Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Осто, осто, аҡсалар осто...
Осто, осто, аҡсалар осто... Йәш үтә барған һайын үткәндәр һағын­дыра, бер мәлгә онотолоп, бала саҡтағы уйындар менән зыҡ ҡубаһы килә. Һуңғы осорҙа Стәрлетамаҡ районы етәкселәре­нең дә күңеле шулай иләҫ-миләҫ булып киткән. Улар бигерәк тә “Осто, осто…” уйынын иҫтәренә төшөргән. Быға районда йөрөгәндә үҙем дә шаһит булдым. Етәклә­шеп түңәрәк яһағандар ҙа һамаҡлай-һамаҡлай мәж киләләр.
– Осто, осто, ерҙәр осто…
– Осто, осто, аҡсалар осто…
Бәй, әллә заман үтеү менән уйындың тәртибен дә үҙгәртеп алғандар инде. Шу­лай шул! Уйынға шул тиклем мауығып, улар хатта районды осороп ебәрә яҙғанын да һиҙмәйҙәр. Ҡайҙа ҡарама, эштәр хөртә­йә бара. Һуңғы ике йылда сәнәғәт етеш­тереүе түбәнәйә, табыш кәмей, бурыс арта. Ер биләмәләрен ҡуртымға алған ойош­маларҙың түләүе ҡаҙнаға килеп ет­мәй, һөҙөмтәлә 22 миллион һум осоп китә. 2014 йылда ғына ла ерҙе файҙаланған өсөн тейешле 7,6 миллион һум аҡса бурыс район хакимиәте ҡарары менән иҫәп­тән төшөрөлә.
Шуныһы ғәжәп: бығаса ауыл хужалығы буйынса республикабыҙ ғорурлығы һанал­ған төбәктә ерҙәрҙе ҡуртымға биреү йәһәтенән тәртипһеҙлек хөкөм һөрә, ба­­ҫыу­ҙарҙа сүп үләндәре ҡотороп үҫә, урын­дағы ҡаҙнаны тулыландыраһы мил­ли­он­дар елгә оса. Ха­лыҡтың пай милке һаналған ерҙәр ауыл хужалығы иҫәбенән сығарылып, йорттар тө­ҙөү, карьер асыу өсөн тотонола.
– Осто, осто, йорттар осто…
– Осто, осто, оят осто…
– Осто, осто яуаплылыҡ осто…
Муниципаль милек тә ҡанатлана бында. 2012 йылда дөйөм хаҡы 15,1 миллион һум тәшкил иткән “Спутник” ял базаһы район милкенә бирелә. Киләһе йылға бинаға идара итеү хоҡуғы “Колос” балалар һауыҡтырыу лагерына берке­телә. Һуңынан мөлкәт сауҙаһыҙ-ниһеҙ шәхси эшҡыуарға арзан хаҡҡа осо­рола. “Осто, осто” уйыны менән баштары әйлән­гән етәкселәр ерҙе ҡуртымға биреү хаҡында договор төҙөргә лә онота.
Юлдарҙы төҙөкләндереүгә тәғәйен аҡса­лар ҙа тегеләй-былай ҡанатлана, документтар тейешенсә тултырылмай, ә инде 1,4 миллион һум аҡса башҡарыл­маған эш өсөн оса.
Райондың Октябрь ауылында һыу үт­кәр­гес төҙөү өсөн контракт төҙөлә, уға 27 миллион һумдан ашыу аҡса күсерелә, әммә был сумма ҡайҙалыр осоп ғәйеп була.
– Осто, осто, миллиондар осто...
– Осто, осто, һыу торбалары осто…
Уйындың шарты буйынса осмай торған әйберҙәрҙе лә “оса” тигән һыу мейеләр язаға тарттырыла. Бер туҡтауһыҙ хаталанған Стәрле­тамаҡ етәкселәренә берәй сара табылырмы? Әллә “кеше осмай” тип урындарына йәбешкән кеүек ултырыуын дауам итерҙәрме?







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 096

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 894

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 436

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 337

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523