҙөкләндереү объекттары өсөн тауыш бирергә саҡырҙы
Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе 09.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе...

Тотош уҡырға 2

Өфө – Ырымбур трассаһында Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙең яртыһы бер айға ябыла

Өфө – Ырымбур трассаһында Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙең яртыһы бер айға ябыла 09.06.2026 // Йәмғиәт

Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙә трафик тәүлегенә 105 меңдән ашыу автомобиль тәшкил итә....

Тотош уҡырға 2

«Шулай шул»: башҡорт ҡыҙы менән ҡытай егетенең ғаилә ҡороу тарихы

«Шулай шул»: башҡорт ҡыҙы менән ҡытай егетенең ғаилә ҡороу тарихы 08.06.2026 // Йәмғиәт

Ҡайҙалыр Мәскәүҙә, машинала башҡортса йыр яңғырай. Рулдә ҡытай егете ултыра һәм үҙ алдына ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда көслө ямғыр һәм боҙ-борсаҡ яуыуы фаразлана

Башҡортостанда көслө ямғыр һәм боҙ-борсаҡ яуыуы фаразлана 08.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан ҡотҡарыусылары, Башгидромет мәғлүмәттәренә һылтанып, 9 июндә ямғырлы һауа торошо ......

Тотош уҡырға 4

Республикала ауыр йөк машиналарын тикшереү башланды

Республикала ауыр йөк машиналарын тикшереү башланды 08.06.2026 // Йәмғиәт

Сараларҙы көсәйтеүгә хәүефле статистика сәбәпсе булды....

Тотош уҡырға 3


Комментарий өҫтәргә