Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Шайтандар ояһында
Шайтандар ояһындаАлтынбикә өләсәйем, шайтандар мәмерйәлә, емерек һарайҙа, мунсала йәшәй, тип һөйләй торғайны. Ҡулланыусылар йәмғиәтендә келәт мөдире булып байтаҡ эшләнем. Ышанаһығыҙмы-юҡмы, ҙур бинаның ҡараңғы мөйөштәрендә күҙгә салынғыланылар. Күрәһең, доға уҡый белгән кешенән бер аҙ ҡурҡҡандарҙыр, зыяндары теймәне. Тик әле лә ен-пәрей типтереп йәшәп ята икән дә баһа!
Бер саҡ шулай эш менән йөрөп кискә ҡалынды. Әсәйемдең яңғыҙ көн иткән һеңлеһенә киттем. Яҡты йөҙ менән ҡаршы алды ул. Сәй эсеүгә ҡараңғы ла төштө. Ишек төбөндә буш карауаты булһа ла, апайым ҡунып сығыу тураһында һүҙ ҡуҙғатырға ашыҡмай. Бер аҙ ултырғас: “Әйҙә, ҡурҡмаһаң, ағайыңдың буш йортона алып барам, шунда рәхәтләнеп йоҡларһың”, — тине.
Атай нигеҙен ҡоротмайым тип кенә һалдырылған, айҙар буйы буш торған йортта ҡалырға шикләнеп тә ҡуйҙым. Апай сығып китеү менән сүрәләр уҡып, карауатым тирәләй һыҙып сыҡтым. Башымды мендәргә терәү менән иҙрәп йоҡоға талғанмын. Бер мәл сәйер тауышҡа уянып киттем һәм өҫтәл артында ултырыусы килбәтһеҙ заттарҙы күрҙем. Алдарында йәндәре нимә теләй, бөтәһе лә бар: коньяк, колбаса, емеш-еләк... Уйын-көлкө менән мауығып, мине шәйләмәгәндәр шикелле. Бер йәшерәге бейеп йөрөгәнендә мине күреп ҡалды. Ҡото осто, ахырыһы. “Бында әҙәми зат ята”, — тип ҡысҡырҙы ла баҫҡан урынында йығылып китте. Ығы-зығы ҡупты. Әҙәм шауҡымы ҡағылды, тип һөйләнә-һөйләнә тегене имләй башланылар. Ҡыҙмасаланып алған дыуамалдары, һин ҡәбәхәт әҙәм арҡаһында туғаныбыҙ харап була, тип миңә ынтыла, һыҙыҡҡа килеп еткәс, кире борола. “Фу, мәлғүн, — тип тешен ыржайтып һүгенә береһе, — үҙен кәртәләп ятҡан булған”. Атамандары: “Был әҙәм — шайтандарҙың ҡан дошманы, — тип ярһып һөйләнә. — Ул беҙҙе элекке мөшкөл хәлебеҙгә кире ҡайтарыу өсөн көрәш алып бара. Бөгөн уны юҡ итмәһәк, беҙгә барлыҡ мөмкинлек тыуҙырған власҡа ҡаршы халыҡты ҡотортасаҡ, рәхәт тормоштан яҙҙырасаҡ!” Ошо һүҙҙәрҙән һуң шайтандар тағы миңә ябырылып маташа.
Һөжүм итеүҙең мәғәнәһеҙлеген аңлаған ен-пәрей өҫтәл артына ултырышты, кәйеф-сафаһын дауам итте. Араларында бик мәғлүмәтле һәм зирәктәре лә бар, ахырыһы.
— Рәсәйҙә әҙәми заттың 20–30 проценты әлеге көндә шайтандарға эшләй. Шулар арҡаһында мәмерйәнән сығып, ҡала һәм ауылда коттедждарҙа йәшәйбеҙ. Әҙәми заттарҙың ҡомһоҙлоғо, самаһыҙлығы беҙҙең файҙаға: биш-алты кешенән торған ғаиләһенә 18–20 бүлмәле йорт төҙөп, шуның биш-алтыһында йәшәһә, ҡалғаны беҙҙеке, тигән һүҙ. Уларҙың бер-береһен талап байығыуы ла фәҡәт беҙҙең мәнфәғәткә. Уйлап ҡарағыҙ: ошо йорт хужаһының аҡсаһы иҫәпле булһа, беҙ кәйефләнеп ултырыр инекме?! Юҡ. Әлеге көндә дәрәжәле кешеләрҙең йөҙәр мең һумлап аҡса алып эшләүе лә шәп бит: кеҫәләренән меңәрлекте сәлдерһәң дә һиҙмәйҙәр. Әйҙәгеҙ, беҙгә уңайлыҡ тыуҙырған реформаторҙар хөрмәтенә күтәрәйек, — тине шайтан-оратор.
Кәйефләнеп алған атаман телмәрен дауам итте:
— Ҡыҙыҡ ул әҙәми зат. Араларында беҙҙең кеүек төрлө ҡиәфәткә инә белеүселәре бар: кисә — бер һүҙ, иртәгә икенсе һүҙ һөйләйҙәр. Беҙгә уңайлы шарттар булдырған йорт хужалары бер нисә йыл элек: “Барлыҡ халыҡ бер тигеҙ йәшәргә тейеш”, — тип оран һала ине, бөгөн ҡәрҙәштәренең ғүмер буйы әсе тир түгеп йыйған мөлкәтен үҙләштерә. Йәш быуындың яҙмышын ҡайғыртыусы юҡ. Беҙ әҙәми заттар шикелле моңһоҙ, маҡсатһыҙ булырға тейеш түгел, балаларҙың киләсәген ҡайғыртырға бурыслы. Затлы йорттарға күсендек, тип мәмерйәләрҙе, һарай-мунсаларҙы ташларға ярамай. Республиканың һәр мәмерйәһе, ташландыҡ йорто һәм һарайы мөһим. Бөлгөнлөккә төшөрөлөп юҡҡа сыҡҡан колхоз һәм совхоз биналары ла — киләсәктә йәшәү сығанағы. Мәғлүмәттәр күрһәтеүенсә, әҙәми заттарҙың бөлгөнлөккә төшкәндәре элекке хәлебеҙҙе ҡабатлай: сүп-сарҙа ҡаҙына, йорттары булмағандар кискә табан ҡуныр өсөн йылы урын эҙләй...
Шайтандарҙың башлығы, һүҙен миңә төбәп, былай тине:
— Һин хужабыҙ кеүектәргә ҡаршы көрәшеп маташма, уларҙы халыҡтың 72 проценты аңһыҙлығы арҡаһында яҡлай. Һеҙҙең һымаҡ тура һүҙлеләр бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Ундай көс менән нисек еңеп сығырға уйлайһығыҙ?
Шайтандарҙың “өгөт-нәсихәте”, сиктән сығып ҡыланыуы тамам ялҡытты. Сүрәләр уҡып, мендәремә төкөрҙөм дә бөтә көсөмә шайтандар өйөрөнә быраҡтырҙым. Тегеләрҙең күбеһе һуштан яҙып йығылыу менән мунсаға табан йүгерҙем.
Шайтандар һәм уларға оҡшағандар ҡоторона торған заман килде шул. Фәрештәләр, меҫкенкәйҙәрем, тояҡлыларҙың шау-шыуынан ҡасып, ҡайҙа барып ҡунғандыр?..
Зөфәр ТОЛОМҒУЖИН.
Мәләүез районы,
Ташлыкүл ауылы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Республикала етем бала статусына эйә булған МХО-ла ҡатнашыусыларға сираттан тыш торлаҡ бирелә

Республикала етем бала статусына эйә булған МХО-ла ҡатнашыусыларға сираттан тыш торлаҡ бирелә 23.04.2026 // Йәмғиәт

Республикала етем бала статусына эйә булған МХО-ла ҡатнашыусыларға сираттан тыш торлаҡ бирелә...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда яңы һөнәри байрам булдырылды

Башҡортостанда яңы һөнәри байрам булдырылды 23.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда яңы һөнәри байрам булдырылды...

Тотош уҡырға 1

Республикаға ҡасан йылы көндәр килә

Республикаға ҡасан йылы көндәр килә 23.04.2026 // Йәмғиәт

Республикаға ҡасан йылы көндәр килә...

Тотош уҡырға 1

Өс яҡташыбыҙ лотереяла ҙур сумма аҡса отҡан

Өс яҡташыбыҙ лотереяла ҙур сумма аҡса отҡан 23.04.2026 // Йәмғиәт

Өс яҡташыбыҙ лотереяла ҙур сумма аҡса отҡан...

Тотош уҡырға 1

Баш ҡалала 16-сы гимназияны һаҡлаған шәхси предприятиеның эше туҡтатылды

Баш ҡалала 16-сы гимназияны һаҡлаған шәхси предприятиеның эше туҡтатылды 22.04.2026 // Йәмғиәт

2026 йылдың 3 февралендә был мәктәптә ғәҙәттән тыш хәл теркәлде – үҫмер үҙенең класташтарына ......

Тотош уҡырға 1

Республика етәксеһе 9 майҙа «Үлемһеҙ полк»ты һәм Парадты үткәреү тураһында һөйләне

Республика етәксеһе 9 майҙа «Үлемһеҙ полк»ты һәм Парадты үткәреү тураһында һөйләне 22.04.2026 // Йәмғиәт

Республика етәксеһе 9 майҙа «Үлемһеҙ полк»ты һәм Парадты үткәреү тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 2

Башҡорт йырсыһы Элвин Грей концертта өс йәшлек ҡыҙ менән йырлаған

Башҡорт йырсыһы Элвин Грей концертта өс йәшлек ҡыҙ менән йырлаған 22.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡорт йырсыһы Элвин Грей концертта өс йәшлек ҡыҙ менән йырлаған...

Тотош уҡырға 1

Башҡорт диктанты 400 меңдән ашыу кешене берләштергән

Башҡорт диктанты 400 меңдән ашыу кешене берләштергән 22.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡорт диктанты 400 меңдән ашыу кешене берләштергән...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда сәсеү башланды

Башҡортостанда сәсеү башланды 22.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда сәсеү башланды...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһы еңеүселәрен дәртләндерергә ҡушты
Башҡортостанда ҡар яуыуы һәм боҙлауыҡ булыуы көтөлә

Башҡортостанда ҡар яуыуы һәм боҙлауыҡ булыуы көтөлә 21.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ҡар яуыуы һәм боҙлауыҡ булыуы көтөлә...

Тотош уҡырға 2

Республикала ветеран уҡытыусы Абдрахман Абдуллин 95 йәшен билдәләне

Республикала ветеран уҡытыусы Абдрахман Абдуллин 95 йәшен билдәләне 21.04.2026 // Йәмғиәт

Республикала ветеран уҡытыусы Абдрахман Абдуллин 95 йәшен билдәләне...

Тотош уҡырға 1


Комментарий өҫтәргә