Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Булат Теләкбирҙин: “Хөкөмдөң ғәҙеллеге йылдар аша ғына беленә”
Булат Теләкбирҙин:  “Хөкөмдөң ғәҙеллеге  йылдар аша ғына беленә”
Бөйөк философ Сенека әйтмешләй, ғәҙел судья енәйәтсене түгел, ә енәйәтте хөкөм итә. Тимәк, намыҫлы булыу, хаҡлыҡҡа инаныу, дөрөҫлөктө яҡлау кеүек төшөнсәләр был һөнәр эйәһенең булмышында төп сифаттарға әйләнергә тейеш. Геройыбыҙ Булат Теләкбирҙин – ошо сифаттарҙың барыһына ла эйә булғаны өсөн халыҡтың ихтирамын яулаған шәхес.


Булат Ғәбиҙулла улы Силәбе өлкә­һенең Арғаяш районындағы Мәсәй ауылында тыуған. Ябай ғаиләлә, төпкөл ауылда донъяға килгән малай киләсәктә Рәсәй субъекттары араһында иң ҙур, көслө республикаларҙың береһе һаналған Башҡортостандың Юғары суды рәйесе вазифаһын башҡарырмын, тотош хеҙмәт юлымды ошо төбәккә бағышлармын тип күҙ алдына ла килтермәгәндер.
Ике йәшлек Булаттың атаһы Бөйөк Ватан һуғышы башланғас та тәүгеләрҙән булып фронтҡа китә. Әммә ғаиләһен башҡа күреү бәхете яҙмай Ғәбиҙулла ағайға – тәүге йылда уҡ хәбәрһеҙ юғала. Һуғыштан һуңғы осорҙа, атайһыҙ булыуына ҡарамаҫтан, тырышып-тырмашып белем ала үҫмер. Тик 10-сы класҡа еткәс, өлгөргәнлек аттестаты алыр алдынан мәктәпкә йөрөүҙән баш тарта. Бының үҙ сәбәптәре лә була, әлбиттә. Шул саҡ әсәһе ҡәтғи талап ҡуя: “Уҡымағас, колхозға эшкә төш!” Шулай итеп, буласаҡ судья колхозсы булып китә, төрлө эштәрҙе башҡара. Көҙ етеү менән егетте хәрби хеҙмәткә са­ҡы­ралар. Свердловск өлкәһенә, төҙөлөш батальонына эләгә. Тап ошонда киске мәк­тәптә уҡып, аттестат ала һәм артабан белем эстәргә тигән теләк менән яна башлай. Ошо маҡсат уны Свердловск юридик институтына алып килә лә инде.
1965 йылда ҡулына диплом алып та өлгөрмәгән Булат Ғәбиҙулла улын БАССР-ҙың Мәсетле районына халыҡ судьяһы итеп эшкә ебәрәләр. Ул ваҡытта йәш белгес районға берәү генә була! Тәжрибә уртаҡлашыр кеше юҡ, баш ҡалаға тиклем ара байтаҡ. Шул саҡ йәш судья көслө, тәжрибәле халыҡ ултырышсыларын эшкә йәлеп итә. Уларҙы халыҡ райондың иң абруйлы шәхестәре араһынан үҙе һайлай.
Мәсетле районында эшләгән йылдарҙа булған бер хәлде һаман бөгөнгөләй хәтерләй Булат Ғәбиҙулла улы:
– Колхозда эшләгән бер ир ҡатынын гел туҡмаған. Ун бала әсәһенә нисек ҡулы күтәрелгәндер! Ярҙамға халыҡ заседател­дәре итеп абруйлы уҡытыусыны һәм хаҡлы ялдағы олпат ағайҙы саҡырҙым. Эш барышында ғәйепләнеүсенең ҡатыны ла, заседател­дәр ҙә ирҙе йәлләй башланы. Мин дә аптырап ултырам. Уны төрмәгә ебәрһәм, ун баланы кем тәрбиәләй ҙә, кем ҡараша? Оҙаҡ уйландым да ирҙе шартлы рәүештә генә иркенән мәхрүм иттем. Бынан һуң ғаиләнең тормошо менән гел ҡыҙыҡһынып торҙом: йә участка милиционерына шылтыратам, йә, үҙҙәрен урамда күрһәм, һорашып үтәм. Ғаилә башлығы ла уйланып, үҙ ғәйебен танығандыр. Шул ваҡытта дөрөҫ ҡарар ҡабул иткәнемә әле булһа һөйөнәм…
Был вазифала Булат Ғәбиҙулла улы биш йыл эшләй һәм яҙмышын ошо һөнәргә бәйләгәненә бер көн дә үкенмәй. Уҙған быуаттың 70-се йылдарында уны, ярайһы уҡ тәжрибә тупла­ған һәләтле ойоштороусы, принципиаль етәксе, үҙ маҡсатына өлгәшә белгән шәхес тип, БАССР-ҙың Юғары суды ағзаһы итеп эшкә алалар.
Хөкөм эше ҡатмарлы. Судья үҙ ҡарары менән кешеләр, ғаиләләр яҙмышын хәл итә. Уның һуңғы һүҙе йәмғиәт өсөн дә ҙур әһәмиәткә эйә. Һәр судьяның эш тәжри­бәһендә ҡатмарлы, ҙур сыҙамлыҡ талап иткән эштәр осрай. Булат Ғәбиҙулла улы былар тураһында әллә ни һөйләргә яратмай, шулай ҙа, ныҡ һорағас, гәзит уҡыу­сыларға хәтер һандығында ятҡан бер аяныслы хәл тураһында бәйән итергә булды.
Бер әҙәм, 6-сы разрядлы электрик, ҡатынын һәм ҡыҙын ток менән һуҡтырып үлтергән. Күршеләре әйтеүенсә, ғаилә имен булма­ған. Ирҙең хәмер менән мауығыуы ар­ҡа­һында көн һайын тиерлек ыҙғыш сыҡҡан, ҡатыны һәм балаһы гел туҡмалған. Бер мәл төнөн һуҡмыш ҡайтҡан ир балаһын ҡосоп ҡына йоҡлап ятҡан ҡатынына ҡарап тора ла... уны үлтерергә була. Электр сымының тышын һыҙырып ташлап, һиҙ­ҙермәй генә ҡатындың муйынына һәм аяғына тоташтыра ла икенсе осон розет­каға тыға... Бынан һуң үле кәүҙәләрҙе ваннаға һөйрәкләп алып бара. Унда иһә ҡайнатҡыс тығып ҡуя, йәнәһе, ҡатыны баланы йыуындырғанда һыу йылытҡан, шул саҡ яңылыш ваннаға ҡолап төшкән дә балаһы менән бергә токтан һуғылып үлгән.
– Эште ҡарау өсөн БАССР-ҙың Юғары суды ағзалары енәйәт ҡылынған ҡалаға барҙы. Урындағы мәҙәниәт һарайы халыҡ менән шығырым тулы ине, алма төшөрлөк тә урын юҡ. Енәйәт эше ҡатмарлы, сөнки электрик булараҡ ул һәр нескәлекте яҡшы аңлап эш иткән. Енәйәт урынын да йыйыштырып ҡуйған. Судта үҙен ҡыҙыу тот­то, ажарланып, яҡлау һүҙҙәре эҙләне. Электрикты иң юғары язаға тарттырыу тураһында хөкөм ҡарары сығарҙыҡ. Рәсәй Федерацияһының Юғары суды беҙҙең хөкөмдө үҙ көсөндә ҡалдырҙы, – тип һөйләне Булат Ғәбиҙулла улы.
Әйткәндәй, судья өсөн бындай ҡарарҙы сығарыуы – иң ауыры. Енәйәтселә кешелек сифаттары юйылған хәлдә лә, уның ата-әсәһе, туғандары бар. “Улар алдында барыбер үҙеңде ғәйепле кеүек тояһың”, – ти юрист.
Йылдар үтә, заманалар үҙгәрә, әммә йәмғиәттә ҡәбәхәттәр кәмемәй. Шуға ла ғүмерен юриспруденцияға арнаған шәхес балаларҙы көсләгәндәр, айырыуса яуызлыҡ менән ҡаты енәйәт ҡылғандар өсөн үлем язаһын ҡалдырыу яғында.
Булат Ғәбиҙулла улы эшләгән заман­дарҙа Юғары судтың һәр ултырышында тиерлек 1937 – 1938 йылдарҙа репрессияланған яҡташтарыбыҙҙы аҡлау тураһындағы эштәрҙе ҡарарға тура килгән.
– Бер ниндәй тикшереүһеҙ, шаһитһыҙ сығарылған хөкөм ҡарарҙарын уҡып, сәстәр үрә тора ине. Мәҫәлән, Иванов ғариза яҙа: “Сидоров Совет власын яманлап хәбәр тарата”. “Һеҙ быға үҙегеҙ шаһитмы?” – тип һорай тәфтишсе Ивановтан. “Юҡ, миңә Петров әйтте”, – тип яуап ҡайтара тегенеһе. Шуға ҡарамаҫтан, Сидоров кеүектәрҙе йә Себергә һөргөнгә ебәрәләр, йә атып үлтерәләр. Булған бит заманалар! – тип хәтерләй уҙаман.
80-се йылдар башында Мәскәүҙә КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Ижтимағи фәндәр академияһында уҡып сыҡҡандан һуң, Теләкбирҙин КПСС-тың Башҡорт­остан обкомында эшләй. 1988 йылда иһә уны Башҡортостандың Юғары суды рәйесе вазифаһына тәғәйенләйҙәр. Ун йыл эсендә Башҡортостандың һәм Рәсәй Федерацияһының атҡа­ҙанған юрисы хоҡуҡ һаҡлау органдарына кадрҙар әҙерләү, судьяларҙың һөнәри оҫталығын камиллаштырыу, уларҙың эш шарттарын яҡ­шыртыу өсөн күп көс һала. Рәсәй Фе­де­рацияһында суд системаһын үҫтереү, суд органдарын реформалау буйынса закондар сығарыу эшендә әүҙем ҡатнаша. Илдә үҙгәртеп ҡороу шауҡымы башланғас, суд системаһының теүәл эшләүен тәьмин итеү өсөн үткәрелгән I Бөтә Рәсәй судьялары съезын ойоштороу комитеты ағзаһы була.
– Был съезд үҙгәртеп ҡороу мәлендә суд системаһының бойондороҡһоҙлоғон һаҡлау, судьяларҙың эшен камиллаштырыу, уларҙы яҡлау һәм башҡа көнүҙәк проблемаларҙы хәл итеү өсөн ойошторолдо. Әле лә был йыйындың йыл һайын үткәрелеп тороуы ҡыуандыра. Тимәк, заманында дөрөҫ аҙым яһағанбыҙ тип уйлайым, – ти Булат Ғәбиҙулла улы.
Юғары суд рәйесе вазифаһында ха­лыҡтың хоҡуҡи белемен киңәйтеү өҫтөндә әүҙем эшләй ул. Был маҡсатта матбуғат баҫмаларында ла сығыш яһай, Башҡорт­остандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ултырыштарында йыш ҡатнаша. Башҡар­ма власть һәм сәнәғәт, аграр ойошмалар етәкселәре менән тығыҙ бәйләнеш булдыра.
1996 йылда Булат Теләкбирҙинға “Рә­сәйҙең юғары квалификация класлы судьяһы” исеме бирелә. Был ҡарарҙы Юғары квалификациялы судьялар колле­гияһы тәҡдиме менән Рәсәй Президенты ғына ҡабул итә. Бөгөнгә тиклем Башҡорт­останда ундай юғары исемде алған бүтән судья юҡ әле.
Ғаиләһенән дә уңған Булат Ғәбиҙулла улы. Тормош иптәше Рима менән ике ҡыҙ – Лилиә менән Гөлнараны – тәрбиәләп үҫтергәндәр. Әле уларҙың уңыштарына, ейән-ейәнсәрҙәренең тормошона ҡыуанып йәшәйҙәр. Әйткәндәй, Лилиә инженер һөнәрен һайлаған, ә бына Гөлнара рес­публикаға абруйлы шәхес булып танылған атаһының юлынан атлай: оҙаҡ йылдар баш ҡаланың Совет районында федераль судья булып хеҙмәт иткән, әлеге мәлдә Башҡортостандың Юғары суды судьяһы вазифаһын башҡара. Атаһының кәңәштә­ренә гел ҡолаҡ һалып эшләй.
– Ҡыҙымдың үҙ эшенең оҫтаһы, итәғәт­ле, принципиаль судья булыуын элекке хеҙмәттәштәремдән йә таныштарымдан ишетһәм, әлбиттә, күңелдә оло ғорурлыҡ уяна. Шулай ҙа уның өсөн борсолоуымды йәшермәйем. Һаҡ булырға, законға ғына таянып эш итергә өйрәтәм, – ти атай кеше.
Оҙаҡ йылдар хоҡуҡ һаҡлау органдарында хеҙмәт итеү Булат Теләкбирҙиндың холҡонда сағылыш тапмай ҡалмаған. Үҙенә ныҡ ышанған, тураһын ярып һалған олпат шәхес менән әллә күпме һөйләшеп ултырырға, уның тормош тәжрибәһен өйрәнергә булыр ине. Ошо көндәрҙә күркәм юбилейын билдәләгән Булат Ғәбиҙулла улына иң изге теләктәрҙе генә еткерге килә.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519