Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Тормош асылы яп-ябай: ең һыҙғанып эшләргә генә кәрәк”
“Тормош асылы яп-ябай:  ең һыҙғанып эшләргә генә кәрәк” Май айы. Күктә ҡояш көлә. Нурҙары көлтә-көлтә булып ауыл урамдарына тарала. Ә Люциә: «Һуңға ҡалам инде», — тип ашыҡ-бошоҡ кейенә. IV класта уҡыусы һабаҡташтары әллә ҡасан килеп еткәндер ҙә тик уны көтәлер кеүек тойола. Мәктәп тирәләй ағас ултырталар бит. Ҡыҙыҡайҙы атаһы ҡапҡаға тиклем оҙата килде, ашарға һалынған төйөнсөктө тотторҙо ла: «Йә, ҡыҙым, һау бул, тырышып эшлә, башҡаларҙан артта ҡалма», — тип, арҡаһынан һөйөп алды. Ҡыҙыҡай, сәс толомдарын елпелдәтә-елпелдәтә, урам буйлап йүгерҙе һәм, үҙе лә аңғармаҫтан, ҡапыл артына боролоп ҡараны. Атаһы уйға батҡандай баҫып тора ине. Ҡыҙын һуңғы тапҡыр күреүен һиҙенгәндер инде…

Минең ҡошсоҡтар –
иң матуры...


Ошо күренеш нәфис фильмдағы һағышлы кадр кеүек Люциәнең хәтеренә ныҡ уйылып ҡалған. Әйтерһең дә, киноны тап уның ғүмер киҫәгенән алып төшөргәндәр. Атаһының оҙон буйы, Бөйөк Ватан һуғышы касафаттарынан йыйырсыҡланған йөҙө, текләп тура ҡарай торған моңһоу күҙҙәре…
Бала саҡ хәтирәһендәге ун йәшлек ҡыҙыҡай бөгөн илленең өҫтөнә баҫҡан ханым Люциә Нуритдин ҡыҙы Гәрәева булыр. Ул хәләл ефете Фәнил менән ҡыҙҙары Эльзаны (юрист булып эшләй) һәм улдары Эрикты (Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамларға тора) үҫтереп, юғары белем биреп, оло тормош юлына сығарған.
Люциә һылыуҙы күптән беләм. Уның иң өлкән апаһы, Башҡортостандың атҡа­ҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйсә Ҡыуатова (Ултракова), менән «Баш­ҡортостан ҡыҙы» журналы редакцияһында оҙаҡ йылдар бергә эшләнек. Халыҡта «матур кеше» тигән йомро һүҙ бар. Уңған, аҡыллы, күркәм заттарҙы күҙ уңында тотоп әйтелә ул. Халыҡ телендәгесә матур Ултраковтарҙың тамыры Хәйбулла районын­дағы Урыҫбай ауылына барып тоташа. Люциә һылыу — шуларҙың береһе.
Быйыл Гәрәевтәр юл ыңғайы Өфөгә һу­ғылды. Испаниянан ҡайтып килеүҙәре икән. «Газпром добыча Уренгой» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең «Газодобытчик» мәҙәни-спорт үҙә­ге эшмәкәрлегенә һалған ҙур хеҙмәтен юғары баһалап, рәссам-биҙәүсе Фәнил Мөхә­мәт улын сит илдә ял итеү өсөн ике кешелек путевка менән бүләкләгәндәр.
“Тормош асылы яп-ябай:  ең һыҙғанып эшләргә генә кәрәк”Люциә һылыу, күҙ теймәһен, һаман шул ки­леш: һомғол буйы, алсаҡ йөҙө, көньяҡ баш­ҡорттарына хас моңло телмәре, һәр өндө, һәр һүҙҙе айырым-асыҡ, килешле итеп әйтеүе сибәрлеген тағы ла нығыраҡ сағыуландырып ебәрә. Һағыныуы күренеп тора: ул башлыса туғандарының фотоһүрәттәрен күрһәтеп, күңел төбөндә уйылып ҡалған иҫтә­лектәре менән бүлешә. Бына атаһы Нуритдин Шәйхетдин улы Ултраков – Бөйөк Ватан һуғышының башынан аҙағынаса дошман менән ҡаты бәрелешле, ҡан яуып торған өйөрмәләрҙең уртаһында ҡатна­шып, тыуған ауылына иҫән-һау әйләнеп ҡайт­ҡан иҫәпле генә яугирҙәрҙең береһе. Ир-ат менән гәпләшеп ултырған саҡта: «Дүрт йыл буйы Берлинғаса атлап барҙыҡ бит», — тип көрһөнөр булған. Ә алған миҙал-ордендары һуң! «Унлаған ине», — ти Люциә.
Ғаиләсел атай менән әсәй ҡосағында үҫе­үен, уларҙың бер-береһенә мөхәб­бәт­ле мөнә­сәбәтенең ете балаға ете яратыу хисе булып таралғанын Люциә һылыу, үҙе ике балаға ғүмер биргәс, тағы ла нығыраҡ аңлаясаҡ. «Атайымдың һөй­ләүен тыңлау, һүҙ араһында мәрәкәләп ебәреүен ишетеү үҙе бер кинәнес ине, халыҡ ижадының барлыҡ тел байлығын үҙенә йыйған тиерһең», – тип хәтерләй Люциә. Өйҙәге тыныс мөхиткә, һәр кемгә ихтирамлы мөғәмәләгә, ата-әсәнең тормошсан аҡыл зирәк­легенә йылдар үткән һайын балалар араһын нығытыусы туғанлыҡ хисе өҫтәлә барған. Нуритдин Шәйхетдин улын колхоз рәйесе лә, бригадир ҙа итеп ҡуйғандар. Һуғыштан һуңғы емерек ауылдың төҙәтер урындары күп булғас, эштән һуң да, эш араһында ла балтаһы ҡулынан төшмәгән: бура күтә­решкән, ҡыйыҡ ябышҡан, кәртә-ҡура­ларҙы төҙәтешкән. Ул заманда ҡулаҡса урынына «рәхмәт» һүҙе генә йөрөгән. «Алты ҡыҙ араһында берҙән-бер малай булғаны өсөн генә түгел, атайыбыҙҙың дауамы кеүек күреп, Ғәйнетдин аға­йымды барыбыҙ ҙа бигерәк яратабыҙ», — тип өҫтәп ҡуя Люциә. Әсәһе Әминә Йомағужа ҡыҙы, сәхнәләргә менмәһә лә, табын­дарҙа оҙон башҡорт йырҙарын башҡарған. Айырыуса «Сибай»­ҙы үҙен­сәлекле итеп, моңло, матур тауыш менән табын­дағыларҙы илатҡансы йыр­ла­ған. Ҡунаҡтарҙың моңһоу­ланғанын күргәс, ул, шаян таҡмаҡтарға күсеп, күңелдәрен асып ебәргән. Уны тағы «тегенсе Әминә» тип тә белгәндәр. Клубта йә мәктәптә берәй сара үткәрелһә, үҙе бесеп теккән сәскәле күлдәктәр кейҙереп, балаларын етәкләп алып барыр ҙа ширлектәргә теҙеп ултыртҡас: «Бына минең ҡошсоҡтарым иң матуры», — тип ҡуйған. Маҡ­танырлығы ла бул­ған шул: ба­лаларының ба­рыһы ла зифа буйлы, аҡ йөҙлө, ҡыҙҙар оҙон сәсле. Берҙән-бер улы Ғәйнетдиндең кәүҙәһе лә, атаһына оҡшап, өрлөктәй булмаҡсы. Шуларға өҫтәп, ике яҡтан да зәңгәр күҙле ҡартаталары Шәйхетдин менән Йомағужа ейән-ейәнсәрҙәрҙең күптәренә диңгеҙ төҫөн мираҫ итеп ҡалдырған.

Фронтовиктың балаһы бирешәме ни!

Бәхет тигәнең ҡыҫҡа ғына миҙ­гел­дәр­ҙән тора икән. Апайҙары, Ғәйнетдин аға­һы урата­һында йылы ғаилә ҡосағында үҫеп килгән ҡыҙыҡай атаһын ҡапыл юғалтыуҙы бик ауыр кисерә. Өфөләге музыкаль тәрбиә биреү мәктәп-интернатына (хәҙер ул Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге гимназия) килгәс, нотаны ла, урыҫ­са ла белмәгән ауыл ҡыҙына уҡыуы еңелдән булмағандыр. Әммә һуғыштан һуңғы ҡырыҫ замандың, Берлинғаса атлап барған фронто­виктың балаһы бирешәме ни! Иртә вафат булған атаһын, йәшләй генә һаулығы наса­райған әсәһен, ауылын, көмөш һыулы Йылайырын һағынып илаған саҡтары күп булһа ла, тырыша. Мәктәпте тамамлағас, Өфө сәнғәт учи­лищеһының ишеген ҡаға, имти­хан­дарҙы уңышлы тапшырып, ауылына ҡай­та. Люциә­һенең уҡырға инеүен ишет­кән Әминә Йомағужа ҡыҙының ҡыуанысы эсенә һыймай: хәлһеҙ­лектән һуңғы көсөн йыйып, ауылды бер урай. «Ҡыҙым уҡы­тыусы буласаҡ», – тип шатлығын һөйләп сыға; алтынсы ҡошсоғо баш ҡалаға китеп өс көн үткәс, вафат була. Шулай итеп, йәшлеге сәскәгә тумалып килгән саҡта тормош Люциәне һәм уның туғандарын тағы ҙур ҡайғыға һала. Кис­тәрен эшләп, көндөҙ уҡып, ауыр саҡтарында апай­ҙарына, Ғәйнетдин ағаһына килеп, эс серен бушатып, өҫтәмә рух-көс туплап, ул маҡсатына өлгәшә — «хор-дирижерлыҡ һәм музыка теорияһы белгесе» тигән диплом ала. Шул йылды уҡ Шаран районының Бурһыҡ ауылында үҫкән, БДПУ-ның художество-графика бүлеген тамамлаған егет – үтә лә тыйнаҡ Фәнил менән яҙмышын бәйләп, йүнәлтмә буйынса Аҡъярға килеп төпләнә.
Йәш белгестәр райондың мәҙәни тормошон йәнләндереү өсөн байтаҡ күр­кәм эштәр атҡара. Ошо хаҡта матбуғат биттәрендә мәғлүмәттәр күренгеләне. (Утыҙ йыллап ғүмер үткәс кәрәге тейерен белһәм, уларҙы гәзиттән ҡырҡып алған булыр инем). Ҡыҫҡаһы шул. Үткән быуаттың ҡапма-ҡаршы­лыҡлы 80-се йылдары тағы ла сетереклерәк 90-сы йылдарға барып тоташа. Ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, мәҙәниәт йортонда биҙәүсе-рәссам йөгөн иңдәренә алған Фәнил Мөхәмәт улы үҙен тыныс холоҡло, төплө аҡыллы, эшсән итеп таныта. Ундайҙар тура­һын­да «эш өсөн тыуған» тип тә ебәрәләр. Люциә һылыу иҫке һәм ҡыҫынҡы бинала урынлашҡан музыка мәктәбенә уҡытыусы итеп алына. Ул фортепьяно буйынса дәрестәр би­реү менән бергә ауыл балаларын музыкаға ылыҡтырыу буйынса күп эшләй, лекциялар менән сығыш яһай, бәләкәстәренең һәләттәрен күрһендәр тип, ата-әсәләр өсөн йыш ҡына асыҡ дәрестәр үткәрә. Баш ҡаланан алыҫта ятҡан төбәктә музыкаға һәләтле балаларҙың күпле­ген асыҡлағас, киңерәк майҙанлы бина һорап, етәкселәргә әллә нисәмә ҡат мөрәжәғәт итә ул. Ниһайәт, партияның район комитеты өсөн яңы бина һалынғас, ул тырышып-тырмашып (бер ойошманан тартып алды тиһәң дә була), бушаған бинаға музыка мәктәбен күсереүгә һәм уға сәнғәт мәктәбе статусы бирҙереүгә өлгәшә. Шөкөр, йәш уҡытыусының башланғыстарын дөрөҫ аңлау­сы­лар табыла. Айырыуса ул саҡтағы район партия комитетының беренсе секретары Марс Хызыр улы Шаһиевты һәм коллегалары Гүзәл Шәмсетдинованы, Эльвира һәм Николай Федо­ровтарҙы, Светлана Мельникованы, Виктория Ҡаҙаҡбаеваны ҙур рәхмәт хистәре менән иҫкә ала Люциә һылыу. Уларҙың туранан-тура ҡат­нашлығында ҡурай, думбыра, хореография, халыҡ музыка ҡоралдары, һынлы сәнғәт клас­тары асыла. Ҡолас ташлап эшләүе менән бергә ул БДУ-ның Сибай институтында ситтән тороп уҡып, юғары белем ала, аттестация үтеп, һөнәре буйынса юғары квалификацияға эйә булыуын раҫлай, артабан уҡырға теләгән бала­ларҙы Салауат, Стәрлетамаҡ, Учалы, Өфө сәнғәт мәктәптәренә, училищеларына етәкләп тигәндәй алып барып урынлаштыра, директор урынбаҫары, директор кеүек етәкселек баҫҡыс­тарын үткән саҡта коллегаларына дәүләт наградалары юллап алып бирешә.
Фәнил Мөхәмәт улы, эштән ҡайтыу менән һәр минутты иҫәпләп, көндө төнгә ялғап, һәр ҡаҙауын үҙе ҡағып, йөҙө көн битендә ҡарай­ғансы эшләп, бик матур ике ҡатлы йорт һалып ултырта. Тик… Егерме йыл самаһы ғүмер арауығында илдә генә түгел, райондағы түңкә­релеш-үҙгәрештәрҙе һөйләп бөтөрөрлөк түгел. Был мәҙәниәт өлкәһенә лә ҡағылмай ҡалманы. Шул арала мәктәптәге уңыштары менән ҡыуандырып, балалар үҫеп килә. Бөгөн-иртәгә үксәгә баҫыуҙары ла ихтимал. Тимәк, алда ата-әсәне уларға юғары белем биреү хәстәре көтә. Әйләнгән һайын аҡса талап ителгән заманда ауыл ерендә мәҙәниәт-сәнғәт усағында тир түгеүселәрҙең ҡулынан килерлекме был? Йәшәгән-эшләгән урында яуланған абруй менән алыҫ китеп булмаҫ, тип уйлай Гәрәевтәр һәм, урындарынан ҡуптарылып, ситкә сығып китә.

Һау бул, Башҡортостан! Һаумы, Ямал-Ненец!


“Тормош асылы яп-ябай:  ең һыҙғанып эшләргә генә кәрәк”Һәм бына улар – Ямал-Ненец автономиялы округының Яңы Уренгой ҡалаһында.
— Илебеҙ уртаҡ булһа ла, ят тупраҡ бит. Нисек эшләп киттегеҙ? — тип һорамай булдыра алманым.
— Ныҡ һағындыра, апай. Сит ерҙә генә Башҡортостаныбыҙҙың ни тиклем ҡәҙерле икәнен аңлайбыҙ. Хәҙер өйрәндем инде. Ә тормоштоң асылы яп-ябай: ҡайҙа ла ең һыҙғанып эшләргә кәрәк. Шунда ғына үҙеңде таныта алаһың, — ти Люциә Нуритдин ҡыҙы.
Дөрөҫ һүҙгә яуап юҡ. Гәрәевтәрҙең уңғанлығына уларҙың маҡтау һәм рәхмәт һүҙҙәре менән тулы хеҙмәт юлы дәлил.
Фәнил Мөхәмәт улын «Газодобытчик» мәҙәни-спорт үҙәгенә ҡуш ҡуллап рәссам итеп алалар. Ул, үҙенең төп эшенән тыш төрлө конкурстар, бәйгеләр, күргәҙмәләр ойоштора, урындағы музейҙы экспонаттар менән тулыландырыу, ижади көстәрҙе туплау, уларҙың ижадын халыҡҡа еткереү буйынса күп эшләй. Себер тәбиғәте, унда йәшәүсе ненец халҡының көнкүреше, ғөрөф-ғәҙәттәре рәссамдың күңел түренән урын ала. Быйыл уның ошо темаға арналған «Себер һүрәтләмәләре» тигән тәүге шәхси күргәҙмәһе ҙур уңыш ҡаҙанған.
Люциә Нуритдин ҡыҙы ла үҙенең нимәгә һәләтле булыуын тиҙ таныта. Башта ул һынау шарты менән ҡаланың 2-се балалар сәнғәт мәктәбенә музыкаль-теоретик дисциплиналар класына уҡытыусы итеп тәғәйенләнә. Көн дә тиерлек дәрестәренә инеп тикшерәләр, анализ­лайҙар, һығымта яһайҙар һәм Люциә Нуритдин ҡыҙының ысынлап та үҙ фәнен төплө белеүенә, балалар менән йылы мөнәсәбәт булдыра алыуына инаналар. Шуны ла әйтеп китәйек: ул юғары квалификациялы педагог булыуын аттестация һайын раҫлап килә. Сольфеджионы ҡатмарлылығы яғынан математика менән сағыштыралар, шуғалырмы музыка-сәнғәт мәктәптәрендә балалар уны өнәп еткермәй. Ә бына Люциә Нуритдин ҡыҙы етәкселегендәге көйҙәрҙе ишетеү һәләтен үҫтереү, ноталарҙы уҡырға өйрәнеү өсөн вокаль күнегеүҙәр башҡарыу, фортепьянола уй­на­ған көйҙәрҙе ноталарға күсереү, дири­жер­лыҡ­ҡа, йырларға өйрәнеү дәрестәренә Яңы Уренгой балалары теләп йөрөй; улай ғына ла түгел, Ноябрьск, Муравленко, Салехард, Надым ҡала­ларында үткәрелгән конкурс, викторина, олимпиадаларҙа әүҙем ҡатнашып, тик алдынғы урындар алып ҡайталар. Өфөлә уҡыған сағында ла, Аҡъярҙа ла, бында ла балаларға дәрес биргәндә фортепьяно янына ултырып, тәүге ноталарҙы алыу менән әсәһенең «Йәшел генә сана, зәңгәр дуға…» тип сыңғырҙатып йырлағаны Люциә һылыуҙың күңелендә сағы­лып китә. Ошо моңһоу хәтирә уға, тағы ла яҡшыраҡ эшләп, әсәһенең нәҙерен үтәү өсөн илһам ҡанаттары биргәндәй була. Алдына маҡсат ҡуйып эшләй белгәне, ярҙамсыллығы, балаларҙы яратҡаны, уларҙы программала ҡаралғандан да юғарыраҡ кимәлдә әҙерләгәне өсөн Люциә Нуритдин ҡыҙының хеҙмәт кенәгәһенә рәсми яҙылған рәхмәт һүҙҙәре, 2-се балалар сәнғәт мәктәбе етәкселеге, Яңы Уренгой ҡала хакимиәте биргән маҡтау грамоталары, дипломдар бер ҡосаҡ булып киткән. Сәнғәт кеүек нескә өлкәне сабый күңеленә еткереү өсөн иң элек үҙең бар булмышың менән нәзәкәтле, эске мәҙәниәтең иң юғары нөктәлә булыу зарур. Люциә һылыуҙа был сифаттарҙың барыһы ла бергә үрелеп, күркәм холоҡҡа әүерелгән.
Люциә менән Фәнил Гәрәевтәрҙең йәшлеге илебеҙҙең «ҡырағай капитализм»ға боролған иң аңлайышһыҙ, талонға ҡарап ҡына йәшәгән осорона тура килде. Әммә уларҙың зиһененә «эш юҡ» тигән төшөнсә инеп тә сыҡмаған. Төпкөлдә үҫкән ике ауыл балаһына ғүмер тигән киң даръяла юл ярыуы еңелдән дә булмаған­дыр. Люциә Нуритдин ҡыҙы менән Фәнил Мөхәмәт улы, атай-әсәй биргән мөхәббәтле күркәм тәрбиәне булмыштарына һеңдереп, тормоштоң асылын тота белеп йәшәй. Ә бына үҙем республиканан ситтә лә милләтебеҙҙең йөҙөн күрһәтеп, шәхес булып күтәрелеүҙәре өсөн һөйөнөп, тап боронғоса, ағинәйҙәрсә арҡаларынан ҡағып, «Һай, рәхмәт яуғырҙары!» тип әйтмәйенсә булдыра алманым.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 435

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 336

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521