Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йәйгенәһен йәйләнем дә, ҡышҡынаһын ҡайҙа ҡышлайым?
Йәйгенәһен йәйләнем дә, ҡышҡынаһын ҡайҙа ҡышлайым?Гәзит уҡыусыларыбыҙҙың ҡайһы берҙәре ғәҙеллек даулап төрлө ойошмаларҙы урап сыҡҡандан һуң, һуңғы сиктә редакцияға мөрәжәғәт итергә мәжбүр, сөнки гәзит улар өсөн дөрөҫлөктө иҫбатлаусы һуңғы өмөт булып ҡала.
Хәйбулла районының Татыр-Үҙәк ауылында йәшәүсе Ғәйзулла Тусалин исеменән ҡатыны яҙған борсоулы хатты уҡып сыҡҡас та, юлға сыҡтым. Автор тормош юлдашының 1987 йылда Чернобыль эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыуын тасуир итә һәм ошоға тиклем кешесә йәшәрлек торлаҡ бирелмәүенә зарлана. Ун алты йыл буйы Ғәйзулла Тусалин Хәйбулла районы хакимиәтенән үҙенә тейешле фатир юллай алмай. Сәбәп ниҙә һуң? Бөтә ғүмерен һәм һаулығын хәрби хеҙмәткә бағышлаған, чернобылселар исемлеген тулыландырған Ғәйзулла Зиннәт улының бөгөн ни өсөн үҙ торлағы юҡ?
Ғәйзулла Тусалин Алкин хәрби ҡаласығында оҙаҡ йылдар хеҙмәт итә. Хаҡлы ялға сыҡҡас, тыуған яғына яҡыныраҡ булыу ниәтенән Хәйбулла районының Татыр-Үҙәк ауылына килеп төпләнә. Ауыл хакимиәте тарафынан уларға иҫке административ бинанан йәшәү өсөн торлаҡ бирелә. Көнкүреш шарттары ҡәнәғәтләндерерлек булмай. Бинаның иҫкелеге, электр сымдарының әллә ҡасан үткәрелеүе, тәҙрәләрҙең һәр саҡ дымлы тороуҙан серей төшкән төптәре, емерек түбә, ярым тишек стеналарҙан Хәйбулла далаларынан һәр саҡ иҫкән елдәрҙән йәшеренеп ҡалыуы ауыр була. Етмәһә, Чернобылдә алған эҙемтәләр ҙә үҙен һиҙҙерә: йыш сирләй, дымлы һауа тын юлына кире йоғонто яһай. Йәшәү шарттарын яҡшыртыу маҡсатында Тусалиндар төрлө инстанцияларға, район хакимиәтенә лә мөрәжәғәт итә, ләкин килгән яуаптарҙың береһе лә уларҙың һорауын ҡәнәғәтләндермәй. Вәғәҙә ителгән фатир һауала эленеп ҡала килә. Йәйгенәһен йәйләнем дә, ҡышҡынаһын ҡайҙа ҡышлайым?Хаттан өҙөк килтерәйек: “Минең ирем 1996 йылдың 26 мартында фатир һатып алыу өсөн сертификатҡа сиратҡа торғайны. Ул мәлдә исемлектә алтынсы ине, 2005 йылда уны 53-сө итеп ҡуйғандар. Ә 2009 йылда бөтөнләй һыҙып ташлағандар”.
Был хәлдең ниңә улай килеп сығыуына бөгөн аныҡ ҡына яуап биреүсе юҡ, сөнки быға ҡәҙәр район хакимиәтендә әллә күпме үҙгәреш булған. Ғаиләнең фатиры, ысынлап та, аяныс хәлдә. Йылытыу торбалары юҡ, газ үтмәгән. Түшәмдә ана ҡойолам, бына ҡойолам тигән урындар ифрат күп, бүлмәләрҙе йылытҡыс прибор менән генә йылыталар. Ҡышын бөтөнләй йәшәү мөмкин түгел, шуға күрә йорт хужалары бишенсе ҡышты Себерҙә — балалары янында үткәрә. “Йәйгенәһен йәйләнем дә, ҡышҡынаһын ҡайҙа ҡышлайым?” тигән халыҡ йырындағыса, һаулығы ҡаҡшаған хәрби пенсионер ҡышлар өсөн йыраҡҡа китергә мәжбүр.
Ысынлап та, хат авторҙары, урындағы хужалар менән осрашып, күҙмә-күҙ ҡарап һөйләшкәндән һуң, миҙалдың бер яҡлы ғына булмауы асыҡланды. Билдәле булыуынса, хәрби хеҙмәттәгеләргә эшләгән урындарынан фатир бүленергә, аҙаҡ хеҙмәтен тултырып, хаҡлы ялға сыҡҡас, уларҙың ризалығы менән Рәсәйҙең теләгән нөктәһенән йәшәргә фатир бирелергә тейеш. Әммә шуныһы иғтибарға лайыҡ: ул тәүге торлағын кире Хөкүмәткә тапшырырға бурыслы. Бер ниндәй һатыу йәки балаларына биреү хоҡуғы юҡ. Был осраҡта хеҙмәт иткән саҡта Ғәйзулла Тусалинға Өфөлә фатир бирелгән. Тусалиндар ул фатирҙы Йәйгенәһен йәйләнем дә, ҡышҡынаһын ҡайҙа ҡышлайым?хосусилаштырып, машинаға алмаштырып, тыуған яҡтарына ҡайтып төпләнә. Билдәле, машина иҫкерә, ауыл хакимиәте биргән йорт та күңелдәренә хуш килмәй. Яңыһын алыуға тип юллаған документтар һәр саҡ бер яуап менән ҡайтарыла тора.
Бөгөн етәкселәр, Тусалиндар ваҡытында торлаҡ менән тәьмин ителгән, әммә уны һатҡан, тип бара. Бында хаҡлыҡ бар, әлбиттә. Әммә үҙ теләге менән түгел, ә Хөкүмәт бойороғо буйынса һаулығын илебеҙ именлеге өсөн сарыф итергә мәжбүр булған, Чернобыль эҙемтәләрен бөтөрөүгә үҙ өлөшөн индергән Ғәйзулла Зиннәт улы барыбер яҡшыраҡ шарттарҙа йәшәргә хаҡлылыр бит? Бик тә булмаһа, әле йәшәгән фатирҙарына капиталь ремонт үткәрергә мөмкин. Рәсәй буйынса 12 мең 609 чернобылсенең торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сиратта тороуы билдәле. Шуларҙың 161-е – Башҡортостанда. Быйыл чернобылселәргә торлаҡ менән тәьмин итеү өсөн сертификаттар тапшырыу ҡаралған. Ғәйзулла Тусалиндың сире Чернобыль АЭС-ы аварияһындағы радиация эҙемтәләренә бәйле булғанлыҡтан, ул да торлаҡ алырға хаҡлы. Тимәк, тәү сиратта, ҡайтанан исемлеккә индереп, тейешле документтарҙы юллау талап ителә. Һәр кем үҙенә тейешлеһен алырға хаҡлылыр бит.
Кәримә УСМАНОВА
Хәйбулла районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 096

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 894

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 436

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 337

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523