Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тоғро юлдаш, аҡыллы фекерҙәш
Тоғро юлдаш, аҡыллы фекерҙәшХеҙмәт юлына башлап аяҡ баҫҡан саҡта аҡыллы кәңәштәре менән ярҙам иткән, һиңә таяныс булған кешеләрҙе ғүмер үткән һайын нығыраҡ хөрмәт итәһең. Минең яҙмышымда Ким Әбүзәр улы Әхмәтйәнов нәҡ шундай шәхестәрҙән булды. Уның менән илле йыл элек — әйтеүе генә анһат: ярты быуат! — 1962 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлап, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтына аспирантураға инергә әҙерләнеп йөрөгән саҡта танышҡайныҡ.
Был ваҡытта Ким Әхмәтйәнов талантлы ғалим булып танылғайны, әҙәбиәт донъяһында исеме айырыуса ҙур ышаныс һәм өмөт менән иҫкә алынған йәш көстәрҙән ине.
Университеттың бишенсе курсында уҡығанда һатып алған һары төҫтәге ҡаты тышлы ҡалын бер баҫманы мин әле лә китапханамда ҡәҙерләп һаҡлайым. Был китап Ғәлимов Сәләм әҫәрҙәренең иң тулы тупланмаһы ине.
Ғәлимов Сәләм мәктәп йылдарынан уҡ минең тиҫтерҙәрҙең, беҙҙән өлкәнерәк һәм йәшерәк быуындарҙың кумиры булды. Беҙ шағирҙың “Республика иртәһе” тигән елкендергес әҫәрен яттан һөйләп үҫтек. Хәҙер Сәләм ижадын, әлбиттә, башҡасараҡ, талапсаныраҡ баһалайһың, ләкин үҫмер саҡтағы инаныуҙар барыбер изге булып ҡала.
Ғәлимов Сәләм әҫәрҙәрен быға тиклем мәктәп дәреслектәре, айырым йыйынтыҡтары, университеттағы ҡайһы бер лекциялар буйынса белһәм, шағирҙың илле йыллығына йәш әҙәбиәтсе Ким Әхмәтйәнов әҙерләп сығарған китап минең һәм минең кеүек бик күптәрҙең оло ҡыуанысына әйләнде. Был йыйынтыҡҡа Сәләмдең беҙ белмәгән шиғырҙары, поэмаһы, эпиграммалары, шиғри телмәрҙәре, уҫал-уҫал мәҡәләләре, көнүҙәк темаға журналист яҙмалары тәүге тапҡыр бергә тупланғайны. Шуларҙы уҡығанда үҙем өсөн өр-яңы донъя астым. Сәләм ижадын ғына түгел, утыҙынсы йылдарҙағы тотош әҙәби мөхитебеҙҙе тулыраҡ күҙ алдына килтерҙем. Ким Әхмәтйәновтың бик үҙенсәлекле һәм тос фекерле баш һүҙе, китаптың аҙағында әҫәрҙәргә бирелгән ғилми комментарийҙар — башҡорт әҙәбиәтендә башҡа берәй классигыбыҙ әҫәрҙәренең быға тиклем, йәғни ошолай ентекләп йыйылып, фәнни аңлатмалар менән баҫылып сыҡҡаны юҡ ине. Хәйер, 1961 йылда донъя күргән был йыйынтыҡтан һуң да бындай китаптар булманы тиерлек. Барлай башлаһаң, Шәйехзада Бабичтың “Беҙ үҙебеҙ — башҡорттар” тигән 1994 йылда сыҡҡан иң тулы йыйынтығынан башҡа миҫалдарҙы иҫкә төшөрөүе лә ҡыйын.
Ким Әхмәтйәнов башҡарған был төплө хеҙмәт тураһында ошолай ентекләп һөйләп, шуны әйтергә теләйем: йәш ғалим фән донъяһына тәүге аҙымдарынан уҡ төптән уйланылған маҡсаттар менән килде. Сәләмдең ул әҙерләгән иң тулы баҫмаһы бик етди эшмәкәрлекте раҫлаусы тәүге күренеш булды.
Икенсе күренеште оҙағыраҡ көтһәк тә ғәжәп булмаҫ ине, сөнки ғилми хеҙмәттәр бик ентекле, эҙмә-эҙлекле тикшеренеүҙе талап итә.
Бәхеткә күрә, икенсе күренеш оҙаҡ көттөрмәне: 1962 йылда Ким Әхмәтйәновтың “Башҡорт поэмаһының композиция мәсьәләләре” тигән хеҙмәте баҫылып сыҡты. Ике йыл рәттән ике оло ваҡиға! Фән донъяһына йәш ғалим фундаменталь хеҙмәт-монография менән килеп инде. Бындай хәлдең башҡорт әҙәбиәте ғилемендә әлегә тиклем булғаны юҡ ине. Был тикшеренеү Ким Әхмәтйәновтың башҡорт шиғриәтенең үҙенсәлектәре тураһында беренсе һәм өр-яңы һүҙ әйтеүе булды. Ижад даирәһендә “Башҡорт поэмаһының композиция мәсьәләләре” тигән ғәйәт үҙенсәлекле тикшеренеүҙе йыш телгә алдылар, уның хаҡында һәр ваҡыт маҡтап һөйләнеләр. Ким Әхмәтйәнов беренсе монографияһында башҡорт шиғриәтенең йәшәйешен, ҡабатланмаҫ булмышын уның образлы асылынан сығып тикшерҙе. Образлылыҡ, һүҙ оҫталығы ғалимдың тәүге хеҙмәтендә иң үҙәктә булды һәм ошо талап уның тикшеренеүҙәрендә артабан да эҙмә-эҙлекле үҫтерелә, тулылана һәм нығына барҙы.
Шулай итеп, егерменсе быуаттың алтмышынсы йылдары башланған мәлдә Ким Әхмәтйәновтың фәнни донъяһы беренсе биттәренән үк балҡып асылып китте.
Ким Әхмәтйәнов менән 1962 йылда яҡындан танышҡанға, аралаша башлағанға тиклем уның әле телгә алынған хеҙмәттәрен ентекле өйрәнгәйнем, күңелемдә уға ҡарата оло ихтирам тыуғайны.
Ким Әбүзәр улы менән мине тиҙ арала уртаҡ фекерҙәр, уртаҡ ынтылыштар берләштерҙе. Университетта поэма буйынса яҙған диплом эшемде ул һәйбәт баһаланы, диссертацияның нигеҙе һалынған тигәнерәк һүҙ әйтеп, күңелемде үҫтереп тә ебәргәне хәтеремдә. Хәҙерге башҡорт поэмаһы буйынса кандидатлыҡ диссертацияһын яҙғанда Ким Әхмәтйәновтың жанр композицияһы хаҡындағы хеҙмәте, матбуғаттағы мәҡәләләре минең өсөн үҙенсә үрнәк һәм ныҡлы таяныс булды. Тәүге әҙерлек ваҡыттарында уның менән йыш ҡына кәңәшләштем. Ни тиклем иғтибарлы икәнен шунан да күрергә мөмкин: шиғриәт, бигерәк тә поэма буйынса төрлө хеҙмәттәрҙе өйрәнгәндә үҙенең яҙмаларын, күҙәтеүҙәрен, эскиздарын, әҫәрҙәрҙән алынған миҫалдарҙы туплаған бер нисә ҡалын дәфтәрен танышып-өйрәнеп сығыр өсөн миңә биреп торҙо.
Фәндәр академияһы ҡарамағындағы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтындағы утыҙ йыл хеҙмәт осоромдоң байтаҡ йылдарын Ким Әхмәтйәнов менән бер бүлмәлә эшләп үткәрҙем. Был ваҡыт эсендә беҙҙең институт бик йыш күсенеп йөрөнө. Башта Совет урамында ине. Артабан Карл Маркс урамындағы тарихи бинаны бирҙеләр. Унда тотош сектор ҙур бер бүлмәгә урынлашты. Шунан Фрунзе, унан һуң Пархоменко урамдарында төйәкләнек. Аҙаҡ институт Октябрь проспектында байтаҡ ғилми-тикшеренеү ойошмалары тупланған үҙенсә академ-ҡаласыҡтағы тотош ҡатты биләүгә өлгәште, һәм әле лә гуманитар фәндәр төрлө тармаҡтағы эшмәкәрлеген шунда дауам итә. Институттың адресы үҙгәреп торһа ла, эш урыныбыҙ Ким Әхмәтйәнов менән һәр саҡ бер кабинетта булды. Шуға уның эш стилен, китаптарының, мәҡәләләренең нисек яҙылыуын яҡындан күреп, ҡуйған маҡсаттарына тоғролоғона, уңғанлығына, яңынан-яңы уңыштарына һоҡланып йәшәнем. Беҙҙе бергә ҡыуандырған ваҡиғалар ҙа, борсоған хәлдәр ҙә күп булды. Ким Әхмәтйәновтың һикһән йыллығы алдынан был мәҡәләмә тотонғанда мин яҡын фекерҙәшем менән бергә илһамланып эшләгән йылдарҙың бик күп ваҡиғаларын һағынып та, ғорурланып та, һыҙланып та күҙ алдымдан үткәрҙем.
Егерменсе быуаттың алтмышынсы-етмешенсе йылдары — башҡорт әҙәбиәтенең алтын ун йылы! Урыҫ әҙәбиәтендәге һымаҡ алтын быуат, көмөш быуат тип нарыҡларлыҡ дәүерҙәрҙе кисерергә беҙҙең башҡорт һүҙ сәнғәтенә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, насип булмаған. Ләкин милли әҙәбиәтебеҙҙең үҫеш юлында алтын ун йыллыҡтар тип ғорурланырлыҡ миҙгелдәр бар икән, тимәк, ижад донъябыҙ бик илһамлы рух менән юғары бейеклектәр яулаған тигән һүҙ. Үҫеш юлында ошондай юғарылыҡҡа күтәрелә алыу — үҙе бер бәхет. Ошо еңеүҙәргә өлгәшеүҙә үҙ хеҙмәттәрең менән ҡатнаша алыу — икеләтә бәхет һәм ғорурлыҡ.
Егерменсе быуаттың алтмышынсы — етмешенсе йылдарында башҡорт әҙәбиәте бығаса булмаған тиҙлектә бөтә жанрҙар буйынса сифат яңырыуы кисерҙе. Шиғриәттә фәлсәфәүи лирика үҙенең тулы хоҡуҡлы урынын яуланы. Байтаҡ поэмалар ысын шиғри асышҡа әйләнде. Һүҙгә талапсанлыҡ, шиғри оҫталыҡ артты. Прозала романдың классикаһына индерерлек әҫәрҙәр ижад ителде. Башҡорт драматургияһы республиканан ситтәге сәхнәләргә күтәрелде, хатта донъя кимәлендәге күренештәр тыуҙырҙы. Балалар әҙәбиәтендәге байтаҡ повестар, башҡа телдәргә тәржемә ителеп, төрлө республикаларҙа, хатта сит илдәрҙә айырым китап булып баҫылды. Башҡорт һүҙ сәнғәтенең уңыштары милли ерлек менән генә сикләнмәне. Мәҫәлән, Мостай Кәримдең шиғриәте бөтөн Союз әҙәбиәтенең үҫеш кимәлен билдәләүсе күренеш юғарылығына күтәрелде, драматургияһы йөҙҙәрсә театрҙың ғына түгел, ҡайһы бер сит ил тамашасыларының да ихтирамын яуланы.
Башҡорт әҙәбиәте донъя әҙәбиәтенән өйрәнеү һәм үҙләштереү юлын үтеп, уға үҙ өлөшөн индерерлек тәжрибә һәм көс туплай барҙы.
Башҡорт әҙәбиәт ғилеменең ныҡлап үҫеп һәм өлгөрөп етеүе лә нәҡ ошо алтын осорға — егерменсе быуаттың алтмышынсы — етмешенсе йылдарына тура килә. Был ҡаҙаныштарҙы, һис шикһеҙ, иң элек Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтындағы беҙҙең секторҙың — әҙәбиәтселәрҙең һәм фольклорсыларҙың хеҙмәттәре билдәләне. Институт был йылдарҙа республикала йәш әҙәбиәтселәр әҙерләүсе төп үҙәккә әйләнде. Бында эшләүсе Әхнәф Харисов, Ғилемдар Рамазанов, Ғайса Хөсәйенов һымаҡ танылған ғалимдарға нәҡ ошо ун йыллыҡта Ким Әхмәтйәнов, Суфиян Сафуанов, Әнүр Вахитов, Салауат Ғәлин, Мөхтәр Сәғитов, Ниғмәт Шоңҡаров, Нур Зариповтар ҡушылды. Ошонда аспирантура тамамлаған Вафа Әхмәҙиев, Мәҙинә Хәмиҙуллина, Фәнүзә Нәҙершина, Әхәт Вилданов, Ғиниәт Ҡунафин, Илдус Бүләков, Мирас Иҙелбаев, Миңлеғәли Нәҙерғолов, Ғәҙилә Бүләкова һәм башҡалар өҫтәлде. Әҙәбиәт ғилеменең үҫеш юлындағы был феноменды Ғайса Хөсәйенов мәктәбе тип атарға ныҡлы нигеҙ бар. Был яңы көстәр Ғайса Хөсәйеновтың аспиранттарынан ғына торманы, әлбиттә. Ләкин ғилми тикшеренеүҙәрҙең ҡоласын һәм йүнәлешен Ғайса Хөсәйеновтың зирәк ҡарашы һәм ойоштороу һәләте билдәләне. Бында тәрбиәләнгән ғалимдарҙың байтағы бөгөн республиканың төрлө юғары уҡыу йорттарында ҙур эштәр башҡара.
(Аҙағы бар).
Рауил БИКБАЕВ,
Башҡортостандың халыҡ шағиры.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 434

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 332

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521