Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ете тарафтан ете хәбәр
Бурыстарын ҡасан түләрҙәр?

Ағиҙел ҡалаһында фатир хужаларының торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәре өсөн 20 миллион һумға яҡын бурысы бар.
Түләмәүҙең төп сәбәбе – эшһеҙлек, тимәк, аҡсаһыҙлыҡ. Һуңғы айҙа ғына бурыслыларҙың һаны 601 кешегә артҡан. Һөҙөмтәлә торлаҡ-коммуналь хужалығы предприятиеһының йорттарҙы йылытыуға, һыу селтәрҙәрен, ҡыйыҡтарҙы ремонтлауға аҡсаһы етмәй.
“Ағиҙел уттары”.


Уңғандарҙан өлгө алығыҙ

Туймазы районы ҡаҙнаһының дүрттән бер өлөшөн бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүселәр тулыландыра.
Үҙ эшен асырға теләгәндәргә ярҙам күрһәтелә. Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге аша, мәҫәлән, һуңғы йылдарҙа 123 кеше субсидия алған. Маҡсатлы федераль программа буйынса төбәккә 8 миллион һум самаһы аҡса бүленгән. Элекке уҡытыусы-психолог Светлана Мөхәмәтйәрова Туҡтағол ауылында икмәк бешереү цехын ойошторған. Галина Гәрәева иһә хеҙмәтләндереү өлкәһендә көсөн һынай — кейем-һалым тегеү һәм йүнәтеү менән шөғөлләнә. Уңған ҡатын алты кешегә эш урыны булдырған.
“Туймазы хәбәрҙәре”.


Эх, данлы минуттар...

Валентиновка ауыл мәҙәниәт йортонда ойошторолған “Дан минуты” бәйгеһенең тәүге турында Успенка, Сәғит, Михайловка, Үрге Ләмәз, Казанка ауылы вәкилдәре һәм урындағы оҫталар ҡатнашты.
Сығыштарҙың төрлөһө булды – йырланылар, бейенеләр, акробатик этюдтар ҙа күрһәттеләр. Шуныһы ҡыуаныслы: сәхнәгә сыҡҡандар араһында балалар ҙа, йәштәр ҙә, ололар ҙа бар ине.
Бәйге алты турҙа үтәсәк, ҡатнашыусыларҙың барыһына ла ҡиммәтле бүләктәр тапшырыласаҡ. Төп бүләк – 10 мең һум аҡса – иң сағыу сығыш яһап, еңеү яулаған талант эйәһенә биреләсәк.
“Архангел хәбәрҙәре”.


Һалҡынға бирешмәйҙәр

Район хужалыҡтарында мал ҡышлатыу уңышлы бара.
Ҡыштың бауыры оҙон, әммә “Аҡбуҙат” предприятиеһындағы йылҡы малы сатлама һыуыҡтарға бирешмәй – 80 баш мал яҙға юғалтыуһыҙ сығасаҡ. Былтыр үлән мул булды: хужалыҡ эшсәндәре 240 тонна бесән әҙерләгән. Ғәмәлдә, был ике ҡышҡа етерлек. Ат ҡараусылар тиҙҙән дүрт тиҫтәгә яҡын ҡолонсаҡ та аласаҡ.
“Беҙҙең Ҡыйғы”.


Һәр кемдең аралашырға хоҡуғы бар

Октябрьский ҡалаһының 2-се китапханаһында һуҡыр һәм насар күреүсе кешеләр өсөн тифлоүҙәк асылды.
Тифлотехнологиялар компьютер мәғлүмәтен мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә тауыш, рельеф-нөктә, эре текст ярҙамында еткерергә ярҙам итә, тимәк, Интернет менән ҡулланыу даирәһе лә киңәйә. Тифлоүҙәк булдырыу өсөн урындағы ҡаҙнанан 1 миллион 140 мең һум аҡса бүленгән.
“Тыуған яҡ”.
Октябрьский ҡалаһы.


Шылтыратыуҙарға шикләнеп ҡарағыҙ

Йыл башынан Салауат ҡалаһында телефон һәм башҡа төрлө мутлыҡтарҙың артыуы күҙәтелгән: 11 кеше дөйөм алғанда 150 мең һум аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан. Күпселек осраҡта оло йәштәгеләр енәйәтселәрҙең ҡорбаны була.
Миҫал өсөн, 85 йәшлек инәйгә бер кеше килеп, үҙен ҡала хакимиәте вәкиле тип таныштырған. Ул ҡала ҡаҙнаһынан оло йәштәге кешеләргә автомобиль бүленеүен, уларҙың бушлай таратылыуын һөйләгән. “Ҡорос ат” хужаларына, йәнәһе, юл сығымдарын ғына – 7,5 мең һум – ҡапларға кәрәк. Инәй, әлбиттә, ҡыуанысынан ялған документтарға ҡул ҡуйып, аҡса тоттороп ебәргән. Берәү иһә, үҙен полиция хеҙмәткәре тип таныштырып, артыҡ ышаныусан ирҙән абонент һанына 3,5 мең һум аҡса күсертеүгә өлгәшкән.
“Выбор”.
Салауат ҡалаһы.


Рөхсәтһеҙ һунар итһәң...

Ейәнсура районында 28 йәшлек һунарсыға ҡарата енәйәт эше асылған.
Ул лицензияһы булмай тороп, ҡыр ҡабанын атҡан һәм тәбиғәткә 170 мең һумлыҡ зыян килтергән.
Былтыр республикала 190 браконьер тотолған, 65 енәйәт эше ҡуҙғатылған, законһыҙ әйләнештән 100 мылтыҡ һәм 110 һунар йыһазы тартып алынған.
“Ейәнсура таңдары”.


Г. БАЛТАБАЕВА, М. МОРАТОВ,
М. ШӘРИПОВ әҙерләне.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 1 532

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 1 238

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 1 544

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 1 603

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 1 418

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 1 621

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 1 311

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 1 672

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 547

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 494

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 611

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 438